en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 969
Subscribers
-124 hours
-17 days
-1430 days
Posts Archive
Республикала быйыл 5 спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла Еңел атлетика манежы менән спорт комплексы һәм олимпи
Республикала быйыл 5 спорт объектын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла Еңел атлетика манежы менән спорт комплексы һәм олимпия резервы училищеһы, Боксты үҫтереү үҙеге һәм Теннис академияһын проектлау эштәре бара. Башҡортостанда 1 мең 41 спорт төрө ҡулланыла. 2 миллион 300-ҙән ашыу кеше физкультура менән шөғөлләнә. Премьер-министр Андрей Назаров Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында белдереүенсә, республика спорт ҡоролмалары төҙөлөшө темптары һәм уларҙың һаны буйынса илдә лидерҙар иҫәбендә.

Күп функциялы үҙәктәр уҙған йылда 7 миллион 300-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткән Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ,
Күп функциялы үҙәктәр уҙған йылда 7 миллион 300-ҙән ашыу хеҙмәт күрһәткән Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ, Федоровканың Федоровка ауылдарында “Минең документтарым” офистары асылды. Өфө ҡалаһында “Мир” операция залы булдырылды. Булгаково, Зубов һәм Михайловка ауылдарында күп функциялы үҙәктәр бәләкәй офистар форматында эшләй башланы. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, халыҡтың 99 проценты был хеҙмәттәр менән файҙалана. Республика күп функциялы үҙәге илдә иң ҙур һәм динамик үҫешкән йүнәлеш булып тора. Ул 77 офисты үҙ эсенә ала.

Башҡортса йыр донъя киңлегендә танылыу яулай «Әй йола» төркөмөнөң «Һомай» йыры чарттарға күтәрелеүен дауам итә. Хиттың популярлыҡ яулау сере нимәлә?

Башҡорт батальоны танкистары мәктәп уҡыусылары менән осрашты Бөгөн Өфө ҡалаһының Сергей Зорин исемендәге 129-сы мәктәбендә Сергей Зорин исемендәге башҡорт батальоны танкистары менән осрашыу уҙҙы. «Каддафи» һәм «Ҡараҡом» ҡушаматлы яугирҙар үҙҙәренең хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне, мәктәп музейына экспонаттар ҡалдырҙы.

Заманса техника һәм яңы алымдар: агросәнәғәттә яңы мөмкинлектәр Һауымды арттырыу һәм малсылыҡ тармағын белгестәр менән тәьмин итеү мәктәбе. Мәләүез районында республиканың иң ҙур ауыл хужалығы предприятиеларының береһе «Ашҡаҙар» уңышлы эшләй. Етештереү ҡеүәтен арттырыуға ғына унда ете йөҙ илле миллион һумдан ашыу инвестиция һалынған. Хужалыҡ үҫемлекселек менән дә етди шөғөлләнә. Етештерелгән иген һәм һөт эске баҙарҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Быйыл 1 ғинуарҙан Рәсәйҙә «Әсәлек капиталын» ҡулланып шәхси йорт һатып алыу ҡағиҙәләре ҡәтғиләште Граждандарҙан күсемһеҙ милектең йәшәргә яраҡлы булыу-булмауы тураһында һығымта талап ителә. Ошо маҡсатта ведомство-ара комиссиялар булдырылған. Өс ай эсендә генә Өфөлә йөҙҙән ашыу кеше йортто ҡабул итеү процедураһына яҙылған.

Башҡортостанда һөнәри белем биреүҙең яңы моделе тәҡдим ителде Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитетының күсмә ултырышында башланғыс һөнәри белем биреүҙең яңы моделе тәҡдим ителде. Уны илдең мәғрифәтселек министрлығы белгестәре әҙерләгән. Түбәнге парламент депутаттары Башҡортостандың урта һөнәри белем биреү учреждениелары вәкилдәре менән берлектә яңы йүнәлеште ентекле өйрәнде һәм үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Күсмә ултырыштың тап Башҡортостанда ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Республика эшсе һөнәргә уҡытыу тәжрибәһен һаҡлап ҡалыу ғына түгел, уны яңы кимәлгә сығара алды. Яңы уҡытыу моделендә был ҡаҙаныштар ҙа үрнәк итеп алынасаҡ, тине Дәүләт Думаһы депутаттары.

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының мәғрифәт буйынса комитеты вәкилдәре менән осрашты. Парламентарийҙар Өфөлә урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу мәсьәләләре буйынса күсмә ултырышта ҡатнаша.

Тарҡаулыҡ кемгә кәрәк? Яҙыусы Мөнир Ҡунафин фекере менән уртаҡлаша: — Йәмғиәтебеҙҙәге ҡайһы бер мәсьәләләргә күберәк иғтибар биргән һайын, уларға кешеләр нығыраҡ ылыҡҡан кеүек. Күберәк ыңғай ваҡиғалар, тормошобоҙҙоң матур яҡтары хаҡында һөйләргә кәрәк. Башҡорттоң күңел йылылығы, күңел ныҡлығы кеүек матур сифаттары күп. https://vk.com/video-47563172_456239686?access_key=383788a6809a039e84

Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте AY YOLA төркөмөнөң шау-шыу тыуҙырған «Һомай» йыры юлаевсыларға еңеү килтерҙе. Өфө хоккейсылары плей-офф серияһының беренсе уйынында «Себер» клубын тар-мар итте. Дәғүәселәр осрашыуҙың тәүге яртыһында ғына ҡаршылыҡ күрһәтте. Ҡалған өлөш тулыһынса «Салауат Юлаев» өҫтөнлөгө менән үтте.

«Башҡортостан» концерт залы коллективы тәүге ифтарын үткәрҙе Башҡортостан мосолмандары Ураҙа байрамын ҡаршыларға әҙерләнә. Әле Рамаҙан айының һуңғы көндәрендәифтар үткәреп ҡалырға ашығыусылар күп. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы коллекивының яртыһы быйыл ураҙа тота һәм тәүге тапҡыр ифтар, йәки ауыҙ асыу сараһын ойошторҙо.

Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендә Рәсәй Президенты премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Камил Йыһаншин 75 йәшлек юбилейын билдәләй.

Баймаҡта махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ифтар мәжлесе уҙҙы Рамаҙан айында -изге эштәр. Баймаҡ ҡалаһының «Нәсихәт» мәсетендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәрҙең ата-әсәләренә ифтар мәжлесе уҙҙы, егеттәрҙең рухына аяттар бағышланды.

Ғафуриҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам арта «Ярҙам йәнәшәлә». Ғафури районында «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы социаль координаторҙары биш меңгә яҡын мөрәжәғәтте эшкә алып, күп өлөшөн эшкәрткән. Шифахана-курорт дауалауҙан алып газ үткәреүгә тиклем - республикала бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 43 төр ярҙам сараһы ҡаралған. Фонд белгестәренең халыҡ менән алып барған эше - киләһе яҙмала.

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар планы ҡаралды Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған саралар планы бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән киңәйтелгән ултырышта ҡаралды. Төп байрам тамашалары баш ҡалала һәм республика район-ҡалалары үҙәгендә ойоштороласаҡ.

Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусылар пособие аласаҡ Быйыл Башҡортостанда «Ауыл фельдшеры» программаһында ҡатнашыусы 33 белгес 500-әр мең һум күләмендә пособие аласаҡ. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белддереүенсә, республикала ауыл медицинаһы өсөн күп эшләнә - һуңғы йылдарҙа ғынаБашҡортостанда 500 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 10 участка дауаханаһы һәм табип амбулаторияһы яңыртылған.

Өфөлә май байрамдарында хәүефһеҙлек мәсьәләләре тикшерелде Башҡортостан башлығы төбәк террорға ҡаршы комиссия һәм оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Радий Хәбиров билдәләүенсә, айырыуса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған байрам саралары күләмле буласаҡ. Төбәк етәксеһе кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа хәлде етди контролгә алырға саҡырҙы.

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә
Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә Республика Башлығы Радий Хәбиров ошо турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. “Башҡортостан буйлап сәйәхәт иткәндә фельдшер-акушер пункттарына барам. Ауыл халҡын медицина ярҙамы күрһәтеү үтә лә мөһим. Был өлкәлә күп эштәр башҡарыла. Республикала 500-гә яҡын фельдшр-акушер пункты, 10-ға яҡын участка дауаханаһы һәм амбулатория яңырттыҡ. Беҙҙә “Ауыл табибы”, “Ауыл фельдшеры” федераль программалары бар. Ул табиптарҙы ауыл дауаханаларына эшкә ҡайтыуға дәртләндерә. Шулай уҡ фельдшер-акушер пункттарына иҫәпләнгән “Ауыл фельдшеры” программаһын тормошҡа ашырабыҙ. Быйыл 33 белгес 500 мең һум аҡсалата ярҙам ала”, тип яҙған Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров сираттағы инвестиция сәғәтен үткәрҙе Унда сәнәғәт һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы башланғыстар ҡаралды. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар иғтибарына республикала Төркиә менән Ҡытай партнёрҙары ҡатнашлығында май экстракциялау заводы булдырыу проекты тәҡдим ителде.

Хаҡлы ялдағылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй ала Ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 апрелдән пенсионерҙ
Хаҡлы ялдағылар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй ала Ҡала яны пассажирҙар компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 апрелдән пенсионерҙарға льгота була. Ул ҡартлыҡ буйынса пенсия алыусылар, хеҙмәт ветерандары, тыл эшселәре, хәрби хеҙмәт ветерандарына ҡағыла. Льгота баҡса миҙгеле тамамланғансы ғәмәлдә ҡала.