fa
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

رفتن به کانال در Telegram
612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-77 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале башланды
+8
Баймаҡ районында "Башҡорт аты" фестивале башланды

Күптәр үҙен социаль селтәрҙәрҙә "Башҡорт хужабикәһе" итеп танытҡан Миләүшәне әрләй, тәнҡитләй, хурлай (үҙҙәре ҡарай😉), уға алмашҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын шул тиклем итәғәтле, тыйнаҡ, оҫта итеп танытҡан шәп блогерҙар күп. Ябай башҡорт ауылындағы тормошто шул тиклем ысын, тәмле, зауыҡлы итеп сағылдырған ошо блогер менән һеҙ танышмы? https://vk.com/wall-230251780_7216

Был ҡоралдар нисек атала, кем белә? "Башҡорт ауылында тормош" фотоһы
Был ҡоралдар нисек атала, кем белә? "Башҡорт ауылында тормош" фотоһы

📌 Йылдың иң сағыу сараларының береһенә - "Башҡорт аты" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ҡарарға әҙерһегеҙме? Бөгөн
+2
📌 Йылдың иң сағыу сараларының береһенә - "Башҡорт аты" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ҡарарға әҙерһегеҙме?
Бөгөн сәм, дәрт, таһыллыҡ һәм аттарға сикһеҙ һөйөүегеҙҙе сағылдыра торған көн.
Кем үҙе бара алманы, сара тураһында беҙҙең төркөм яңылыҡтарын күҙәтерһегеҙ😉

Иртәләр шулай һәүетемсә генә башланһын! 🥰
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының мәшәҡәттәре - үҙе бер тормош йәме бит ул. Видео: Лилиә Ханова.

Ян Лиранан моңло бүләк

📌Башҡортостан тәбиғәтен, айырыуса Белорет районын үҙенең фотоһүрәттәрендә мәңгеләштерергә яратҡан Елена Перминованың кадрҙар
+1
📌Башҡортостан тәбиғәтен, айырыуса Белорет районын үҙенең фотоһүрәттәрендә мәңгеләштерергә яратҡан Елена Перминованың кадрҙарының береһенә табышын мытҡып тотҡан төйлөгән эләккән. Ни әйтерһең, мөғжизә!🔥

Йәйге йылы - баллы кәрәҙҙә...
Именлек теләйбеҙ!

Элекке әйберҙәр хәтер менән ҡиммәтле...
+3
Элекке әйберҙәр хәтер менән ҡиммәтле...

📌Бөгөн сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ҡотлайбыҙ! Ул 1955 йылдың 3 сентябрендә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләй һәм йәшәй. Асия Солтан ҡыҙын беҙ тәүгеләрҙән булып башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына иғтибарҙы һәм сәсәнлек мәктәбен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе тип беләбеҙ. 2017 йылда күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн ул «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды. 📽Видео: Асия Ғәйнуллина һөйләүендә "Аҡһаҡ ҡола" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын тыңларға тәҡдим итәбеҙ.

Хәйерле көн!☀ Был ғүмер юлын Ҡояш кеүек яҡты нур ҡалдырып үтергә булһын!
Хәйерле көн!☀ Был ғүмер юлын Ҡояш кеүек яҡты нур ҡалдырып үтергә булһын!

Алиса Жумағәлиеваның яңы йыры. Зумерҙар белмәй, әммә өлкәнерәктәр хәтерләй Сәғиҙулланың был йырын, эйеме?

Башҡорттар Пекинда башҡорт мәҙәниәтен күрһәтә! Арыҫлан Оморҙаҡов видеоһы.
+2
Башҡорттар Пекинда башҡорт мәҙәниәтен күрһәтә! Арыҫлан Оморҙаҡов видеоһы.

📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының мәғәнәләре тураһында ғалим Зәкирйән Әминевтың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған интервьюһ
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының мәғәнәләре тураһында ғалим Зәкирйән Әминевтың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған интервьюһын ҡуйғас, ҡайһы берҙәр бик аңлап етмәнек тигәйне. Шуға ғалимдың "Ватандаш" журналында рус телендә баҫыла башлаған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
"Урал батыр" эпосында нимәләр тураһында һүҙ бара?
Мәҡәләне ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Дауамы буласаҡ. https://vatandash.ru/articles/filosofiya-/2025-08-26/o-chem-povestvuet-epos-ural-batyr-4361742

Йәйҙең йәмле мәлдәрен һағына башламанығыҙмы әле?☘ Уңышлы көндәр! Фото: Елена Перминова.
+5
Йәйҙең йәмле мәлдәрен һағына башламанығыҙмы әле?☘
Уңышлы көндәр! Фото: Елена Перминова.

Бөгөн беренсегә мәктәпкә барыусыларҙың араһында әртис балалары ла күп икән. Кемдәрҙе танынығыҙ?
+6
Бөгөн беренсегә мәктәпкә барыусыларҙың араһында әртис балалары ла күп икән. Кемдәрҙе танынығыҙ?

Берәү килеп миңә әгәр әйтһә, "Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп. Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн, Ҡайтыр инем сабып - югереп. Һөйләр и
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә, "Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп. Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн, Ҡайтыр инем сабып - югереп. Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды, Һөйөр инем үбеп биттәренән. Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып, Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән. Тик булмай шул .... Мәңгелеккә инде, Улар йылдар аша йырағая. Төштәремдә генә инәй һөйә, Атай миңә ҡарап йылмая. Берәү килеп миңә әгәр әйтһә: "Ҙур бүләгең нимә уларға"? Ҙур бүләгем доғаларым аша, Инһен тиеп улар ожмахҡа. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)

📌Көҙҙөң беренсе айы донъя тарихында иң ҡайғылы һәм иң шатлыҡлы көндәре менән билдәле. Ҡайғылы, сөнки 1939 йылдың 1 сентябрен
+2
📌Көҙҙөң беренсе айы донъя тарихында иң ҡайғылы һәм иң шатлыҡлы көндәре менән билдәле. Ҡайғылы, сөнки 1939 йылдың 1 сентябрендә иң ҡанҡойошло һуғыш - Икенсе донъя һуғышы башлана. Шатлыҡлы, сөнки бынан нәҡ 80 йыл элек 2 сентябрҙә, 6 йыл да 1 көн дауам итеп, был афәт туҡтатыла. Советтар Союзында Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙы 3 сентябрҙә билдәләйҙәр. Тәүге ике йылда был ял көнө була.

Хөрмәтле төркөмдәштәр! Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрам менән тәбрикләйбеҙ! Белем тауҙарына артылғанда еңеллек теләйбеҙ. 🎈
Хөрмәтле төркөмдәштәр! Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрам менән тәбрикләйбеҙ! Белем тауҙарына артылғанда еңеллек теләйбеҙ. 🎈