ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 019
订阅者
无数据24 小时
-37
-1030
帖子存档
Өфө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» статусын алыуға дәғүә итә Был турала баш ҡала хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында хәбәр ителде. Әле Бөтә донъя һөнәрселек советының жюри ағзалары эш сәфәре менән Өфөлә. Улар төрлө йүнәлештә ижад итеүсе оҫталар менән осраша, баш ҡаланың һөнәрселек йүнәлешен баһалай. Уның һөҙөмтәләре буйынса, юғары исемде биреү һорауы хәл ителәсәк.

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды Бөгөн «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан бүлексәһендә махсус хәрби операция ветерандарына таныҡлыҡ һәм Шайморатов миҙалы тапшырылды. Таныҡлыҡ махсус хәрби операция ветерандарына тапшырыла, улар ауыр йәрәхәттәр алғандан һуң сәләмәтлек торошо буйынса хәрби хеҙмәттән азат ителгән.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары арттырыласаҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылында дәүләт тарафынан күрһәтелгән хәстәрлек бермә-бер артасаҡ. Был турала Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Әле төбәктә махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың яҡындарына ҡырҡтан ашыу ярҙам төрө күрһәтелә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәр ведомство был исемлекте киңәйтеүгә үҙ өлөшөн индерергә бурыслы.

Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған. Резеда – табип. МХО
Ейәнсурала МХО яугиры әсәй булған Ейәнсура районынан МХО-ла ҡатнашҡан «Юна» позывнойлы яугир әсәй булған. Резеда – табип. МХО зонаһында госпиталдә хирург ярҙамсыһы булып эшләй. Уның һиҙгер ҡулдары күп кенә яралыларҙы аяҡҡа баҫтыра, яугирҙар барыһы ла «Юна»ға ҙур бәхет теләй. Яңы йыл байрамдарында ысынлап та уға оло бәхет килә. Илья менән Резеданың улдары 6 ғинуарҙа Иҫәнғол ауылында донъяға килгән. Бәпескә ата-әсәһе Арсений тип исем ҡушҡан. Ғаиләлә тағы ла Искәндәр һәм Илнария исемле балалар тәрбиәләнә. Сабыйҙар ҡустыһы тыуыуына һәм, әлбиттә, әсәһенең өйҙә булыуына бик шат.

2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ и
2024 йыл метеокүҙәтеүҙәр тарихында иң эҫе йыл тип танылды Ҡыш, яҙ һәм йәй айҙары төньяҡ ярымшарҙа үтә йылы булған. Шулай уҡ июль айында тәүлектәге уртаса температура буйынса рекорд теркәлгән. Синоптиктар фаразлауынса 2025 йыл да эҫе була, әммә температура буйынса үтә юғары күрһәткестәр көтөлмәй.

Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортос
Башҡортостан йәш фехтование оҫталары Ҡазанда Рәсәй турнирында еңеү яуланы Унда 15 йәшкә тиклемге кадеттар ҡатнашты. Башҡортостан йыйылма командаһы турнир һөҙөмтәһе буйынса алтын миҙалдарға лайыҡ булды. Шулай уҡ шәхси беренселектә Өфөнән Полина Перетятько көмөш миҙал алды, тип хәбәр итәләр Республика спорт министрлығынан.

Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, рес
Башҡортостан шифаханаларына ихтыяж арта Вице-премьер-Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская белдереүенсә, республика шифаханаларында ял итеүселәр һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғылар иҫәбендә. Төбәктең һаулыҡты нығытыу үҙәктәрендә быйыл йәй 66 меңгә яҡын кеше булған. Ҡойо, геотермаль газ һәм ҡымыҙ ярҙамында дауаланыу иң популяр йүнәлештәр.

Өфөнән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Фәтихова 105 йәшлек юбилейын ҡаршыланы Матур ғүмер байрамы менән уны мәктәп уҡыусылары һәм БЮТ ижади төркөмө тәбрикләне. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар Академик, иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Өфөлә күренекле ғалим Мазһар Иҫәнбаев менән хушлаштылар. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре 89-сы йәшендә вафат булды. Һуңғы көндәренә тиклем Мазһар Насип улы Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында эшләй. Ул Башҡортостандың иҡтисади һәм социаль үҫешенең төп йүнәлештәрен әҙерләүгә ҙур өлөш индерә.

Өфөлә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды Яңы йылды ғаилә менән ҡаршылап йәнә алғы һыҙыҡҡа. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең сираттағы төркөмө Донбассҡа юлланды. Ғәҙәттәгесә, үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Ватан һаҡсылары отпускты башлыса өйҙә, яҡындары менән үткәрә, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.

Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы 13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары
Радий Хәбиров Башҡортостан журналистарын Рәсәй матбуғаты көнө менән ҡотланы 13 ғинуарҙа журналистар һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын – Рәсәй матбуғаты көнөн билдәләй. Ошо байрам айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика журналистарын ҡотланы. Башҡортостандың дәүләт киң мәғлүмәт сараларында ғына 2,5 меңдән ашыу кеше эшләй. Республикала гәзит-журналдар 6 телдә сыға.

Өфөнөң Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә Ул Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 147-се мәктәп янында урынлаша. Баш ҡаланың О
Өфөнөң Нуғай ауылында яңы балалар баҡсаһы төҙөлә Ул Еңеүҙең 65 йыллығы урамында, 147-се мәктәп янында урынлаша. Баш ҡаланың Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр иткән. “Был объект ҙур әһәмиәткә эйә. Район тиҙ үҫә, белем һәм тәрбиә биреү учреждениеларына ихтыяж арта. Эштәр быйыл башлана. Төҙөлөштө контролдә тотасаҡмын”, - тип яҙған хакимиәт башлығы.

Рәсәйҙә апрелдә социаль пенсия индексациялана Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин ошо турала белдерҙе. Социаль пенсия 14,75
Рәсәйҙә апрелдә социаль пенсия индексациялана Дәүләт Думаһы депутаты Никита Чаплин ошо турала белдерҙе. Социаль пенсия 14,75 процентҡа арта тине ул. Уның һүҙҙәренсә, илдә йыл аҙағына тиклем уртаса түләүҙәр 15 мең 456 һум була. Социаль фонд башлығы Сергей Чирков белдереүенсә, Рәсәйҙә 42 миллиондан ашыу кеше пенсия ала.

Өфөлә 2025 йылда йәрминкә уҙғарыу урындары билдәләнде Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашл
Өфөлә 2025 йылда йәрминкә уҙғарыу урындары билдәләнде Хакимиәт башлығы Ратмир Мәүлиев тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, сауҙа майҙансыҡтары ҡаланың һәр районында була. Ҡышын һәм март айында ит йәрминкәләре ойошторола. Апрелдән июнгә тиклем халыҡҡа баҡса эштәре өсөн кәрәк-яраҡ тәҡдим ителә. Шулай уҡ еләк, бал менән сауҙа ҡаралған. Көҙгө айҙарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре була.

«Торатау» геопаркында тәүге тапҡыр ат сабышы буйынса турнир үтте Мәртәбәле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған һыбайлылар ҡатнашты. Турнир сиктәрендә ылаҡ, уҡтан атыу буйынса ярыш уҙғарылды, ҡунаҡтар өсөн йәрминкә һәм концерт ойошторолдо. Тулыраҡ мәғлүмәт киләҙе яҙмала.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте Иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Мазһар Иҫәнбаев арабыҙҙан китте. Мазһар Насип улы 1936 йылда Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1963 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй. Мәрхүм менән хушлашыу 12 ғинуарҙа көндөҙгә сәғәт 1-ҙә Октябрь проспекты, 71 адресы буйынса Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгендә үтәсәк.

Өфөлә туған телдәр буйынса республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде Интеллектуаль бәйге Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 9-11 класс уҡыусылары араһында барҙы. Йәмғеһе 141 үҫмер татар, сыуаш, мари, удмурт һәм мордва теле һәм әҙәбиәте буйынса белемен һынаны. Олимпиадала балаларҙың яҙма һәм телмәр оҫталығы баһаланды. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназия-интернатында уҙған еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһында финалистарҙы Мәғариф һәм фән министрлығы, Хөкүмәт вәкилдәре сәләмләп, бүләктәр тапшырҙы.

Бөрө ҡалаһында бишенсе тапҡыр «Бөрө билмәндәре» аш-һыу фестивале үтте Был юлы ул 8 билмән етештереүсене һәм меңдән ашыу ҡунаҡты бер майҙанға йыйҙы. Бөрө ҡалаһы брендтарының береһенә әйләнгән сара был юлы башҡа район туристарын да күпләп йәлеп итте.

Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә Шаран районы халҡы махсус хәрби операцияға ярҙам итеүен дауам итә. Әйтәйек, Дүртөйлө ауылындағы ирекмәндәр штабы 2022 йылдың мартынан бирле эшләй. Яҡташ яугирҙарыбыҙ өсөн улар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре яһай, туҡмас ҡырҡа, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләй. Был уларҙың йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған эштең бер өлөшө генә.

Өфөлә «Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ» хәйриә концерты үтте Тыуған илгә хыянат итмәйбеҙ. Республика быйылғы мәҙәни саралар программаһын бөгөн «Башҡортостан» концерт залында ошондай исем аҫтындағы хәйриә концерты менән башлап ебәрҙе. Һәм был осраҡлы түгел. 2025 йыл Рәсәйҙә-Ватан һаҡсылары, ә Башҡортостанда-махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Хәйриә концерты Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рәмил Баҙамшин тарафынан ойошторолған. Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған саранан