es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 023
Suscriptores
-124 horas
-37 días
-630 días
Archivo de publicaciones
Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ике үҫмергә парашют менән һикереү мөмкинлеген бүләк итте. Илназ Дәүләтов менән Максим Назаралиев республика башлығы менән уҙған йәкшәмбелә «Геройҙар биләмәһе»тип аталған үҙенсәлекле балалар өсөн слетта осрашты. Һәм бер аҙнанан һуң малайҙар парашюттан һикерҙе. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Гриптан вакцина яһау өсөн сентябрь-ноябрь уңышлы һанала Белгестәр ошо хаҡта белдерҙе. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең
Гриптан вакцина яһау өсөн сентябрь-ноябрь уңышлы һанала Белгестәр ошо хаҡта белдерҙе. Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 200 меңдән ашыу кеше был ауырыуҙан прививка эшләткән. Вакцина ауыр эҙемтәләрҙе булдырмаҫҡа, өҙлөкмәҫкә, пневмонияны иҫкәртергә ярҙам итә. Башҡортостанда киҙеүҙән 2 миллион ярым кешегә прививка яһау ҡарала. Уларҙың 600 меңдән ашыуы балалар. Медицина учреждениеларына тейешле препараттар килтерелгән.

Башҡортостан танкистары һөнәри байрамын яу ҡырында ҡаршыланы Рәсәй танкистары һөнәри байрамын билдәләне. Армияның көсөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе яҡташтарыбыҙҙы байрам менән Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны егеттәре был көндө лә эш өҫтөндә хәрби дежурҙа ҡаршы алды. Улар махсус хәрби операцияның Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә бурысын үтәй.

Радий Хәбиров Башҡортостандың МХО ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты Радий Хәбиров Башҡортостандың махсус хәрби операция ветерандары ассоциацияһы ултырышында ҡатнашты. Унда ойошманы артабан үҫтереү, хәрбиҙәрҙең һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү мәсьләләлре тикшерелде. Төбәк башлығы билдәләүенсә, ассоциация алдында торған бурыстар иҫәбендә-һәләк булғандарҙың исемен мәңгеләштереү, инвалид ветерандар хаҡында хәстәрлек күреү, хәрбиҙәрҙе тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу, белем биреү, эшкә урынлаштырыу.

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы яңыртыла Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында фельдшер-акушер пункты асылды.
Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһы яңыртыла Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында фельдшер-акушер пункты асылды. Медицина учреждениеһы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ярҙамында барлыҡҡа килде. Яңы бина заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле пациенттар өсөн шарттар булдырылған. ФАПта Шәрипҡол, Октябрь һәм Ивановка ауылдарынан 400-гә яҡын кешегә медицина ярҙамы күрһәтелә.

Радий Хәбиров: Башҡортостан сәнәғәт объекттары өҫтәмә һаҡлауға мохтаж Пилотһыҙ осоусы аппараттар һөжүменән һаҡланыуҙың ҡатнаш системаһы ярҙамында ауыр эҙемтәләргә юл ҡуйылманы. Был турала Радий Хәбиров республиканың террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышында белдерҙе. Кәңәшмә эшендә төбәктең көс структуралары, министрлыҡ-ведомство, эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашты.

Оператив кәңәшмәлә һайлау йомғаҡтары һәм медицина үҫеше ҡаралды Уҙған йәкшәмбе Башҡортостанда үткән һайлауҙарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан 13 кеше депутат мандаты алған. Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә берҙәм тауыш биреү көнөнә йомғаҡ яһалды. Төбәк етәксеһе шулай уҡ яу яланында хәбәрһеҙ юғалған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр итте. Оператив кәңәшмәләге ошо һәм башҡа темалар тураһында киләһе репортаж.

Республика етәкселеге «Башкиравтодор» предприятиеһын тарҡатыуҙан һаҡлап ҡалды Был турала бөгөн оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, төбәк власы юл ремонттары өсөн яуаплы төп операторҙың эшен тотороҡландырырға тырыша, тик шул уҡ ваҡытта предприятиены көрсөккә терәтергә теләүселәр ҙә табыла. Башҡортостан етәкселегенең хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектәге эшмәкәрлеге предприятиены һаҡлап ҡалырға булышлыҡ итә.

Башҡортостандың пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы күҙәтеүсе үҙенең станцияһы бар Шулай уҡ власть органдары билдәләүенсә, оператив иҫкәртеү системаһы эше лә яйға һалынған. Йәғни, пилотһыҙ осоусы аппараттар башҡа төбәк яғынан Башҡортостан биләмәһенә йүнәлгәндә үк белгестәр уны асыҡлап күҙәтеп барған.

«Башнефть» предприятиеһы самолет тибындағы пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың террористик һөжүменә дусар булды Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙың береһе асыҡланып, ул күҙәтеүгә алына. Предприятиеның һаҡ көстәре менән эре калибрлы атыу ҡоралынан ут асыла. Пилотһыҙ аппарат зыян күреп, завод биләмәһенә ҡолап төшә. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Производство майҙансығы бер аҙ зыян күрә, янғын сыға, әле ул һүндерелә. Бынан һуң тағы ла бер пилотһыҙ осоусы аппарат бәреп төшөрөлә, әле уның эҙемтәләр күләме асыҡлана. Барлыҡ көстәр ҙә хәрби әҙерлектә. Урында хоҡуҡ һаҡлау органдары, компания етәкселеге һәм төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре эшләй. Хәл контролдә тотола.

Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды Быйыл Башҡортостанда бәшмәк уңған. Оҙайлы ямғырҙарҙан һуң бәшмәк яратыусылар урман-яландарға юлланды. Берәүҙәр бәшмәкте һатыу өсөн йыйһа, икенселәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләй. Әммә урман аҙығын насар белгәндәр өсөн һаҡ булырға кәңәш ителә-ағыулылары ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Бөрйән районында Ағиҙел буйын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үтте Экологик акцияла Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы, Туризмды үҫтереү үҙәге, Бөрйән районы хакимиәте етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре, туроператорҙар ҡатнашты. Бөтәһе 200-гә яҡын кеше. Улар төркөмдәргә бүленеп 80 километрға яҡын яр буйын сүп-сарҙан таҙалап сыҡты. Ағиҙел буйында үткән «Таҙа Бөрйән» акцияһынан репортаж.

Милли кейем көнө быуындарҙы берләштерә Әбейҙәр сыуағы башланып ҡына торған мәлдә бөтә республика халыҡ йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре мөхитенә сума. Ҡала һәм ауыл урамдары милли кейемдәрҙең сағыулығы менән тулылана, ә тирә-йүндә халыҡ йырҙары көйҙәре ағыла. Милли кейем байрамы быуындар бәйләнешен, үткән менән бөгөнгөнө тоташтыра.

Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте Әйтер һүҙем етһен кешеләргә. Баймаҡ үҙәк китапханаһында Рәшиҙә Мәҙәһиеваның ижад кисәһе үтте. Унда ғәлимәнең ҡәләмдәштәре, туғандары, ижадташ дуҫтары, район китапханасылары, әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылды Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш. Ейәнсура районында йәшәүселәр «Таҙа яр» акцияһына ҡушылып, урындағы һыу ятҡылыҡтары, йылғаларҙың ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты, биләмәләге ҡороған ағастарҙы ҡырҡты. Экологик мәҙәниәтте күтәреүгә йүнәлтелгән сара тураһында киләһе яҙмала.

Белорет районы Ломовка ауылында теркәлгән янғында ике кешенең ғүмере өҙөлгән Уҙған төндә күп балалы ғаилә йәшәгән ағас йортто ут ялмап ала. Янғынға ҡаршы көрәшкә 14 кеше һәм биш берәмек техника йәлеп ителгән. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡытында йортта биш кеше булған. 6, 9, 16 йәшлек балалар тәҙрә аша сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ата-әсәһе һәләк була. Әле янғын сәбәбе асыҡлана.

Алдағы төндә республикала һауа температураһы 3 градусҡа тиклем түбәнәйеп ҡырау төшөүе фаразлана Көндөҙ 14-19 градус йылы күрһәтә, яуым-төшөм көтөлмәй. Иртәле-кисле автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан төшөп, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрғаса сикләнә. Елдең тиҙлеге секундына 12 метрға тиклем етер тип күҙаллана. Быға бәйле белгестәр электр линиялары, ағас, реклама банерҙары һәм конструкциялар янына яҡын барыҙан тыйылырға саҡыра.

Иглин районы йәш армеецтары алғы һыҙыҡ өсөн маскировка селтәрҙәре әҙерләй Иглин районы йәш армеецтары «Бөтәһе лә Еңеү өсөн» штабында ирекмәндәргә ҡушылып алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙам итә. Улар маскировка селтәрҙәре, шүрәле костюмы өсөн баш кейеме,шлем аҫтынан кейә торған еңел башлыҡтар әҙерләй. Йома һайын өс төркөмгә бүленеп өлкәндәр менән бер рәттән алғы һыҙыҡтағыларға Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Т-80 танктары һәм башҡорт яугирҙары фронтта һөжүмде дауам итә Броня ныҡлы, ә танкистар тағы ла нығыраҡ тора. 35-се айырым мотоуҡсылар бригадаһының танк батальоны яугирҙары Украинаның неонацистар режимын ҡаҡшата. Һөнәри байрам көнөндә лә улар ҡаршы яҡ нығытмаларына һөжүм итте. Танкистар көнө менән яҡташтарыбыҙҙы БЮТ хәбәрселәре лә тәбрикләне.

Максим Серафимов иҫтәлегенә тәүге клип донъя күрҙе Беҙҙең йәштәр иң яҡшыһы һәм һәләтлеһе. Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә «АМА» ижади төркөмө менән «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы балалары уйлап сығарға проект тураһында яҙҙы. «Беҙҙең геройҙар» циклы илдең төрлө төбәктәренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәш ҡатнашыусыларға арналған ете музыкаль видеоклиптан тора.