БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 022
Suscriptores
Sin datos24 horas
-37 días
-830 días
Archivo de publicaciones
2 022
Радий Хәбиров менән Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев яңы сәнәғәт объекттарын сафҡа индереүҙә ҡатнашты. «Нефть. Газ. Технологиялар» форумын асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Краснокама районында һанлы подстанция, ә Өфө һәм Салауат райондарында газ бүлеү селтәрҙәре файҙаланыуға тапшырылды. Халыҡ-ара күргәҙмәлә һәр йылдағыса тармаҡтағы алдынғы технологиялар, заманса техника-ҡорамалдар экспозициялары ла эшләне.
2 022
Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде
Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев килде. Федераль чиновник Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙатыуында Совет майҙанында булды. Бында улар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Сергей Цивилев төбәккә бер нисә сарала, шул иҫәптән Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумында, «Газ. Нефть. Технологиялар» тип аталған халыҡ-ара махуслаштырылған күргәҙмәлә ҡатнашыу өсөн килгән. Республика етәксеһе ҡуннаҡҡа Совет майҙанынан махсус хәрби операцияға башҡорт батальондары оҙатылыуы, һәм отпускҡа ҡайтҡан яугирҙарҙың мотлаҡ һәйкәлгә сәскә һалыуҙары тураһында һөйләне.
2 022
Өфөлә донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡортса һөйләүселәрҙең ҡала конкурсы финалы үтте
Был бәйге бер майҙансыҡта һәләтле балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен һәм уҡытыусыларын йыя. Конкурста ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта бара. 16 йыл эсендә унда 8 меңдән ашыу йәш башҡарыусы сығыш яһаған. Быйылғы ижади бәйгенең район этаптары 740 мәктәп һәм 100 балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған.
2 022
Яһалма зиһен Өфөлә күпер ябылыу ваҡытында тығындар мәлдәрен асыҡлаған
Яһалма зиһен Өршәк йылғаһы аша күперҙе япҡан осраҡта транспорт хәрәкәтенең ҡайһы ваҡытта тотҡарланыуын асыҡлаған. «Приуралье» автомобиль юлдары идаралығы белгестәре әйтеүенсә, ҡалаға ингән транспорт хәрәктендә иртәнге 9-сы яртынан алып 11-се яртыға тиклем тотҡарлыҡтар булһа, сығыуға табан киске 5-се яртынан алып 7-гә тиклем тығындар күҙәтелеүе ихтимал. Был иҫәпләүҙәр юлдарҙа авария булмаған осраҡта ғына ысынбарлыҡҡа тап киләсәк. Өфө-Ырымбур трассаһындағы Өршәк йылғаһы аша һалынған күперҙең 3 июндә төҙөкләндереүгә ябылыуы көтөлә.
2 022
Киләһе йыл Башҡортостанда 159 парк һәм сквер төҙөкләндереләсәк
Был турала Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы йәмәғәт биләмәһе сәғәтендә белдерҙеләр. Ҡала мөхите булдырыу программаһына ярашлы,12 июнгә тиклем төбәктә төҙөкләндереләсәк урындарҙы һайлау буйынса тауыш биреү дауам итә. Шулай уҡ бәләкәй ҡалаларҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы яңыртыу буйынса 10-сы бөтә Рәсәй конкурсы тураһында ла һүҙ барҙы.
2 022
Өфөлә Иосиф Кобзон исемендәге патриотик йыр башҡарыусылар Фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы
Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында Иосиф Кобзон исемендәге патриотик йыр башҡарыусылар Фестиваль-конкурсының гала-концерты уҙҙы. Быйыл СССР-ҙың халыҡ артисы Иосиф Кобзон исемендәге фестиваль-конкурс Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды. Башҡоротостан Рәсәйҙә был конкурс уҙғарылған етенсе төбәк.
2 022
«Әй йола» төркөмө ярҙамында «Урал батыр» эпосы китабын һатыу ике тапҡырға артҡан
«Әй йола» төркөмө ярҙамында «Урал батыр» эпосы китабын һатыу ике тапҡырға артҡан. Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте хеҙмәткәрҙәре магазинда ғына түгел, онлайн-маркеттарҙа ла баҫмаға заказдар артыуын теркәгән.
2 022
Башҡортостанда ярауай культураларҙы сәсеү 60 процентҡа тамамланған
Республиканың Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, уҙған аҙнала тәүлегенә 70 мең гектар самаһы ер сәселгән. 7 район хужалығы кампанияның һуңғы этабына килеп еткән. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районында дөйөм сәсеү майҙанының 90 процентында эш теүәлләнгән.
2 022
Өфөлә елек мейеһе доноры бүләкләнде
Сара Рәсәй онкологтары съезы программаһы буйынса студенттар кампусында үтте. Почет билдәһенә Стәрлетамаҡта йәшәүсе ҡатын лайыҡ булды. Күп йылдар Ирина Сергеева ҡан тапшыра, ә 2019 йылда арҡа мейеһе донорҙарының федераль регистрын тулыландырырға әҙер булыуын белдерә. Ҡатынға һөйәк мейеһе тап килгән пациент табылыуы тураһында хәбәр итәләр. Операция Мәскәүҙә гематология тикшеренеү үҙәгендә үткәрелгән.
2 022
Өфөнөң Ленин районында Егений Рытченконың исеме мәңгеләштерелде
Өфөнөң Ленин районында махсус хәрби операцияла һәләк булған подполковник Егений Рытченконың исеме мәңгеләштерелде. Затон биҫтәһендә урынлашҡан 128-се мәктәптә яугир иҫтәлегенә хәтер таҡтаһы асылды. Тантанала яугирҙың ата-әсәһе, уҡытыусылары, уҡыусылар, йәш гвардеецтар, Ленин районы хакимиәте вәкилдәре , хәрбиҙәр ҡатнашты.
2 022
Бар төркөм хәрбиҙәр ике аҙна ял иткәндән һуң Донбассҡа, илебеҙҙе нацистарҙан һаҡларға юлланды
Улар мобилизацияланыусылар һәм үҙ теләге менән контракт төҙөүселәр. Яугирҙарҙы оҙатыу тантанаһы Өфөнөң «Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанда уҙҙы. Ир-егеттәр тыуған ерҙән көс алған, ғаиләләре, яҡындары менән ял иткән.
2 022
Өршәк йылғаһы аша күпер 3 июндән август уртаһына тиклем ремонтҡа ябыла
1980 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә тип танылған. Һуңғы тапҡыр ремонт 11 йыл элек яһалған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң аҙ трафик осоронда - июнь һәм июлдә уҙасаҡ.
2 022
«Полиметалл» акционерҙар йәмғиәте Сибай тау -байыҡтырыу комбинаты эшен тергеҙә
Башҡортостан башлығы тау-металлургия өлкәһендә эшләүсе предприятие вәкилдәре менән осрашты. «Полиметалл» компанияһы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын модернизациялау маҡсатында һатып алғайны. Осрашыуҙа йәлеп ителәсәк инвестициялар, ҡаланы үҫтереү юлдары барланды.
2 022
Башҡортостанда ЕГЭ, сәсеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды
Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы барышы һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды.
2 022
Өфөлә рәсми рәүештә мотомиҙгел асылды
Ғәҙәттәгесә, мотоциклистар уны баш ҡала урамдары буйлап тигеҙ сафтарҙа үтеп билдәләне. Мотомиҙгелгә старт Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт йорто алдындағы майҙандан бирелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 022
Өфөлә йәшәүсе Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына йырҙар бағышланы
Өфөлө йәшәүсе автор-башҡарыусы Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап бер-нисә йыр ижад иткән. Римма Генадьевна ҙур сәхнәлә һигеҙ йәшенән. Үҙен Рәсәйҙең патриоты тип иҫәпләй. Ижады,йәштәрҙең илһөйәрҙәр булып үҫеүенә булышлыҡ итер тигән ҡарашта.
2 022
Өфөлә «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды
Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй залында «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала рәссамдарының әҫәрҙәренән тупланған экспозиция менән 13 июнгә тиклем танышырға мөмкин. Ҡыл ҡәләм оҫталары һынлы сәнғәт һөйөүселәргә шау сәскәләр донъяһын хәтерләткән сағыу күргәҙмә тәҡдим итә.
2 022
Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәләнде
Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре өс номинацияла баһаланды. Иң яҡшы ауыл, ҡала һәм Өфөнөң мәктәп ашханаһы Мәскәүҙә үтәсәк бәйгелә көс һынашасаҡ. Был юлы ашнаҡсылар жюри ағзаларына ниндәй ризыҡтар тәҡдим иткән?
2 022
Өфө фән һәм технологиялар университетында авиация көнө үтте
Йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ойошторолған сара аэропорттың һынау комплексында уҙҙы. Байрамда хәрби авиация күргәҙмәһе, концерт , уйындар ойоштролдо. Сарала самолеттар һәм вертолеттар өлгөләренән тыш ҡотҡарыусылар һәм ауыл хужалығы тармағы техникаһы күрһәтелде.
2 022
"Салауат Юлаев" командаһының төп уйынсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты ҡуйыла
Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Хоккейсылар даими беренселектә сығыш яһаны, плей-офта ҡатнашты. Ҡайһы бер позицияларҙы ғына нығытырға кәрәк, тине ул. "Салауат Юлаев" КХЛда Гагарин Кубогы өсөн көрәштә ярым финалға етте. Бронза миҙалдар яуланы.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
