ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
612
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-57 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
Был исемлекте дауам итәйек!
💟Комментарийҙарҙа яҙығыҙ, һеҙҙеңсә Башҡортостанда тағы ниндәй иң матур урындар бар?

Әбйәлилдәр ысынлап шулай һөйләшәме? Видео: "Теге ней" төркөмөнән.

Ырыуҙарҙы барлайыҡ: комментарийҙа яҙ! 😉

🚀Космонавтика көнө менән! 🚀1961 йылда кеше тәүге тапҡыр космосҡа оса. Юрий Гагарин тураһында белмәгән кеше юҡтыр. 🚀Ә бына
+3
🚀Космонавтика көнө менән!
🚀1961 йылда кеше тәүге тапҡыр космосҡа оса. Юрий Гагарин тураһында белмәгән кеше юҡтыр. 🚀Ә бына Башҡортостандан да космонавт барлығын белә инегеҙме? 🟡 Әлшәй районы Никифар ауылында тыуған Урал Нәжиб улы Солтанов 48 самолет һәм уларҙың модификацияларында 4000 сәғәттән ашыу осош яһаған 1-се класлы лётчик-һынаусы һәм “Буран" орбиталь карабында йыһанға осорға әҙерҙәнә, әммә илдәге хәлдәргә бәйле йыһанға эләкмәй. 🟡Өфө урамдарының береһенә һәм Балалар ижады йортона исеме бирелгән космонавт Владимир Комаровтың ҡатыны Валентина яҡташыбыҙ булған. Шуға улар Башҡортостанға һәм Өфөгә йыш килеп йөрөгән, космонавт хатта 1965 йылда Дуҫлыҡ монументын асыуҙа ҡатнаша. 🟡Ә бөгөн йыһанға башҡорт балы оса. Был файҙалы аҙыҡты космонавтар бик яратып ашай. 🚀Космонавт булыр өсөн ниндәй талаптарҙы үтәргә кәрәк? Быны һүрәттәге инструкцияны уҡып белегеҙ😉

Ике ҡыҙым - пар ҡанатым 💟 Хәйерле шәмбе көнө! ☀️ Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.
Ике ҡыҙым - пар ҡанатым 💟 Хәйерле шәмбе көнө! ☀️ Фото: Гөлсөм Хөсәйенова.

Хәйерле ял минуттары, дуҫтар! 💟 Видео: Ян Лира башҡарыуында Илшат Яппаров репертуарынан матур йыр.

📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса спектакль ҡуйыла. 🎭Яңы спектаклдең режисс
+2
📌М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Аҡбуҙат" башҡорт халыҡ эпосы буйынса спектакль ҡуйыла. 🎭Яңы спектаклдең режиссеры БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илсур Ҡаҙаҡбаев, инсценировка авторы - Зөһрә Бураҡаева.
"Аҡбуҙат" эпосы Аҡбуҙатты һәм Урал батыр ҡылысын эҙләп, Шүлгәндең һыу аҫты батшалығына төшкән Һәүбән, уның батырлыҡтары тураһында бәйән итә.
 ⚡Спектаклдең премьераһы 19 июндә сәғәт киске 7-лә көтөлә. ✅ Ул башҡорт телендә уйнала, рус теленә синхрон тәржемә эшләйәсәктәр.

📌 Республика Хәрби Дан музейында "Хәтерләүе лә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай" тигән сара ойошторолған. Ул Халыҡ-ара фашист ко
+2
📌 Республика Хәрби Дан музейында "Хәтерләүе лә ҡурҡыныс, оноторға ла ярамай" тигән сара ойошторолған. Ул Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөнә арналған. ✅ Был көн Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан булдырылған.
🕊️1945 йылдың тап 11 апрелендә Бухенвальд концлагеры тотҡондары күмәкләп ҡаршылыҡ күрһәтә. Был күтәрелештең дүрт етәксеһенең береһе Башҡортостандың Архангел районы кешеһе, подполковник Баҡый Ғатаулла улы Нәзиров була.
✅ Музейҙа үткән сараға хәрбиҙәр саҡырылған. Улар Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттары менән осрашҡан, 116-сы мәктәп һәм Million Voices вокал ансамбле уҡыусылары сығыш яһаған.
Балаларға фотодокументтар күрһәтелгән, концлагерҙар тарихын һөйләгәндәр һәм һуғыш осоро йырҙарын башҡарғандар. Береһе лә битараф ҡалмаған.

📌 Мейәс ҡалаһында Эмма Тимерғазина исемендәге "Урал гүзәле" конкурсының беренсе һайлап алыу туры үткән. 💟Халыҡ ижады йортон
+9
📌 Мейәс ҡалаһында Эмма Тимерғазина исемендәге "Урал гүзәле" конкурсының беренсе һайлап алыу туры үткән. 💟Халыҡ ижады йортонда 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар һәләттәрен күрһәткән. 💟Улар башҡортса шиғыр һәм әкиәт һөйләгән, башҡорт халыҡ йыр-бейеүен башҡарған. 💟Финалға үткән ҡыҙҙар октябрҙә Силәбе ҡалаһында ойоштороласаҡ конкурсҡа саҡырылған. Бына шундай гүзәл башҡорт ҡыҙҙары үҫә Силәбелә😍

📌 Дамир Тайыповтың Башҡортостан Гимнын волейбол турнирында башҡарыуын "Юлдаш" радиоһы төшөрөп алған. Йырсы "Йондоҙҙар командаһы" составында еңеү яулаған. ❓Ә һеҙ гимн һүҙҙәрен яттан беләһегеҙме?

Өфөлә хәлдәр шулай. Ә һеҙҙә? Видео: Кәримә Аралбаева.

Изге йома мөбәрәк булһын!💟
Изге йома мөбәрәк булһын!💟

📌 Март айында Башҡортостан Милли музейында БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың "Емеш" тип аталған күргәҙмәһе ойошторолғайны. Бында рәссамдың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева әҫәрҙәренән илһам алып ижад иткән картиналары күрһәтелде.

Бөгөн ҡапыл яуған ҡарға ҡарап, башҡорт халыҡ мәҡәлдәренән аҡыл менән уртаҡлашмаҡ булдыҡ әле. Ә һеҙ тағы ниндәй мәҡәл-әйтемдәр
Бөгөн ҡапыл яуған ҡарға ҡарап, башҡорт халыҡ мәҡәлдәренән аҡыл менән уртаҡлашмаҡ булдыҡ әле.
Ә һеҙ тағы ниндәй мәҡәл-әйтемдәр меләһегеҙ?

📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосындағы Һомай тураһында Наҙгөл Ҡасимова психолог күҙлегенән һөйләй. ❓Килешәһегеҙме?

Әле бар донъяны баҫып ап-аҡ ҡар яуғанда, беҙ йәмле йәйҙә Башҡортостаныбыҙ гүзәллегенә һоҡланып алайыҡ әле 😍

Өфөлә бөгөн ҡыш. Ә һеҙҙә? 💙

📌 "Башҡортостан геройҙары" республика программаһына ғариза яҙған Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандар онлайн тест һорауҙарына яуап биргән. ✅ "Башҡортостан геройҙары" 2025 йылдың 24 февралендә башланғайны. Ул етәксе кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән. ✅ Бөтәһе 2026 кеше теркәлеү үткән. Күбеһе республиканан, әммә араларында Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән булғандар ҙа бар. ✅ Киләһе этап - әңгәмәләшеү. Ул 14 апрелдән 12 майға тиклем үтә.

Һеҙгә лә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантҡа барырға кәрәк! 📝 Видео: Башфонд.

📌ТАЛПАН ЫСЫН КҮПМЕ? Мессенджерҙарҙа күп талпан төшөрөлгән видео таратҡандар. Унда урманға сыҡмаҫҡа саҡырғандар һәм был хәл Башҡортостанда, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, тип күрһәткәндәр.😱 💯Әммә 7 апрелгә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, Стәрлетамаҡ ҡалаһының медицина ойошмаларына талпан ҡаҙалған 13 кеше мөрәжәғәт иткән. Үткән йылдар менән сағыштырғанда, уларҙың һаны уртаса кимәлдән артмаған. 💯Гигиена һәм эпидемиология үҙәге филиалы мәғлүмәттәренә ярашлы, миҙгел башланғандан алып 9 талпан энцефалит һәм боррелиозға тикшерелгән. ⚡Видеоны ҡарап, унда иксодлы талпандарҙың дала төрөнә ҡарағандары төшөрөлгән, тип фаразларға була. ✅Бындай талпандар күберәген Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Көнбайыш Себер, Ҡырым, Кавказ (Кавказ аръяғында ла), Урта һәм Түбәнге Волга буйында йәшәй. 📍Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор видео авторын бәйләнешкә сығырға саҡыра: rpnrb@02.rospotrebnadzor.ru