es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 969
Suscriptores
Sin datos24 horas
-77 días
-1930 días
Archivo de publicaciones
Өршәк йылғаһы аша күпер 3 июндән август уртаһына тиклем ремонтҡа ябыла 1980 йылда төҙөлгән объект авария хәлендә тип танылған. Һуңғы тапҡыр ремонт 11 йыл элек яһалған. Булгаков ауылы эргәһендәге Өршәк йылғаһы аша күпер республиканың күпселек райондарына һәм туристик урындарға илткән трассала урынлашҡан. Көн һайын унан 58 меңгә яҡын автомобиль үтә. Шуға күрә төп ремонт эштәре иң аҙ трафик осоронда - июнь һәм июлдә уҙасаҡ.

«Полиметалл» акционерҙар йәмғиәте Сибай тау -байыҡтырыу комбинаты эшен тергеҙә Башҡортостан башлығы тау-металлургия өлкәһендә эшләүсе предприятие вәкилдәре менән осрашты. «Полиметалл» компанияһы Сибай тау-байыҡтырыу комбинатын модернизациялау маҡсатында һатып алғайны. Осрашыуҙа йәлеп ителәсәк инвестициялар, ҡаланы үҫтереү юлдары барланды.

Башҡортостанда ЕГЭ, сәсеү һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр ҡаралды Башҡортостан һуғыш ветерандары госпитале Рәсәйҙә медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса иң яҡшы учреждение тип һайланған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. Ултырышта берҙәм дәүләт имтихандарын ойоштороу, баҫыуҙарҙа сәсеү кампанияһы барышы һәм башҡа эшлекле һорауҙар ҡаралды.

Өфөлә рәсми рәүештә мотомиҙгел асылды Ғәҙәттәгесә, мотоциклистар уны баш ҡала урамдары буйлап тигеҙ сафтарҙа үтеп билдәләне. Мотомиҙгелгә старт Моторҙар эшләүселәр мәҙәниәт йорто алдындағы майҙандан бирелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә йәшәүсе Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына йырҙар бағышланы Өфөлө йәшәүсе автор-башҡарыусы Римма Сәйфуллина Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап бер-нисә йыр ижад иткән. Римма Генадьевна ҙур сәхнәлә һигеҙ йәшенән. Үҙен Рәсәйҙең патриоты тип иҫәпләй. Ижады,йәштәрҙең илһөйәрҙәр булып үҫеүенә булышлыҡ итер тигән ҡарашта.

Өфөлә «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды Башҡортостан Рәссамдар союзының бәләкәй залында «Яҙғы сәскәләр» тип исемләнгән акварель күргәҙмәһе асылды. Баш ҡала рәссамдарының әҫәрҙәренән тупланған экспозиция менән 13 июнгә тиклем танышырға мөмкин. Ҡыл ҡәләм оҫталары һынлы сәнғәт һөйөүселәргә шау сәскәләр донъяһын хәтерләткән сағыу күргәҙмә тәҡдим итә.

Башҡортостандың иң яҡшы мәктәп ашханалары билдәләнде Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы еңеүселәре өс номинацияла баһаланды. Иң яҡшы ауыл, ҡала һәм Өфөнөң мәктәп ашханаһы Мәскәүҙә үтәсәк бәйгелә көс һынашасаҡ. Был юлы ашнаҡсылар жюри ағзаларына ниндәй ризыҡтар тәҡдим иткән?

Өфө фән һәм технологиялар университетында авиация көнө үтте Йәштәр һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн ойошторолған сара аэропорттың һынау комплексында уҙҙы. Байрамда хәрби авиация күргәҙмәһе, концерт , уйындар ойоштролдо. Сарала самолеттар һәм вертолеттар өлгөләренән тыш ҡотҡарыусылар һәм ауыл хужалығы тармағы техникаһы күрһәтелде.

"Салауат Юлаев" командаһының төп уйынсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты ҡуйыла Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов
"Салауат Юлаев" командаһының төп уйынсыларын һаҡлап ҡалыу маҡсаты ҡуйыла Был турала клубтың генераль директоры Ринат Бәширов белдерҙе. Хоккейсылар даими беренселектә сығыш яһаны, плей-офта ҡатнашты. Ҡайһы бер позицияларҙы ғына нығытырға кәрәк, тине ул. "Салауат Юлаев" КХЛда Гагарин Кубогы өсөн көрәштә ярым финалға етте. Бронза миҙалдар яуланы.

Башҡортостанда электр самокаттар ҡатнашлығында авариялар теркәлә Быйыл ғына 112 Системаһына 120-нән ашыу хәбәр ҡабул ителгән.
Башҡортостанда электр самокаттар ҡатнашлығында авариялар теркәлә Быйыл ғына 112 Системаһына 120-нән ашыу хәбәр ҡабул ителгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, улар самокаттан ҡолау, автомобилгә, йәйәүлегә бәрелеү осраҡтары менән бәйле. Электр самокатта иҫерек килеш йөрөргә ярамай. Транспортта бер юлы бер генә кеше булыуы шарт.

«Салауат Юлаев»тың баш тренеры Виктор Козлов яңы контрактҡа ҡул ҡуйҙы Килешеү ике йылға иҫәпләнгән һәм эш хаҡы йылына 45 миллион һум тәшкил итәсәк. Виктор Николоевич 2022 йылдан юлаевсылар менән етәкселек итә. Быйылғы миҙгелдең даими чемпионатын Өфө клубы Көнсығыш конференцияла икенсе урында тамамланы. Плей-оффта яҡташтарыбыҙ ярымфиналға тиклем барып етте, унда Ярославлдең «Локомотив»ынан серияла 1:4 иҫәбе менән отолдо.

Халыҡ-ара музейҙар көнөндә Республиканың төп телеканалы музейында асыҡ ишектәр көнө үтте Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған сараға килеүселәр радио һәм телевидение тарихы менән яҡындан танышты. Уларға бай мәғлүмәт тупланған ике тиҫтәләп стендтан тыш, фондта һаҡланған яҙмалар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияға килеүселәр уҙған быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем файҙаланылған радио һәм телевидение ҡоролмаларын ҡараны.

Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Бишбүләк районы Ҡыңғыр-Мәнәүез ауыл биләмәһендә хәтер мемориалы төҙөлә башланы. Урындағы халыҡ меценаттар менән берлектә аҡса йыйып яугир олатайҙарҙың исемен мәңгеләштерҙе. Мемориал майҙанын төҙөкләндереү эштәрен ауылдаштар тулыһынса үҙ көсө менән башҡарған. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленең Рәсәйҙең яңы биләмәләренә гастроле тамамланды Бөгөн ижади коллектив Луганск халыҡ республикаһының Красный Луч һәм Луганск ҡалаларында сығыш яһаны. Иң тәүҙә яҡташтарыбыҙ Штеровка ауылында Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа арналған мемориаль комплекста булды.

Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте Бөгөн Өфөлә «Атайсал» форумының йомғаҡлау тантанаһы үтте. Илһөйәрлек ҡоронда илдең һәм республиканың төрлө төбәктәренән делегаттар ҡатнашты, сара ҡунаҡтарын Башҡортостан башлығы тәбрикләне. «Атайсал» реаль эштәргә нигеҙләнгән дөйөм халыҡ хәрәкәтенә әйләнде, тине Радий Хәбиров. 4 йыл элек старт алған проект бөгөн 7 меңдән ашыу кешене берләштергән күләмле майҙансыҡ, уның сиктәрендә 31 меңдән ашыу проект тормошҡа ашырылған. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 1 миллиард 750 миллион һум тирәһе.

Радий Хәбиров йәш ғалимдар менән фәнде үҫтереү буйынса осрашты Йәш ғалимдарға күрһәтелгән дәүләт ярҙамы саралары һәм күләмле төҙөлөш проекттары. Республика башлығы Радий Хәбиров төбәктең юғары уҡыу йорттары ғилми хеҙмәткәрҙәре, аспиранттары менән осрашып, фән һәм юғары белемде үҫтереү буйынса алып барылған системалы эш менән таныштырҙы.

Тыуған илгә һөйөү ғаиләлә тәрбиәләнә «Атайсал» форумында МХО яугирҙарына һәм ғаиләләренә күрһәткән ярҙамы өсөн ирекмәндәр юғары наградаларға лайыҡ булды. Улар күсмә студияла ҡунаҡта - Салауат һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан МХО яугирҙары әсәләре, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды Рәйзәнә Солтанова һәм Раушания Рамаҙанова. https://vkvideo.ru/video-27097047_456290316

Башҡортостанда эсәр һыу ҡоролмалары яңыртыла Быйыл 4 объектты төҙөү һәм 17 урында ремонт ҡаралған, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-ко
Башҡортостанда эсәр һыу ҡоролмалары яңыртыла Быйыл 4 объектты төҙөү һәм 17 урында ремонт ҡаралған, тип хәбәр итәләр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. Был 37 мең кеше өсөн коммуналь хеҙмәт сифатын яҡшыртырға тейеш. Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. 2023-2024 йылдарҙа республикала 21 объект ремонтланған.

Халыҡ-ара музейҙар көнө уңайынан Республиканың төп телеканалы музейында асыҡ ишектәр көнө үтте Тәүге тапҡыр тормошҡа ашырылған сараға килеүселәр радио һәм телевидение тарихы менән яҡындан танышты. Уларға бай мәғлүмәт тупланған ике тиҫтәләп стендттан тыш, фондта һаҡланған яҙмалар ҙа күрһәтелде. Шулай уҡ экскурсияға килеүселәр уҙған быуаттан бөгөнгө көнгә тиклем файҙаланылған радио һәм телевидение ҡоролмаларын да ҡараны. Улар менән тармаҡ үҫешендә торған ветерандар үҙҙәре таныштырҙы.

Шаранда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн «Ғаилә ялы» ойошторолдо Шаран ауылының үҙәк район мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың яҡындары өсөн Ғаилә ялы уҙғарылды. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналған сара 9 ғаиләне бергә йыйҙы.