БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 023
订阅者
无数据24 小时
-47 天
-730 天
帖子存档
2 023
“Патриот” паркында Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан байрам ойошторола
Быйыл хәрби берләшмә 95 йыллығын билдәләй. Сара 2 августа була. Ойоштороусылар уны Ғаилә байрамы итеп уҙғара. Иртәнге сәғәт 9-ҙа һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары өсөн “Геройҙар уҙышы” старт ала. Сәғәт 11-ҙә оҫталыҡ дәрестәре башлана. Унда беләҙек үреп ҡарарға, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнергә мөмкин. “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт филиалы фонды һәм Махсус хәрби операция ветерандары берләшмәһе белгестәре халыҡ менән аралаша. Байрам сараһы барышында Рәсәй Геройы Максим Серафимовҡа һәйкәл асыу тантанаһы була
2 023
Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерына малай-ҡыҙҙарға өсөнсө ял сменаһы ойошторолдо
Уҡыусыларҙың йәйге каникулы дауам итә. Хәйбулла районының «Аҡсарлаҡ» һауыҡтырыу лагерына малай-ҡыҙҙарға өсөнсө ял сменаһы ойошторолдо. «Аҡсарлаҡ»та Хәйбулла районынан һәм республиканың башҡа төбәктәренән 140 ашыу бала ял итә, сәләмәтлеген яҡшырта. Һөҙөмтәле ял һәм күңелле уйындарға, ҡыҙыҡлы конкурстарға үрелеп барған смена хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 023
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы дауам итә
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты - балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәрхәмәтлек сараһы республикалағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында ла үтте. Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына канцелярия тауарҙары тултырылған рюкзак тапшырҙы.
2 023
Башҡортостанда «Баланы мәктәпкә әҙерлә» акцияһы дауам итә
Яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ойошторолған акцияның төп маҡсаты - балаларға адреслы ярҙам күрһәтеү. Мәрхәмәтлек сараһы республикалағы «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалында ла үтте. Дәүләт думаһы депутаты Римма Үтәшева махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың балаларына канцелярия тауарҙары тултырылған рюкзак тапшырҙы.
2 023
Башҡортостан вәкилдәре «Абилимпикс» чемпионаты финалына сыҡты
Башҡортостандың бер юлы ике вәкиле «Абилимпикс» һөнәри оҫталыҡ буйынса беренсе чемпионаттың финалына сыҡты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһында ойошторолған сарала токарь оҫтаһы Артем Мөхәррәмов һәм ашнаҡсы Дмитрий Полубояринов үҙ компетенцияларында уңыш ҡаҙанды. Хәҙер яҡташтарыбыҙ октябрҙә чемпионат финалында республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.
2 023
Уҙған төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә теркәлгән
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Архангел райоындағы участкаһында «Лада Гранта»ға идара иткән 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән. Водителдең Силәбе өлкәһенән булыуы билдәле. Юл ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтары булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
2 023
Уҙған төндә Өфө - Инйәр - Белорет автомобиль юлында үлемесле фажиғә теркәлгән
Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, трассаның Архангел райоындағы участкаһында «Лада Гранта»ға идара иткән 23 йәшлек водитель юл ситенән велосипедта китеп барған 45 йәшлек кешене бәрҙергән. Водителдең Силәбе өлкәһенән булыуы билдәле. Юл ҡорбанының кейемендә яҡтылыҡты сағылдыра торған элементтары булмаған. Ул ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе вафат булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
2 023
Хәйбулла районында өлкән участковый кешеләрҙе янғындан ҡотҡарған
Аҡъяр ауылындағы йортта ут төндә сыға, ялҡын бар йортто ялмап ала. Был ваҡытта өйҙә хужабикә һәм инвалид бала була. Янғын сығыу тураһында райондың дежур часына хәбәр итәләр. Шул ваҡытта дежурҙа булған өлкән участковый Вадим Нурғәлин тиҙ генә ваҡиға урынына юллана. Ул янғын һүндереүселәр килгәнсе ишекте емереп инеп кешеләрҙе төтөн тулған бүлмәләрҙән алып сыға.
2 023
Башҡортостанда көнкүреш мутлашыуҙарын иҫкәртеү юлдары тикшерелде
Газ ҡорамалдарын хеҙмәтләндереүселәрҙе нисек танырға? Янғын иҫкәртеү ҡорамалдары урынлаштырғанда нисек алданмаҫҡа? Курьерҙар һәм дропперҙарҙың барыһы ла намыҫлы хеҙмәткәрме? Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы «Көнкүреш мутлашыуы» темаһына түңәрәк өҫтәл ойошторҙо.
2 023
Киләһе айҙан Башҡортостанда йәшәүселәр арттырылған пенсия аласаҡ
Түләүҙәр 229 мең кешегә ҡағыла. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылда эшләүсе пенсионерҙар өсөн страховка пенсиялары автоматик рәүештә ҡайтанан иҫәпләнәсәк. Бының өсөн эш биреүселәрҙең улар өсөн ҡартлыҡ һәм инвалидлыҡ буйынса страховка иғәнәләрен түләгән булыуы шарт.
2 023
Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығы итеп Лариса Александрова тәғәйенләнде
Бөгөн урындағы район советы депутаттары ошондай ҡарар ҡабул итте. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Үҙенең сығышында ул Мишкә районы хакимиәтенең яңы башлығына эшендә уңыштар теләне һәм Лариса Александрованың иҫәп буйынса алтынсы ҡатын-ҡыҙ муниципалитет башлығы булыуын билдәләне.
2 023
Йыл башынан алып Башҡортостан производстволарында 37 бәхетһеҙ осраҡ йәшереп маташылған
Йыл башынан алып Башҡортостан производстволарында 37 бәхетһеҙ осраҡ йәшереп маташылған. Уларҙың һәр береһе буйынса республиканың Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереү ойошторған.
Бәхетһеҙ осраҡтар башлыса төҙөлөш, сәнәғәт, сауҙа һәм ауыл хужалығы өлкәһендә теркәлгән. Был турала «Производствола бәхетһеҙ осраҡтарҙы йәшереү һәм рәсми булмаған мәшғүллек» темаһына арналған матбуғат-конференцияһында һүҙ барҙы.
2 023
Бөрйән районы Яңы Мәҡсүт ауылында Ғәлиндар нәҫеленең Шәжәрә байрамы үтте
Сарала Башҡортостан архивы материалдарына нигеҙләнеп төҙөлгән һәм өс меңгә яҡын исем теркәлән шәжәрә тәҡдим ителде. 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан байрамда республика һәм Рәсәйҙең төрлө тарафтарынан йыйылған һәм ошо нәҫелгә ҡараған ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырҙы.
2 023
Белорет районында атайҙар һәм улдар боронғо кәсепте тергеҙҙе
Быуындарҙы берләштергән кәсеп. Белорет районында «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзалары атайҙар һәм улдар өсөн сираттағы сараны тормошҡа ашырҙы. Был юлы улар ата-бабалар шөғөлө - тәпән тәпәләү серҙәренә өйрәнде.
2 023
Радий Хәбиров формаль булмаған берләшмә ағзалары менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров формаль булмаған берләшмә ағзалары менән осрашты. Һөйләшеү «Арт-квадрат» йәмәғәт биләмәһендә үтте. Республика етәксеһе менән осрашыуға косплей, кейпоп, стрит-арт, скейтерҙар, роллерҙар, велосипедсылар, диджей клуб кеүек рәсми булмаған берләшмәләргә ҡараған йәштәр йыйылды.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, үҙен ғәҙәти булмаған һәм башҡаларҙан айырыла тип һанаған һәр йәш кеше, кәм тигәндә, ҡыйыу һәм талантлы. Һеҙ тормошта үҙ юлығыҙ менән бараһығыҙ, һәр күренешкә үҙ ҡарашығыҙ бар. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа һеҙҙе нимә ҡыҙыҡһындырыыуын, ниндәй ярҙам кәрәклеген белергә теләйбеҙ, тине Радий Фәрит улы.
2 023
Шишмә районында «Башҡортостан геройҙары» проекты сиктәрендә остаз көнө үтте
Шишмә районында «Башҡортостан геройҙары» проекты сиктәрендә остаз көнө үтте. Илһөйәрлек сараһында ҡатнашыусылар әзерләгән остаздар презентацияһы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. «Патриот» хәрби- илһөйәрлек паркында уҙған уҡыу модулендә республика хөкүмәте ағзалары, ҙур предприятие етәкселәре һәм муниципаль власть органдары араһынан билдәләнгән остаздар сығыш яһаны. Улар программа уҡыуҙарында ҡатнашып , финалистар менән тәжрибә уртаҡлашты. «Башҡортостан геройҙары» программаһының маҡсаты төбәк өсөн көслө идарасы кадрҙар әҙерләү.
2 023
Башҡортостан уҡсылары халыҡ-ара турнирҙа призлы урындар яуланы
Башҡортостан уҡсылары Екатеринбургта «Халыҡтар дуҫлығы кубогы» халыҡ-ара турнирында уңышлы сығыш яһаны. Был хаҡта республиканың Һыбай килеш һәм традицион уҡтан атыу федерацияһы хәбәр итә. Ярышта туғыҙ илдән йыйылған 25 уҡсы ҡатнаша. Рәсәй, Белоруссия, Пакстан, Үзбәкстан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Төркиә, Гвинея, Иордания һәм Йемен һыбайлылары шәхси беренселектә көс һынашты.
2 023
Белорет районында «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы үҙенсәлекле сара ойошторҙо
Атайҙар улдары менән йүкә тәпән оҫталаған. Башҡортостандың «Ирҙәр ҡоро» ойошмаһы үҙенсәлекле сара ойошторҙо. Оҫталыҡ дәресе Белорет районы Ноҡат ауылында үтте. Унда атайлы-уллы 15 команда ҡатнашты. Тәпән тәпәләү ҡатнашыусыларҙан айырыуса таһыллыҡ талап итә.
2 023
Илеш районының «көмөш» йәштәге туристары Баймаҡ районының иҫтәлекле урындары менән танышты
Илеш районының «көмөш» йәштәге туристары Баймаҡ районының иҫтәлекле урындары менән танышты. Был сәйәхәт туғанлашҡан ике райондың хеҙмәттәшлеген нығытыу мәҡсатында ойошторолдо. Илеш менән Баймаҡ араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында барлыҡҡа килһә лә халыҡ бер -береһенең көнитмешен төптән өйрәнгәне булмай . «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы был етешһеҙлекте хәл итеү мөмкинлеге бирә.
2 023
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре планға ярашлы бара
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре планға ярашлы бара. Биләмә урыны кәртәләнгән, төҙөлөш майҙансығына ауыр техника, ауыр массаны күтәрә алырлыҡ кран үтеп инерлек юл тулынса әҙер. Тиҙҙән һәйкәлде һүтеү эштәре башланасаҡ. Әлеге ваҡытта подрялсы ойошма вәкилдәре тротуар плитәләрен һүтеү менән мәшғүл.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
