БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 014
Subscribers
-124 hours
-57 days
-1430 days
Posts Archive
2 013
Башҡортостанда мутлашыуҙың яңы ысулы теркәлгән
Улар граждандар йәшәгән йорттарға килеп үҙҙәрен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре тип таныштыра һәм бер-нисә тапҡырға ҡиммәт хаҡҡа автономлы янғын иҫкәртеү ҡоролмаһын һатып алырға күндерә. Ысынында иһә, янғын осрағын иҫкәртеү ҡоролмаһын электроника магазиндарында һәм интернет селтәрендә яҡынса 500 һумға һатып алырға мөмкин. Бынан тыш, республикала социаль ярҙам программаһы ла уңышлы эшләй. 15 льготалы категория граждандарға янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы бушлай тапшырыла.
2 013
Өфөнөң Шаҡша күперендә транспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды
«Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты буйынса ул бер айға ябылды. Был осорҙа иретеп-йәбештереү һәм монтажлау эштәре башҡарыла. Шулай уҡ күперҙә гидроизоляция эшләнә, ҡойма, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыласаҡ, ямғыр һыуҙарын ағыҙыу канализацияһы һәм элемтә селтәрҙәре булдырыласаҡ, күпергә инеү урындарға асфальт түшәлә. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығы водителдәргә альтернатив юл варианттары тәҡдим итте.
2 013
Өфөлә Светлана Чупшева «Салют» балалар реабилитация комплексы менән танышты
«Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» форумы сиктәрендә Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева «Салют» балалар реабилитация комплексы менән танышты. Үҙәк ике аҙна элек асылғайны. Проектты тормошҡа ашырыуға яҡынса 2 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән. Әле комплекс тулы ҡеүәтҡә эшләмәй, шулай ҙа ошо ваҡытта 30 бала реабилитация үтеп өлгөргән. Шунса уҡ бала бөгөн көндөҙгө стационарҙа ята. Светлана Чупшева комплекстың социаль, мәғариф һәм медицина комплекстарында булып, ундағы шарттарҙы юғары баһаланы.
2 013
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе итеп Айнур Бирғәлин һайланды
Тауыш биреү бөгөн Өфөлә уҙған 9-сы съезда үтте. Пленумда Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе үҙ сығышында Башҡортостандың дини конфесссиялары татыу һәм берҙәм эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ йәмғиәттең рухи яҡтан таҙарыныуына булышлыҡ итә, тине Радий Фәрит улы.
2 013
Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте
Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә «Башҡортостан» полкы яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙ алдында сығыш яһап, уларҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләне.
2 013
Радий Хәбиров 2025 йылды МХО яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләре йылы тип иғлан итте
Ошондай тәҡдим менән Өфөлә «Ломая барьеры» форумында Шайморатов ордены кавалерҙары клубы сығыш яһаған. Тиҙҙән Радий Хәбиров указа ҡул ҡуясаҡ.
2 013
Өфөлә «Иғтибар үҙәгендә» ғаилә фестивале уҙҙы
Өфөлә «Иғтибар үҙәгендә» тип исемләнгән ғаилә фестивале уҙҙы. «Мотор эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында ойошторолған сарала утыҙҙан ашыу ойошма ҡатнашты. Дауаханалар, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары фестивалгә килеүселәргә консультациялар үткәрҙе, ошонда уҡ анализ тапшырырға, ҡан баҫымын үлсәтергә лә мөмкин ине.
2 013
Баймаҡта Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе үҙенең филиалын асты
Баймаҡ ҡалаһының Көньяҡ биҫтәһендә урынлашҡан бишенсе мәктәбендә ижадты үҙ итеүселәр өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. Белем усағында Ғата Сөләймәнов исемендәге балалар сәнғәт мәктәбе үҙенең филиалын асты.
2 013
Хәйбулла районында «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды
Хәйбулла районының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбендә «Уңыш формулаһы». Белем усағында VII республика полилингваль фестивале уҙғарылды. Уңышлы балаларға һәм уҡытыусыларға арналған сара барышын беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте
2 013
Өфөгә йәнә «Еңеү поезы» килде
«Еңеү поезы» йәнә Өфөлә. Тимер юл вокзалында Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы күсмә күргәҙмә менән танышырға мөмкин. Вагондарҙа һуғыштың тәүге көндәренән алып Еңеү көнөнә тиклемге ваҡиғалар сағылыш тапҡан.
2 013
Өфөнөң Ленин районы махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ярҙам оҙатты
Алғы һыҙыҡ өсөн маскировка селтәрҙәре, генератор һәм ике тактлы двигатель өсөн майҙар әҙерләнгән. Алена менән Александр Садиҡовтар гуманитар ылауҙа өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Уларҙың улдары бөгөн алғы һыҙыҡта. Яугир һорауы буйынса йылы әйберҙәр, блиндаж төҙөү өсөн кәрәкле материалдар тупланған. Улар алғы һыҙыҡҡа юлланған «УАЗ»-ға тейәлде. Гуманитар ылау йыйыуҙа Ленин районы ойошмалары теләп ҡатнашҡан.
2 013
Бәләбәй районында яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды
Бәләбәй районында Рәсәй Оборона министрлығы менән яңы контракт төҙөүселәргә түләү дүрт тапҡырға арттырылды. Хәҙер бер тапҡыр бирелә торған аҡса күләме 400 мең һумға етте. Урындағы район советы депутаттары ҡарарына ярашлы, бындай мөмкинлек менән 21 октябрҙән 1 декабргә тиклем файҙаланырға мөмкин.
2 013
Туймазы районы Ғафур ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар таҙа һыу көтә
Эсер һыуҙы шишмәнән ташып йәки график буйынса таратылғанын көтөп ыҙалаған ауылдаштар мәсьәләне төрлө юлдар менән хәл итергә тырыша. Биш йыл элек республиканан финанс ярҙам юллап, дөйөм көс менән һәр йорттан ун мең һум аҡса йыйып проект та әҙерләгәндәр. Әммә идарасы компания эшен еренә еткереп башҡармау сәбәпле, йыйылған аҡса кире бюджетҡа ҡайтарылған. Ғафур халҡы тағы ла һыуһыҙ ҡалған.
2 013
Башҡортостанда ашығыс медицина ярҙамы үҙәктәре яңы системаға тоташтырылды
Бынан ары пациенттарға тиҙ ярҙам күрһәтеү тағы ла яҡшыраҡ һәм сифатлыраҡ буласаҡ. Эште һанлаштырыу мөрәжәғәттәрҙе ҡабул итеүҙе еңеләйтте.
2 013
«Башҡорт еләге» инвестиция проекты былтыр ғәмәлгә ашырыла башлағайны
Тәүге ҡыуаҡлыҡтар 50 гектар майҙанды биләһә, быйыл тағы 10 гектар майҙанда 20 мең һырғанаҡ ҡыуаҡлығын ултыртыу күҙаллана.
2 013
Валентина Матвиенко Башҡортостандың «Рәсәй - спорт державаһы» форумын уңышлы үткәреүен билдәләне
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова сенаторҙарға Өфөлә халыҡ-ара ҙур спорт сараһының лайыҡлы кимәлдә уҙыуы хаҡында һөйләне. Форум сиктәрендә бокс турниры, ишкәкле слалом һәм фехтование ярыштары, баскетбол буйынса Рәсәй чемпионатының юғары лигаһы уйындары үтте.
2 013
Минималь хеҙмәт хаҡы 22 мең 440 һум була
1 ғинуарҙан сумма 17 процентҡа арттырыла. Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. МРОТ артыуы эшләп йөрөүсе 4 миллион 200 мең граждандың хеҙмәт хаҡында сағыласаҡ, тине парламент спикеры Вячеслав Володин. Рәсәй президенты билдәләгән бурыстарҙың береһе минималь хеҙмәт хаҡын йыл һайын арттыра барыуға бәйле. 2030 йылға МРОТ 35 мең һумға етергә тейеш.
2 013
Билдәле спортсы Джефф Монсон Өфөлә Рой Джонс менән алыша
Был сара киләһе йылдың мартына планлаштырылған. Ошонан һуң ҡатнаш алышта сығыштарҙы тамамлайым, тип белдерҙе Джефф Монсон. Алыш оҫталары Америкала тыуған, улар Рәсәй гражданлығын алды. Джефф Монсон - Башҡортостан парламенты депутаты.
2 013
Башҡорт киноһы Һиндостанда күрһәтелә
Иртәгәнән 27 октябргә тиклем Тривандрум ҡалаһында халыҡ-ара фестиваль уҙғарыла. Бында Рәсәй һәм Һиндостан төбәктәре мәҙәни йолалары менән таныштыра. Фестивалдең бер йүнәлеше кино сәнғәтенә бағышлана. Башҡортостандан Һиндостан тамашасыһына режиссер Айнур Асҡаровтың "Еңмеш" фильмы тәҡдим ителә.
2 013
«Дуҫлыҡ иле биҙәктәре» асыҡ республика балалар халыҡ хореографияһы фестиваль-конкурсына йомғаҡ яһалды
Быйыл баш ҡалала үткән сарала республика район-ҡалаларынан 30-ҙан ашыу ижади коллектив ҡатнашты. Һайлап алыу турын үтеүселәр бөгөн Гала-концертта сығыш яһаны
