es
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Ir al canal en Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Mostrar más
2 025
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-430 días
Archivo de publicaciones
Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» конкурсында еңеүсе булды Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе командаһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Ҡала мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған номинацияла 70 төбәктән 110 белем усағы ҡатнаша.

Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп ашханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы Ул 110 белем усағы араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡо
Стәрлетамаҡтағы 29-сы мәктәп ашханаһы Рәсәйҙә иң яҡшыһы Ул 110 белем усағы араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Радий Хәбиров ашнаҡсылар коллективын ҡотлаған. Өфөләге 115-се гимназия ашханаһы “иң яҡшы 20 ашхана” исемлегенә индерелгән. Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп ашнаҡсыһы Рима Черненко “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһында икенсе урын алған. “Беҙҙең республика бишенсе йыл рәттән уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороуҙа яҡшы өлгө күрһәтә. Был өлкәлә мәсьәләләр бар ине. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә күптәрен яйға һалыуға өлгәштек. Юғары һөҙөмтәне юғалтмайыҡ. Был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт”, - тип яҙған Радий Хәбиров.

Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам. Улар сәксәк,татлы кәнфиттәр тупланмаһы һәм Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡыусыларынан йылы йөкмәткеле хаттар әҙерләгән. Күстәнәстәргә йөрәк йылыһы һалынған.. Хәйриә акцияһында йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.

Ете йыл эсендә Башҡортостанда һәр өсөнсө фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған Төбәктә һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын нығытыуға, ауыл медицинаһын үҫтереүгә иғтибар юғары. Республика фельдшер-акушерлыҡ пункттары иҫәбе буйынса ла ил кимәлендә алдынғы урынды биләй. Радий Хәбиров менән тура линияға килгән һорауҙарҙың бер өлөшө лә тап фаптар төҙөлөшөнә бәйле. Былтырғы мөрәжәғәттәр буйынса эш һөҙөмтәләре киләһе материалда

Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды Тимер юлы транспортын көткәндә һаулығыңды тикшерт. Бөгөн Дим тимер юл станцияһында пассажирҙар төрлө белгестәрҙән консультация алды. «Сәләмәтлек көнө» акцияһына теләгән һәр кем ҡушылды.

Өфөлә түләүле туҡталҡаларға хаҡ күтәрелеүе ихтимал Урамдарҙың айырым участкаларында парковка урындарына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Шуға күрә киләсәктә түләү суммаһы үҙгәреүе мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала үҙәгендәге түләүле парковкалар эшенә старт 27 июндә бирелде. Улар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй. Хаҡы-сәғәтенә 40 һум. Нисә кеше түләүле парковкалар менән ҡуллана һәм хатҡарҙың артыуына кем нисек ҡарай?

Салауат Юлаев һәйкәлен һүтеү яҡын көндәрҙә тамамланасаҡ Эш барышы федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау мәсьәләһе буйынса күҙәтеү советының сираттағы кәңәшмәһендә тикшерелде. Өс тиҫтәнән ашыу кешене берләштергән советҡа тарихсылар, төҙөүселәр, скульпторҙар, металдарҙы өйрәнеүсе ғалимдар һәм башҡа белгестәр ингән.

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды Яугирҙар рухын күтәреп. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында хәрби-сәйәси эш пункты асылды. Ул хәрби-ялан клубы менән музейҙан тора. Үҙенең сәхнәһе лә бар. Бында яугирҙар өсөн хәүефһеҙ шарттарҙа концерт ойошторорға мөмкин. Тәүгеләрҙән булып пункт сәхнәһен «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары менән бергә, махсус хәрби операция биләмәһенә юлға сыҡҡан артистар һынап ҡараны.

Башҡортостан уҡыусылары дрондарҙа осорға һәм роботтар төҙөргә өйрәнә Инженер һөнәрен ғәмәлдә.Республика инженер лицей-интернатында белем алыусы уҡыусылар «Пилотһыҙ авиация системалары» милли проекты буйынса дрондарҙа осоу нигеҙҙәрен өйрәнә. Башҡортостанда егерме мәктәп заманса кабинеттар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, үҫмерҙәр робототехника өлкәһендә лә төплө белем ала.Киләсәктә техник фәндәр менән шөғөлләнәнеүселәр сафын тулыландырасаҡ йәш инженерҙарҙың уңыштарын беҙҙең ижади төркөм өйрәнде.

Башҡортостанда импортты алмаштырыусы яңы продукт-анилин етештерә башлау планлаштырыла Республика йортонда уҙғарылған «Инвестиция сәғәте»ндә «Яңы материалдар һәм химия» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект ҡаралды. Уға ярашлы, инвестициялар күләме 15 миллиард һумға етә, шул уҡ ваҡытта йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Яңы производство дүрт йыл эсендә сафҡа инер тип көтөлә. Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы кредит алынасаҡ. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә сәнәғәт эшен алып барыу буйынса килешеү төҙөү башланғысы ла хупланды.

Башҡортостан парламенты социаль һәм ҡануни үҙгәрештәрҙе ҡараны Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр көнө, шәхси клиникаларға өҫтәмә яуаплылыҡ, дини символдарҙы алып ташлауҙы тыйыу, граждандарҙы ҡабул итеүҙең яңы юлдары. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө 26-сы пленар ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды. Парламент депутаттары Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙиндың отчет докладын да тыңланы. Ултырышта Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төп ҡануни үҙгәрештәр тураһында репортаж.

Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе Республика башлығы Радий Хәбиров «Белем» йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең күҙәтеү советы ултырышын үткәрҙе. Осрашыуҙа «Белем» йәмғиәтенең хәрби-илһөйәрлек һәм мәғрифәтселек йүнәлештәрендәге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, яңы маҡсаттар билдәләнде.

Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 130 йыл тулыуға хәтер кисәһе үтте Өфөлә күренекле йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 130 йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе үтте. Әҙәби-музыкаль сара Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында ойошторолдо

Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды Бер йыл эсендә бишенсе ФАП. Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер ул Үктәй ауыл биләмәһенә ҡараған ике тораҡ пункта йәшәүсе 300 самаһы кешене, шул иҫәптән 40-ҡа яҡын баланы хеҙмәтләндерәсәк.

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһында һанлы мутлашыу темаһына түңәрәк өҫтәл уҙҙы Белгестәр мессенджерҙарҙы хәүефһеҙ ҡулланыу тураһында кәңәштәр бирҙе, мутлашыуҙың билдәләрен асыҡларға, әгәр картанан аҡса урланған булһа, эш итеү алгоритмдарын өйрәтте. Тикшерелгән мәсьәләләр араһында Ватан мессенджеры «МАХ» үҫеше һәм хәүефһеҙлеге ҡаралды.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы яңы мобиль ҡушымта тәҡдим итте Бушлай һанлы ҡушымта оператив рәүештә ҡотҡарыусылар саҡыртырға, географик координаттарҙы билдәләргә, хәүеф янаған осраҡта мәғлүмәт алырға ярҙам итә. Мобиль ҡушымта аша пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйле иҫкәртеү мәғлүмәте таратыла. МАКС ҡушымтаһына бәйле интерактив ярҙамсы граждандарға төрлө һорауҙар буйынса онлайн яуап ҡайтара.

Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты Илдең баш ҡалаһында “АпиДар” бал продукцияһы Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Ул
Башҡортостан вәкилдәре Мәскәүҙән еңеү менән ҡайтты Илдең баш ҡалаһында “АпиДар” бал продукцияһы Бөтә Рәсәй конкурсы үтте. Ул 20-гә яҡын төбәктән килгән умартасылар һәм апипродукция етештереүселәрҙе берләштерҙе. Ярышта Башҡортостандан 6 кеше ҡатнашты. Улар 16 төр продукция тәҡдим итте. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса, яҡташтарыбыҙ 24 призлы урындың етәүһен яуланы. “Прополислы продукттар” номинацияһында Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге еңеүсе булды. Күгәрсендән Ольга Лыщенко ошо уҡ номинацияла өсөнсө урын алды. Өфөнән Артур Абсатаров ике номинацияла бүләкләнде. Еңеүселәрҙең тулы исемлеге менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға була.

Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә берәҙәк эттәр артҡан Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Калинин районы хакимиәт башлығын шуның өсөн тә
Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә берәҙәк эттәр артҡан Баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев Калинин районы хакимиәт башлығын шуның өсөн тәнҡитләне. “Үткән аҙнала Өфөлә урам эттәренә бәйле 80 мөрәжәғәт ҡабул ителгән. 6 кеше, шул иҫәптән 2 баланы эт тешләгән. Калинин районы йыл дауамында бындай хәбәрҙәр буйынса беренсе урында килә. Был насар күренеш”, - тине Ратмир Мәүлиев. Калинин район хакимиәтенә быйыл берәҙәк хайуандар тураһында 501 мөрәжәғәт килгән. 527 эт һәм бесәй тотолған. “3 кешене йорт хайуандары тешләүе асыҡланды. Хужалары уларҙы морондоҡһоҙ йөрөткән”, - тине Калинин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Дмитрий Миронов.

Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр артты Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Доку
Башҡортостанда медицина хеҙмәткәрҙәренә бер тапҡыр бирелгән түләүҙәр артты Республика хөкүмәтенең ошо турала ҡарары бар. Документҡа ярашлы, табиптар 1 миллион ярым һум ала. Ауыл һәм ҡасабаға эшкә барған фельдшер, акушер һәм шәфҡәт туташтарына 750 мең һум түләнә. “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программалары Башҡортостандың бөтә хакимиәттәрендә тормошҡа ашырыла.

Башҡортостанда нейроселтәр буйынса беренсе һөнәри әҙерлек дипломдары тапшырылды Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек дипломдары тапшырылды. «Мәғлүмәт ресурстары һәм нейроселтәр менән эшләү буйынса белгес» программаһы буйынса 150 кеше белемен камиллаштырған. Яңы йүнәлеш «Кадрҙар» милли программаһы буйынса тормошҡа ашырылған.