617
Suscriptores
Sin datos24 horas
-27 días
-530 días
Archivo de publicaciones
🔥Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың Малаяҙҙағы музейы капиталь ремонтлана.
Республика Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышҡан.Әле бында эске биҙәү эштәрен башларға ниәтләйҙәр. Заманса музей буласаҡ, тип көтөлә. Уның тирәһендәге парк та тәртипкә килтереләсәк. 👍
📌 "Диктор тауышы - 2026" төбәк-ара конкурсының еңеүселәре билдәле!
"Юлдаш" радиоһы легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арнап үткәргән "Диктор тауышы" төбәк-ара конкурсына быйыл йөҙгә яҡын ғариза килгән. 30 йәш талант финалға үткән һәм бына, ниһайәт, 12-һе еңеүсе исемлегенә ингән🔥 🥇1-се урын: 🔹 Азамат Иҙелбаев - Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы; 🔹Бәхтийәр Муллахмәтов - Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы. 🥈2-се урын: 🔹Яҙгөл Хәйруллина - Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы; 🔹 Яҙгөл Ғафарова - Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы; 🔹Илнара Әбдрәхимова - Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы. 🥉3-сө урын: 🔹Сулпан Ишмөхәмәтов - Өфө ҡалаһы; 🔹Лилиә Кәримова - Салауат районы Әлкә ауылынан; 🔹Айҙар Мөхәмәтшин - Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан; 🔹Хәниф Йосопов - Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В. Доставалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы. 🏅Силәбенән Ильяс Зияев менән Илеш районы уҡыусыһы Фәрхәт Исламов - Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус призы; 🏅 Хәйбулла районынан Ислам Билалов - "Белем тау" үҙәгенең махсус призы; 🏅Ишембайҙан Искәндәр Лотфуллин телевидение дикторы Айнур Ғибәҙуллиндан махсус приз - оҫталыҡ -дәресенә лайыҡ булған. Видео: "Юлдаш" радиоһы.
+8
📌 Салауат Юлаев музейы капиталь ремонтлана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Салауат Юлаев музейындағы ремонт эштәренең барышы менән танышҡан. Бында инженер селтәрҙәре яңыртыла башлаған, ҡыйығы һәм тышҡы йөҙө төҙөкләндерелә.
"Әле биҙәү эштәренә тотондоҡ. Киләһе йылда тирә-яҡ территорияһында ла уңайлыҡтар булдырабыҙ, матур булһын - парк бит бында. Бер юлы күргәҙмәләр концепцияһын да раҫланы, уны яңыртабыҙ, байытабыҙ. Был лайыҡлы, заманса музей",- тип яҙған Радий Хәбиров. Шулай уҡ әле Малаяҙҙа бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә, бина әҙер, эске эштәр ҡалған.
"Тирәтләү" башҡорт музыка жанры, тип яҙған һәм башҡарып та күрһәткән талантлы милләттәшебеҙ Зәлиә Нурлы 😍
+2
📌 ДҮРТ ҘУР КҮПЕР ТӨҘӨКЛӘНДЕРЕЛГӘН
2025 йылда Башҡортостанда "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә 4 ҙур күпер төҙөкләндерелгән.🔹Өфө - Инйәр - Белорет юлындағы Ағиҙел аша күперҙе төҙөкләндергәндәр, ул Архангел һәм Ҡырмыҫҡалы райондарын бәйләй. 🔹Шулай уҡ Малаяҙ - Үрге Ҡыйғы - Яңы Балаҡатай - Үңкерҙе юлындағы Әй һәм Йүрүҙән йылғалары аша 2 күпер ремонтланған. 🔹Хәйбулла районындағы Таналыҡ йылғаһы аша күпер ҙә яңыртылған. Был күпер Ырымбур сигендә урынлашҡан. Ғөмүмән, был милли проект сиктәрендә республикала былтыр 1260 погон метр тәшкил иткән 11 күпер яңыртылған. Улар Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Белорет, Ҡырмыҫҡалы, Салауат, Ейәнсура, Хәйбулла райондарында урынлашҡан. 📍2026 йылда тағы ла дөйөм оҙонлоғо 1,5 погон метр тәшкил иткән күперҙәр төҙөкләндереләсәк.
Тупылдатып һөйөп алам, балам ғынам,
Татлы балым, бер аҙ әскелт балан ғынам,
Күңелемде моңға сорнар ҡошсоғом һин
Күҙҙәреңә һөйөү менән бағам ғына...
Видео: Фәнил Бүләков шиғырын Динислам Сафин уҡый.
Изге йома мөбәрәк булһын! 💌
Әйткәндәй, тиҙҙән, 18 февралдән, Ураҙа башлана. Тотаһығыҙмы?
Фото: ЭтноEstetics.
📌 "Урал балалары тауышы" йәш сәсәндәрҙең республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә.
Конкурс Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылына, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған. Уның ярҙамында йәш быуында башҡорт халыҡ әкиәттәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу, сәсәнлек оҫталығын үҫтереү һәм ҡобайырҙар һөйләү алымдарын тергеҙеү күҙаллана.❓Кемдәр ҡатнаша ала? Балалар музыка мәктәбе, сәнғәт мәктәбе, урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары, урта педагогик белем биреү учреждениелары һәм Мәҙәниәт министрлығының урта һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары. 🔥Бөтә ғаилә менән сығыш яһаусылар хуплана. ❓Нисә йәштә? 🔹5-11 йәшлектәр 🔹12-16 йәшлектәр 🔹17-20 йәшлектәр ❓Нимә эшләй белергә? Башҡортса үҙебеҙҙең милли эпостарҙан 4 минутҡа тиклем өҙөктәр һөйләргә. ✅ Конкурс 2 өлөштән тора: 🔹 1-се этап - 24-26 мартта баһалама ағзалары килгән видеоларҙы ҡарай. 🔹 2-се этап - 31 март - 1 апрель Сибай ҡалаһында үтә. 📍 Ғаризалар һәм видеоматериалдар 24 мартҡа тиклем электрон почта аша ҡабул ителә: cnkid23xudzam@mail.ru. Ойоштороусылар: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәғариф министрлығы, Сибай ҡалаһы хакимиәте, Республика халыҡ ижады үҙәгенең Сәсәндәр үҙәге, Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы, "Урал батыр" сәсәндәр мәктәбе БР атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы. Конкурс тураһында тулыраҡ.
Күңелдәргә шифа бөркөр ҡайтыр урын булыуы - оло бәхет ❤️
Видео: Гөлмирә Исмәғилева.
📌"Тылсымлы биҙәктәр" күргәҙмәһе дауам итә
Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында Зифа Толомбаеваның "Халыҡ биҙәктәре" тип аталған шәхси күргәҙмәһенең эше оҙайтылған.Күргәҙмәгә балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм мәктәп уҡыусыларынан торған төркөмдәр саҡырыла. Сағыу төҫтәр, халыҡтарҙың үҙенсәлектәрен сағылдырған иҫ киткес биҙәктәрҙән хасил булған эштәр Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлегенә арнала.
+5
📌 МУЗЫКА ЙОРТО КӘРӘК
Кисә "Креатив индустриялар сәғәте" рәүешендә республика етәксеһе музыканттар һәм продюсерҙар менән осрашҡан.
Йыйылыш Өфөләге Пушкин урамында урынлашҡан "Фатирник" ижади киңлегендә үткән. Бында тауыш яҙҙырыу студияһы, диджейҙар мәктәбе, вокал, гитара, һуҡма уйын ҡоралдары буйынса курстар, хатта винил пластинкалар тупланмаһы бар.
"Улар бөтәһе лә, бар донъяға даны таралған AY YOLA этно-коллективынан алып, традицион популяр музыка башҡарыусыларға тиклем, бик мөһим маҡсатта эшләйҙәр - Башҡортостаныбыҙҙы таныталар. Ә иң мөһиме, сифатлы музыка продукты эшләйҙәр - бына ошонда беҙҙең идарасы команда республикалағы ижади индустрияларға ярҙам сиктәрендә барлыҡ кәрәкле саралар менән тәьмин итергә тейеш. Сәнғәт үҫешергә тейеш",- ти осрашыу тураһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров. 🔥Шулай уҡ республика етәксеһе Музыка йортон булдырыу ҙа һәләтле йәштәребеҙ өсөн мөһим булыуын телгә алған. Бындай теләк бар, тигән. Йыйылышта күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
"Төрлө министрлыҡтар вәкилдәре, власть органдары менән бер өҫтәл артында ултырып һөйләшергә йыйылдыҡ. Беҙ ижад итә башлаған осорҙа бындай осрашыуҙар булмай торғайны. Үҙебеҙсә ниҙер эшләнек, береһе лә беҙҙең нимә менән шөғөлләнгәнде белмәне. Ә хәҙер осрашабыҙ, аралашабыҙ, ниндәйҙер уртаҡ үҫеш юлдарын билдәләйбеҙ",- ти "Бүреләр" рок-төркөмө солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илшат Абдуллин.
+2
Хәйерле иртә, дуҫтар! ❄️
📍 Ғафури районы, Толпар ауылы, Мәмбәт ҡаяһы.
Ҡаяға ҡәлмәргән (русса "скопа" тигән ҡош) артынан менергә тырышҡан Мәмбәт һунарсы исеме бирелгән, тиелә риүәйәттәрҙә.Мәмбәт ҡаяһы итәгендә Еҙем йылғаһы аға. Фото: Денис Түләбаев.
📌 AY YOLA төркөмө Азияның иң ҙур мәҙәни-спорт сараһы - Бөтә донъя күскенселәр уйындары - 2026 амбассадоры, тип иғлан ителгән.
Бөтә донъя күскенселәр уйындары быйыл 31 августан 6 сентябргә тиклем Ҡырғыҙстанда үтә. Унда донъяның 90 иленән ҡатнашыусылар йыйыла, 40-тан ашыу спорт төрө буйынса ярыш һәм бай мәҙәни программа әҙерләнә.
Спорт, мәҙәниәт һәм күсмә халыҡтарҙың рухи байлығын сағылдырған сарала башҡорт теле, "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы, ҡурайыбыҙ, моңобоҙ яңғыраясаҡ 🔥
#башҡорт_аҡылы
⚡Был мәҡәлдә "хас" һүҙе кемгәлер ҡаныҡҡан, ҡонло, үсле тигән мәғәнәлә ҡулланылған. Кешеләре бер-береһенә үсле, асыулы булған илдә тәртип булмауына, ундай илдең бөлгөнлөккә төшөрөнә ишара яһай.
Ата-бабалырыбыҙҙың был һүҙе беҙгә бер-беребеҙгә ҡарата миһырбанлы, алсаҡ йөҙлө, изге ниәтле булырға кәрәклекте тағы берҙе иҫкәртә төҫлө. Айырыуса бөгөнгө заманда был бик көнүҙәк.
+4
📌 «Иң яҡшы этномәҙәни дөйөм белем биреү ойошмаһы- 2025» билдәләнгән.
29 ғинуарҙа милли һәм күп профилле полилингваль мәктәп директорҙарының V форумында ҡатнашыусылар Рәми Ғарипов исемендәге 1- се Башҡорт республика гимназия-интернатында үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһаған, яңы маҡсаттар ҡуйған, тип хәбәр итә "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы журналы.
Награданы Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Мәүлетбирҙин Илдар Марат улы тапшырған.
📌112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы февраль айында үтәсәк сараларҙа ҡатнашырға саҡыра.
Музей Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27 адресы буйынса урынлашҡан.
Пушкин картаһы ғәмәлдә.
+1
📌Бөгөн совет кинорежиссеры, РСФСР-ҙың һәм Үзбәк ССР-ның атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, "Салауат Юлаев" фильмын төшөрөүсе Яков Протазановтың тыуыуына - 145 йыл.
Ул 1881 йылдың 4 февралендә Мәскәүҙә тыуған. 1945 йылда 64 йәшендә үлеп ҡала.
Яков Протазанов йөҙҙән ашыу фильм төшөргән һәм башҡорт халҡының милли геройына арналғаны - һуңғы эштәренең береһе.💥"Салауат Юлаев" аҡлы-ҡаралы фильмы 1940 йылда яҙыусы Степан Злобин әҫәре буйынса төшөрөлә һәм 1941 йылдың 21 февралендә киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителә. Әйткәндәй, быйыл фильм да "юбилейын" билдәләй - экрандарҙа күрһәтелеүенә 85 йыл тула.
¡Ya disponible! Investigación de Telegram 2025 — los principales insights del año 
