ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 022
订阅者
无数据24 小时
-47
-730
帖子存档
Салауат ҡалаһында табиптарға бер миллион һум түләнә Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәр йәлеп итергә тейеш. Сумма эшк
Салауат ҡалаһында табиптарға бер миллион һум түләнә Дәртләндереү сараһы дауаханаларға белгестәр йәлеп итергә тейеш. Сумма эшкә урынлашҡандан һуң бирелә башлай. Ай һайын 20 мең һум күсерелә. Яңы түләү Салауат ҡалаһында ғына булдырылған. Бөгөн бындағы дауаханаларға 62 табип һәм 69 шәфҡәт туташы етмәй. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында комиссия медицина белгестәренә фатир бүлергә ҡарар иткән. Салауат ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Нефтекама һәм Өфөнән табиптар килгән. Августа уларға тағы ла өс белгес ҡушыла.

180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй,
180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Шифалы эсемлек етештереү буйынса республика илдә беренсе урында. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров. Башҡорт ҡымыҙын сит илдәрҙә лә яраталар. Ул мөһим экспорт продуктына әйләнә. Мәҫәлән, былтыр Ҡаҙағстан менән Ҡырғыҙстанға 6 мең тоннанан ашыу ҡымыҙ һәм ҡымыҙ эсемлеге оҙатылған. “Ҡымыҙ бешеүселәргә ярҙам итәбеҙ. Йылҡысылыҡ - милли традиция ғына түгел. Был беҙҙең иҡтисадтың ҙур өлөшө. Уның киләсәге лә өмөтлө. Республикала ҡымыҙ миҙгеле ҡыҙыу бара. Уны эсегеҙ һәм сәләмәт булығыҙ”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Өфө – Иглин - Ҡыҙыл Яр - Павловка юлы тәртипкә килтерелгән Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡары
Өфө – Иглин - Ҡыҙыл Яр - Павловка юлы тәртипкә килтерелгән Ремонт “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы башҡарылған. Эшселәр Иглин һәм Нуриман райондарында 4 участкала юл ҡатламын яңыртҡан. “Ауыл халҡы өсөн хәүефһеҙ һәм уңайлы юл булды. Был трассанан Павловка һыуһаҡлағысына һәм башҡа матур урындарға бик күп туристар йөрөй”, - тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.

Бөрө районында археологик экспедиция бара Бөрө районында археологик экспедиция бара. Биләмәлә Башҡортостан милли музейы менән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих тел һәм әҙәбиәт институты белгестәре эшләй.

«Аҫылташ» форумында Башҡортостан йәштәре 3,5 миллион һумлыҡ грант отто Йылайыр районында үткән «Аҫылташ» форумында «Рәсәй йәштәр гранты» Бөтә Рәсәй йәштәр проекттары конкурсы һөҙөмтәләре билдәләнде. Быйыл Башҡортостандан 7 еңеүсе 3 миллион ярым һумлыҡ приз фондын бүлеште.

Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте Йәмәғәт башланғыстарын һәм социаль проекттарҙы яҡлап. Салауатта Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы аппаратының Ресурс үҙәге ярҙамы менән эшлекле сара үтте. Әүҙем граждандар, коммерция булмаған ойошмалар һәм муниципаль учреждениелар берләшеп, ҡалала уңайлы мөхит булдырыу, социаль-иҡтисади үҫеш тәьмин итеү буйынса идеяларҙы ҡараны.

Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте Бишбүләк районының Айыт ауылында Ғәтиәтуллиндар нәҫеленең шәжәрә байрамы үтте. Сараға республиканың ғына түгел, хатта илдең төрлө төбәктәенән ҡунаҡтар йыйылды. Ғәтиәутллиндар ырыуы Айыт ауылында, Бишбүләк районында ғына түгел, тотош республикала билдәле нәҫел. Улар араһындан билдәле табиптар, ғалимдар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре сыҡҡан. Туғандар шәжәрә байрамын нәҫелдең бай тарихын йәштәргә еткереү, быуындар күсәгилешлеген һаҡлау маҡсатында ойоштора.

Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй Һауа-десант ғәскәрҙәре 95 йыллығын билдәләй. Ошо уңайҙан 2 август республиканың барлыҡ район-ҡалаларында байрам программаһы, һәйкәл һәм обелисктарға сәскә һалыу, мәҙәни, спорт саралары үтәсәк.

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты Республика башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» проекты финалистары менән осрашты. Яңы быуын идарасылары Шишмә районының «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркы биләмәһендә әҙерләнә. Курс программаһы дүрт уҡытыу модуленән тора, тәүгеһе ун көнгә иҫәпләнгән. Проектта ҡатнашыусылар төбәк етәксеһенә тәҡдим-һорауҙары менән мөрәжәғәт итә алды. Шулай уҡ сара барышында ике махсус хәрби операция ветеранына «Ватан һаҡсылары» дәүләт фондынан ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырылды.

Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе эш сәфәре менән бөгөн Учалы районында булды. Олег Казанов төбәктең файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы иң ҙур предприятиеларының береһендә алтын мәғдәне сығарыуҙа файҙаланылған техник мөмкинлектәр менән танышты. Оҙаҡ йылдар дауамында компания муниципалитетҡа ярҙам итә, халыҡ өсөн социаль объекттар төҙөй.

Радий Хәбиров Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Казанов менән ведомство-ара комиссия ултырышын үткәрҙе. Сарала дәүләт власы, хоҡуҡ һаҡлау органдары, министрлыҡ-ведомство етәкселәре, көньяҡ райондар башлыҡтары, файҙалы ҡаҙылмалар менән эшләгән компаниялар етәкселәре ҡатнашты.

Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте Ғафури районында уҡтан атыу буйынса республика фестивале үтте. Имәндәш ауылының Уҡлыҡая эргәһендәге майҙанда ойошторолған бәйгелә Башҡортостан төбәктәре, Татарстандың Алабуға ҡалаһы спортсылары ҡатнашты.

Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте Рок йырсыһының тыуыуына 55 йыл. Хәйбулла районында Ирек Атановтың иҫтәлегенә хәйриә концерты үтте. Үлгәндән һуң Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булған музыкантты тамашасылар онотмай, уның йырҙары күптәрҙең йөрәгендә йәшәүен дауам итә. Тулырак мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте «Шүлгәнташ мәмерйәһе» тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының өс йыллығы уңайынан Бөрйән районында «Шүлгәнташфест» республика этнофестивале үтте. Комплекс биләмәһендә иртәнән кискә тиклем мәҙәни һәм спорт саралары ойошторолдо. Бигерәк тә, келәм батырҙары көрәше, «Ауҙарыш» уйыны сәмле барҙы.

Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә Юғары уҡыу йорттарына документтар 25 июлгә тиклем ҡабул ителә. Тулы мәғлүмәт вуздарҙың сайтында бирелә. Контроль ҡабул итеү һандары буйынса конкурс исемлеге июль аҙағында билдәле була. Документтарҙы Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ебәрергә лә мөмкин. Өфө фән һәм технологиялар университетында бакалавриат, специалитет һәм магистратура буйынса 5600-ҙән ашыу бюджет урыны бүленгән.

Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социа
Башҡортостандан 5 медицина хеҙмәткәре "Йылдың иң яҡшы табибы" конкурсында еңде Уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ҡотлаған. Республика яман шеш үҙәгенең Нефтекама филиалынан Әҙип Арыҫланов “Иң яҡшы онколог” тип табылды. Өфөнөң 13-сө ҡала дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтәйәнова “Иң яҡшы участка терапевы”. Ҡариҙел район дауаханаһынан Эльза Лотфуллина “Иң яҡшы участка педиатры” исемен алды. “Рәсәйҙең иң яҡшы теш табибы” Республика стоматология поликлиникаһында эшләй. Ул Эльвира Ғәлимуллина. Сибай ҡала дауаханаһы хеҙмәткәре Алита Борискова “Иң яҡшы акушер” тип билдәләнгән. “Ҡотлайым һәм эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Был еңеү табиптарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын тағы ла бер тапҡыр раҫлай. Шәхсән үҙем быға бер ҡасан да шикләнмәнем”, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә Башҡортостанда 180-гә яҡын ферма ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнә. Был шифалы эсемлекте етештереү буйынса беҙҙең төбәк илдә ғәҙәттәгесә беренсе урынды биләй. Әбйәлил, Әлшәй, Бәләбәй, Баймаҡ һәм Учалы алдынғы райондар исемлегендә, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.

Башҡортостан – «Росагролизинг» аша махсус техника һатып алыуҙа илдә беренсе урындарҙа Башҡортостан-«Росагролизинг»тан ҡалдыҡтарҙы ташыу өсөн махсуслаштырылған техника һатып алыу буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдерелде. Төбәк операторҙары 15 берәмек техника менән тәьмин итеүгә заявка биргән, 13-ө һатып алынған да инде. Күп күрһәткестәр буйынса Башҡортостан йәшел зонаға инә. Шуға ҡарамаҫтан, тағы ла 204 контейнер майҙансығын төҙөкләндереүгә һәм 2 меңдән ашыу контейнер һатып алыуға ихтыяж бар.

М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй Тәүлек әйләнәһенә дежурҙа. М-12 «Көнсығыш» трассаһының Башҡортостанда асылған участкаһында көн һайын авария комиссарҙары эшләй. Улар бәләгә тарыған водителдәргә ярҙам итә. Был автомобиль хужаларына уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек тәьмин итә.

Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды Башҡортостандан бер юлы биш кеше «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе булды. Аҡ халатлыларҙы оло ҡаҙаныштары менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы.