БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más2 014
Suscriptores
-124 horas
-57 días
-1430 días
Archivo de publicaciones
2 014
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Илһөйәрлек сараһына төрлө ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яугирҙар һәм ветерандар ҡушылды. Башҡортостан дәүләт концерт залында төбәк башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.
2 014
Ноябрҙә ниндәй үҙгәрештар көтөлә
Рәсәйҙә махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының дәрәжәһен раҫлаусы берҙәм документ индерелә. Үҙгәрештәр Оборона министры Андрей Белоусов башланғысы менән тәҡдим ителгән. Хәҙер белешмәне «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәһендә рәсмиләштерергә мөмкин. Ул алғы һыҙыҡта торған яугирҙарҙың туғандарына ла бирелә. Яңылыҡ социаль ярҙам сараларын алыуҙы күпкә еңеләйтә.
Тулыраҡ видеояҙмала.
2 014
Күктә пилотһыҙ аппарат күренһә нимә эшләргә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы нисек эш итергә кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Бындай осраҡта яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингта йәшенергә кәрәк. Бейек ҡоролма эсендә булғанда түбәнге ҡатҡа төшөрөгә, әммә лифтҡа инмәҫкә кәрәк. Әгәр ҙә транспортта булғанда салондан мөмкин тиклем тиҙерәк сығыу талап ителә.
2 014
Өфө фән һәм технологиялар университетында яңы медиаүҙәк эш башланы
Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында булдырылған проект илдең 60 ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған.
2 014
Өфөлә Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне
Улар ҙа хәүефһеҙлек тәьмин итә. Йәмғиәттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген. Ялан батырҙары бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан тармаҡ министрлығы хеҙмәттә ҡаһарманлыҡ күрһәткән ауыл хужалығы эшсәндәрен юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләне.
2 014
Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы
Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Аграрийҙар тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.
2 014
Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты
Бөгөн киң йәмәғәтселек радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты.
Оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан киткән хеҙмәттәшебеҙ менән хушлашыу Башҡортостан асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһы, телеүҙәк янындағы майҙанда уҙҙы.
2 014
Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә
Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өй ризығы. Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә. Тылдан Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 014
Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе
Тулыһынса әҙер булырға. Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Видеоконференцияла республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Хәүеф көсәйгән шарттарҙа беҙҙән террорға ҡаршы тороусы барлыҡ субъекттарҙың, айырыуса муниципаль кимәлдә, хәлдең киҫкенләшеүенә яуап бирергә тулыһынса әҙер булыу талап ителә, - тине Радий Хәбиров.
2 014
Күмертауҙа туристик һалым индерелеүе мөмкин
Муниципалитет хакимиәте ҡала советына шундай тәҡдим менән сыҡҡан. Һалымды ғинуар айында индереү мөмкинлеге ҡарала. Уның ставкаһы ҡунаҡхнала хеҙмәттәр күрһәтеү хаҡының 1 процентына тиң була. Һалым әкренләп арта бара һәм 2029 йылға 5 процентҡа етергә тейеш. Уны махсус исемлеккә ингән ҡунаҡханалар түләй. Быйыл йәй илдә туристик һалым тураһында закон ҡабул ителде. Уның күләмен муниципалитеттар үҙ аллы билдәләй. Минималь суммаһы 100 һум була.
2 014
Башҡортостанда депутаттар гимн башҡара
Республика парламентында үткән ултырышта спикер Константин Толкачев дәүләт гимнын тыңларға ғына түгел, уны йырларға өндәне. “Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын һүҙҙәре менән башҡарайыҡ. Ил һәм республика дәүләт символикаһына хөрмәтте үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә кәрәк”, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.
2 014
«Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте.
Сара «Китап» нәшриәтенең баш ҡалалағы Ленин урамында асылған магазинында исем туйҙары уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус бүлмәлә үтте. Авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.
2 014
Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте
Радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте.
Нурия Абдуллина менән хушлашыу 1 ноябрь иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалы алдындағы майҙанда үтәсәк.
2 014
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре бара
Билдәле булыуынса, проект документтары тарихи-мәҙәни экспертиза үткән, ноябрҙә уның һөҙөмтәләре иғлан ителә. Юридик процедураларҙан һуң һәйкәлде постаменттан һүтеп алып, уға баш ҡала биләмәһендә ҡороласаҡ цехта реставрация уҙғарыу ҡаралған. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған.
2 014
«Хома» ҡушаматлы яугир: «Йөрәгем-яу яланында, ә йөнем -өйҙә»
«Йөрәгем-яу яланында, ә йөнем -өйҙә» Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет булһын өсөн көрәшеүсе «Хома» ҡушаматлы яугир тыуған йорт йылыһын шундай һүҙҙәр менән хәтерләй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яҡташыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.
2 014
Телефон аша үҙ фатирың менән идара итергә була
Башҡортостан халҡы хәҙер махсус ҡушымта ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләй һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшыра, йыйылыштарҙа тауыш бирә ала, шулай уҡ капиталь ремонт пландары менән танышырға һәм идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға мөмкин.
2 014
Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне
Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.
2 014
Радий Хәбиров республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты
Башҡортостан башлығы менән асыҡ диалог. Радий Хәбиров бөгөн республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты. 200-гә яҡын белгес Шишмә районының «Патриот» паркына йыйылды. Сара төбәктең 35 йәшкәсә дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрендә профессиональ кимәлде үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ике көн дауамында йәш чиновниктар һөнәри үҫеш өлкәһендәге төбәк һәм федераль проекттар менән танышты.
2 014
Учалы районының «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Ошо уңайҙан ижади коллектив Өфөлә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамашала ансамблдең хәҙерге составы бейеүселәре ла, тәүге артистар ҙа ҡатнашты.
2 014
Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында урам байрамдары үтә
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында урам байрамдары үтә. Аҙна һайын округтар үҙҙәренә ауылдаштарын саҡыра, тамаша ойоштора. Түбәнге Таулыҡай ауылының Иркәш һәм Айкүл урамдары байрамынан репортаж.
