es
Feedback

¡No caigas en manos de tramposos! Telemetrio encuentra y marca estos canales 👉 Si quieres ver la etiqueta, suscríbete 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 973
Suscriptores
Sin datos24 horas
-57 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде Шүлгәнташ мәмерйәһе «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Халыҡ-ара статусҡа эйә булыу тураһындағы ҡарар Парижда Юнеско ның штабында үткән 47-се сессияла иғлан ителде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, был республика өсөн тарихи ваҡиға. Оҙайлы йылдар дауамында алып барылған эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе, юғары ҡаҙаныш.

Радий Хәбиров Мәскәүҙә «Кеше өсөн архитектура» практикумында ҡатнаша Уҡырға бер ҡасан да һуң түгел. Мәскәүҙә Радий Хәбиров Башҡортостан командаһы менән бергә «Кеше өсөн архитектура. Йәшәге килгән киңлекте булдырыу тураһында практикум» тип аталған уҡыуҙарҙа ҡатнаша.

Өфөлә 17 йәшкә тиклемге спортсылар араһында ишеү слаломы буйынса Рәсәй беренселеге тамамланды Һуңғы көндә яҡташыбыҙ Альберт Вәлиев бронза миҙал яуланы. Спорттың был төрөндә 135 үҫмер ҡатнашты. Дөйөм команда иҫәбендә Башҡортостан, Санкт-Петербургтан ғына ҡалышып, көмөш призер булды. Өсөнсөлә Мәскәү өлкәһе вәкилдәре. Бер үк ваҡытта 15 йәшкә тиклемге спортсылар «Рәсәй йәшлеге» ярышында көслөләрҙҙе асыҡланы. Бында инде яҡташтарыбыҙ команда беренселегендә алтын миҙал менән бүләкләнде.

Өфөлә «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлешенә нигеҙ һалына. Милли музейҙа Төркөстандың «Әзрет Солтан» музей-ҡурсаулығы менән берлектә әҙерләнгән «Боронғо Төркөстан һәм Йәсәүи мираҫы» күргәҙмәһе асылды. Сара сиктәрендә ик яҡ араһында узей эше өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйылды.

Башҡортостанда юл хәрәкәте именлеге буйынса етди ваҡиғалар теркәлә Архангел районында юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары «Киа Соул» автомобилен туҡтатырға маташа, әммә водитель уларҙың законлы талабын һанға һуҡмай. Махсус сигнал аҫтында патруль автомобиле иномарканы эҙәрлекләй башлай. Бер нисә тапҡыр туҡтатыу талабын водитель инҡар итеп, киреһенсә, газға баҫа.

Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән Уҙған ял көндәрендә Башҡортостан йылға-күлдәрендә 12 кеше батып үлгән. Һәләк булғандарҙың барыһы ла һыу инергә рөхсәт ителмәгән пляждарҙа ял иткән. Фажиғәле хәлдәрҙең береһе Салауат районы Лағыр ауылында теркәлгән.

Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана Башҡортостандың ҡайһы бер райондары урмандарында бөгөн дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана. Был хаҡта Урман хужалығы министрлығы иҫкәртё. Бер үк ваҡытта Әбйәлил, Баймаҡ һәм Бөрйән урмансылыҡтары биләмәһендә 27 июлгә тиклем граждандарҙың урманда йөрөүенә һәм унда транспорт сараларының инеүенә сикләү ғәмәлдә ҡала.

Ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды Бөгөн ватан һаҡсылары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә Донбасҡа юлланды. Үҙәкләштерелгән оҙатыу тантанаһы ғәҙәттәгесә «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Хәрбиҙәр көтөп алған ялын башлыса яҡындары янында үткәргән, күптәре көнкүреш мәсьәләләрен хәл иткән, диңгеҙ буйын ялға барып килеүселәр ҙә булған.

Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. «Һанлы технологиялар йылдам үҫешкән дәүерҙә почта элемтәһе элеккесә миллионлаған кеше өсөн хеҙмәттәрҙең ҙур теҙмәһен тәьмин итеүсе мөһим социаль институт булып ҡала. Был айырыуса республикабыҙ өсөн мөһим, унда меңдән ашыу бүлексә эшләй, уларҙың күбеһе ауыл ерендә урынлашҡан.

Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алып «Юнеско»ның бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров был статусты республика өсөн тарихи ваҡиға тип атаны. «Шүлгәнташ» мәмерйәһе Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан. Ул тәүтормош кешеләре сәнғәте ҡомартҡыһы, Көньяҡ Уралдағы иң ҙур һәм иң матур мәмерйә тип иҫәпләнә. Шүлгәнташ доломит, гипс кеүек тау тоҡомдарынан тора һәм палеолит дәүерендә йәшәгән тәүтормош кешеһенең петроглифтары, йәғни ҡая һүрәттәре аша билдәле. Улар таш быуат кешеләре тарафынан 15 мең йыл элек төшөрөлгән.

Республикала талпандарҙың әүҙемлеге һаҡлана Быйыл 8 мең 800-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың
Республикала талпандарҙың әүҙемлеге һаҡлана Быйыл 8 мең 800-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың өс меңдән ашыуы - балалар. Белгестәр әйтеүенсә, талпан аша энцефалит, боррелиоз һәм башҡа сирҙәр йоғоуы ихтимал.

Республика рәссамдарын “Минең Рәсәй” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар Федераль почта хеҙмәте идаралығынан ошо турала хәбәр ит
Республика рәссамдарын “Минең Рәсәй” конкурсында ҡатнашырға саҡыралар Федераль почта хеҙмәте идаралығынан ошо турала хәбәр итәләр. Рәсәй Почтаһы илебеҙгә арналған марка һәм автор открыткаларын сығара. Варианттар ижади бәйгегә ебәрелгән рәсемдәр араһынан һайлана. Ярышта профессиональ һәм һәүәҫкәр ижадсылар, студенттар ҡатнаша ала. Заявка һәм эштәр 24 августҡа тиклем ҡабул ителә.

Башҡортостан сәнәғәт туризмын үҫеше буйынса лидер төбәктәр исемлегендә Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күрг
Башҡортостан сәнәғәт туризмын үҫеше буйынса лидер төбәктәр исемлегендә Екатеринбургта үткән “Иннопром” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә төбәктәр рейтингы иғлан ителде. Республикала етештереү объекттарына ҡыҙыҡһыныу арта. 2022 йылда бындай турҙарҙа 8 мең кеше ҡатнашҡан. Улар ҙур предприятиеларҙың үҙенсәлекле технологиялары һәм етештереү мәҙәниәте менән танышҡан. Рейтинг төҙөгәндә эксперттар 4 төп йүнәлеш буйынса 300 күрһәткесте иҫәпкә алған.

Өфө районында «Нөрлө-трофи» фестивале үтте Автоспорт һөйөүсөләр Өфө районына йыйылды. Нөрлө ауылы эргәһендәге майҙанда «Нөрлө-трофи» фестивале үтте. Үҙенсәлекле һәм экстремаль ярышта илдең төрлө төбәктәренән килгән ҡунаҡтар ҡатнашты.

«Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының 3х3 чемпионатында алтын миҙал яуланы «Салауат Юлаев» клубы Континенталь хоккей лигаһының 3х3 чемпионатында алтын миҙал яуланы! Руслан Сөләймәнов тәрбиәләнеүселәре финалда «Аҡ Барс» хоккейсыларынан өҫтөнөрәк булды. Иң тәүҙә юлаевсылар ярымфиналда Силәбенең «Трактор»ын 4-2 иҫәбе менән еңде.

Өфөлә Екатерина Васильконың «Беҙ бергә» картиналар күргәҙмәһе асылды Өфөнөң заманса сәнғәт музейында рәссам Екатерина Васильконың «Беҙ бергә» картиналар күргәҙмәһе асылды. Залда авторҙың 40-яҡын ижад емеше ҡуйылған. Екатерина Василько физик мөмкинлеге сикләнгән булыуға ҡарамаҫтан өйҙә генә бикләнеп ултырмай, әсәһе менән республика буйлап сәйәхәт итә, картинала яҙа, ҡул эштәре менән шөғөлләнә.

Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған Белорет районының Урман-Рәүәт ауылында бер үҙе йәшәгән 92 йәшлек Кинйәғол Сәлимгәрәев вафат булған. Ул тыуған төйәгенә тоғро ҡалып, ярты быуаттан ашыу тыуған нигеҙен һыуытмай донъя көтә. Ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнә, йылҡы тота, йәшелсә үҫтерә.

Баймаҡтан һәм Йылайырҙан 15 егет Ватан һағына юлланды Әрме хеҙмәте-маҡтаулы бурыс, етди батырлыҡ һәм тормош мәктәбе. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының хәрби комиссариатынан яҙғы саҡырылыштың һуңғы этабында 15 егет Ватан һағына баҫты.

Рәсәйҙә хәрби иҫәп ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар арттырылды Рәсәйҙә хәрби комиссариатҡа йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәтте хәбәр итмәгән өсөн штраф суммаһы арттырылды. Быға тиклем 1 меңдән 5 мең һумғаса түләргә тура килһә, хәҙер штраф күләме 10 меңдән 20 мең һумғаса еткерелде. Үҙгәрештәргә ярашлы, рәсми теркәү үтмәгән осраҡта йәшәү урынын алмаштырыу тураһында мәғлүмәт билдәләнгән ваҡытта хәрби комиссариатҡа хәбәр ителергә тейеш. Административ яуаплылылыҡ ҡаралған.

«Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре бара Йәй-юл төҙөүселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл. Башҡортостан юлдарында водителдәргә уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн юлсылар иртәнге сәғәт һигеҙҙән эш өҫтөндә. Төбәк әһәмиәтендәге «Өфө-Инйәр-Белорет» автомобиль юлында төҙөкләндреү эштәре барышы тураһында репортаж.