es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 022
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостанда Мәрйәмә, Сафи, Мохнура тыуған сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғл
Башҡортостанда Мәрйәмә, Сафи, Мохнура тыуған сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды. Мәғлүмәттәр ЗАГС реестрының мәғлүмәт-аналитика порталында баҫылған. Уның буйынса, ҡыҙҙар араһында – Мәрйәмә, Сафи, Гүзәлиә, Эстель һәм Мохнура, малайҙарҙа Рәхәт, Мурадхан, Юлай, Эмиль һәм Хайдарали исемдәре осрай. Әминә, Амелия ,Эмилия, Ева һәм София -иң популяр ҡыҙҙар исеме. Малайҙарға йышыраҡ Әмир , Эмир , Марк, Тимур һәм Мирон тип ҡушҡандар.

«Өфө» аэропортында Франциянан оло еңеү менән ҡайтҡан Башҡортостан вәкилдәрен ҡаршы алдылар Делегацияны Республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре ҡаршыланы. Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге төркөм Парижда Юнесконың 47-сессияһында ҡатнашып «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә халыҡ-ара статус алды.

Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла Тиҙҙән «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асыла. Бинаны ремонтлауҙы августа тамамларға планлаштыралар. Был хаҡта үҙенең социаль селтәрҙәрендә Радий Хәбиров хәбәр итте. Бүлексәнең Генерал Шайморатов һәйкәле эргәһендә урынлашыуы осраҡлы түгел, сөнки Совет майҙанынан яугирҙар Ватан һағына оҙатыла һәм уларҙы еңеү менән ҡаршылауыбыҙға ышанабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Республика урмандарында янғын сығыу хәүефе арта Урман хужалығы минисрлығынан ошо турала иҫкәртәләр. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйә
Республика урмандарында янғын сығыу хәүефе арта Урман хужалығы минисрлығынан ошо турала иҫкәртәләр. Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтарында туристар һәм һунарсылар өсөн сикләүҙәр индерелгән. 27 июлгә тиклем урман биләмәләренә барыу тыйыла. Башҡортостанда янғынға ҡаршы махсус тәртип ғәмәлдә. Режим боҙоусыларға штраф һалына. Ябай кешеләргә 40 меңдән 50, вазифалы кешеләргә 60 меңдән 90 меңгә тиклем, ойошмаларға 1 миллион һум штраф һалыныуы ихтимал.

Республикала бер миллиондан ашыу “Алға” картаһы һатылған Берҙәм транспорт картаһы 2019 йылда әйләнешкә индерелде. Юл йөрөүсел
Республикала бер миллиондан ашыу “Алға” картаһы һатылған Берҙәм транспорт картаһы 2019 йылда әйләнешкә индерелде. Юл йөрөүселәрҙең яртыһы уның менән иҫәпләшә. Быйыл Башҡортостанда йәшәүселәр 44 мең карта һатып алған. Ай һайын 7 мең самаһы “Алға” һатылған. “Бәхетле сәғәт” акцияһына ярашлы, пассажирҙар 28 миллион тапҡыр бер транспорттан икенсеһенә бушлай күсеп ултырған. Быйыл “Алға” картаһы менән электричкаларҙа иҫәпләшеү 1 ярым тапҡырға артҡан.

Башҡортостанда 100-гә яҡын таксист танытмаһыҙ йөрөй Уларҙың тейешле өлгөләге водитель документы юҡ. 20-гә яҡын кешенең пассаж
Башҡортостанда 100-гә яҡын таксист танытмаһыҙ йөрөй Уларҙың тейешле өлгөләге водитель документы юҡ. 20-гә яҡын кешенең пассажир ташыуға рөхсәте булмаған. Республикала такси хеҙмәткәрҙәре араһында йыл башынан 112 ҡағиҙә боҙоу осрағы асыҡланған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. Тейешле талаптарҙы үтәмәгән водителдәрҙең аккаунты ябыла. Улар йөрөткән автомобиль штраф туҡталҡаһына ебәрелә.

Өфөнән 70 йәшлек Александр Коренецкий Ҡаҙағстанға юл тотто Ул күрше дәүләткә велосипедта бара. Сәйәхәт Яңы Балтас-Балкашино м
Өфөнән 70 йәшлек Александр Коренецкий Ҡаҙағстанға юл тотто Ул күрше дәүләткә велосипедта бара. Сәйәхәт Яңы Балтас-Балкашино маршруты буйынса башланды. Спорт ветераны көн һайын 150 километр юл үтергә ниәтләй. Ул сатырҙа йәки урындағы кешеләрҙең йортонда йоҡларға планлаштыра. “Велосәфәр сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының дуҫлығын нығытыу маҡсатында ойошторола”, - тип белдерҙе Александр Коренецкий.

Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған Хаҡлы ялдағы тынғыһыҙ эш. Өфө районынан Рима Мусина 70 йәштә ҙур күләмдә гөл-сәскә үҫтерә башлаған. Бер йыл дауамында ул сәскәләрҙе тәрбиәләү буйынса уҡыуҙар үтә, яйлап коллекцияһын тулыландыра. Тәүҙә уларҙы ихата алдына ултыртһа, хәҙер ҡайһы бер сорттар теплицала урын алған.

Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ғафури районында питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы туҡтатҡан Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары Ғафури районында питбайкта йөрөгән 8 йәшлек малайҙы туҡтатҡан. Ваҡиға урынына малайҙың әсәһе саҡыртылған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, хәүефле уйынсыҡты балаға атай кеше алып биргән булған. Закон буйынса ғаиләгә 30 мең һум күләмендә штраф һалынған, транспорт сараһы махсус туҡталҡаға оҙатылған.

Дүртөйлөлә янғындан зыян күргән йәш ғаилә ярҙамға мохтаж Дүртөйлө районы Тәкәрлек ауылынан Миләүшә менән Денис Умураковтар ғаиләһе янғындан һуң йортһоҙ ҡалған. 1966 йылғы торлаҡ былтыр ғына кредитҡа һатып алынған булған. Айлыҡ түләүҙәргә өҫтәп, хәҙер яңы өй төҙөлөшө өсөн дә аҡса талап ителә. Йәш ғаилә битараф булмаған кешеләрҙең ярҙамына мохтаж. Ошо көндәрҙә улар икенсегә ата-әсәй ҙә булған.

Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай Башҡортостанда торлаҡ шарттарын яҡшыртырға теләүселәр өсөн яңы проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Программа льготалы ипотека программалары бөтөрөлөүен иҫәпкә алып ҡабул ителгән. «Башҡортостан торлағы» проектын төҙөүселәр ассоциацияһы төбәк хөкүмәте менән берлектә тормошҡа ашыра.

Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булыу тураһындағы ҡарар Парижда Юнеско ның штабында үткән 47-се сессияла иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был республика өсөн тарихи ваҡиға. Оҙайлы йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, юғары ҡаҙаныш.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Кеше өсөн архитектура» практикумында ҡатнаша Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Мәскәүҙә Радий Хәбиров Башҡортостан командаһы менән бергә «Кеше өсөн архитектура. Йәшәге килгән киңлекте булдырыу тураһында практикум» тип аталған уҡыуҙарҙа ҡатнаша.

Өфөлә 17 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды Һуңғы көндә яҡташыбыҙ Альберт Вәлиев бронза миҙал яуланы. Спорттың был төрөндә 135 үҫмер ҡатнашты. Дөйөм команда иҫәбендә Башҡортостан, Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, көмөш призер булды. Өсөнсөлә Мәскәү өлкәһе вәкилдәре. Бер үк ваҡытта 15 йәшкә тиклемге спортсылар «Рәсәй йәшлеге» ярышында көслөләрҙҙе асыҡланы. Бында инде яҡташтарыбыҙ команда беренселегендә алтын миҙал менән бүләкләнде.

Өфөлә «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлешенә нигеҙ һалына. Милли музейҙа Төркөстандың «Әзрет Солтан» музей-ҡурсаулығы менән берлектә әҙерләнгән «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Сара сиктәрендә ик яҡ араһында узей эше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанда юл хәрәкәте именлеге буйынса етди ваҡиғалар теркәлә Архангел районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Киа Соул» автомобилен туҡтатырға маташа, әммә водитель уларҙың законлы талабын һанға һуҡмай. Махсус сигнал аҫтында патруль автомобиле иномарканы эҙәрлекләй башлай. Бер нисә тапҡыр туҡтатыу талабын водитель инҡар итеп, киреһенсә, газға баҫа.

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инергә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял иткән. Фажиғәле хәлдәрҙең береһе Салауат районы Лағыр ауылында теркәлгән.

Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Был хаҡта Урман хужалығы министрлығы иҫкәртё. Бер үк ваҡытта Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә 27 июлгә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә һәм унда транспорт сараларының инеүенә сикләү ғәмәлдә ҡала.

Ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды Бөгөн ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды. Үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр көтөп алған ялын башлыса яҡындары янында үткәргән, күптәре көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, диңгеҙ буйын ялға барып килеүселәр ҙә булған.

Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. «Һанлы технологиялар йылдам үҫешкән дәүерҙә почта элемтәһе элеккесә миллионлаған кеше өсөн хеҙмәттәрҙең ҙур теҙмәһен тәьмин итеүсе мөһим социаль институт булып ҡала. Был айырыуса республикабыҙ өсөн мөһим, унда меңдән ашыу бүлексә эшләй, уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан.