БСТ | Яңылыҡтар
Ir al canal en Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Mostrar más1 980
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-1330 días
Archivo de publicaciones
1 980
Пилоттар ҡанат һелтәп түгел, сәхнәлә илһамланып оса
Ноябрь - «Первушин» кесе авиация аэродром комплексы осоусылары өсөн ял ваҡыты. Ҡыш етеп ҡар ятҡансы самолеттарҙа күккә күтәрелеүҙәр туҡтатылып тора. Тик бындай ваҡытта ла комплекс хеҙмәткәрҙәре файҙалы итеп үткәрә.
1 980
Әлшәй районынан Әлфиә Солтанова МХО-ла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй
Оҫта ҡуллы һәм изге күңелле. Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Әлфиә Солтанова балалары һәм ауылдаштары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ҙур күләмдә сәк-сәк, туҡмас, ҡорот, сәйҙәр оҙата. Буш ваҡытында Әлфиә Солтанова туҡыманан юрған, бетеүҙәр тегә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 980
Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Донецк һәм Белгород йүнәлешендә ил адындағы бурысын үтәй. Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән батальон өс йыл элек хәрби хәрәкәттәр һәм көс структуралары ветерандары башланғысы менән Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре составында ойошторолдо.
1 980
Балтас районында модулле турбазалар төҙөлә
Әлеге ваҡытта төбәктә заманса глэмпингтарҙы үҙ эсенә алған ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эшмәкәрлек «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса, субсидия иҫәбенә алып барыла. Балтастың ике эшҡыуары 17 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Киләһе репортаж туризмды үҫтереү буйынса эшмкәрлек барышы тураһында.
1 980
Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Иглин районында байрам саралары үтте
Урындағы халыҡ Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт ойошторолдо. Күп милләтле Иглин районы ансамлдәре тәҡдим иткән мәҙәни программаны тамашасылар йылы ҡабул итте. Урындағы мәҙәниәт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрмикәһе ойошторолдо.
1 980
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Өфөлә төрлө милләт вәкилдәре бергә бейене
Башҡортостандың йәш депутаттары советы уҙғарған сара Дуҫлыҡ Монументы алдындағы майҙанда үтте. Ҡунаҡтар һәм республика халҡы өсөн милли музыкаль әҫәрҙәр яңғыраны, бейеүселәр донъя халыҡтары бейеүҙәрен башҡарҙы. Билдәле артистар патриотик йырҙар йырланы. Сара сиктәрендә викторина ойошторолдо һәм бер батман бал уйнатылды.
1 980
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды
Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә тиклем бер аҙна ваҡыт ҡалды. Башҡортостан башлығына килгән һорауҙарҙың бер өлөшө мәғариф системаһына ҡағыла. Былтыр Тура бәйләнешкә 9 мең ярымдан ашыу мөрәжәғәт килгәйне, эфир барышында Радий Фәрит улы 65 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. Әммә бер һорау ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ, уларҙың һәр береһен эшкә аласаҡбыҙ, тигәйне республика етәксеһе. Мәғариф өлкәһендә хәл ителгән проблемалар тураһында киләһе яҙмала.
1 980
Абсатаровтар быйыл «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы
Өфө районында йәшәүсе Абсатаровтар быйыл «Йыл ғаиләһе» бөтә Рәсәй конкурсының «Ғаилә - традицияларҙы һаҡлаусы» номинацияһында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләр тормошо» рубрикаһының сираттағы сығырылышын иҫ киткес ғаиләгә бағышланы.
1 980
Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенән һаҡлау системаһы көсәйтелә
Пилотһыҙ осоусы аппараттар хәүефенә бәйле мотлаҡ сара. Республикала йәшәүселәр бындай осраҡтар теркәлгәндә, «112-ашығыс ярҙам» һәм «Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы» мобиль ҡушымталары аша смс һәм пуш-хәбәрҙәр аша иҫкәртелә башланы. Әлегә был программалар менән ун биш меңгә яҡын кеше ҡуллана. Аҙна башында уҙғарылған оператив кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров системаны яҡшыртыу буйынса юл картаһын булдырыу бурысын ҡуйғайны. Был турала ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ойошторған әңгәмәлә.
1 980
Виктор Козлов Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде
«Салауат Юлаев» клубы баш тренеры Виктор Козлов Башҡортостандың иң абруйлы наградаларының береһе менән бүләкләнде. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған тантаналы сарала Салауат Юлаев орденын Радий Хәбиров тапшырҙы. Виктор Козлов 2010/11 йылдар миҙгелендә Өфө командаһының капитаны була, ул саҡта юлаевсылар Гагарин кубогын яулай. 2022 йылда Виктор Николаевич «Салауат Юлаев»тың баш тренеры итеп тәғәйенләнә. Уҙған миҙгелдә уның тәрбиәләнеүселәре Гагарин Кубогының ярымфиналына сыҡты.
1 980
Башҡортостан Рәсәй кимәлендә уҙғарылған Ҙур этнография диктантына ҡушылды
Сара республиканың 100-ҙән ашыу майҙансығында ойошторолдо. Иң ҙур майҙансыҡтар Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йортонда, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләне. 10 йыл рәттән үткәрелгән этнографик диктанттың әһәмиәте тураһында репортаж.
1 980
Шаран ауылының 1-се мәктәбендә Советтар Союзы Геройы Дмитрий Кармишин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды
Дмитрий Карми́шин 1926 йылдың 4 ноябрендә Шаран районы Залесовка ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары штурман булып үтә. 1956 йылдың 7 ноябрендә Венгр халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Сарала уҡыусылар Геройҙың данлыҡлы яу юлы һәм тормошо тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты.
1 980
Әлшәй районында фермер ауыл хужалығы министрлығы грантын отоп 5 млн һум ярҙам алған
Эшҡыуарҙарға - дәүләт ярҙамы. Әлшәй районында фермер ауыл хужалығы министрлығы грантын отоп 5 млн һум ярҙам алған. Раевка ауылында йәшәүсе Фәнзил Фәйзрахманов был суммаға 20 һыйыр һәм трактор һатып алған. Герефорд тоҡомло һыйырҙарҙы ул ит продукцияһын етештереүҙә файҙаланырға ниәтләй.
1 980
Был аҙнала Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы
Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Әйтергә кәрәк, халыҡты борсоған һорауҙар яуапһыҙ ҡалмайй. Салауат районының Мөрсәлим ауылы халҡы ла быйыл, ниһайәт Өфөгә һәм Силәбегә үҙ ауылынан тимер юл транспортына ултыра ала. Быға тиклем улар өсөн юл йөрөү ысын мәғәнәһендә ғазапҡа тиң булған. Баш ҡаланан 210 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауыл халҡы былтыр төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән
1 980
«Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәре хәрбиҙәрҙе Луганск госпиталендә ҡарай
Бер йыл инде «Беренсе тирмә» проекты ирекмәндәре хәрбиҙәрҙе Луганск госпиталендә ҡарай. Унда барыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ отпуск юллай, эш биреүсе менән килешә һәм ғаиләләренең ризалығын ала. Сменалар 2 аҙна дауам итә, бер төркөм икенсеһен алмаштыра. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуыуынса, ирекмәндәребеҙ йәрәхәтләнгән яугирҙарҙы ашата, кейемдәрен алмаштыра, туғандары менән бәйләнеш булдыра.
1 980
Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды
Республика йәмәғәтселеге үҙешмәкәр композитор, йырсы һәм радиожурналист Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды. Бөгөн коллегабыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл.
1 980
Өфө юридик институтына — 55 йыл: хоҡуҡ һаҡсыларының төп әҙерлек үҙәге юбилейын билдәләй
Өфө Юридик институтына-55 йыл. Мөһим дата хөрмәтенә уҡыу йортонда тантаналы сара үтте.
Рәсәй Эске эштәр министрылығының Өфө юридик институты хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн алдынғы кадрҙар әҙерләй. 55 йыл эсендә 25 меңдән ашыу белгес сығарылған.
1 980
Башҡортостанда инвалидтар өсөн яңы эш урындары булдырыла
Мөмкинлектәр сикһеҙ. Һуңғы ун айҙа Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 1625 инвалидтың яртыһы эшкә урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға вакансия, инфраструктура булдырыуға һәм стажировкаларға киткән сығымдары өсөн субсидия алыуға дәғүә итә.
1 980
Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы
Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһына төрлө һөнәр эйәләре-уҡытыусылар, инженерҙар, транспорт идаралығы белгестәре, ауыл хужалығы эшсәндәре, төҙөүселәр саҡырылғайны. Улар республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән шәхестәр. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 980
Рәсәй Халыҡтар берҙәмлеге көнөн ҡаршы алырға йыйына
Был байрам тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора. Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә, төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәй. Байрам айҡанлы улар Өфөнөң «Торатау» конгресс холына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
