612
Suscriptores
Sin datos24 horas
-77 días
-830 días
Archivo de publicaciones
Repost from ХАЛЫҠ АРБАҺЫ - НАРОДНАЯ ТЕЛЕГА
Күптәр үҙен социаль селтәрҙәрҙә "Башҡорт хужабикәһе" итеп танытҡан Миләүшәне әрләй, тәнҡитләй, хурлай (үҙҙәре ҡарай😉), уға алмашҡа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын шул тиклем итәғәтле, тыйнаҡ, оҫта итеп танытҡан шәп блогерҙар күп. Ябай башҡорт ауылындағы тормошто шул тиклем ысын, тәмле, зауыҡлы итеп сағылдырған ошо блогер менән һеҙ танышмы?
https://vk.com/wall-230251780_7216
+2
📌 Йылдың иң сағыу сараларының береһенә - "Башҡорт аты" Халыҡ-ара башҡорт тоҡомло аттар фестивален ҡарарға әҙерһегеҙме?
Бөгөн сәм, дәрт, таһыллыҡ һәм аттарға сикһеҙ һөйөүегеҙҙе сағылдыра торған көн.Кем үҙе бара алманы, сара тураһында беҙҙең төркөм яңылыҡтарын күҙәтерһегеҙ😉
Иртәләр шулай һәүетемсә генә башланһын! 🥰Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының мәшәҡәттәре - үҙе бер тормош йәме бит ул. Видео: Лилиә Ханова.
+1
📌Башҡортостан тәбиғәтен, айырыуса Белорет районын үҙенең фотоһүрәттәрендә мәңгеләштерергә яратҡан Елена Перминованың кадрҙарының береһенә табышын мытҡып тотҡан төйлөгән эләккән.
Ни әйтерһең, мөғжизә!🔥
📌Бөгөн сәсәниә, фольклорсы, Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллина үҙенең күркәм ғүмер байрамын билдәләй. Ҡотлайбыҙ!
Ул 1955 йылдың 3 сентябрендә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған. Оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһында эшләй һәм йәшәй.
Асия Солтан ҡыҙын беҙ тәүгеләрҙән булып башҡорт милли кейемдәрен тергеҙеүсе, халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадына иғтибарҙы һәм сәсәнлек мәктәбен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе тип беләбеҙ.
2017 йылда күп йыллыҡ уңышлы хеҙмәте өсөн ул «Традицион халыҡ мәҙәниәте» номинацияһында Рәсәй Федерацияһының «Рәсәй күңеле» премияһына лайыҡ булды.
📽Видео: Асия Ғәйнуллина һөйләүендә "Аҡһаҡ ҡола" башҡорт халыҡ эпосының бер вариантын тыңларға тәҡдим итәбеҙ.
Алиса Жумағәлиеваның яңы йыры. Зумерҙар белмәй, әммә өлкәнерәктәр хәтерләй Сәғиҙулланың был йырын, эйеме?
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының мәғәнәләре тураһында ғалим Зәкирйән Әминевтың "Киске Өфө" гәзитендә баҫылған интервьюһын ҡуйғас, ҡайһы берҙәр бик аңлап етмәнек тигәйне.
Шуға ғалимдың "Ватандаш" журналында рус телендә баҫыла башлаған мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ.
"Урал батыр" эпосында нимәләр тураһында һүҙ бара?Мәҡәләне ошо һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ. Дауамы буласаҡ. https://vatandash.ru/articles/filosofiya-/2025-08-26/o-chem-povestvuet-epos-ural-batyr-4361742
+5
Йәйҙең йәмле мәлдәрен һағына башламанығыҙмы әле?☘Уңышлы көндәр! Фото: Елена Перминова.
+6
Бөгөн беренсегә мәктәпкә барыусыларҙың араһында әртис балалары ла күп икән. Кемдәрҙе танынығыҙ?
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә,
"Атай - инәйеңдәр иҫән"-тиеп.
Бер минутҡа ҡабат күрер өсөн,
Ҡайтыр инем сабып - югереп.
Һөйләр инем барлыҡ шатлығымды,
Һөйөр инем үбеп биттәренән.
Йөрөр инем ялан тәпәй баҫып,
Бала саҡтың яҡты эҙҙәренән.
Тик булмай шул ....
Мәңгелеккә инде,
Улар йылдар аша йырағая.
Төштәремдә генә инәй һөйә,
Атай миңә ҡарап йылмая.
Берәү килеп миңә әгәр әйтһә:
"Ҙур бүләгең нимә уларға"?
Ҙур бүләгем доғаларым аша,
Инһен тиеп улар ожмахҡа.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
+2
📌Көҙҙөң беренсе айы донъя тарихында иң ҡайғылы һәм иң шатлыҡлы көндәре менән билдәле.
Ҡайғылы, сөнки 1939 йылдың 1 сентябрендә иң ҡанҡойошло һуғыш - Икенсе донъя һуғышы башлана.
Шатлыҡлы, сөнки бынан нәҡ 80 йыл элек 2 сентябрҙә, 6 йыл да 1 көн дауам итеп, был афәт туҡтатыла.
Советтар Союзында Икенсе донъя һуғышы тамамланыуҙы 3 сентябрҙә билдәләйҙәр. Тәүге ике йылда был ял көнө була.
Хөрмәтле төркөмдәштәр!
Барығыҙҙы ла бөгөнгө матур байрам менән тәбрикләйбеҙ!
Белем тауҙарына артылғанда еңеллек теләйбеҙ. 🎈
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
