es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 022
Suscriptores
Sin datos24 horas
-47 días
-730 días
Archivo de publicaciones
Йылайырҙа «Аҫылташ» йәштәр форумына 650-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды «Аҫылташ» әүҙем йәштәрҙе йыйҙы. 8-се тапҡыр ойошторолған йәштәр форумы Йылайыр районында «Ил берҙәмлеге өсөн» фестивале сиктәрендә үтә. Сараны Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән Йәш яҡташтар ассоциацияһы ойоштора. Ҡатнашырға теләүселәр күплеген иҫәпкә алып, быйыл беренсе тапҡыр өҫтәмә урындар булдырылған. Йәмғеһе 650-нән ашыу кеше йыйылған.

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә Һәр кемгә диагностик ярҙам күрһәтелһен, хроник сирҙәр башланғыс осорҙа асыҡланһын өсөн... Башҡортостанда «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә. Тәгәрмәс өҫтөндәге дауахананың сираттағы туҡталышы-Иглин районының Урман ауылынан репортаж.

«Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөнсө белем биреү модулен тамамланы. Семинар «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһендә ойошторолдо. Сарала республиканың билдәле сәйәсмәндәре, депутаттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған Өфөлә хайп өсөн пассажирҙарҙы автомобиль ҡыйығында йөрөткән водитель ҡулға алынған. Ул интернет киңлектәрендә таралған видеоны ҡабатлай һәм иптәшенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Хоҡуҡ боҙоу социаль селтәрҙәр мониторингы барышында асыҡланған. Был турала Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов хәбәр итте.

Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты Өфөлә Башҡортостан менән Алтай республикалары туроператорҙары осрашты. Сара туризм индустрияһы вәкилдәрен йыйҙы.Былтыр ноябрҙә Радий Хәбиров Алтай республикаһы башлығы Андрей Турчак менән осрашып, ике төбәк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгәйне.

Өфө моторҙар эшләү берекмәһе быйыл 100 йыллығын билдәләй Бөгөн «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе-Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы»ның 100 йыллығына арналған байрам саралары үтә. Ошо уңайҙан Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һөнәри ҡаҙаныштарға ирешкән хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләне.

Башҡортостанда М-12 «Көнсығыш» трассаһының Дүртөйлө–Әшит участкһы сафҡа инде Дүртөйлө-Әшит юлы асыҡ. Борай районында М-12 «Көнсығыш» федераль трассаһының 275 километр оҙонлоғондағы автомобиль юлын асыу тантанаһы үтте. Транспорт хәрәкәтенә стартты онлайн режимда Рәсәй Президенты Владимир Путин бирҙе. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.

Белоруссия уҡыусылары Башҡортостанда ял итә Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников ошо турала белдергән. “Беҙгә 10 ҡыҙ
Белоруссия уҡыусылары Башҡортостанда ял итә Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников ошо турала белдергән. “Беҙгә 10 ҡыҙ һәм малай ҡунаҡҡа килде. Улар лагерға урынлаштырылды. Бындай сәфәрҙәр мәҙәни бәйләнештәрҙе нығыта, спорт һәм туризм өлкәһендә уртаҡ проекттарға нигеҙ һала”, - тип яҙған социаль селтәрҙә район етәксеһе. Республика хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быйыл “Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Белоруссияға 1 мең пенсионер сәфәр ҡыла.

Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Заманса компле
Асҡын районы Ҡубыяҙ ауылында дөйөм белем биреү мәктәбе төҙөлә Ул балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында була. Заманса комплекс 200 балаға иҫәпләнә. Төҙөлөш министры Артем Ковшов ошо турала белдерҙе. “Әле эшселәр өсөнсө ҡатты күтәрә башланы. Бинаға пандустар ҡуйыла”, - тине ул. Белем усағын төҙөү киләһе йылда тамамланырға тейеш.

Башҡортостанда «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйындары йыйыны башланды Башҡортостанда мөһим ваҡиға- Волга буйы федераль округының «Зарница 2.0» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйындары йыйыны башланды. Уның маҡсаты-йәштәр араһында башланғыс хәрби әҙерлек күнекмәләрен нығытыу, илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ, рухи-әхлаҡи бурыстарҙы көсәйтеү,азатлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ ҡиммәттәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү. Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркы биләмәһендә ойошторолған хәрби-патриотик сара хаҡында киләһе сюжетта.

Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә Өфөнөң «Защитник» үҙәгендә хәрби хеҙмәткә контракт төҙөүселәрҙе ҡабул итеү дауам итә. Бында республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Ул бер тапҡыр түләнә торған аҡсанан алып, яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләре өсөн 54 ярҙам сараларын күҙ уңында тота. «Защитник» үҙәгендә бөтә һорауҙарға ла яуап алырға мөмкин: банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби хеҙмәт буйынса һөйләй.

Республикала капиталь ремонт программаһына ярашлы күп фатирлы 271 йорттоң ҡыйығы төҙөкләндерелә Әлегә уларҙың 15-е буйынса эш теүәлләнгән. Подрядсы компаниялар билдәләнгән график буйынса объекттар буйынса планды үтәй. Өфөләге Менделеев урамы, 9/2-cе адрес буйынса ла ремонт саралары тамамланыу алдында.

Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропортында заманса ҡунаҡхана асылды. «Небоарт» отелен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ҡеүәтле объект республикала инвестиция проекты нигеҙендә сафҡа индерелде. Уға ярашлы, аэропорт биләмәһендә 110 кешегә яңы эш урыны булдырылды.

Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары менән осрашты Радий Хәбиров Үзбәкстандың Сит ил эштәре министры урынбаҫары Олимжон Абдуллаев етәкселегендәге делегация менән осрашты. Фекер алышыу барышында яҡтар халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе Рәсәй президенты Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе. Магнитогорск ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт башлығы тарихи ваҡиғаға видеоконференция режимында ҡушылды. Тиҙ йөрөшлө трасса Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә. Унда йөҙгә яҡын яһалма ҡоролма, шул иҫәптән 50 юл үткәргес, 25 күпер һәм алты транспорт үткәүеле төҙөлгән. М-12 трассаһы Мәскәүҙе Екатеринбург менән тоташтырып, Рәсәйҙең Европа өлөшө менән Урал араһында тиҙ йөрөшлө бәйләнеште тәьмин итеүсе берҙәм магистралдең бер өлөшө буласаҡ.

“Толпар” хоккейсылары өсөн йәйге ял тамам Йәш юлаевсылар Өфөлә медицина тикшеренеүе үтә, чемпионатҡа әҙерлек күнекмәләре башл
“Толпар” хоккейсылары өсөн йәйге ял тамам Йәш юлаевсылар Өфөлә медицина тикшеренеүе үтә, чемпионатҡа әҙерлек күнекмәләре башлай. Августа баш ҡала клубы Түбәнге Камала “Реактор” һәм үҙ майҙанында Тольяттиҙың “Ладья”һы менән контроль уйындар уҙғара, Ҡазанда һәм Өфөлә Родион Әмиров иҫтәлегенә миҙгел алды турнирҙарында ҡатнаша. Йәштәр хоккей лигаһында даими беренселек сентябрь башында старт ала.

Шишмә ағинәйҙәре самауыр сәйенә йыйылды Шишмә ағинәйҙәре самауыр сәйенә йыйылды. Сара райондың Күсем ауылында үтте. Шишмә районының ағинәйҙәр ойошмаһы 70-кә яҡын кешене берләштерә. Улар боронғо йолаларҙы, кәсептәрҙе тергеҙеү, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлау, йәш быуынға тапшырыу буйынса ҙур эш алып бара. Ағинәйҙәр махсус хәрби операция башланыу менән алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ылау туплау, маскировка селтәрҙәре үреү, блиндаж шәмдәре эшләүҙе лә ойоштора.

Өфө районы «Огонек» һауыҡтырыу лагерында өсөнсө йәйге смена башланды Өфө районы «Огонек» һауыҡтырыу лагерында өсөнсө йәйге смена башланды. Бында төрлө төбәктәрҙән 190 бала, шул иҫәптән Беларус Республикаһының Брест районы уҡыусылары ял итә. Күптәр өсөн был форматта ял тәүге тәжрибә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе репортажда.

Өфөнән Алан Хәзиев Сергей Образцов исемендәге Мәскәү ҡурсаҡ театры сәғәтен ремонтлаясаҡ Йәш сәғәт оҫтаһы Алан Хәзиев менән беҙҙең телеканал тамашасылары яҡшы таныш. Быға тиклем уның тураһында төрлө сюжеттар әҙерләнгәйне. Үҫмерҙең һөнәри үҫешенә өләсәһе бүләк иткән сәғәт-кулон башланғыс һала. Өс йәшенән алып ул ваҡыт күрһәтеүсе ҡоролмалар йыя, эшләмәгәндәрен ремонтлап, уларға яңы ғүмер бүләк итә. Йәш оҫтаны Сергей Образцов исемендәге Мәскәү ҡурсаҡ театры бинаһының алғы яғында торған сәғәтте ремонтларға саҡыралар.

Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте Борай районында «Танып-һыу. Хәтер йылғаһы» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй этно-арт симпозиумы үтте. Бишенсегә уҙғарылған форум Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналды.