fa
Feedback

فریب کلاهبرداران را نخورید! تل‌متریو این کانال‌ها را شناسایی و برچسب‌گذاری می‌کند 👉 برای مشاهده برچسب، اشتراک تهیه کنید

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

رفتن به کانال در Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

نمایش بیشتر
1 967
مشترکین
-124 ساعت
-37 روز
-1730 روز
آرشیو پست ها
Өфө урамдарындағы тәртипте Ситуация үҙәге көйләй Баш ҡала хакимиәте биләмәһендә урынлашҡан берҙәм система ғәҙәттән тыш хәл, урамдарҙы таҙартыу, юл тығындары менән бәйле оператив мәғлүмәтте туплай. 117 экран аша йыйылған мәғлүмәт нигеҙендә белгестәр иғтибар талап ителгән проблеманы тиҙ арала хәл итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллинаның туған телдәр буйынса репортажы иң яҡшыһы тип табылды БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә
БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллинаның туған телдәр буйынса репортажы иң яҡшыһы тип табылды БСТ каналы хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм унда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен үҫтереүҙе иң яҡшы яҡтыртыу конкурсында беренсе урын алды.

Чат-бот ярҙамында тағы ла бер иҫерек водитель ҡулға алынды Эскән ирҙең рулгә ултырыуын Ишембайҙан битараф булмаған кеше домофон камераһы аша күреп ҡала. Был хаҡта ул шунда уҡ дәүләт автоинспекторҙарына хәбәр итә. Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала урынға сығып, урамдарҙың береһендә автомобилде туҡтата. 31 йәшлек водитель медицина тикшереүе үтеүҙән баш тарта, бының өсөн уға административ протокол төҙөлә.

Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотланы Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписы пациенттарын Иҫке Яңы йыл байрамы менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Учреждение асылғандан алып, йыл ярым эсендә тәүлек әйләнәһенә эшләгән стационар аша ауыр, ҡатмарлы сирҙәрҙән яфаланған, паллиатив ярҙамға мохтаж 1 меңдән ашыу өлкән кеше һәм 200-гә яҡын бала үткән.

Башҡортостанда фатирҙа хайуандар һанын сикләргә тәҡдим итәләр Республика {өкүмәтендә ошондай ҡарар проекты әҙерләнгән. Уға яр
Башҡортостанда фатирҙа хайуандар һанын сикләргә тәҡдим итәләр Республика {өкүмәтендә ошондай ҡарар проекты әҙерләнгән. Уға ярашлы, торлаҡтың һәр 18 квадрат метрында бер эт, йә ике бесәйҙән артыҡ аҫрарға ярамай. Шулай уҡ эттәр урамда хужаһыҙ йөрөмәҫкә тейеш. Уларҙы приютҡа оҙатасаҡтар. Йәмәғәт транспортында эттәрҙең мотлаҡ бәйле һәм морондоҡло булыуы шарт.

2026 йылда Өфөлә Дәүләт циркы төҙөкләндерелә башлай Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә финанслау алған саҡта ҡатмарлыҡтар килеп тыумаһын өсөн эш проектын өйрәнергә ҡушты. Бынан тыш, ул республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға Рус драма театрын реконструкциялауҙы башлау өсөн аҡса бүлеү мәсьәләһен хәл итергә ҡушты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асыу тантанаһында ҡатнашырға йыйыныуы хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостанда һыу буйҙарында хәүефһеҙлеккә иғтибар арта Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 247 миллион һум тотоноу ҡаралған. 25
Башҡортостанда һыу буйҙарында хәүефһеҙлеккә иғтибар арта Программаны ғәмәлгә ашырыу өсөн 247 миллион һум тотоноу ҡаралған. 250 -нән ашыу пляж булдырыу мөмкинлеге бар. Башҡортостан рәсми йыһазландырылған һыу инеү урындары буйынса Волга буйы округы төбәктәре араһында беренсе урында. Беҙҙең республикала 174 пляж булдырылған.

Өфөлә Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙҙы Башҡортостанда йыл һайын Сергей Ғимаев кубогына хоккей буйынса турнир уҙа. Был хаҡта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. 1 ғинуарҙа легендар шәхескә 70 йәш тулған булыр ине. Сергей Ғимаев иҫтәлегенә арналған хәйриә матчы «Өфө-арена»ла үтте. Уйындың Башҡортостанда уҙыуы берҙә осраҡлы түгел, сөнки Сергей Наил улы хоккейҙағы тәүге аҙымдарын баш ҡалала башлай.

Өфөнөң сауҙа үҙәктәренең береһендә «Йәшел шәмбе» экологик акцияһы уҙҙы Сарала туҡыма ҡурсаҡтар, шәмдәр һәм ағастан картиналар эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Активистар кәрәкмәгән кейем-һалым ҡабул итте. Йыйылған әйберҙәр икенсел эшкәртеүгә ебәреләсәк, ә уларҙың бер өлөшө ғаиләләргә ярҙам итеү үҙәгенә тапшырыла.

Өфө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Әле Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары эш сәфәре менән Өфөлә. Улар төрлө йүнәлештә ижад итеүсе оҫталар менән осраша, баш ҡаланың һөнәрселек йүнәлешен баһалай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, юғары исемде биреү һорауы хәл ителәсәк.

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһендә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды. Таныҡлыҡ махсус хәрби операция ветерандарына тапшырыла, улар ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыласаҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылында дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек бермә-бер артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле төбәктә махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡырҡтан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр ведомство был исемлекте киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған. Резеда – табип. МХО
Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған. Резеда – табип. МХО зонаһында госпиталдә хирург ярҙамсыһы булып эшләй. Уның һиҙгер ҡулдары күп кенә яралыларҙы аяҡҡа баҫтыра, яугирҙар барыһы ла «Юна»ға ҙур бәхет теләй. Яңы йыл байрамдарында ысынлап та уға оло бәхет килә. Илья менән Резеданың улдары 6 ғинуарҙа Иҫәнғол ауылында донъяға килгән. Бәпескә ата-әсәһе Арсений тип исем ҡушҡан. Ғаиләлә тағы ла Искәндәр һәм Илнария исемле балалар тәрбиәләнә. Сабыйҙар ҡустыһы тыуыуына һәм, әлбиттә, әсәһенең өйҙә булыуына бик шат.

2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ и
2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ июль айында тәүлектәге уртаса температура буйынса рекорд теркәлгән. Синоптиктар фаразлауынса 2025 йыл да эҫе була, әммә температура буйынса үтә юғары күрһәткестәр көтөлмәй.

Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортос
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортостан йыйылма командаһы турнир һөҙөмтәһе буйынса алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси беренселектә Өфөнән Полина Перетятько көмөш миҙал алды, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.

Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, рес
Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, республика шифаханаларында ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Төбәктең һаулыҡты нығытыу үҙәктәрендә быйыл йәй 66 меңгә яҡын кеше булған. Ҡойо, геотермаль газ һәм ҡымыҙ ярҙамында дауаланыу иң популяр йүнәлештәр.

Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 105 йәшлек юбилейын ҡаршыланы Матур ғүмер байрамы менән уны мәктәп уҡыусылары һәм БЮТ ижади төркөмө тәбрикләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.

Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы 13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы 13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика журналистарын ҡотланы. Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға.

БСТ | Яңылыҡтар - آمار و تحلیل کانال تلگرام @bashbst