fa
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
2 024
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-37 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
Башҡортостан аграрийҙары 3,1 миллион тонна иген йыйҙы Башҡортостан аграрийҙары 3 миллион 100 мең тонна бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар йыйып алған. Эш майҙандарҙың 79 процентында тамамланған. Уңыш ярайһы уҡ яҡшы-гектарынан уртаса 28 центнер. Бер юлы майлы культуралар ҙа урыла. Йөҙ мең гектарҙан 170 мең тонна майлы уңыш тупланған. Ырҙын табаҡтарында ашлыҡты ҡышҡылыҡҡа әҙерләү ҙә йылдам бара. Элеваторҙар иген таҙартыу һәм киптереү менән мәшғүл. Нерал хужалығының Шишмә районындағы элеваторы эшмәкәрлеге тураһында киләһе яҙмала.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы Башҡортостанда йәш депутаттарҙы уҡытыу программаһын башланы Проект 14 сентябрҙә үткән һайлау кампанияһы йомғаҡтары буйынса мандат алған 35 йәшкә тиклемге парламентарийҙарға иҫәпләнгән. Тәүге дәрестә депутаттарҙың остаздары булып юғары партия мәктәбе филиалы спикерҙары сығыш яһаны. Улар фекеренсә, иң мөһиме-матур һүҙ түгел, ә кешеләрҙең тормошон яҡшыртыусы реаль эш башҡарыу.

Өфөлә студенттар өсөн заманса кампус төҙөлә Йәштәргә йәшәү, белем алыу һәм фән менән шөғөлләнеү өсөн заманса шарттар. Өфөлә Вуз-ара студенттар кампусының икенсе сиратына ярашлы, бер стилобат менән тоташҡан ете башня күтәрелә. Объект «Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Заманса кампустар селтәрен булдырыу» федераль проекты буйынса төҙөлә.

Башҡортостанда 2 миллион 300 мең кеше спорт менән шөғөлләнә 2019 йылда физик культура менән даими шөғөлләнеүселәр 45 процент тәшкил итһә, әле был күрһәткес 62 процентҡа еткән. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «физик культура һәм спорт үҫеше» дәүләт программаһы үтәлешенә арналған хөкүмәт комиссияһы ултырышында белдерҙе.

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡара Метеорологтар күҙәтеүенә ярашлы, утыҙ йыл эсендә төбәктә 1,6 градусға йылыраҡ була баш
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡара Метеорологтар күҙәтеүенә ярашлы, утыҙ йыл эсендә төбәктә 1,6 градусға йылыраҡ була башлаған. Уртаса тәүлек температураһы элеккегә ҡарағанда 6-8 көнгә һуңыраҡ түбән төшә. Өйҙәргә лә йылылыҡ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуңыраҡ бирелә. 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа, йылытыу миҙгеле башлана.

Өфөлә “Милләттәр крос”ында 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан Йүгереү буйынса ярыштар 5 урында ойошторолдо. Үҙәк майҙан итеп “Ҡашҡа
Өфөлә “Милләттәр крос”ында 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан Йүгереү буйынса ярыштар 5 урында ойошторолдо. Үҙәк майҙан итеп “Ҡашҡаҙан” мәҙәниәт һәм ял паркы һайланды, тип белдәрәләр баш ҡала хакимиәтенән. Еңеүселәр һәм призер 2 километр арауыҡта билдәләнгән. Иң етеҙҙәргә Өфөнөң физик культура һәм спорт идаралығы миҙалдары һәм грамоталары тапшырылған.

Башҡортостанда “Уралым” йырына яңы клип төшөрөлдө Проектта Башҡорт опера һәм балет театры солистары ҡатнаша. улар башҡорт кос
Башҡортостанда “Уралым” йырына яңы клип төшөрөлдө Проектта Башҡорт опера һәм балет театры солистары ҡатнаша. улар башҡорт костюмдарында сығыш яһай. Видеояҙма тамашасыны Урал тауҙарының сикһеҙ киңлектәренә алып китә. Клиптың премьераһын сентябрь аҙағында күрһәтеү көтөлә.

Ишембай районында тележурналист Уйылдан Ғәлин иҫтәлегенә волейбол буйынса турнир үтте Хәтер сараһы Уйылдан Нурғәле улының тыуған ауылы Урман-Бишҡаҙаҡта ойошторолдо. Ҡатнашыусылар мәктәптә ойошторолған хәтер митингында ҡатнашты, Уйылдан Ғәлиндың тормош һәм хеҙмәт юлын сағылдырған фотоһүрәттәр күргәҙмәһен ҡараны. Туғандары, яҡындары, дуҫтары яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.

Өфөлә «Мисс Лимония» һәм сәскә композициялары конкурсы үтте Өфөлә лимонлы күлдәктәр тәҡдим ителде. Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция барашында «Мисс Лимония» һәм сәскә композициялары конкурсы үтте. Сара Өфө лимонарийы ойошторолоуға 35 һәм Башҡортостандың беренсе урман хужалығы министры Марсель Абдуловтың тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам итеү өсөн хәйриә сараһы Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында көҙгө йәрминкә ойошторолдо. Унда белем усағының башланғыс класс уҡыусылары ҡатнашты. Балаларға ярҙамға ата-әсәләр ҙә ҡушылды, улар һатыу өсөн төрлө ҡамыр ризыҡтары әҙерләй, ҡулдан эшләнгән әйберҙәр килтерә. Муллыҡ байрамынан киләһе репортаж.

Өфөнөң Октябрь районында көҙгө уңыш йыйыуға арналған фестиваль үтте «Ҡашҡаҙан» паркында уҙғарылған йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, баҡсалағы йәшелсә, емеш-еләк, милли аш-һыу һатыуға сығарылды. Хәйриә сараһынан йыйылған аҡса махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреләсәк.

Башҡортостандың мәҙәни мираҫы объекттарын һаҡлана һәм популярлаштырыла Башҡаланың «АртКвадрат» киңлегендә «Боронғо Өфө» 6-сы тарихи фестивале үтте. Унда килеүселәр төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, уҡтан атыу буйынса мәргәнлектә ярышты. Бынан тыш, һөнәрселәр күргәҙмәһе ойошторолдо.

Башҡортостан ЮНЕСКО-ның Рәсәй геопарктар селтәре өсөн терәк майҙансыҡ була ала Был хаҡта «Торатау» геопаркының Бөтә донъя мираҫы статусын алыуға арналған матбуғат конференцияһында билдәле булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай ҡарар 6 сентябрҙә Чилиҙа ҡабул ителгәйне. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Торатау» республикала глобаль селтәргә ингән икенсе геопарк.

Иглин районы Үктәй ауылында заманса медицина учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылды Заманса модулле фельдшер акушерлыҡ пункты «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Яңы фаптың уңайлыҡтары менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты.

Рәсәйҙә пациенттар хәүефһеҙлеге һәм сәләмәтлек үҙәктәрен популярлаштырыу аҙналығы бара Ошондай үҙәктәрҙең береһе тәүгеләр иҫәбендә Башҡортостанда асылды. Өфөнөң 17-се ҡала клиник балалар дауаханаһында мәктәп уҡыусылары ҡыҫҡа ваҡыт эсендә комплекслы тикшереү үтеп, табиптан туҡланыу, хәрәкәт итеү әүҙемлеген коррекциялау буйынса кәңәш, профилле белгестәргә йүнәлтмә ала. Ай һайын сәләмәтлек үҙәге аша ярты меңдән ашыу бала үтә. Аҙналыҡтың маҡсаты - социаль әһәмиәтле ауырыуҙарҙы иҫкәртеү.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша төҙөкләндерелгән күпер 10 октябрҙә асыласаҡ Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Яңыртылған транспорт объекты Республика көнөнә әҙер буласаҡ. Көн тәртибендә Радий Хәбиров баш ҡалала реконструкция үткәрелгән Ленин паркы һәм Өфө районы Шмидтов ауылындағы мәктәп төҙөлөшө менән танышты.

Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында «Көҙгө кросс» үтте Балаларҙы спортҡа йәлеп итеү һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатында үткәрелгән ярышта Рәсәй чемпионатының көмөш һәм бронза призеры, лицейҙы 2020 йылда тамамлаусы Ғәҙел Булатов та ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә Искәндәровтар ғаиләһе алтын туйын билдәләне Ярты быуат бергә. Өфөлә йәшәүсе Флорида менән Әхмәт Искәндәровтар өсөн был йылдар шатлыҡ-ҡыуаныстар аша бергә атлаған юл. Уларҙың мөхәббәте ваҡыт һынауҙарын уңышлы үткән. Оло тормош юлынан бергә барған бәхетле ғаилә парын баш ҡаланың Киров районы ЗАГС-ында ла тәрбиркләнеләр

Шағирә Гөлкәй Исмәғилева әҙәбиәт һөйөүселәргә яңы шиғри йыйынтығын тәҡдим итте «Туҡтап торсо, Ваҡыт!» тип исемләнгән китаптың исем туйы Федоровка районы Батыр ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторолдо. Йыйынтыҡҡа шағирәнең һуңғы йылдарҙа ижад иткән шиғырҙары тупланған. Гөлкәй Исмәғилева сығышы менән Күгәрсен районынан, оҙаҡ йылдар Федоровка районында йәшәп ижад итә.

Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы «Башҡортостан - батырҙар төйәге». Салауат Кәримов авторлығында донъя күргән китаптың исем туйы уҙҙы. «Китап» нәшриәте магазинында ойошторолған кисәгә Салауат Ғайса улының ҡәләмдәштәре, хеҙмәттәштәре, мәктәп уҡыусылары йыйылды. Был авторҙың балалар өсөн яҙылған 7-се йыйынтығы.

БСТ | Яңылыҡтар - آمار و تحلیل کانال تلگرام @bashbst