Башҡортса StandUp
Open in Telegram
Сәләм! Мы башкирские комики, которые выступают на родном языке. На этом канале будем выкладывать афиши на наши мероприятия. Көтәбеҙ❤️
Show moreThe country is not specifiedHumor & Entertainment22 388
416
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-630 days
Posts Archive
🎉 Результаты розыгрыша:
🏆 Победители:
1. Диана (@absali_di)
2. Гульфина (@gulfinalatt)
3. rdk (@Rahmet93)
✔️Проверить результаты
+2
-Сәләм! Бөгөн Тимур Шөғөрөв менән һөйләштек.
- Сәләм.
Сибайҙа тыуып, Өфөгә кусеп, Өфөлә йәшәп, һәм ауылға йылына ике тапҡыр ҡайтып, ӘБЙӘЛИЛ егет тип йөрөгән кешемен. А так, бейеусе, стендапер, с недавних пор вахтовик.
-Юмор менән күптән шөғөлләнә башланымы?
-2018 йылда директор мәктәп өсөн шаяниумда уйната башланы, оҡшап
ҡалды. Бынс инде етенсе йыл китте.
-Бала сағыңда стендап менән сығыш яһау тураһында уйлағайныңмы?
- Әлбиттә юҡ. Уйлай белһәм, стендап менән шөғөлләнә башламаҫ инем.
-Тағы нимә менән шөғөлләнәһең?
-Һүгенмәйенсә әйтеп булмай, а так бейеу менән.
-Тамашасыларға нимә теләр инең?
-Әгәр дүртенсе сентябрь киске сәғәт етелә эшегеҙ, кайефегеҙ булмаһа, стендапҡа килеп китегеҙ, ҡыҙыҡ була әйттеләр былай
-Блиц!
-Ay Yola йәки Етегән төркөмө?
-Ay Yola, да-да - мин шул потерянное поколение
-Камызяки йәки Барыбер?
-Камызяки, барыбер тураһында иҫкә төшөрмәгеҙ, зинһар өсөн.
-Вайлдберриз йәки вахта?
-И там, и там штрафтар өлкән. А так вахта.
-Стендап йәки КВН?
-Стендап, бында көлкө сыға.
-Скриптонит йәки ZAGA?
-Zaga. Мин уны аңлайым.
+2
-Сәләм! Тәүҙә үҙең тураһында бер нисә һүҙ.
-Мин Абдуллин Нияз. Әбйәлилдең иң яҡшы стендаперы- Алиса шулай тей.
-Юмор менән күптән шөғөлләнә башланымы?
-Быйыл бына 10 йыл була инде.
Тәүҙә пародиялар яҙып. Шунан йырҙар тәржемә итеп. Шунан квн. Шунан стендап
-Бала сағыңда стендап менән сығыш яһау тураһында уйлағайныңмы?
-Эйе. Мин 9-сы кластан алып юмор менән шөғөлләнәм. Минең менән бер кемдә квн уйнағыһы килмәне ул ваҡытта, хәҙер тоже инде. Шуға бер үҙемә сығыш яһарға тура килде, шунан башлап ғүмер буйы бер үҙем сәхнәлә.
-Ҡатының уның тураһында шаяртыуҙарыңа нисек ҡарай?
-Ул бөтөнләй ҡарамай сығыштарҙы, шуға күрә нимә етте шуны һөйләй алам. Иң мөһиме урам буйлап эсеп йөрөмәй, өйгә аҡса алып ҡайтһам булған.
-Тағы нимә менән шөғөлләнәһең?
-Мин ауылдан сығып китһәм дә, ауыл минән сыҡманы. Шуға ауылға кире күсеп ҡайтып, теләһә ниндәй эштәр менән булам.
Заманында пилорам тоттом. Буралар эшләнек.
Хәҙер Озонда эшләйем.
Хатта туйҙар алып барған саҡтар булды. Тик ташланым, "үҙемдең тормошто алға алып барып булмай әле, ишеү кешенекенә тейәйемме" - тип.
-Тамашасыларға нимә теләр инең?
-Будем һау. Беҙҙең проекттарҙа күрешергә яҙһын
-БЛИЦ!
-Өфө йәки Әбйәлил?
-Башҡортостан.
Тик Яҡтыкүл таҙараҡ һәм беҙҙә юлдар нишауараҡ. Ишеү Өфөләге һымаҡ водителдәр уҫал түгел. Тағы ла беҙҙә халыҡ һәр стаендапҡа зал тултырып йөрөй.
-Нөктә.Ру йәки Кәкре Сүкеш?
-Кәкре сүкеш командаһының сәхнәләрҙе шартлатып йөрөгән заманды күреп булманы әлбиттә, әммә Фидан ағай -ул легенда тигәндәре менән килешәм.
.Ру уларҙа, мощный егеттәр, ҡыҙыҡ булды заманында. Тик миңә Бер минут нығыраҡ оҡшай торғайны.
-Бал йәки БОЛ?
-Әлбиттә, бал.
-Ете егет йәки ете ҡыҙ?
-Ете егеткә бер яңылыш һүҙ әйтһәң эләгергә мөмкин. Ә ете ҡыҙ нимә инде?
Матур фонтан
-Дима Билан йәки Ай Йола?
-Икеһе лә.
Береһе "Невозможное возможно" тип йырлай, ә икенселәре күрһәтте Невозможное - возможно
Сәләм!
Ҙур Башҡортса Стендап - Икенсе миҙгел.
Яңы шаяртыуҙар, яңы комиктар, шәп алып барыусы - яҡшы кис өсөн тағы нимә кәрәк?
4 сентябрь
20:00
Өфө, Актерҙар Йорто
Пушкин ур., 94
Билеттар БЫНДА
Ҙур Башҡортса стендап!
4 сентябрь
Ишек асыу 19:30
Башланыу 20:00
Өфө
Актер Йорто
Пушкин урамы, 94
БИЛЕТТАР
+2
Классик-шмасик рубрика-мубрика
-Сәләм! Тәүҙә үҙең тураһында бер нисә һүҙ.
-Мин - Айназ Низаметдинов. Миңә 29 йәш. Учалы егетемен. Кәләш алғы килә, ләкин яҡшы ҡыҙҙарҙы алып бөттөләр. Музыкант, турист, бейеүсе, алып барыусы, футболист һәм башҡалар.
-Юмор менән күптән шөғөлләнә башланымы?
-Юмор менән гимназияла уҡыған саҡта шөғөлләнә башланым. 2010 йылдан булып сыға. 4 йыл рәттән Шаяниумда ҡатнаштым. Шунан университет КВН лигаһында уйнаным. Камызяктар беҙҙең редакторҙар булды 😁 яҙылған 60 шаяртыуҙың, сәхнәгә 2 генә сыҡты. Шунан Санкт-Петербург ҡалаһында башҡорт КВН-нында уйнаным.
-Бала сағыңда стендап менән сығыш яһау тураһында уйлағайныңмы?
-Юҡ. Бала сағымда мин президент булырға хыялланғайным. Ул ваҡытта стендап булманы ла ул. Эйе мин шундай ҡарт.
-Тағы нимә менән шөғөлләнәһең?
-Әлеге ваҡытта минең төп эшем - кәләш табыу. Ә буш ваҡытта "Йатаған" этно-төркөмөндә уйнайым, "Самауырлы ритайым", "Серле-тур" проекттарын ойошторам. Тағы ла милли уҡ атыу хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашам.
-Тамашасыларға нимә теләр инең?
-Тамашасыларға мин теләр инем башҡорттарҙың төрлө сараларына әүҙем йөрөргә, сөнки тамашасы булмаһа, кем өсөн беҙ үткәрәбеҙ ? Актив тормош алып барырға һәм әлбиттә һар көн менән ҡәнәғәт булырға. Бәлки Ҡәнәғәтләндерелмәгәнлектәндер бәхетһеҙ кешеләр күбәйәлер...
-Блиц!
Нурлан Сабуров йәки Вилдан Шәмсетдинов?
-Вилдан , әлбиттә. Нурлан башҡортса бейей белмәй.
-Павел Воля йәки Марсель Мөхәмәтйәнов?
-Марсель, әлбиттә. Воля башҡорт эстрадаһына йырҙар яҙмай.
-BabyTi йәки Азамат Тимиров?
-Азамат Тимеров , әлбиттә. Уның мыйығы мощныйраҡ.
-Яҡтыкүл йәки Талҡаҫ?
-Яҡтыкүл
Ҙур Башҡортса стендап!
4 сентябрь
Ишек асыу 19:30
Башланыу 20:00
Өфө
Актер Йорто
Пушкин урамы, 94
БИЛЕТТАР
