es
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

Ir al canal en Telegram
617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-530 días
Archivo de publicaciones
🔥Тиҙҙән премьера һәм Гөлшат Ғайсинаның бенефисы🔥 М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Хәмзә Хәкимзаде Ниязи пьесаһы б
🔥Тиҙҙән премьера һәм Гөлшат Ғайсинаның бенефисы🔥 М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Хәмзә Хәкимзаде Ниязи пьесаһы буйынса "Мәйсәрә мутлыҡтары" тигән музыкаль комедия сәхнәләштерелә.
📍 Премьераһы 27 февралгә тәғәйенләнгән.
Был шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсинаның юбилейына ла бағышлана.

🌊Көс йыйҙырғыс һәм ял иттергес видео🌊 📍 Башҡортостан шарлауыҡтарынан күренештәр. Видео: Радмила Әбдрәхимова.

📌 МӘЛӘҮЕЗДӘР ЯРҘАМ ИТӘ Мәләүез районының Һарыш ауылы халҡы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими ярҙам итә. Бы
+8
📌 МӘЛӘҮЕЗДӘР ЯРҘАМ ИТӘ Мәләүез районының Һарыш ауылы халҡы Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға даими ярҙам итә. Был турала район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин сәхифәһендә яҙған.
Бына 2 йыл инде Һарыш клубында һәм мәктәптә эштәр ойошторола. Бер буш минутын да бушҡа уҙғармайҙар: мәктәптә - уҡытыусылар һәм уҡыусылар хатта тәнәфестә лә маскировка селтәрҙәре үрә, клубта бөтә ауыл халҡы тупланған - 400 һаҡланғыс япма эшләнгән.
✅ Әле ирекмәндәр араһында ойоҡ бәйләү буйынса конкурс бара: 8 мартта йомғаҡ яһаласаҡ. 🔥Фәһимә Кириллова, Гөлназ Байназарова һәм Әлмирә Килдебаева алда бара, ти. Һарыш ауылы халҡына рәхмәт!❤️ Һеҙ күңел йылыһы һалып, күҙ нуры түгеп әҙерләгән кәрәк-яраҡтар яугирҙарға ярҙам итһен, имен-һау әйләнеп ҡайтһындар!

📌МЫРҘАЛАР ЙЫЙЫНЫ ҮТКӘН Салауат районы Арҡауыл ауылында мырҙалар йыйылған - 13 ауылдан 200-гә яҡын ырыуҙаш килгән. Ҡунаҡтарҙы
+4
📌МЫРҘАЛАР ЙЫЙЫНЫ ҮТКӘН Салауат районы Арҡауыл ауылында мырҙалар йыйылған - 13 ауылдан 200-гә яҡын ырыуҙаш килгән. Ҡунаҡтарҙы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы арҡауылдар йыр-моң, икмәк, ҡымыҙ менән ихлам ҡаршы алған. Тәүҙә ауылдың тыуған яҡты өйрәнеү музейында, данлыҡлы Арҡауыл көрәшсеһе Харис Йосоповтың музейы менән танышып сыҡҡандар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов, Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштарға арналған күргәҙмәләргә лә байҡау яһағандар. Артабан ырыу тарихы, милли кейем үҙенсәлектәре, үткәндәр һәм киләсәк тураһында мөһим һөйләшеүҙәргә сират еткән. ⚡Мырҙалар ырыуының ҡор башы һайланған - шағир, Салауат районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы Нурислам Низаметдинов. ⚡Ә Өфөлә йәшәүсе ырыуҙаштар менән бәйләнеште Нөрмөхәмәт Нурыев яйға һалышасаҡ. Ырыу Советына 13 ауыл старостаһын да тәғәйенләп ҡуйғандар. Мырҙалар ырыуының гимны һәм гербы ла бар хәҙер🔥 💯Бына шулай, МЫРҘАЛАР тип, борондай бик абруйлы исем йөрөткән ырыу вәкилдәре тупланып, кәңәш ҡороп, матур маҡсаттар ҡуйған был йыйында.

Уңышлы дүшәмбе ⛰️ 📍 Ирәмәл тауы. Фото: Елена Перминова.
Уңышлы дүшәмбе ⛰️ 📍 Ирәмәл тауы. Фото: Елена Перминова.

📌Бөгөн балет бейеүсеһе, балетмейстер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғ. Сәләм исемендәге республ
+2
📌Бөгөн балет бейеүсеһе, балетмейстер, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ғ. Сәләм исемендәге республика премияһы лауреаты Майя ТАҺИРОВАНЫҢ тыуыуына - 95 йыл.
Ул 1931 йылдың 8 февралендә билдәле дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Афзал Таһиров ғаиләһендә тыуған.
Ҡыҙға 6 йәш булғанда атаһы репрессиялана, әсәһе ҡулға алына. Өфө балалар йортонда тәрбиәләнгән осорҙа Майя Таһирова осраҡлы ғына Мәскәүҙән килгән артистарҙың сығышын күрә һәм Пионерҙар һарайында ойошторолған Елена Войтовичтың балет түңәрәгенә яҙыла. 1943 йылда Ленинград хореография училищеһына (хәҙерге А.Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы) һайлана. Майя Таһирова легендар Агриппина Ваганованың уҡыусыһы. 1949 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрына эшкә ҡайта. 1955 йылдан бергә бейей башлаған Илдус Хәбировты балерина иң яҡшы партнёры тип иҫәпләй - тиҙҙән улар өйләнешә (фотола). Сәхнәне ташлағас, Майя Афзал ҡыҙы 1978-2000 йылдарҙа Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең педагог-репетиторы булып эшләй. 1994 йылдан Р. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһының художестволы етәксеһе була. Майя Таһирова 2003 йылда баҡыйлыҡҡа күсә.

Ҡарағанығыҙ бармы?
М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында күрһәтелгән "Заятүләк менән Һыуһылыу" спектакле башҡорт халыҡ эпосы буйынса ҡуйылған. 🫧Билдәле булыуынса, был эпосты иң беренсе 1843 йылда Владимир Даль "Москвитянин" журналында "Башкирская русалка" атамаһы менән русса баҫтырып сығара. Ул проза рәүешендә була. 🫧Артабан шиғри һәм проза формаһында һаҡланған бер нисә төрө донъя күрә.
Театрҙа Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури 1909 йылда яҙып алып, баҫтырған варианты буйынса эшләгәндәр.
🫧Эпоста хәҙерге Дәүләкән районында урынлашҡан Асылыкүл, Балҡантау кеүек ысын географик урындар телгә алына. 📍 Асылыкүл ярында Һыуһылыу ултырып сәсен тараған таш бөгөн дә бар, тиҙәр.

Эх, үҙҙәре уҡсылар, етмәһә ҡурайсылар! 🔥 Башҡортостандың Атлы һәм традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса федерацияһы бүлешкән был видеояҙма менән.

Хәйерле иртә!🏢 📍 Өфө. Фото: Тимур Шәрипҡолов.
Хәйерле иртә!🏢 📍 Өфө. Фото: Тимур Шәрипҡолов.

Белгең килһә минең хәлдәремде... күҙҙәремә ҡара, шул да етә 🥺 Видео: Хәйҙәр Хәмиҙуллин.

Башҡорт биатлоны - бик шәп тамаша булған!
Был хаҡта Вәлитов-TV сығарылышын ҡарағыҙ. https://t.me/valitovTV/133

Repost from Валитов TV
Вы знали, что в Башкортостане есть свой биатлон? Не тот, что показывают по ТВ, а настоящий, народный, с историей и характером. В сегодняшнем выпуске мы расскажем, что такое башкирский биатлон, откуда он появился и почему о нём должны знать больше людей. Приятного просмотра ✌️

Күңелгә ҡәҙерле ауыл🩵🤍💚 Танынығыҙмы? Видео: Тимур Шәрипҡолов.

📌 Кисә кис Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырындағы ярҙа бына ошондай ӨФӨ тигән яҙыу балҡып янған, ти.
📌 Кисә кис Салауат Юлаев һәйкәле тапҡырындағы ярҙа бына ошондай ӨФӨ тигән яҙыу балҡып янған, ти.

Ошо йыр тап килә кеүек🔼

Матур ялдар теләйбеҙ! 🥰 Фото: Әминә Теләүсина.
Матур ялдар теләйбеҙ! 🥰 Фото: Әминә Теләүсина.

Тәмле төштәр❤️ Видео: Н. Ибраһимова һәм яһалма зиһен.

🔥Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың Малаяҙҙағы музейы капиталь ремонтлана.
Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышҡан.
Әле бында эске биҙәү эштәрен башларға ниәтләйҙәр. Заманса музей буласаҡ, тип көтөлә. Уның тирәһендәге парк та тәртипкә килтереләсәк. 👍

📌 "Диктор тауышы - 2026" төбәк-ара конкурсының еңеүселәре билдәле!
"Юлдаш" радиоһы легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арнап үткәргән "Диктор тауышы" төбәк-ара конкурсына быйыл йөҙгә яҡын ғариза килгән.
 30 йәш талант финалға үткән һәм бына, ниһайәт, 12-һе еңеүсе исемлегенә ингән🔥 🥇1-се урын: 🔹 Азамат Иҙелбаев - Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы; 🔹Бәхтийәр Муллахмәтов - Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы. 🥈2-се урын: 🔹Яҙгөл Хәйруллина - Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы; 🔹 Яҙгөл Ғафарова - Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы; 🔹Илнара Әбдрәхимова - Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы. 🥉3-сө урын: 🔹Сулпан Ишмөхәмәтов - Өфө ҡалаһы; 🔹Лилиә Кәримова - Салауат районы Әлкә ауылынан; 🔹Айҙар Мөхәмәтшин - Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан; 🔹Хәниф Йосопов - Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы. 🏅Силәбенән Ильяс Зияев менән Илеш районы уҡыусыһы Фәрхәт Исламов - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус призы; 🏅 Хәйбулла районынан Ислам Билалов - "Белем тау" үҙәгенең махсус призы; 🏅Ишембайҙан Искәндәр Лотфуллин телевидение дикторы Айнур Ғибәҙуллиндан махсус приз - оҫталыҡ -дәресенә лайыҡ булған. Видео: "Юлдаш" радиоһы.

📌 Салауат Юлаев музейы капиталь ремонтлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Салауат Юлаев музейындағы ремонт эштәре
+8
📌 Салауат Юлаев музейы капиталь ремонтлана. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Салауат Юлаев музейындағы ремонт эштәренең барышы менән танышҡан. Бында инженер селтәрҙәре яңыртыла башлаған, ҡыйығы һәм тышҡы йөҙө төҙөкләндерелә.
"Әле биҙәү эштәренә тотондоҡ. Киләһе йылда тирә-яҡ территорияһында ла уңайлыҡтар булдырабыҙ, матур булһын - парк бит бында. Бер юлы күргәҙмәләр концепцияһын да раҫланы, уны яңыртабыҙ, байытабыҙ. Был лайыҡлы, заманса музей",
- тип яҙған Радий Хәбиров. Шулай уҡ әле Малаяҙҙа бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә, бина әҙер, эске эштәр ҡалған.