es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
1 975
Suscriptores
-224 horas
-57 días
-1830 días
Archivo de publicaciones
Өфөлә йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм коммерция булмаған ойошмалар ағзалары слеты үтте Ирекмәндәр Евразия фәнни-мәғариф үҙәге майҙанында иң яҡшы тәжрибә тип табылған проекттар презентацияһын ойошторҙо. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған 250 ҡатнашыусы өсөн бер нисә тематик майҙансыҡ эшләп торҙо. Бында коммерция булмаған ойошмалар эшмәкәрлеген киңәйтеү йүнәлешендә оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, гражданлыҡ йәмғитен үҫтереү өсөн лекциялар тәҡдим ителде.

Шишмә районында ғаилә 250 килограмм ҡабаҡ йыйҙы Өфөлә йәшәп, Шишмә районында баҡсасылыҡ менән шөғөлләнгән Илһөйәр Һәм Таһир Төхвәтуллиндар ҡабаҡтан рекордлы уңыш йыйған. Һәүәҫкәр баҡсасылар үҫтергән ҡабаҡтарҙың дөйөм ауырлығы 250 килограмм самаһы тәшкил иткән. Хужалар әйтеүенсә, улар гигант ҡабаҡ үҫтереү өсөн артыҡ ҙур эш башҡармаған.

Башҡортостанда бәшмәк миҙгеле башланды Бәшмәкле миҙгел. Башҡортостанда быйыл мул уңыш күҙәтелә. Урман аҙығын йыйыу өсөн бәшмәкселәр тәбиғәткә ағыла. Оҫталар аҡһымға бай файҙалы ризыҡты эшкәртеү, ҡышҡылыҡҡа һаҡлау ысулдары менән уртаҡлаша. Тәжрибәле бәшмәкселәр һәм һаҡлыҡ саралары хаҡында иҫкәртеүсе эксперттар менән беҙҙең ижади төркөм дә осрашты.

Өфөлә робот ярҙамында онкология буйынса уникаль операция башҡарылды Онкология сиренән уникаль операция. Бөгөн Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында бәүел ҡыуығындағы яман шеш робот системаһы ярҙамында заманса ысул менән алынды. Робот менән уҡыу йортоноң ректоры, медицина фәндәре докторы, академик Валентин Павлов идара итте. Рәсәй медицинаһы тарихында тәүге тапҡыр ҡулланылған үҙенсәлекле ысул хаҡында репортаж.

Башҡортостанда «Геосаҡырыу» өсөнсө Халыҡ-ара геология чемпионаты еңеүселәре билдәләнде Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ менән республика Хөкүмәте тарафынан ойошторолған сара 10 сентябрҙә старт алғайны. Ярышта ҡатнашыусылар геологик белем нигеҙҙәре буйынса тест үткәндән һуң, геологик киҫелеш, палеонтология, кристаллография кеүек айырым этаптарҙа ҡатнашты, ялан шарттарында һынауҙар үтте.

Быйыл республикала 2 миллион самаһы ағас ултыртылған Урман хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. “Йәшел Башҡортостан
Быйыл республикала 2 миллион самаһы ағас ултыртылған Урман хужалығы министрлығынан ошо турала белдерәләр. “Йәшел Башҡортостан” акцияһы барышында 150-нән ашыу тематик аллея булдырылған. Республика иҫтәлекле ағастар ултыртылған урындар менән дә айырылып тора. Быйыл “Йәшел Башҡортостан” акцияһының төп көнө 27 сентябрҙә була.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланды Вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, бөгөнгә был билә
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға әҙерлек тамамланды Вице-премьер Рөстәм Ғәзизов белдереүенсә, бөгөнгә был биләмә кәртәләп алынған, төҙөлөш ҡаласығы булдырылған, видеокүҙәтеү системаһы эшләй. Сентябрҙә ҡурғанда ер эштәре башлана, гранит баҫҡыстар алынасаҡ. Бөтә эштәр планға ярашлы алып барыла, - тине Рөстәм Ғәзизов.

2026 йылда пенсия 1 февралдән һәм 1 апрелдән артасаҡ Рәсәй социаль фонды рәйесе Сергей Чирков белдереүенсә, тәүҙә хаҡлы ялдағ
2026 йылда пенсия 1 февралдән һәм 1 апрелдән артасаҡ Рәсәй социаль фонды рәйесе Сергей Чирков белдереүенсә, тәүҙә хаҡлы ялдағылар өсөн түләү инфляция кимәле буйынса индексациялана. Апрелдән иһә социаль фондтың табышынан сығып пенсияны арттырыу планлаштырыла.

"Янғантау" геопаркында торналар иҫәбен алалар Бөгөнгә ҡоштарҙың иң ҙур тубы Ҡыйғы районы Яңы Мөхәмәт ауылы янында теркәлгән.
"Янғантау" геопаркында торналар иҫәбен алалар Бөгөнгә ҡоштарҙың иң ҙур тубы Ҡыйғы районы Яңы Мөхәмәт ауылы янында теркәлгән. 90-дан ашыу торна йыйылған. Ҡадир, Иҫке Мөхәмәт, Лағыр ауылдары һәм Йүкәлекүл янында бәләкәй төркөмдәр бар. Орнитологтар әйтеүенсә, ҡоштар йылы яҡҡа осор алдынан айырым урындарҙа ҙур туптарға йыйыла. Улар оҙайлы осошҡа әҙерләнәләр.

Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды Башҡортостан Милли архивында Ҡурған өлкәһе Әлмән районы башҡорттарының тарихи документтарын реставрациялау тамамланды. Боронғо төрки телендә ғәрәп графикаһы менән яҙылған ҡомартҡыларҙы республика белгестәре уҡыған, яңыртҡан, электрон күсермәһен эшләгән. Яҙма йәдкәрҙәр һаҡлаған ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, уларҙың әһәмиәте тураһында репортаж.

Лекаревкалағы приют: дүрт аяҡлыларға яңы тормош башы Берәҙәк хайуандарға йылы мөнәсәбәт. Өфө районы Лекаревка ауылындағы эттәр приюты 2021 йылдан алып эшләй. Йорт ихатаһында урынлашҡан вольерҙағы тауышҡа урындағы халыҡ күнеккән, ирекмәндәрҙең эшен ҡеүәтләп ҡабул иткән. Приют Президент гранттары фонды ярҙамы менән социаль башланғытарҙы ла тормошҡа ашырған.

Салауатта 13 йәшлек иҫерек водитель «Лексус»та ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан Салауатта «Лексус»тың 13 йәшлек иҫерек водителе дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән ҡасырға маташҡан. «Рулгә ултырма, малай!» социаль кампанияһы барышында юл-патруль экипажы бәлиғ булмаған баланы иномарка рулендә күрә. Әммә йәш водитель туҡтар урынға газға баҫа. Артына төшөп инспекторҙар уны ҡулға ала, ә алкотестер эскән булыуын күрһәтә. Осраҡ буйынса административ материал төҙөлә, автомобиль штраф туҡталҡаһына оҙатыла. Ата-әсәгә ҡарата сара күреү өсөн тикшереү материалдары бәлиғ булмағандар эштәре буйынса комиссияға ебәрелгән.

Һуңғы алышта батырлыҡ өлгөһө күрһәткән яҡташыбыҙ ҡайтарыла Батыр тыуған иленә ҡайтарыла. «Башҡортостан» полкы фронт һыҙығын алға күсереү һөҙөмтәһендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһен табыу һәм эвакуациялау мөмкинлеге барлыҡҡа килде. «Хәсән» ҡушаматлы яугир былтыр апрель айында Украина ҡораллы көстәренә әсирлеккә бирелмәйенсә тиңһеҙ алышта батырҙарса һәләк булғайны. Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һуңғы алышы тураһында уның иҫән ҡалып тотҡондан ҡайтҡан полкташы һөйләне.

Башҡортостанда пилотһыҙ осоу ҡоролмалары тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ Республика башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указға ярашлы, төбәктә киң мәғлүмәт сараларында, Интернетта, социаль селтәрҙәрҙә пилотһыҙ осоу аппараттарын видеоға һәм фотоға төшөрөп һалыу тыйыла. Пилотһыҙ осоу ҡоролмаларының төрөн, осош урынын, бәрелгән урынды, траекторияһын, аппарат йүнәлтелгән объектты, зыян килгән майҙансыҡ тураһында мәғлүмәт таратыу яуаплыҡҡа тарттырыла. Ҡағиҙәләрҙе иңҡар итеүселәргә штраф ҡаралған. Уның күләме граждандарға 3000 һумдан 5000 һумға, етәкселәргә 10 000 һумдан 30 000 һумға, юридик шәхестәргә 100 000 һумдан 500 000 һумға тиклем.

Ишембайҙа Юрматы ырыуы вәкилдәре йыйыны үтте Ул йәмғеһе 400-ҙән ашыу кешене берләштерҙе. Делегаттар иң тәүҙә Торатау итәгендәге «Ырыуҙар ташы» һәйкәленә сәскә һалды. Артабан оло йыйын Ишембай ҡала мәҙәниәт һарайында дауам итте. Фойела байрам ҡунаҡтарына бай ээкспозиция, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәренең ҡул эштәре һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре күрһәтелде.

Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар» байрамы үтте Сара сиктәрендә ҡунаҡтар урындағы мәктәп эшмәкәрлеге менән танышты. Объект ауылда тыуып үҫкән меценат Рим Хәсәнов ярҙамы менән тәртипкә килтерелгән. Урындағы халыҡ түҙемһеҙләнеп көтөп алған байрамда журналист Тәлғәт Шаһмановтың китабының исем туйы ла уҙҙы. Ауылдаштар байрамында ҡул оҫталары күргәҙмәһе, сағыу концерт ойошторолдо.

Өфөлә беренсе халыҡ-ара ҡурсаҡ театрҙары фестивале үтәсәк Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған сараға Рәсәй, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстандан тиҫтәләп театр килеүе көтөлә. Фестиваль программаһында спектаклдәрҙән тыш актерҙар һәм режиссерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҡаралған.

Өфөлә ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы Купюралар күргәҙмәһе. Башҡортостандың милли музейында ватан ҡағыҙ аҡсалары тарихынан ҡыҙыҡлы факттарға арналған экспозиция эшләй башланы. Оҙаҡ ваҡыт илдә тәңкәләр генә әйләнештә була. Купюралар 1769 йылда барлыҡҡа килә.

Баймаҡ районы Урғаҙа ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә икмәк һәм муллык көнө билдәләнде «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты буйынса ойошторолған байрам ысын мәғәнәһендә хеҙмәтте һәм уңышты данланы.

Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сә
Өфө-Ырымбур федераль трассаһында капиталь ремонт башланды Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. “Беҙ республика халҡы, бигерәк тә көньяҡ райондарҙа йәшәүселәр түҙемһеҙләнеп көткән күләмле төҙөлөш башланыҡ. Стәрлетамаҡ һәм Ашҡаҙар ауылы араһында юл өлөшө 4 һыҙатҡа тиклем киңәйтелә, йәйәүләр өсөн үткәүел, йүнәлештәрҙе бүлеүсе барьер ҡуйыла һәм юл яҡтыртыла”, - тип яҙған республика етәксеһе. Әле бында коммуникацияларҙы күсереү, ер эштәре башҡарыла. Ул киләһе йыл аҙағына тиклем әҙер булырға тейеш. Радий Хәбиров “Росавтодор” һәм “Приуралье” юл идаралығына рәхмәт белдерҙе.