es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 982
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
Баймаҡ районында мәктәп баскетбол лигаһының муниципаль этап турниры уҙҙы Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң көслө баскетболсылар тип Әбделкәрим менән Темәс ауылдары командалары танылды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Өфөлә етлекмәй тыуған сабыйҙарҙың ғүмере өсөн дауаханаларҙа көн дә көрәш бара Бөгөн-Халыҡ-ара етлекмәй тыуған балалар көнө. Статистика мәғлүмәттәре буйынса донъяла һәр унынсы сабый ваҡытынан алда тыуа. Бер килогамм ауырлыҡ та йыйып өлгөрмәгән балаларҙың сәләмәтлеге, тәү сиратта, табиптарҙың тынғыһыҙ, фиҙәҡәр хеҙмәте һәм ата-әсә һөйөүенән нығый. Йәшәргә ынтылыштары көслө булған кескәйҙәр тураһында киләһе яҙмала

Хәйбулла районы Степной ауылында Герой улдар тәрбиәләгән әсәләргә арналған кисә уҙҙы Осрашыуҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәләре, ҡатындары тәбрикләнде. Махсус хәрби операция хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындары өсөн оло һынау. Кисәлә ошо ауыр йөктө үҙ иңдәрендә күтәреүселәр хөрмәтенә йылы һүҙҙәр әйтелде. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең уйҙары һәм кисерештәре менән уртаҡлашты

Өфөлә хәрбиҙәр өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды Хәрбиҙәр эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә. Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары өсөн «Үҙ бизнесым» проекты старт алды. Утыҙҙан ашыу кеше уҡыуға ғариза биргән. Психологтар, эшҡыуарҙар һәм педагогтар ярҙам саралары, табышлы эште дөрөҫ алып барыу ҡағиҙәләрен аңлата.

Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды Тыуған ерҙә көс туплап. Салауат Юлаев исемендәге оператив тәғәйенләнештәге батальон хәрбиҙәре йәнә яуға юлланды. Йола буйынса, «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға Ватан һаҡсыларының яҡындары, дуҫтары, власть һәм хәрби комиссариат вәкилдәре килде. Республика етәкселеге был юлы ла яугирҙарға уңайлы автобустар бүлгән.

«Пруфы» баҫмаһы редакцияһына һалынған 2 миллион һумлыҡ штраф үҙ көсөндә ҡалды Республиканың юғары суды ошондай ҡарар ҡабул итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл ғинуарҙа «Ирекле медиа» автономиялы коммерция булмаған ойошманың структур бүлексәһе-«Пруфы/Новости Уфы и Башкирии» телеграм-каналында пилотһыҙ осоу аппаратының Өфө заводтарының береһенә осоуы, шартлау тауышы һәм ошоға бәйле интернет эшендә өҙөклөктәр барлыҡҡа килеүе тураһында мәғлүмәт еткергән яҙма донъя күрә. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты иһә был хәбәрҙең дөрөҫ түгеллеген, рәсми белешмәләргә түгел, ә авторҙың шәхси сығанаҡтарына ғына нигеҙләнгәнен дәлилләй.

Ауырғазы фермерҙары «Агростартап» ярҙамында йәшел һуған үҫтереп табышын арттыра Ауыл хужалығында табышлы эшләргә «Агростартап» ярҙамға килә. Ауырғазы районында урынлашҡан Воловиков крәҫтиән-фермер хужалығында заманса техникалар дәүләт грантына һатып алынған.

Башҡортостанда үткән Рәсәй креатив мәктәптәр съезы ҡатнашыусыларҙан юғары баһа алды Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезында ҡатнашыусылар Башҡортостандан бай тәьҫораттар менән таралашты. Сара тәүге тапҡыр илдең баш ҡалаһынан ситтә ойошторолдо.

Башҡортостанда Дыуан һәм Баҡалы райондарында «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге филиалдары асылды Мәшғүллек үҙәктәрен асыу тантанаһында видеобәйләнеш режимында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин ҡатнашты. Былтыр Рәсәйҙең 12 төбәгендә «Рәсәйҙә эш» кадрҙар үҙәге яңыртылды. Улар араһында граждандарҙы эшкә урынлаштырыу йүнәлешендә Башҡортостан алдынғы төбәктәр исемлегендә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров участковыйҙарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы Башҡортостан башлығы Өфөнөң Совет районында урынлашҡан 80-се полиция участка пунктында Ульяна Хәйретдинова һәм Динар Хәйбрахманов менән осрашты. Республика етәксеһе участковыйҙарҙың эше, халыҡтың уларға ниндәй һорауҙар һәм проблемалар менән мөрәжәғәт итеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды.

Йыл башынан алып аҙыҡ-түлек продукцияһы етештереү индексы 122 процентҡа еткән Рәсәйҙә был күрһәткес уртаса 99 процентҡа тиң. Ҡаҙаныштар менән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тармаҡ министры урынбаҫары таныштырҙы. Был өлкәлә етештереү күләмдәренең артыуы экспортҡа сығыу мөмкинлеге лә бирә. Ун айҙа Башҡортостандан тышҡы баҙарға 428 мең тонна ауыл хужалығы продукцияһы сығарылған.

Өфөлә медиа һәм пиар өлкәһендә эшләүселәр өсөн уҡыуҙар үтте Башҡортсотандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм ведомстовның йәштәр советы тарафынан ойошторолған «Медиа мәктәп» 70 ҡатнашыусыны берләштерҙе. Ике көнлөк уҡыуҙарҙа эксперттар ҡыҙыҡлы текстар яҙыу, матбуғат саралары өсөн релиз төҙөү, сығыш яһау, видео төшөрөү, мотнажлау һәм нейроселтәр серҙәре менән бүлеште.

Башҡортостанда Руденконың 140 йыллығына арналған халыҡ-ара конференцияға йомғаҡ яһалды Шишмә районында бөгөн өс көн дауамында барған Археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференцияға йомғаҡ яһалды. Донъя ғалимдарын берләштергән форум был юлы этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды.

Әбйәлил районында ат-спорт клубында шөғөләнеүсе балалар уҡ атырға өйрәнә башланы «Башҡорт аты» Халыҡ-ара фестивалендә призлы урындар яулаған һыбайлылар Әлшәй районында үткән ярыштарҙа ла яҡшы күрһәткестәргә ирешкән. «Юрға» ат спорты клубында балалар һыбай йөрөргә һәм уҡ атырға бушлай өйрәнә.

«Ватандаш» журналы Һаҙый Арыҫланов исемендәге конкурста беренсе урын яуланы «Ватандаш» журналы фронтовик журналист Һаҙый Арыҫланов исемендәге республика конкурсында уңыш ҡаҙанды. Абруйлы конкурс еңеүселәре исеменә 40-лаған журналист дәғүә иткәйне. Жюри ағзалары тәү сиратта Һаҙый Арыҫлановтың ижады һәм тормош юлы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция геройҙарына арналған материалдарҙы юғары баһалаған.

Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә Баймаҡта махсус хәрби операция биләмәһе өсөн маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса күләмле эштәр дауам итә. Тулыра беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.

Донбассҡа алғы һыҙыҡтағы Башҡортостан яугирҙарына 165-се гуманитар ылау оҙатылды Махcус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәргә тәғәйенләнгән кәрәк-яраҡтар, төҙөлөш матералдары 11 фураға тейәлгән. Изге сәфәргә юлланыусыларҙы республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбриәкләне,водителдәргә ҡуйылған бурыслы яуаллылыҡ менән башҡарып сығыуҙарын теләне.

«112-ашығыс ярҙам» ҡушымтаһы менән 6 мең ярымдан ашыу кеше ҡуллана 2023 йылда уйлап сығарылған мобиль ҡушымта аша янғын һүндереүселәрҙе, полиция, ашығыс медицина ярҙамын, газ һәм «антитеррор» хеҙмәтттәрен саҡыртырға була. Ул айырыуса телмәре боҙололған һәм ишетеү һәләтен юғалтҡан граждандар өсөн уңайлы. Шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенән репортаж.

5 йәшлек Солтанморат Башҡортостан Башлығына тура эфирҙа башҡортса йәнһүрәттәр һораны Республика Башлығының Башҡортостан халҡы менән тура бәйләнештәге диалогы быйыл да йәнле барҙы.Төбәк етәксеһенә хатта Өфөлә йәшәгән кескәй тамашасы ла һорау бирҙе. 5 йәшлек Солтанморат Ғиззәтуллин башҡортса йәнһүрәттәрҙе күберәк ҡарарға теләк белдерҙе. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Башҡортостан айтишниктары Өфөгә «Торатау» конгресс холына йыйылды Бында мәғүмәт технологиялары үҫеше һәм проблемалары буйынса түңәрәк өҫтәл үтте. Сара Бөтә Рәсәй айти конференцияһы сиктәрендә ойошторлған. Һөйләшеүҙә Республика Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттары вәкилдәре, айти белгестәр ҡатнаша. Һүҙ яңы проекттар, дәүләт ярҙамы, хәүефһеҙлек саралары тураһында бара.