es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-530 días
Archivo de publicaciones
Блюз һәм башҡорт ҡурайы 🔥 Видео: Айҙар Исхаҡов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

✨БАЙ ЫРЫУ – БАЙЛАР✨ 💯 Башҡорт ырыуҙары араһында “байлар” тигәне лә бар. Тарихсы-ғалимдар был ырыуҙың VI-IX быуаттарҙа Үҙәк А
БАЙ ЫРЫУ – БАЙЛАР✨ 💯 Башҡорт ырыуҙары араһында “байлар” тигәне лә бар. Тарихсы-ғалимдар был ырыуҙың VI-IX быуаттарҙа Үҙәк Азияла хакимлыҡ иткән боронғо Төрки дәүләттәренә: Төркөттәр (552-602 йй.),Көнсығыш Төрки (602-630 йй.), Күк-Төрки (682-744 йй.), Уйғыр (745-847 йй.) ҡағанаттарына барып тоташа, тип фаразлай. 🔹 Ҡытай хроникаларында “Баянь”, Уйғыр ҡағанаты сығанаҡтарында “Байан”, ҡайһы бер документтарҙа “Байаят” тип теркәлгән ҡәүем XI быуаттарҙа Башҡорт иле ерҙәренә йүнәлгәндер, тип иҫәпләнә.
🔹Бавлы ауылын төйәк иткән байлар ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың төп бабаһы Сәлмән исемле булып, әүәл ата-бабаларының Төркөстан ерҙәрендә йәшәүе хаҡында әйтелә.
📍 Тәү осорҙа байлар ырыуы башҡорттары Урал аръяғы ерҙәрендә йәшәй. 🔥 Санкт-Петербургтың Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында табылған бер шәжәрәлә шулай яҙылған:
“Беҙ – Ырымбур губернаһы Ҡаҙан даруғаһы Байлар олоҫо башҡорттары нәҫеле. Беҙ, үҙебеҙҙең Байлар олоҫонда, дүрт түбәнән тармаҡланып киткән башҡорттар... Бәкчура хан (йәшәгән) Ҡарағайҙа, ул Яйыҡ йылғаһы үрҙәрендә. Уның улы Ғабдулла бей, уның улы Иләз, уның улы Сайман, уның улы Яҡуб, уның улы Янбулат, уның улы Бикмөхәммәт, уның улы мулла Туймөхәммәт, уның улы Әлмөхәммәт мулла. Туймөхәмәттең өлкән улы. Ул ике ауылдың башы булған: беренсе ауыл – Иҫке Әлмәтулла, икенсе ауыл – Баҙарлы Әлмәтулла Зәй йылғаһы буйында...”
⚡ Әле әйтеп үтелгән ауылдар хәҙерге Татарстан территорияһында урынлашҡан (Сарман һәм Әлмәт райондарында). 🔹 Байлар биләмәләренең үҙәге – элекке Минзәлә өйәҙе. Хәҙерге Минзәлә һәм Яр Саллы ҡалалары арауығында байлар ырыуы башҡорттары нигеҙләгән 20-гә яҡын ауыл бар (Татарстанда Туҡай һм Минзәлә райондарында). 🔹 Татарстандың Сарман районында 15 ауылы бар. 🔹 Шулай уҡ Аҡтаныш районында ла гәрәй, бүләр, йәнәй башҡорттары менән арлаш бер нисә байлар ауылы бар. 🔹 Байлар ырыуы вәкилдәре элекке Алабуға һәм Сарапул өйәҙҙәрендә тупланып йәшәй. Был Кама йылғаһының уң яҡ яры буйындағы ерҙәр. 🔹 Хәҙерге ваҡытта Татарстандың Менделеев районында 3 ауыл һәм Агрыз районында бер нисә ауыл башҡорт байлары төбәге. 🔹 Элекке Бөгөлмә һәм Бәләбәй өйәҙҙәре сигендә лә байлар ырыуы башҡорттары йәшәй. Әлеге көндә был ауылдар Татарстандың Бавлы һәм Ютазы райондарына ҡарай. 🔹 Ә элекке Бәләбәй өйәҙенә ҡараған ауылдар Башҡортостандың Йәрмәкәй, Илеш һәм Туймазы райондарында урынлашҡан.

#Башҡорт_аҡылы 💯Бына шундай мәҡәл дә бар халҡыбыҙҙа. Ата-бабаларыбыҙ киләсәген хәстәрләп йәшәгәнлеге һәм ул-ҡыҙҙарына ла шул
#Башҡорт_аҡылы 💯Бына шундай мәҡәл дә бар халҡыбыҙҙа. Ата-бабаларыбыҙ киләсәген хәстәрләп йәшәгәнлеге һәм ул-ҡыҙҙарына ла шул аҡылды өйрәтеүенә бер дәлил был. Ә бит бер осорҙа йәштәребеҙ араһында "бер көн менән йәшә", "бөгөнгө менән йәшәргә кәрәк" тигән фекер бик популяр булып киткәйне. Әлбиттә, күп нәмәне иртәнгегә ҡалдырмай, бирелгән мөмкинлекте ҡулыңдан ысҡындырмаҫ өсөн тырышыу мөһим. Әммә "Арба ватылһа - утын, үгеҙ үлһә - ит", тип йәшәүҙе борондан ата-бабаларыбыҙ хупламаған. ⚡Һәр кем яуаплылыҡ тойоп, киләсәген дә хәстәрләп йәшәргә тейеш - шул саҡта тормошта ла уңасаҡ. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌"Еребеҙ геройҙары һәм ижадсылары" тип исемләнгән патриотик концерт ойошторола. Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залынд
📌"Еребеҙ геройҙары һәм ижадсылары" тип исемләнгән патриотик концерт ойошторола. Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында тыуған илебеҙҙе һаҡлаған һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкән яҡташтарыбыҙға арналған тантаналы концерт уҙасаҡ. Йәш буйынса сикләүҙәр 12+.
"Тыуған еребеҙҙең азатлығы, аяҙ күк йөҙө өсөн ғүмерен арнаған шәхестәребеҙҙе хәтерҙә тоторға тейешбеҙ. Йәштәргә бының мөһимлеген аңлатыу кәрәк. Беҙҙең һәм киләсәк быуындарыбыҙҙың тыныс тормошо өсөн көрәшкән еребеҙ геройҙарына һәм ижадсыларына дан йырлайбыҙ",
- ти ойоштороусылар. 📍 Өфө ҡалаһы, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залы 🔹 Башлана: 11:00 🔹 Билеттар: https://iframeab-pre1991.intickets.ru/seance/69755116

Хәйерле көн! ☀️ 📍 Ишембай районы, Ғүмәр тарлауығы һәм Бүжә тауы. Видео: Земфир Шәймиева. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

🔥 БОРОНҒО БАШҠОРТ ЭЙӘРЕ Башҡорттар эйәрҙе һырлап, төрлө материалдар ҡулланып та эшләгән. Мәҫәлән, БР Милли музейында һаҡланған XIX быуатҡа ҡараған эйәрҙәрҙең береһен эшләүҙә ағас, күн, металл һәм аҡыҡ (сердолик) ҡулланылған.
🔺Аҡыҡ тағы башҡорттарҙа күҙ тейеүҙән, яраланыуҙан һәм үлемдән һаҡлай, тип иҫәпләнгән. Шулай уҡ ауырыуҙарҙы ла дауалау көсө бар, тигәндәр. Етмәһә, эйәр ҡашы хужаның дәрәжәһен дә сағылдырған.
📍 Эйәрҙең ҡапталын (ленчик) һәм ҡашын (ҡашаға ла тиҙәр - лука) эшләү өсөн күп осраҡта ҡайын ороһон ҡулланғандар. Бер бөтөн ағастан эшләнгән эйәрҙәр осраған. 🔹 Алғы ҡашағаны ҡалҡыуыраҡ итеп эшләгәндәр, ҡайсаҡ ҡош, йылан рәүешендә яһағандар. 🔹 Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар өсөн эйәрҙәр айырылып торған. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән эйәрҙең алғы ҡашағаһы киң һәм күтәренке булған, ә артҡыһы ныҡ аҫҡа эйелдереп эшләнгән. 🔹 Ҡашағаны семәрләп, йәки металл ҡаплап, аҡыҡ таштар менән биҙәгәндәр. Йыш ҡына үҫемлек орнаменты, ҡусҡар биҙәк, айсыҡ төшөргәндәр.

🔥 Дуҫтар, ишеткәнегеҙҙер инде? 🔥
Шөкөр, һәр дәүерҙә халҡыбыҙҙы данлар шәхестәребеҙ тыуып тора.
AY YOLA төркөмө Европа буйлап тәүге гастролдәренә сыға, ти. Артабан да йәштәребеҙгә үрнәк күрһәтеп, дәртләндереп ижад итегеҙ, AY YOLA!

📌 Ял көндәре нисек үтте, туғандар? Бына Асҡын районының Гөмбә ауылында халыҡ ошолай дәррәү, берҙәм, милли уйындар менән күңел асып байрам үткәргән. Алыҫ араларҙы яҡынайтып ауылдаштар ҡайтып төшкән, күрше ауылдарҙан һәм өлкәләрҙән милләттәштәр ҡунаҡҡа килгән. Видео: Салауат Юнысов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ.

📌 Ғашиҡтар көнөндә, 14 февраль, Башҡортостан йәштәре Өфөлә "ҡышҡы" Самауырлы ритайымға йыйылған. Бына шулай, йәштәребеҙ байрамдарҙы айыҡ үткәрә, милли йыр-моңға сорналған саралар ойоштора, таныша һәм аралаша. Афариндар! ❤️

📌 Халыҡ-ара йәштәр фестиваленә теркәлегеҙ! 2026 йылдың 11-17 сентябрендә Рәсәйҙә донъяның 190 иленән 10 000 йәш лидер йыйыла
📌 Халыҡ-ара йәштәр фестиваленә теркәлегеҙ!
2026 йылдың 11-17 сентябрендә Рәсәйҙә донъяның 190 иленән 10 000 йәш лидер йыйыла.
Кем ҡатнаша ала? 🔹 18 йәштән 35 йәшкә тиклемгеләр һәм 14-17 йәшлек үҫмерҙәр ҡатнаша ала. Рәсәйҙән 5000 йәш кеше һәм 500 үҫмер (шул тиклем үк сит илдәрҙән) барасаҡ. ❓ Ҡайҙа? 🔹 Фестиваль Екатеринбург ҡалаһында үтә. ❓ Нимә көтә: 🔹 Проект идараһы, ижтимағи проекттар, мәҙәни-ара коммуникациялар буйынса интерактив сессиялар; 🔹 Партнерҙар эҙләү һәм уртаҡ башланғыстарҙы башлап ебәреү; 🔹 Йәш таланттар ҡатнашлығында сағыу мәҙәни программа; 🔹Фестиваль тамамланғас, Рәсәй төбәктәре һәм Абхазия буйлап экспедициялар. Башҡортостандан иң ҙур делегацияларҙың береһе ҡатнашасаҡ. Быйыл ул "Йәшлек. В МИРЕ" Йәштәр сәйәсәте йүнәлеше сиктәрендә үтә. 📍 30 апрелгә тиклем теркәлергә була! Бының өсөн һылтанма Беҙҙең менән ҡалығыҙ МАХ

Хәйерле иртә! ☀️ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көндән изге Рамаҙан айы башлана, тимәк, ураҙа. Ихлас күңелдән теләнгән теләктәр ҡ
Хәйерле иртә! ☀️ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер көндән изге Рамаҙан айы башлана, тимәк, ураҙа. Ихлас күңелдән теләнгән теләктәр ҡабул булыр, изге ниәттәр бойомға ашыр мәл етә. Уңышлы аҙна! 🥰

Ял минуттарында Хәйҙәр Хәмиҙуллинға ҡушылып "Ғәлиә менән Заһир йыры"н йырлап алығыҙ 😉

Әбйәлил һылыуы Лилиә Ханова менән бергә башҡорт халҡының милли ризығы - тултырма әҙерләп ҡарағыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!❤️

Ауылды һағынағыҙмы? Видео: Әнүзә Ғиззәтуллина.

Хәйерле иртә! ☀️ Яҡшы эшегеҙҙә уңыштар, кешеләр!
Хәйерле иртә! ☀️ Яҡшы эшегеҙҙә уңыштар, кешеләр!

Стилле башҡорт йәштәре 🔥

📌 Башҡортостанда "Һөт кухняһы"ның таратыу пункттары арта. Благовещенда сауҙа үҙәктәренең береһендә, ә Учалы ҡалаһында айырым
+4
📌 Башҡортостанда "Һөт кухняһы"ның таратыу пункттары арта. Благовещенда сауҙа үҙәктәренең береһендә, ә Учалы ҡалаһында айырым, махсус йыһазландырылған бүлмәлә асылған. Башҡортостанда бөтәһе 134 ошондай пункт бар.
"Совет осоронда популяр булған "һөт кухняһы"н беҙ Башҡортостанда 2019 йылда тергеҙҙек. Был ваҡыт эсендә ул балалы ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн яҡшы ысулға әйләнде - үткән йылда ғына республикала 20,8 мең кеше, шул иҫәптән 1,5 меңдән ашыу яугирҙарыбыҙҙың яҡындары, бушлай һөт ризығы алған. Ете йыл эсендә 120 мең кешене һөт ризығы менән тәьмин иткәнбеҙ",
- тип яҙған сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 📍 Әйткәндәй, һөт ризыҡтарының төрҙәре лә арта, кондитер изделиелары ла бар хатта. Белорет заводында сыр етештерәләр, Үрге Ҡыйғыла быйыл йәй ҡымыҙ етештерелә башлаясаҡ - классик һәм баллы.
💯"Тағы бер пилот проект менән шөғөлләнәбеҙ - тән массаһы дефициты булған балаларҙы шифалы туҡланыу менән бушлай тәьмин итеү. Башланғысты ентекләп өйрәнәбеҙ",
- ти Радий Фәрит улы.

БАШҠОРТТАРҘА ТИРЕ ҺАУЫТТАР 🔹Малдың тиреһен бер бөтөн итеп һыҙырып алғандар. Һауыт эшләү өсөн тирене кипмәҫ элек һыйыр тарамышы менән теккәндәр. Көньяҡ һәм көнсығыш райондарында ҡыл да (аттыҡы) ҡулланылған. 🔸Тиренең тыш яғы һауыттың эсенә тура килгән. 🔹Шунан һауытҡа көл тултырғандар һәм 2-3 аҙна ыҫлағандар ҙа, йылҡы майы һөртөп ҡуйғандар. Һауыт һыу үткәрмәгән. 💯П. С. Паллас яҙыуынса, Мейәс йылғаһы буйында йәшәгән һәр башҡорттоң ыҫлығы - ерҙе соҡоп эшләнгән ыҫлау урыны булған. Унда һауыттарҙы 7-8 көн тотҡандар. 🔸Ҡайын утын һәм еркәүек яҡҡандар - еҫе тәмле булһын өсөн.
Әҙер һауытты шунда уҡ тотонмағандар, тәүҙә әсегән һөт ҡойоп, төтөн еҫен баҫҡандар.
📍 Видеола башҡорттарҙың тиренән эшләнгән ҡымыҙ һауыттары. БР Милли музейы йыйынтығы.

"Ҡарабай" башҡорт халыҡ бейеүен "Guzal-dance" ансамбле ҡыҙҙары башҡара 🔥

Хәйерле иртә! ☀️ Ял көндәре файҙалы һәм күңелле үтһен🥰 Фото: Елена Перминова.
Хәйерле иртә! ☀️ Ял көндәре файҙалы һәм күңелле үтһен🥰 Фото: Елена Перминова.