es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 022
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк Башҡортостан юлдарын бушатып, автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итәсәк. Был аҙнала ил президенты Владимир Путин видеоконференция режимында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының дүрт һыҙатлы Дүртөйлө-Әшит юлын асыуға старт бирҙе. Яңы транспорт артерияһы төбәктең инвестиция ҡеүәтен арттырып, сауҙа, производство, эске туризм үҫешенә яҡшы йоғонто яһар тип көтөлә. Киләсәк маҡсаттар тураһында киләһе сюжетта.

Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең 100 йыллыҡ юбилей сараларында юғары ҡунаҡтар ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, «Ростех» дәуләт корпорацияһы генераль директоры Сергей Чемезов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексы индустриаль директоры Анатолий Сердюков предприятие хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне. Юбилей уңайынан УМПО заводында эшләүсе өс ғаиләгә фатир асҡыстары тапшырылды.

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә Конкурс 1 авгусҡа тиклем дауам итә. Проектҡа ярашл
“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә Конкурс 1 авгусҡа тиклем дауам итә. Проектҡа ярашлы, ауылға йәки 50 меңгә тиклем халыҡ йәшәгән ҡалаға эшкә барған белгестәр бер тапҡыр компенсация алырға хоҡуҡлы. Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығынан ошо турала белдерәләр. Программала мәҙәниәт йүнәлеше буйынса профессиональ белеме булған Рәсәй граждандары ҡатнаша ала. Еңеүселәрҙе махсус комиссия һайлай. Улар эшләргә тейешле мәҙәниәт ойошмаһы һәм Мәҙәниәт министрлығы менән хеҙмәт килешеүе төҙөргә бурыслы. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы 2021 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды.

Быйыл Башҡортостанда 7 мең ғаилә күп балалы тигән танытма алған Республикала 70 меңгә яҡын ғаиләнең ошондай документы бар. Ға
Быйыл Башҡортостанда 7 мең ғаилә күп балалы тигән танытма алған Республикала 70 меңгә яҡын ғаиләнең ошондай документы бар. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова улар эйә булған льготаларҙы хәтергә төшөрҙө. Ишле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән мәктәп уҡыусылары ҡала транспортында бушлай йөрөргә хоҡуҡлы. Колледжда белем алыуға компенсация ҡарала. Коммуналь хеҙмәттәрҙе түләгәндә ташламалар бар. Тулы мәғлүмәт менән семьярб нөктә рф сайтында танышырға була. Өс һәм унан күберәк бала үҫтергән ғаилә ишле иҫәпләнә. Танытманы алыуға ғариза күп функциялы үҙәктәрҙә тапшырыла.

Өфөлә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды Рәсәйҙә Берҙәм фольклор көнө уңайынан Өфөлә халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереүгә арналған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының мәғариф, фән, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереү комиссияһы тарафынан ойошторолған фекер алышыуҙа шәхескә музей асыу мөһимлеге билдәләнде.

Өфөлә Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды Өфө геоботаника мәктәбенә нигеҙ һалыусы иҫтәлегенә. Баш ҡалала ғалим Борис Миркинға мемориаль таҡтаташ асылды. Биология фәндәре докторы, профессор, атҡаҙанған фән эшмәкәре үҫемлектәрҙе классификациялау теорияһына ғына түгел, геоботаникала һанлы ысулдар эшләүгә лә ҙур өлөш индерә.

Бөрйән районында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы үтте Бөрйән районында Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының күсмә коллегия ултырышы үтте. Сарала тармаҡтың ярты йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, милли һәм федераль проекттарҙың эшмәкәрлеге тикшерелде. Коллегияла ҡатнашыусылар Бөрйән үҙәк район дауаханаһының матди-техник базаһы менән дә танышты.

Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған Учалы тегеү фабрикаһы Һиндостандан 90 кешене эшкә алған. Предприятиела билдәләүҙәренсә, сит ил эшселәре Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығының махсус квотаһы буйынса йәлеп ителгән. Был кадрҙар етешмәүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта производствола әле лә вакантлы вазифалар бар, уларға урындағы халыҡ та саҡырыла. Һиндостан эшселәренә килгәндә, улар фабрика биләмәһендәге ятаҡта йәшәй, телде өйрәнә, һәм параллель рәүештә уҡый.

Һуңғы тәүлектә республикала 31 янғын теркәлгән Уҙған төндә Яңауыл районы Сулпан ауылында ағас йортта янғын сыға. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ирекмәндәр көсө менән ут һүндерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 48 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғә тәмәке тартҡандағы һаҡһыҙлыҡ арҡаһында килеп сығыуы ихтимал. Өфөнөң Сипайлово урамында автомобиль янған. Ут «Мазда» автомобиленең двигателен ялмап ала. Махсус хеҙмәттәр килгәнгә тиклем шаһиттар янғынды һүндереп маташа. Бәхеткә күрә, зыян күреүселәр юҡ.

Башҡортостан педагогтары ҡаҙна иҫәбенә шифаханаларҙа ял итә ала 56 меңлек сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә. Уны алыу өсөн
Башҡортостан педагогтары ҡаҙна иҫәбенә шифаханаларҙа ял итә ала 56 меңлек сертификат 3 йылға бер тапҡыр бирелә. Уны алыу өсөн уҡытыусының мәғариф өлкәһендәге эш стажы 10 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Һуңғы хеҙмәт урынында 3 йыл эшләү шарты бар.

Башҡортостанда наркотик һатырға маташҡан Пермь крайы кешеһе ҡулға алынған Үҙәк Азия республикаларының береһендә тыуған 53 йәшлек ир Рәсәйҙә айырыуса ҙур күләмдә наркотик менән сауҙа итеүҙе йәйелдерергә ниәтләй. Был хаҡта Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк идаралығы хәбәр итә. Асыҡланыуынса, енйәттә ғәйепләнеүсе Ғафури районы Ивановка ауылынан алыҫ түгел урманда наркотик матдәләр йәшерә.

Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды Өфөнөң Ленин исемендәге паркын төҙөкләндерә башлауға ике ай тулды. Әле бында төҙөлөштөң иң ҡыҙыу мәле. Мәҙәни мираҫ һаналған объектты яңыртыу айырым иғтибар талап итә. Эш барышын Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылған махсус эшлекле төркөм даими рәүештә күҙәтеп бара. Реконструкция саралары менән бөгөн журналистар ҙа танышты.

Республикала киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө иғлан ителде Улар мартта һәм майҙа билдәләнә. Республикала йәшәүсе
Республикала киләһе йылға Ураҙа һәм Ҡорбан байрамдары көнө иғлан ителде Улар мартта һәм майҙа билдәләнә. Республикала йәшәүселәрҙе өҫтәмә ял көндәре көтә. Премьер-министр Андрей Назаров дини байрамдарҙы уҙғарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында донъя күргән. Уға ярашлы, 20 мартта Ураҙа байрамы була, был көндө халыҡ ял итә. 27 майҙа Ҡорбан ғәйете үткәрелә.

Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы Учалынан Динә Вәлиева рекорд ҡуйҙы. Ул өс дисциплинала 2 алтын һәм 1 бр
Башҡортостан уҡсылары Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы Учалынан Динә Вәлиева рекорд ҡуйҙы. Ул өс дисциплинала 2 алтын һәм 1 бронза миҙалға лайыҡ булды. Ярыш Һамар өлкәһендә үтте. Унда ил төбәктәренән 200-ҙән ашыу спортсы мәргәнлектә көс һынашты. Тиҙлеккә атыу буйынса Илмир Әхмәтйәнов иң оҫтаһы тип табылды. Турнирҙың “Тарихи уҡ” тигән төрөндә Тимур Өмөтбаев алтын, Илмир Әхмәтйәнов көмөш, Динә Вәлиева бронза миҙал менән бүләкләнде.

Башҡортостан урмансыларына яңы техника тапшырылды Башҡортостан урмансыларына заман талаптарына яуап биргән өр-яңы техника. Инспекторҙарҙың эшен техник яҡтан көйләү «Урман хужалығын үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса 27 миллион һумлыҡ федераль сығымдарға башҡарылған. Урман һағында торған белгестәр һәм яңы техника алып ҡыуанған инспекторҙар менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Шатун» ҡушаматлы яугир өйләнде. Никах тантанаһы Янауылда үтте. Ватан һасыһы Регина менән егерме йыл таныш. Законлы никахты теркәү тантанаһында парҙың ата-әсәләре, туғандары, дуҫтары, шулай уҡ ветерандар ойошмаһы һәм урындағы хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. «Шатун» ҡушаматлы яугир Чечня һуғышы ветераны, өс йыл тирәһе махсус хәрби операция биләмәһендә элемтәсе булып хеҙмәт итә. Тиҙҙән ул йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана.

Башҡортостанда мобиль интернетҡа сикләүҙәр булыуы мөмкин Ил төбәктәрендә хәүефһеҙлек маҡсатында ваҡыты-ваҡыты менән мобиль интернет тиҙлеге кәметелә, йә ул ваҡытлыса һүндерелә. Пилотһыҙ осоусы аппарат һөжүменә ҡаршы мотлаҡ сара Башҡортостанда ла ҡулланылыуы ихтимал.

Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Федераль яза башҡарыу хеҙмәте директоры урынбаҫары Сергей Щербаков менән осрашты. Яҡтар төбәктә енәйәт-башҡарыу системаһын үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Федераль ведомство етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбировҡа федераль яза башҡарыу хеҙмәте эшенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе 100 йыллығын билдәләй Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне. Цех эшселәре, инженер -технологтар, производство майҙансыҡтары етәкселәренә юғары наградалар тапшырылды. Предприятие майҙанында киләсәк быуындар өсөн ваҡыт капсулаһы һалынды. Хеҙмәткәрҙәрҙең теләктәре, завод яңылыҡтарын туплаған сәләм хаты 50 йылдан асыласаҡ.

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.