en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 964
Subscribers
+124 hours
-47 days
-1830 days
Posts Archive
Өфөнөң 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша Өфөнөң 1-се балалар баҡсаһы «Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү» программаһында ҡатнаша. Инициатива менән балалар баҡсаһы етәкселәре һәм ата-әсәләр сыҡҡан. Тулыраҡ киләһе яҙмала

Ғафури районы хакимиәте халыҡ менән күсмә осрашыуҙар ойоштора Сираттағы саралар Игенйылға һәм Табын ауылдарында үтте. Унда йәшәүселәр үҙҙәрен борсоған һорауҙарға яуап алды. Халыҡ менән осрашыуҙа райондың төрлө тармаҡ белгестәре лә ҡатнашты.

3 декабрҙә Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола 3 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән «Тура бәйләнеш» ойошторола. Төбәк етәксеһе Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Рәсәй 24, «Башҡортостан 24», «Бөтә Өфө», «Сәләм», UTV һәм «Юлдаш» радиостанцияһының тура эфирында халыҡтың көнүҙәк һорауҙарына яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш трансляцияһын шулай уҡ Радий Хәбировтың «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендәге сәхифәләрендә ҡарарға мөмкин.

«Башҡорт каникулдары» «Тэфи-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында еңеү яуланы Программаның ижади командаһын социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡорт каникулдары» проектын ойоштороусылар менән ғорурланам. Афарин. Быға тиклем дә был сәйәхәткә бағышланған тапшырыуҙы беҙҙең телевидениела иң яҡшы программаларҙың береһе тип уйлай инем. Өс йыл дауамында БСТ телеканалы проектында республиканың уникаль тәбиғәте, урындағы халыҡ һәм ҡунаҡтар өсөн яңы туристик маршруттары тураһында мәғлүмәт күрһәтелә. Бөгөн - Халыҡ-ара телевидение көнө. Республика телевидение тармағы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотлайым. Уңыштар, яҡшы хәбәрҙәр һәм яңы еңеүҙәр теләйем», - тип яҙҙы Башҡортостан башлығы.

Башҡортостанда балалар китаптары тикшерелә Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев балалар нәфис әҙәбиәте өлкәһендә
Башҡортостанда балалар китаптары тикшерелә Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев балалар нәфис әҙәбиәте өлкәһендә ҡануниәт үтәлешен күҙәтеү буйынса эшсе төркөм булдырыу тураһында документҡа ҡул ҡуйҙы. Уның составында депутаттар, власть органдары вәкилдәре, нәшриәт хеҙмәткәрҙәре, китап магазиндары хужалары бар. -Рәсәй яҙыусылар берлеге уҙғарған тикшеренеү һөҙөмтәләре буйынса балалар китаптарының 60 проценты уларға насар йоғонто яһай. Был өлкәлә контроль кәрәк, - тине спикер Константин Толкачев.

Саҡмағош ауылында ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө билдәләнде Был байрам Сталинград алышында һынылыш яһаған Совет ғәскәрҙәре контрһөжүме хөрмәтенә барлыҡҡа килә, был көн Бөйөк Ватан һуғышында фашистарҙы еңеүҙә хәл иткес роль уйнай. Артиллерия иһә махсус хәрби операция биәлмәһендә, хәҙерге ысынбарлыҡта ла көслө ҡорал. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Бишбүләк районы үҙәгендә Ракета ғәскәрҙәре һәм артиллерия көнө уңайынан стела асылды Әйткәндәй, быйыл илдә ракета ғәскәрҙәрен булдырыуға 65 йыл тула. Сарала ғәскәр ветерандары, ауыл советы башлыҡтары, йәш армеецтар ҡатнашты. Илһөйәрлек саралары Сиҙәкбаш ауылында ла дауам итте.

Башҡортостанда «Рекрут» программаһы 31 декабргә тиклем оҙайтылды ДОСААФ тәҡдиме менән башланған программа ярҙамында граждандарға Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ярҙам иткән ирекмәндәргә 50 мең һум аҡса түләнә. Унда ҡатнашыу өсөн 18 йәше тулған ирекмән контракт буйынса хеҙмәт итергә теләгән хәрби менән ДОСААФ бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, документ тултырырға, һуңынан хәрби комиссариатҡа килергә тейеш. Бөгөнгә «Рекрут» программаһы буйынса 2346 ғариза ҡабул ителгән. Иң күп ғаризалар Өфө ҡалаһында һәм Ишембай райондарында йәшәүселәрҙән килгән.

Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ ракета ғәскәрҙәре һәм артиллеристар көнөн билдәләне Ҡамсат бүрек кейеп, ҡурай тартып. Махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙ ракета ғәскәрҙәре һәм артиллеристар көнөн билдәләне. Был көндө бер төркөм яугирҙарға Шайморатов, Жуков һәм Ҡаһарманлыҡ өсөн миҙалдары тапшырылды. Әлбиттә , байрамдың барлыҡҡа килеү тарихына тоғро ҡалып, егеттәр үҙҙәре лә ҡаршы яҡҡа ҡотлау ебәрҙе. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы артиллеристары тураһында Луганск халыҡ республикаһынан репортаж.

Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин Өфөлә торлаҡ төҙөлөшө темптарын баһаланы. Был турала ул Федерация Советы ултырышында сафҡа индерелгән шәхси торлаҡты теркәү мәсьәләһен тикшергәндә белдерҙе.

Ишембай районы мәктәптәрендә махсус хәрби операция яугирҙарына арналған картиналар күргәҙмәһе үтте Ватан һағында торған геройҙарҙы онотмау. Ошондай лозунг менән Ишембай ҡалаһының 19-сы мәктәбендә һәм Кинйәбулат ауылында картиналар күргәҙмәһе ойошторолдо. Проекттың маҡсаты - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итеү. Изге эшкә Ишембай ҡалаһы картиналар галереяһы рәссамдары ла ҡушылды.

Өфөлә үтәсәк Рәсәй-Ҡаҙағстан форумында ҡатнашыуға 30 төбәктән заявка ҡабул ителгән Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә уҙған матбуғат конференцияһында хәбәр итте. Күләмле форум баш ҡалала Көрәш һарайы майҙанында 26-27 ноябрҙә үтәсәк. «Рәсәй -Ҡаҙағстан» форумы ике илдең иҡтисади, сәйәси һәм гуманитар бәйләнештәрен нығытыу һәм үҫтереү маҡсатында 20 йыл дауамында даими үткәрелеп килә. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу форумында тиҫтәләгән эшлекле килешеүҙәр төҙөләсәк. Ҡунаҡтар өсөн бай йөкмәткеле мәҙәни программа ҡаралған.

Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү юғары уҡыу йорттарында белем алған студенттар менән осрашты. Төбәк етәксеһе яҡташтар менән аралашып, республикала һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында һөйләне.

Бөтә донъянан умартасылар Өфөгә килә Киләһе йылдың ғинуар аҙағында баш ҡалала халыҡ-ара конгресс уҙғарыла. Ауыл хужалығы мини
Бөтә донъянан умартасылар Өфөгә килә Киләһе йылдың ғинуар аҙағында баш ҡалала халыҡ-ара конгресс уҙғарыла. Ауыл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республикала тейешле инфраструктура булдырылған, матди-техник база бар. Конгресс барышында Рәсәйҙә тәүге тапҡыр бал конкурсы ойошторола.

Өфөлә Ленин майҙанында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла башланы Бында 30 метр бейеклектәге яһалма ҡоролма ҡуйыла. Ик
Өфөлә Ленин майҙанында ҡаланың төп яңы йыл шыршыһы урынлаштырыла башланы Бында 30 метр бейеклектәге яһалма ҡоролма ҡуйыла. Ике һырғалаҡ, боҙ скульптуралары булдырыла. Өфөлә тағы бер ҙур яһалма шыршы "Торатау" конгресс холы янында урынлаша. Был биләмә лә байрамса биҙәлә. Ҡала хакимиәтенән белдереүенсә, Байрам алдынан 25 яңы йыл ҡаласығын булдырыу планлаштырыла.

Туймазыла махсус хәрби операция яугирҙарына түләү күләме арттырылды Туймазы ҡалаһы һәм районы граждандарына Рәсәй Оборона мин
Туймазыла махсус хәрби операция яугирҙарына түләү күләме арттырылды Туймазы ҡалаһы һәм районы граждандарына Рәсәй Оборона министрлығы менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөгән осраҡта бер тапҡыр бирелә торған түләү 1 ноябрҙән 300 мең һумға тиклем еткерелде. Быға тиклем муниципаль түләүҙең күләме 100 мең һум ине.

"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының яңы чемпионатында ҡатнаша Унда уйындар 3-кә 3 форматында үтә. Йәғни, боҙға һәр
"Салауат Юлаев" Континенталь хоккей лигаһының яңы чемпионатында ҡатнаша Унда уйындар 3-кә 3 форматында үтә. Йәғни, боҙға һәр команданан ҡапҡа һаҡсыһынан башҡа 3 уйынсы сыға. Кәмендә 1 хоккейсының КХЛда сығыш яһау тәжрибәһе булырға тейеш. Даими беренселек декарҙән киләһе йылдың июненә тиклем уҙғарыла, финал июлдә була. Турнирҙа Өфө командаһынан тыш, Омск, Ҡазан, Магнитогорск, Силәбе, Новосибирск, Астана һәм Минск хоккейсылары сығыш яһай.

Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде Көҙ-ҡыш миҙгеле киләсәк уңышҡа әҙерлек өсөн иң ҡулай ваҡыт. Шишмә районында яҙғы баҫыу эштәренә ауыл хужалығы техникаһын хәстәрләү мәсьәләһе тикшерелде. Һуңғы 6 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексының техника паркы 60 процентҡа яңыртылған.

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» Иглин районы Һарт-Лабау ауылында йәшәй Ете бала тәрбиәләүсе Әлфиә һәм Илдар Нурыевтарҙың әүҙем, татыу, берҙәм ғаиләһенең бәхет сере хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөлә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева исемендәге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр ижад итеүселәр араһында республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Башҡортостан Яҙыусылар союзы «Аҡбуҙат» журналы менән берлектә ойошторған конкурс еңеүселәре ике номинацияла билдәләнде.