612
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
📌Кисә Өфө районында Айрат Ҡобағошов исемендәге Башҡорт халыҡ ҡоралдарында уйнаусыларҙың асыҡ район конкурсы үтте.
Унда яңғыҙ һәм ансамбль менән дә сығыш яһағандар.
✅ Икенсе тапҡыр үткәрелгән конкурста Баҡалы районының Н. Асанбаев исемендәге Мәҙәниәт һарайы шөғөлләнеүсеһе Азамат Ханнанов Гран-при яулаған.
⚡Видеола иғтибарығыҙға Баҡалы районы йондоҙҙарының сығышын тәҡдим итәбеҙ. Улар араһында ҙур уңышҡа өлгәшкән йәш ҡурайсы Азамат Ханнанов та бар.
+4
Ирәндек һыртынан асылған күренештәр.
📍Баймаҡ районы, Байыш ауылы.
Фото: Фәрит Нәбиуллин.
⭐Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө (День ПВО) бөгөн. Ватаныбыҙҙың һауа киңлеген һаҡлау кеүек бик мөһим бурыстарҙың береһен үтәгән был хәрбиҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләйбеҙ.
Һеҙ булғанға беҙ аяҙ Күк йөҙө аҫтында, тыныс тормошта йәшәйбеҙ.МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта ла, тәрән тылда ла тәүлек әйләнәһенә тыныслығыбыҙ һағында торған яугирҙарға иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм ғаилә именлеге, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. 🌹
“Донъяуи һәм рухиәт кимәлендәге ҡараштар була. Донъяуи ҡараштан - юғары технологиялар, Руслан Север, донъя кимәлендә билдәле тауыш режиссураһы мәккәһендә сыҡты, беҙҙең тәжрибә ярҙам иткәндер. Ул – билдәле нәмә. Әммә рухи күҙлектән – бөтә нәмәне паровоз һымаҡ үҙ артынан “Урал батыр” һөйрәй”, -ти AY YOLA төркөмө ағзаһы, билдәле йырсы Ринат Рамаҙанов. “Һомай” йыры менән бар донъяға билдәлелек яулаған төркөмдөң ижад юлы, уңыш сере һәм башҡа бик фәһемле темаларға һөйләшеүҙе “Бишбармаҡ-шоу” тапшырыуында ҡарағыҙ! https://vk.com/video-38277591_456239520
🚂 «Еңеү паровозы" быйыл Башҡортостандың ике ҡалаһында туҡтала.
Боронғо поезд бер аҙна эсендә Башҡортостан, Татарстан, Мордовия республикалары, Һамар, Пенза һәм Ульяновск өлкәләренең ҙур ҡалаларына туҡталып, 3 мең км юл үтәсәк.
Поезд составында автомобиль-амфибия, ауыр бронетехника, уникаль атыш ҡоралдары үрнәктәре һәм "Үлемһеҙ полк" вагондары күрһәтелгән 9 платформа була.
📍 Өфөлә "Еңеү паровозы" 29 апрелдә сәғәт 9:30-ҙан 12:30-ға тиклем туҡтала.
📍 Стәрлетамаҡта киске сәғәт 18:50-гә барып етеп, сәғәт 21:30-ға тиклем торасаҡ.
Һалдат бутҡаһы ашап ҡарарға, Георгий таҫмаһы алырға, күргәҙмәләрҙе ҡарарға мөмкин, балалар лазертаг уйнай ала.
📌 Элвин Грей ҡурайға рәхмәтле
Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Юльяҡшин (Элвин Грей) Әлмәттәге төрки уйын ҡоралдары күргәҙмәһендә булған. Һәм башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы - ҡурайҙа уйнап күрһәткән.
"Минең ижади юлым микрофондан түгел, ә башҡорт ҡурайынан башланыуын бик һирәктәр белә. Нәҡ ул миңә музыка донъяһына юл күрһәтте. Күреүегеҙсә, оҫталығымды юғалтмағанмын әле",- тип яҙған йырсы социаль селтәрҙәрендә һәм ошо видеоны урынлаштырған.
Тауҙар кешеләр шикелле...
Хәйерле ял минуттары, дуҫтар! 💟
📍 Сусаҡтау, Әлшәй районы.
Фото: Елена Доган.
Бынан да ҡыҙығыраҡ видео тапмаҫһығыҙ, бәлки, бөгөн 😁
Башҡорт бейеүе хәрәкәттәре төрлө аяҡ кейеме кейгәндә нисегерәк?Ф. Ғәскәров ансамбле бейеүсеһе Хәбир Аралбаев быны асыҡлаған 😎
💥Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө уңыйынан Евразия күсмә цивилизациялар музейы Шишмә районы башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт милли кейемдәрендә фото төшөргә саҡыра.
⏰Ҡасан: 16-17-18 апрель.
📍Ҡайҙа: Евразия күсмә цивилизациялар музейының “Турахан” визит-үҙәге.
💯Нимә көтә: боронғоса итеп тегелгән ирҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн башҡорт милли кейемдәрен кейеп, БУШЛАЙ фотоға төшөргә мөмкин.
Был исемлекте дауам итәйек!💟Комментарийҙарҙа яҙығыҙ, һеҙҙеңсә Башҡортостанда тағы ниндәй иң матур урындар бар?
+3
🚀Космонавтика көнө менән!🚀1961 йылда кеше тәүге тапҡыр космосҡа оса. Юрий Гагарин тураһында белмәгән кеше юҡтыр. 🚀Ә бына Башҡортостандан да космонавт барлығын белә инегеҙме? 🟡 Әлшәй районы Никифар ауылында тыуған Урал Нәжиб улы Солтанов 48 самолет һәм уларҙың модификацияларында 4000 сәғәттән ашыу осош яһаған 1-се класлы лётчик-һынаусы һәм “Буран" орбиталь карабында йыһанға осорға әҙерҙәнә, әммә илдәге хәлдәргә бәйле йыһанға эләкмәй. 🟡Өфө урамдарының береһенә һәм Балалар ижады йортона исеме бирелгән космонавт Владимир Комаровтың ҡатыны Валентина яҡташыбыҙ булған. Шуға улар Башҡортостанға һәм Өфөгә йыш килеп йөрөгән, космонавт хатта 1965 йылда Дуҫлыҡ монументын асыуҙа ҡатнаша. 🟡Ә бөгөн йыһанға башҡорт балы оса. Был файҙалы аҙыҡты космонавтар бик яратып ашай. 🚀Космонавт булыр өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк? Быны һүрәттәге инструкцияны уҡып белегеҙ😉
Хәйерле ял минуттары, дуҫтар! 💟
Видео: Ян Лира башҡарыуында Илшат Яппаров репертуарынан матур йыр.
+2
📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса спектакль ҡуйыла.
🎭Яңы спектаклдең режиссеры БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева.
"Аҡбуҙат" эпосы Аҡбуҙатты һәм Урал батыр ҡылысын эҙләп, Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшкән Һәүбән, уның батырлыҡтары тураһында бәйән итә. ⚡Спектаклдең премьераһы 19 июндә сәғәт киске 7-лә көтөлә. ✅ Ул башҡорт телендә уйнала, рус теленә синхрон тәржемә эшләйәсәктәр.
+2
📌 Республика Хәрби Дан музейында "Хәтерләүе лә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай" тигән сара ойошторолған. Ул Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған.
✅ Был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан булдырылған.
🕊️1945 йылдың тап 11 апрелендә Бухенвальд концлагеры тотҡондары күмәкләп ҡаршылыҡ күрһәтә. Был күтәрелештең дүрт етәксеһенең береһе Башҡортостандың Архангел районы кешеһе, подполковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров була.✅ Музейҙа үткән сараға хәрбиҙәр саҡырылған. Улар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары менән осрашҡан, 116-сы мәктәп һәм Million Voices вокал ансамбле уҡыусылары сығыш яһаған.
Балаларға фотодокументтар күрһәтелгән, концлагерҙар тарихын һөйләгәндәр һәм һуғыш осоро йырҙарын башҡарғандар. Береһе лә битараф ҡалмаған.
+9
📌 Мейәс ҡалаһында Эмма Тимерғазина исемендәге "Урал гүзәле" конкурсының беренсе һайлап алыу туры үткән.
💟Халыҡ ижады йортонда 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәткән.
💟Улар башҡортса шиғыр һәм әкиәт һөйләгән, башҡорт халыҡ йыр-бейеүен башҡарған.
💟Финалға үткән ҡыҙҙар октябрҙә Силәбе ҡалаһында ойоштороласаҡ конкурсҡа саҡырылған.
Бына шундай гүзәл башҡорт ҡыҙҙары үҫә Силәбелә😍
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
