617
مشترکین
اطلاعاتی وجود ندارد24 ساعت
-27 روز
-530 روز
آرشیو پست ها
📌 Ял көндәре нисек үтте, туғандар?
Бына Асҡын районының Гөмбә ауылында халыҡ ошолай дәррәү, берҙәм, милли уйындар менән күңел асып байрам үткәргән.
Алыҫ араларҙы яҡынайтып ауылдаштар ҡайтып төшкән, күрше ауылдарҙан һәм өлкәләрҙән милләттәштәр ҡунаҡҡа килгән.
Видео: Салауат Юнысов.
Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.
📌 Ғашиҡтар көнөндә, 14 февраль, Башҡортостан йәштәре Өфөлә "ҡышҡы" Самауырлы ритайымға йыйылған.
Бына шулай, йәштәребеҙ байрамдарҙы айыҡ үткәрә, милли йыр-моңға сорналған саралар ойоштора, таныша һәм аралаша.
Афариндар! ❤️
📌 Халыҡ-ара йәштәр фестиваленә теркәлегеҙ!
2026 йылдың 11-17 сентябрендә Рәсәйҙә донъяның 190 иленән 10 000 йәш лидер йыйыла.❓ Кем ҡатнаша ала? 🔹 18 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр һәм 14-17 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Рәсәйҙән 5000 йәш кеше һәм 500 үҫмер (шул тиклем үк сит илдәрҙән) барасаҡ. ❓ Ҡайҙа? 🔹 Фестиваль Екатеринбург ҡалаһында үтә. ❓ Нимә көтә: 🔹 Проект идараһы, ижтимағи проекттар, мәҙәни-ара коммуникациялар буйынса интерактив сессиялар; 🔹 Партнерҙар эҙләү һәм уртаҡ башланғыстарҙы башлап ебәреү; 🔹 Йәш таланттар ҡатнашлығында сағыу мәҙәни программа; 🔹Фестиваль тамамланғас, Рәсәй төбәктәре һәм Абхазия буйлап экспедициялар. Башҡортостандан иң ҙур делегацияларҙың береһе ҡатнашасаҡ. Быйыл ул "Йәшлек. В МИРЕ" Йәштәр сәйәсәте йүнәлеше сиктәрендә үтә. 📍 30 апрелгә тиклем теркәлергә була! Бының өсөн һылтанма Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ
Хәйерле иртә! ☀️ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көндән изге Рамаҙан айы башлана, тимәк, ураҙа. Ихлас күңелдән теләнгән теләктәр ҡабул булыр, изге ниәттәр бойомға ашыр мәл етә.
Уңышлы аҙна! 🥰
Ял минуттарында Хәйҙәр Хәмиҙуллинға ҡушылып "Ғәлиә менән Заһир йыры"н йырлап алығыҙ 😉
Әбйәлил һылыуы Лилиә Ханова менән бергә башҡорт халҡының милли ризығы - тултырма әҙерләп ҡарағыҙ.
Ашығыҙ тәмле булһын!❤️
+4
📌 Башҡортостанда "Һөт кухняһы"ның таратыу пункттары арта.
Благовещенда сауҙа үҙәктәренең береһендә, ә Учалы ҡалаһында айырым, махсус йыһазландырылған бүлмәлә асылған. Башҡортостанда бөтәһе 134 ошондай пункт бар.
"Совет осоронда популяр булған "һөт кухняһы"н беҙ Башҡортостанда 2019 йылда тергеҙҙек. Был ваҡыт эсендә ул балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн яҡшы ысулға әйләнде - үткән йылда ғына республикала 20,8 мең кеше, шул иҫәптән 1,5 меңдән ашыу яугирҙарыбыҙҙың яҡындары, бушлай һөт ризығы алған. Ете йыл эсендә 120 мең кешене һөт ризығы менән тәьмин иткәнбеҙ",- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Әйткәндәй, һөт ризыҡтарының төрҙәре лә арта, кондитер изделиелары ла бар хатта. Белорет заводында сыр етештерәләр, Үрге Ҡыйғыла быйыл йәй ҡымыҙ етештерелә башлаясаҡ - классик һәм баллы.
💯"Тағы бер пилот проект менән шөғөлләнәбеҙ - тән массаһы дефициты булған балаларҙы шифалы туҡланыу менән бушлай тәьмин итеү. Башланғысты ентекләп өйрәнәбеҙ",- ти Радий Фәрит улы.
БАШҠОРТТАРҘА ТИРЕ ҺАУЫТТАР
🔹Малдың тиреһен бер бөтөн итеп һыҙырып алғандар. Һауыт эшләү өсөн тирене кипмәҫ элек һыйыр тарамышы менән теккәндәр. Көньяҡ һәм көнсығыш райондарында ҡыл да (аттыҡы) ҡулланылған.
🔸Тиренең тыш яғы һауыттың эсенә тура килгән.
🔹Шунан һауытҡа көл тултырғандар һәм 2-3 аҙна ыҫлағандар ҙа, йылҡы майы һөртөп ҡуйғандар. Һауыт һыу үткәрмәгән.
💯П. С. Паллас яҙыуынса, Мейәс йылғаһы буйында йәшәгән һәр башҡорттоң ыҫлығы - ерҙе соҡоп эшләнгән ыҫлау урыны булған. Унда һауыттарҙы 7-8 көн тотҡандар.
🔸Ҡайын утын һәм еркәүек яҡҡандар - еҫе тәмле булһын өсөн.
Әҙер һауытты шунда уҡ тотонмағандар, тәүҙә әсегән һөт ҡойоп, төтөн еҫен баҫҡандар.📍 Видеола башҡорттарҙың тиренән эшләнгән ҡымыҙ һауыттары. БР Милли музейы йыйынтығы.
Өфөнөң 21-се дауаханаһына уға нигеҙ һалыусы хирург Венер Сәхәүетдиновтың исеме бирелде, тип хәбәр итә Яҡты-медиа.
Тап ул 1983 йылда тәүге тапҡыр хирургия хеҙмәтен ойоштора, меңдән ашыу операция башҡара һәм республикала микрохирургия һәм колопроктологияның уникаль бүлексәләрен аса. Күренекле табип 44 йыл эшләй, медицина институтының ректоры була. 2019 йылда 80 йәшендә вафат булды.
📌 Бөгөн тел белгесе, әҙәби тәнҡитсе, 1978-2003 йылдарҙа Мәғарифтың милли мәсьәләләре ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалының әйҙәүсе белгесе, педагогия фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Рафаил АҘНАҒОЛОВТЫҢ тыуыуына - 85 йыл.
Рафаил Ғәйнетдин улы 1941 йылдың 13 февралендә Чкалов өлкәһе Ҡыуандыҡ районы Үрге Үтәғол ауылында тыуған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе).
💯Ғалимдың 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәттәре диалектология, лексикография һәм башҡорт телен уҡытыу методикаһына арналған.
Беҙ бөгөн дә ул төҙөгән Башҡорт теленең орфография һүҙлеген (1998 йыл) ҡәҙерләп ҡулланабыҙ.Мәғарифты үҫтереүгә индергән тос өлөшө өсөн 2014 йылда Рафаил Аҙнағолов Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Константин Ушинский миҙалы менән бүләкләнгән. 2015 йылда баҡыйлыҡҡа күскән.
🔥Бик үҙенсәлекле видеоға тап булдыҡ әле.
Айтуған Йәнбирҙин "XIX быуат башҡорто тормошонан бер көн" тип яҙған был видеоһы аҫтына.
❓ Ә бына ошондайыраҡ компьютер/телефон уйыны булһа?
Башҡорттарҙың көнкүрешенә, йолаларына арналған матур сюжетлы уйын килеп сығыр ине. Мәҫәлән, бишбармаҡ ашарға, ниндәйҙер йәнлектәргә һунар итергә, уларҙың тиреһен эшкәртергә, ағас һырларға, ҡымыҙ бешергә, һыбай елергә, төрлө алыштарҙа ҡатнашырға (тарих буйынса кимәл буйлап) кеүек заданиелар бирергә мөмкин.
Ҡоралды ла боронғо тәүтормош мәлендәге таш ҡоралдарҙан алып "камиллаштыра" барып булһа. Торлаҡ шарттарын да тирмә, йорт итеп, йәйләү һәм ҡышлау итеп айырып, төрлө заданиелар үтәргә ҡушылһа...
Арабыҙҙа уйындар эшләгән IT-белгестәр бармы?Әйҙәгеҙ, илһамланығыҙ🔥 Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.
+2
📌 Башҡортостанда Беловежье зубрҙарын үрсетеү проекты Президенттың тәбиғәт фонды грантын алған.
Был аҡсаға - 10,2 млн һум, республиканың Айырыуса һаҡлаулы тәбиғәт территориялары буйынса дирекцияһы Беларусь Республикаһынан тағы ла 9 өлкән зубр алып килергә ниәтләй.
"Был экологик проектты беҙ 2023 йылдан алып барабыҙ. Ошо ваҡыт эсендә зубрҙар 25 башҡа етте, шул иҫәптән беҙҙең республикабыҙҙа тыуған 8 быҙауы бар. 2050 йылға хайуандар 50 баш булыр, тип планлаштырабыҙ. Һыҙыҡ өҫтөнә алам, быны ҡыҙыҡ өсөн эшләмәйбеҙ. Биологик күптөрлөлөктө һаҡлау буйынса ил Президенты алдыбыҙға ҡуйған мөһим дәүләт мәсьәләһен хәл итәбеҙ. Бынан тыш, тәбиғәткә бурысты ҡайтарабыҙ. Үткән быуат башында зубрҙар юғала яҙған. Шуға беҙ балансты тергеҙергә тейешбеҙ, бының өсөн республикабыҙҙа шарттар уңайлы",- тип яҙған был турала сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Әйткәндәй, Башҡортостан - Рәсәйҙә зубрҙар тәбиғи мөхитендә йәшәгән берҙән-бер төбәк. Улар "Мораҙым тарлауығы" паркы биләмәһендә.
❤️ Ғашиҡтар көнөндә Самауырлы ритайым була!
💌Ҡасан: 14 февралдә киске сәғәт 7-лә
📍 Ҡайҙа: Пушкин урамы, 40-сы йорт, 3-сө ҡат, @kvartirnik.ufa КВАРТИРНИК майҙаны.
🎫Инеү хаҡы: 350 һум. (Билеттар ингән урында һатыла)
🔥Һеҙҙе нимә көтә?
🔹 Ҡурай, баян, гитараға ҡушылып йырҙар
🔹Дәртле бейеүҙәр
🔹Хуш еҫле башҡорт сәйе һәм тәм-томдар
🔹19:00-19:30 Квартирник музыкаль майҙан менән танышыу.
🔹 Махсус ҡунаҡтар.
📌Башҡорт халҡының боронғонан алып хәҙерге заманға тиклемге матди мәҙәниәтен һәм декоратив сәнғәтен тикшереүсе ғалимә олпат юбилейын билдәләй - ғалим-этнограф Светлана ШИТОВАҒА 90 йәш.
Светлана Николаевна - тарих фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1958—2006 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1970 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр була.
Ул 1959 йылдан алып башҡорт халҡының көнкүрешен һәм мәҙәниәтен өйрәнеүгә арналған 30 этнографик экспедицияла ҡатнаша һәм етәкселек итә, 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт һәм алты монография авторы.💯"Башҡорт милли кейеме", "Башҡорттарҙа ағас һырлау һәм семәрләү", "Халыҡ ижады: көньяҡ башҡорттарында кейеҙҙәр, балаҫтар, туҡымалар" - ул бына шундай бик мөһим мәғлүмәттәрҙе туплаған һәм классификациялаған.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
