612
مشترکین
-124 ساعت
-57 روز
-830 روز
آرشیو پست ها
Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар,
Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ,
Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.
Мостай КӘРИМ.
Хөрмәтле аҡ халатлы фәрештәләр - шәфҡәт туташтары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
🌿Оҙайлы ялдарҙан һуң (ауылда картуф ултыртҡандан һуң) беренсе эш көнө нисек үтә?
Видео: Дария Ҡотлошина.
+8
Ямғырҙан һуң, ти фотограф Зиннур Боҫҡонов.
Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте һоҡланырлыҡ шул 💕
Белорет районы Манышты ауылында ла бик күркәм байрам парадты ойошторолған🔥
Еңеү көнөн һеҙҙең яҡта нисек хәтергә алдылар?
Видео-фотолар ебәрегеҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ,
+3
📌 Өфө рәссамы Вера Фролованың "Үлемһеҙ полк" тигән триптихы.
🔹Картинаның беренсе өлөшө "Ата-бабалар хәтере" тип атала һәм Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына арналған. Бында һүрәтләнгән ҡаһармандар араһында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов та бар.
🔹Үҙәк өлөшө "Үлемһеҙ полк" тип атала һәм милләте, йәше, йәмғиәттәге урыны буйынса төрлө кешеләрҙе берләштерә. Барыһы ла атай-олатайҙарына рәхмәт йөҙөнән уларҙың фотоларын ҡулдарына тотоп бергә бара.
🔹Картинаның уң яҡ өлөшө - "Хәтер йылғаһы". Унда ҡыҙ олатаһының исеме яҙылған ҡағыҙ карапты ағыҙып ултыра.
"Барыһы ла Рәсүл Ғамзатовтың "Торналар" шиғырын беләлер. Был шиғырҙа кеүек һалдаттарҙың торналарға әүерелгәнен күптән күҙ алдыма килтереп йөрөй инем, әммә һүрәт төшөрөргә ашыҡманым. Һәм бына "Үлемһеҙ полк" акцияһында үҙем ҡатнашып, аҙаҡ телевизорҙан ҡарағас, хайран ҡалдым һәм ошо ваҡиғаға арналған һүрәт төшөрөргә булдым. Картина өс өлөштән тора һәм уларҙы осоп барған торналар тоташтыра",- ти был эше тураһында рәссам Вера Фролова.
🪖Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә - 80 йыл!
Ошо айҡанлы ҡотлайбыҙ һәм аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ!🧧Иғтибарығыҙға Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы Төхфәт Фәттәхетдин улы Моратовтың шиғырын тәҡдим итәбеҙ. 🧧Төхфәт Моратов 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылдың 27 декабрендә Латвияны азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә Будэниске ауылы эргәһендәге Курзим бейеклектәрендә һәләк була. 🪔ДУҪ ҠӘБЕРЕ ЯНЫНДА Хуш бул, дуҫҡай, ҡәбереңә, бәлки, Һуңғы тапҡыр килеп торамдыр. Ишетәһеңме, позициялар буйлап, - Һөжүмгә! – тип сигнал уйналды. Был сигнал, ҡаты оран булып, Үс алырға беҙҙе саҡыра. Ғәфү ит, дуҫ, оҙаҡ тора алмайым, Тағы атакаға ашығам. Һәм ғәфү ит, дуҫҡай, ҡәбереңде Сәскә менән биҙәп торманыҡ. Һәйкәл өсөн баш осоңа тағы Йондоҙ-фәлән яһап торманыҡ. Үҙ окобың – һинең ҡәберең булды, Һәм һин – һалдат – уны аңларһың: Хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең үпкәләргә Ҡаты яҙмышына һалдаттың. Башыбыҙҙы эйҙек окобыңа, Бер минутҡа ғына теҙләнеп. Үс алырға өнһөҙ анттар бирҙек, Автоматты ҡыҫып, тешләнеп. Залп бирмәнек, һиңә тигән залптар Дошман йөрәгенә атылыр. Һеҙ ҡорбандар өсөн иң ҙур һәйкәл – Еңеү тигән һәйкәл һалыныр. Төхфәт МОРАТ.
Үткәндәрҙә ҡалған, һүнмәҫ өсөн янған Хыяд уттарыма табынам...Видео: Ильяс Әлбәков һәм Радик Динәхмәтов.
اکنون در دسترس! پژوهش تلگرام ۲۰۲۵ — مهمترین بینشهای سال 
