es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
612
Suscriptores
Sin datos24 horas
-57 días
-830 días
Archivo de publicaciones
Сирень сәскәһе дүрт сатлы, Бишлеһе - һирәгерәк. Кемгә дүртлеһе етәлер, Миңә бишлеһе кәрәк. Биш сатлыһын бәхет, тиҙәр... Бәхет
Сирень сәскәһе дүрт сатлы, Бишлеһе - һирәгерәк. Кемгә дүртлеһе етәлер, Миңә бишлеһе кәрәк. Биш сатлыһын бәхет, тиҙәр... Бәхетем булмаҫ микән? Бәхет эҙләп сыҡтым әле... Юлдарым уңмаҫ микән? Күңел эҙләй бишлеләрҙе... Булырға тейеш бит ул! Табалмайса йә һәләк бул, Йә табып өҙөп ҡотол! Өҙөп ал да сәйнә лә йот, Бәхетем шул, тип уйла. Бәхетте ниҙән юраһаң, Бәхет ул шунан була. Әнғәм АТНАБАЕВ. 💝Өфөлә сирендәр сәскә ата. Бәхетте әллә ҡайҙан эҙләмәгеҙ, һәр тыуған көнгә ҡыуанығыҙ һәм аяҙ күк йөҙөнөң, миҙгелендә сирень еҫенең ҡәҙерен белегеҙ!

📌МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА - ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына йомғаҡ яһал
+3
📌МӘРЙӘМ БУРАҠАЕВА - ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ Өфөлә үткән Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының II Бөтә Рәсәй съезына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. ✅Быйыл йыйынға Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау, Свердловск өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Ҡаҙағстандан килгәндәр. 💥Йыйындың йомғаҡтарына килгәндә, республика етәксеһе Радий Хәбиров июнь айында "Урал батыр" эпосы көнөн билдәләй башларға ҡарар итеүе тураһында әйтте.
"Туған телебеҙҙе үҫтереү буйынса хеҙмәтегеҙ өсөн тғы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм",
- тине Радий Фәрит улы педагогтарға мөрәжәғәт итеп. 💯Быйыл съезда "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын өйрәнеүгә, йәш быуынға шуға нигеҙләнеп тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленде. Республика етәксеһе быға ҡағылышлы барлҡ башланғыстарҙы ла хуплауын белдерҙе. Шулай уҡ йәш педагогтар һәм буласаҡ уҡытыусыларҙы берләштергән йәйге педагогик кәңәшмә ойошторорға тәҡдим ителде. 💥Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин йәш әҙиптәрҙе әҙерләү маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында конкурс ойоштороп, еңеүселәрен илдең төп вузы - М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтына йүнәлтмә буйынса уҡырға ебәрергә кәрәк, тигән фекер еткерҙе. Радий Хәбиров был ниәтте хупланы, эште конкурс ойоштороуҙан башлайыҡ, артабан юғары уҡыу йорттары менән дә килешеү төҙөлөр, республика иҫәбенә лә уҡытып булыр, иң мөһиме йәш белгестәр кире үҙебеҙгә ҡайтһын, тип билдәләне. Съезд барышында тағы бик күп мөһим мәсьәләләр ҡаралды. Шулай ҙа иң тантаналы һәм ҡыуандырған өлөшө - йәш быуынға аң-белем таратыуға бар ғүмерен арнаған фиҙаҡәр педагогтарҙы бүләкләү булғандыр. 💯Ил инәһе, педагог һәм яҙыусы Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаева "Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Награданы уҡың ҡыҙы Зөһрә Бураҡаева сығып алды.

📌5 – 6 июндә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» икенсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡат
📌5 – 6 июндә «Атайсал» мәҙәниәт үҙәгендә башҡорт халыҡ уйындары буйынса «Алтын ашыҡ» икенсе республика ярышы үтәсәк. Әле ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә. ✅Ярыштар ике йәш төркөмөндә үтәсәк: 1-се төркөм – балалар (7 – 15 йәш); 2-се төркөм – 16 йәштән өлкәндәр. ✍Бәйгелә ҡатнашыу өсөн өсөн заявкалар 3 июнгә тиклем kcataysal@mail.ru электрон адресына ҡабул ителә. ☎Тулыраҡ мәғлүмәт өсөн телефон: 8 (937) 168 64 34, Зилә Мазһар ҡыҙы Лира. «Алтын ашыҡ» төркөмөнә һылтанма: vk.com/altynashyk

📌 Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Йыйын икенсе тапҡыр уҙғарыла. Төшкә тиклем пед
+2
📌 Бөгөн Өфөлә Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының Бөтә Рәсәй съезы үтә. Йыйын икенсе тапҡыр уҙғарыла. Төшкә тиклем педагогтар 9 майҙансыҡта төрлө мөһим темаларға фекер алыша. 🔹"Аҡбуҙат" майҙансығында туған телде балалар баҡсаһында өйрәнеүгә ҡағылышлы, 🔹"Гөлөстан" майҙансығында башҡорт телен уҡытыуҙың методикаһы, 🔹"Һомай" майҙансығында башҡорт телен цифрлаштырыу, 🔹"Иҙел" майҙансығында йәш педагогтарға ярҙам итеү, 🔹"Самрау" майҙансығында йәш балаларҙа китап уҡыуға һәм башҡорт әҙәбиәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, 🔹"Урал батыр" майҙансығында башҡорт теле һәм төбәк төбәк тарихы дәрестәрендә илһөйәрлек тәрбиәләү, 🔹"Шүлгән" майҙансығында республикалағы музей һәм мемориаль комплекстар, геопарктар һ.б. тураһында һөйләшеү, 🔹"Аҫылташ" майҙансығында полилингваль белем биреү, 🔹"Йәншишмә" майҙансығында дәүләттең тел сәйәсәте тураһында эшлекле һөйләшеү ойошторола. ✅ Төштән һуң "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығында йыйындың пленар өлөшө үтә. Фото: Юлай Кәримов һәм Римма Баймырҙина.

Рухиәт, доғалар төркөмөнән алынды.
Рухиәт, доғалар төркөмөнән алынды.

Эшлекле шишәмбе! 🧑‍💻

Йөҙәтмәһен әжәл юраусылар, Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ, Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап, Тарих арбаһында барасаҡбыҙ. Мостай КӘРИМ.

Хөрмәтле аҡ халатлы фәрештәләр - шәфҡәт туташтары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Хөрмәтле аҡ халатлы фәрештәләр - шәфҡәт туташтары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!

🌿Оҙайлы ялдарҙан һуң (ауылда картуф ултыртҡандан һуң) беренсе эш көнө нисек үтә? Видео: Дария Ҡотлошина.

Башҡорт йәштәре Ҡытайҙы ла яулай хәҙер.💕 Видеола Гүзәл Күсәева.

Һөҙөмтәле эш аҙнаһы теләйбеҙ! 🌿
Һөҙөмтәле эш аҙнаһы теләйбеҙ! 🌿

Ямғырҙан һуң, ти фотограф Зиннур Боҫҡонов. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте һоҡланырлыҡ шул 💕
+8
Ямғырҙан һуң, ти фотограф Зиннур Боҫҡонов. Башҡортостаныбыҙ тәбиғәте һоҡланырлыҡ шул 💕

Башҡорт аҫалы балаҫы ниндәй булған?
Драматург, журналист Сәрүәр Сурина һөйләй.

Күгәрсен күҙе 🕊️
Күгәрсен күҙе 🕊️

Видеоларын яратып ҡараған Салауат Юнысовтан тағы ла ауыл күренештәре 💌

Был донъяға беҙ килгәнбеҙ икән, юҡҡа түгел, юҡҡа түгелдер❣️

Матур ялдар! ❤️ Фото: Динара Ғәлләмова.
Матур ялдар! ❤️ Фото: Динара Ғәлләмова.

Белорет районы Манышты ауылында ла бик күркәм байрам парадты ойошторолған🔥 Еңеү көнөн һеҙҙең яҡта нисек хәтергә алдылар? Видео-фотолар ебәрегеҙ, комментарийҙарҙа яҙығыҙ,

Учалы районында бөгөн Еңеүҙе ҡаршылап🔥 Видео: Илдар Низамов.

Кино түгел Башҡортостан был!
Видео: Земфира Рәшитова.