ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 014
订阅者
-224 小时
-57
-1330
帖子存档
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дуҫлыҡ монументына сәскә һалды. Илһөйәрлек сараһына төрлө ведомство етәкселәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яугирҙар һәм ветерандар ҡушылды. Башҡортостан дәүләт концерт залында төбәк башлығы Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы.

Ноябрҙә ниндәй үҙгәрештар көтөлә Рәсәйҙә махсус хәрби операция ҡатнашыусыһының дәрәжәһен раҫлаусы берҙәм документ индерелә. Үҙгәрештәр Оборона министры Андрей Белоусов башланғысы менән тәҡдим ителгән. Хәҙер белешмәне «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында һәм күп функциялы үҙәк бүлексәһендә рәсмиләштерергә мөмкин. Ул алғы һыҙыҡта торған яугирҙарҙың туғандарына ла бирелә. Яңылыҡ социаль ярҙам сараларын алыуҙы күпкә еңеләйтә. Тулыраҡ видеояҙмала.

Күктә пилотһыҙ аппарат күренһә нимә эшләргә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк идаралығы нисек эш итергә кәрәклеге тураһында кәңәш бирҙе. Бындай осраҡта яҡындағы бинаға, ер аҫты үткәүеленә йәки паркингта йәшенергә кәрәк. Бейек ҡоролма эсендә булғанда түбәнге ҡатҡа төшөрөгә, әммә лифтҡа инмәҫкә кәрәк. Әгәр ҙә транспортта булғанда салондан мөмкин тиклем тиҙерәк сығыу талап ителә.

Өфө фән һәм технологиялар университетында яңы медиаүҙәк эш башланы Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығы ярҙамында булдырылған проект илдең 60 ҡалаһындағы юғары уҡыу йортонда тормошҡа ашырылған.

Өфөлә Башҡортостан аграрийҙары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләне Улар ҙа хәүефһеҙлек тәьмин итә. Йәмғиәттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген. Ялан батырҙары бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан тармаҡ министрлығы хеҙмәттә ҡаһарманлыҡ күрһәткән ауыл хужалығы эшсәндәрен юғары дәүләт наградалары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары менән билдәләне.

Радий Хәбиров Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы Бөгөн Башҡортостанда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Һөнәри байрам уңайынан төбәк башлығы Радий Хәбиров республиканың алдынғы эшсәндәренә дәүләт наградалары тапшырҙы. Республика иҡтисадында ауыл хужалығы айырым урын биләй һәм иң мөһим тармаҡтарҙың береһе булып тора. Аграрийҙар тырышлығы менән төбәктә йыл һайын иген һәм мал аҙығының кәрәкле запасы үҫтерелә, төрлө малсылыҡ продукцияһы етештерелә.

Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты Бөгөн киң йәмәғәтселек радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллинаны һуңғы юлға оҙатты. Оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан киткән хеҙмәттәшебеҙ менән хушлашыу Башҡортостан асыҡ акционерҙар йәмғиәте бинаһы, телеүҙәк янындағы майҙанда уҙҙы.

Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн өй ризығы. Кушнаренко районы Мәмәк ауылы ҡатын-ҡыҙҙары алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға аҙыҡ-түлек ебәрә. Тылдан Еңеүҙе яҡынайтыусылар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе Тулыһынса әҙер булырға. Башҡортостан башлығы төбәктең террорға ҡаршы комиссияһы ултырышын үткәрҙе. Видеоконференцияла республиканың ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашты. Хәүеф көсәйгән шарттарҙа беҙҙән террорға ҡаршы тороусы барлыҡ субъекттарҙың, айырыуса муниципаль кимәлдә, хәлдең киҫкенләшеүенә яуап бирергә тулыһынса әҙер булыу талап ителә, - тине Радий Хәбиров.

Күмертауҙа туристик һалым индерелеүе мөмкин Муниципалитет хакимиәте ҡала советына шундай тәҡдим менән сыҡҡан. Һалымды ғинуар
Күмертауҙа туристик һалым индерелеүе мөмкин Муниципалитет хакимиәте ҡала советына шундай тәҡдим менән сыҡҡан. Һалымды ғинуар айында индереү мөмкинлеге ҡарала. Уның ставкаһы ҡунаҡхнала хеҙмәттәр күрһәтеү хаҡының 1 процентына тиң була. Һалым әкренләп арта бара һәм 2029 йылға 5 процентҡа етергә тейеш. Уны махсус исемлеккә ингән ҡунаҡханалар түләй. Быйыл йәй илдә туристик һалым тураһында закон ҡабул ителде. Уның күләмен муниципалитеттар үҙ аллы билдәләй. Минималь суммаһы 100 һум була.

Башҡортостанда депутаттар гимн башҡара Республика парламентында үткән ултырышта спикер Константин Толкачев дәүләт гимнын тыңл
Башҡортостанда депутаттар гимн башҡара Республика парламентында үткән ултырышта спикер Константин Толкачев дәүләт гимнын тыңларға ғына түгел, уны йырларға өндәне. “Рәсәй һәм Башҡортостан гимндарын һүҙҙәре менән башҡарайыҡ. Ил һәм республика дәүләт символикаһына хөрмәтте үҙ миҫалыбыҙҙа күрһәтергә кәрәк”, - тине Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе.

«Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә ете авторҙың шиғырҙарынан торған китаптың исем туйы үтте. Сара «Китап» нәшриәтенең баш ҡалалағы Ленин урамында асылған магазинында исем туйҙары уҙғарыу өсөн тәғәйенләнгән махсус бүлмәлә үтте. Авторҙар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡыны, уларҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды.

Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте Радио ветераны, алып барыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурия Абдуллина оҙаҡ йылдар ауыр сир менән көрәшкәндән һуң арабыҙҙан китте. Нурия Абдуллина менән хушлашыу 1 ноябрь иртәнге сәғәт 10-да БСТ телеканалы алдындағы майҙанда үтәсәк.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек эштәре бара Билдәле булыуынса, проект документтары тарихи-мәҙәни экспертиза үткән, ноябрҙә уның һөҙөмтәләре иғлан ителә. Юридик процедураларҙан һуң һәйкәлде постаменттан һүтеп алып, уға баш ҡала биләмәһендә ҡороласаҡ цехта реставрация уҙғарыу ҡаралған. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған.

«Хома» ҡушаматлы яугир: «Йөрәгем-яу яланында, ә йөнем -өйҙә» «Йөрәгем-яу яланында, ә йөнем -өйҙә» Илебеҙҙә тыныслыҡ һәм бәхет булһын өсөн көрәшеүсе «Хома» ҡушаматлы яугир тыуған йорт йылыһын шундай һүҙҙәр менән хәтерләй. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға яҡташыбыҙ тураһында киләһе яҙмала.

Телефон аша үҙ фатирың менән идара итергә була Башҡортостан халҡы хәҙер махсус ҡушымта ярҙамында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияларҙы түләй һәм иҫәпләү күрһәткестәрен тапшыра, йыйылыштарҙа тауыш бирә ала, шулай уҡ капиталь ремонт пландары менән танышырға һәм идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға мөмкин.

Башҡортостан юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләне Юл һәм транспорт ведомствоһы ойошторолоуға 100 тулыу уңайынан республика башлығы Радий Хәбиров юлсыларға дәүләт наградаларын тапшырҙы. Өфөлә колонна залында тантаналы шарттарҙа водителдәр, техниканы ремонтлаусы эшселәр, транспорт ойошмалары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде.

Радий Хәбиров республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты Башҡортостан башлығы менән асыҡ диалог. Радий Хәбиров бөгөн республиканың йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашты. 200-гә яҡын белгес Шишмә районының «Патриот» паркына йыйылды. Сара төбәктең 35 йәшкәсә дәүләт һәм муниципаль власть органдары хеҙмәткәрҙәрендә профессиональ кимәлде үҫтереү маҡсатында үткәрелә. Ике көн дауамында йәш чиновниктар һөнәри үҫеш өлкәһендәге төбәк һәм федераль проекттар менән танышты.

Учалы районының «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле 60 йыллыҡ юбилейын билдәләй Ошо уңайҙан ижади коллектив Өфөлә ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаны. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙған тамашала ансамблдең хәҙерге составы бейеүселәре ла, тәүге артистар ҙа ҡатнашты.

Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында урам байрамдары үтә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусы Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында урам байрамдары үтә. Аҙна һайын округтар үҙҙәренә ауылдаштарын саҡыра, тамаша ойоштора. Түбәнге Таулыҡай ауылының Иркәш һәм Айкүл урамдары байрамынан репортаж.