en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 953
Subscribers
No data24 hours
-47 days
-1230 days
Posts Archive
Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар Башҡортостанда дауам итә Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына бәйле саралар планы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында шағирҙың һайланма әҫәрҙәренән торған китаптың исем туйы үтте.
22 Oct 2025, 14:56

Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» Бөтә Рәсәй форумы башланды Икенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сара был юлы Ватанды һаҡлау темаһына арналды. Форумда сит илдәрҙән һәм Рәсәй субъекттарынан ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.Төп маҡсат булып төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ ептәрен, берҙәмлекте нығытыу тора.
22 Oct 2025, 14:46

Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары торлаҡтарында уңайлы шарттар тыуҙырыла «Ватанды һаҡлаусылар» фонды хеҙмәткәрҙәре эксперттар менән берлектә яугирҙарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса социаль-көнкүреш консультациялары уҙғарҙы.
22 Oct 2025, 14:36

Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйында беренсе урында Башҡортостанда миллиондан ашыу граждан, шул иҫәптән балалары булған 204 меңдән ашыу ғаилә төрлө социаль ярҙам ала. Күп балалы ғаиләләр һаны республикала 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе, ә Рәсәй буйынса 7-се урында.
22 Oct 2025, 14:21

Өфөлә бурыслыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейд үтте Дәүләт автоинспекторҙары суд приставтары һәм һалым хеҙмәте менән берлектә водителдәрҙе тикшерҙе. Сара махсус комплекс ярҙамында башҡарылды. Ул автомобилдәр ағымынан бурысы булған машиналарҙы табырға ярҙам итә. Белгестәр иҫкәртеүенсә, һалымын йәки штрафын ваҡытында түләмәүселәргә бурысҡа өҫтәп пеня, мөлкәткә арест, иҫәпте ябыу һәм сит илгә сығыуҙы тыйыу кеүек яза ҡаралған.
22 Oct 2025, 14:06

Үзбәкстандың Наманган өлкәһе Өфөлә сауҙа йорто асырға йыйына Был хаҡта өлкә хокимы Шәүкәт Абдуразаҡов Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа хәбәр итте. Фекер алышыу барышында яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика Үзбәкстан төбәген берлектәге уңышлы проекттар тарихы булған ышаныслы партнер итеп ҡарай.
22 Oct 2025, 13:50

Радий Хәбиров Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советы эшендә ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәге майҙансығында барған Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сараларында ҡатнашты. Ҙур сара ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға арналған. Советтың эшлекле программаһының төп ултырышын Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе.
22 Oct 2025, 13:34

Өфөлә мәктәп уҡыусыларына Мостай Кәрим исемендәге фонд грантары тапшырылды Бөйөк әҙиптең тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәлә аҡсалата премияға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияның 10 өлкән класс уҡыусыһы лайыҡ булды.
22 Oct 2025, 07:35

Ишембай районы Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң тәүге концерт ҡуйылды «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә клубҡа яңы мебель, йыһаздар, музыка ҡорамалдары һатып алынған, урындағы үҙешмәкәр коллективтар костюмдар менән тәьмин ителгән.
22 Oct 2025, 07:26

Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда «Өс ул үҫтергән әсә» исемле кисә үтте Уның төп ҡунағы-ике улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсә-Дилә Мырҙағәлина булды. Батыр улдар үҫтергән әсәгә бағышланған кисә Ватан һаҡсылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек йылына арналды.
22 Oct 2025, 07:15

Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторолған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде Быйыл йәмәғәт наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, күп балалы атайҙар һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар.
22 Oct 2025, 07:05

Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты Илдең баш ҡалаһында-башҡортса мөхит! Башҡортостан хөкүмәте премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты. Йылы осрашыуҙа йәштәр төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөүсе яҡташтарына һорауҙар бирҙе, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
22 Oct 2025, 06:56

Һуңғы алты йылда Башҡортостанда йөҙҙән ашыу яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгән Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф министры менән осрашыуҙа һөйләне. Ул Сергей Кравцовҡа төбәктең мәғариф өлкәһенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Йөҙләгән мәктәп яңыртылған, капиталь ремонт үткәрелгән. Белем усаҡтары һанлы мөхит индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ауыл ерендә заманса спорт залдары барлыҡҡа килгән.
22 Oct 2025, 06:47

Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнде Байрам Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәүен, бейеү традицияларын һаҡлауын билдәләне. Милли бейеү көнөндә республиканың төп сәхнәһендә ижади коллективтар сығыш яһаны.
21 Oct 2025, 14:56

Миәкә районында Сталинград алышы геройы Зәйтүнә Әлбаеваның исеме мәңгеләштерелде Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1942 йылдың авгусында Ҡалмыҡ АССР-да батырҙарса һәләк булған. Хәтер сараһында Ҡалмыҡ Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
21 Oct 2025, 14:46

Өфөлә йөҙгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә оҙатылды Был көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө. Егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм һауа-йыһан көстәре частарында хеҙмәт итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, дини конфессия вәкилдәре һәм ҡунаҡтар буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, «йәш яугир» курсын үҙләштереп, яңы дуҫтар табырға тигән теләктәрен еткерҙе.
21 Oct 2025, 14:36

Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәре үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Хакимиәт хеҙмәткәре Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яугирҙарға ул район хакимиәтенән гуманитар ярҙам, квадрокоптер алып бара.
21 Oct 2025, 14:26

Башҡортостандың иң ҙур элеваторында 77 мең тонна уңыш һаҡлауға һалынған Үҫтереү генә түгел, уңышты һаҡлау ҙа мөһим. Башҡортостандың иң ҙур һәм заманса элеваторы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Ул 122 мең тонна орлоҡто һыйҙыра ала. Әлеге ваҡытта 77 мең тонна бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар киптерелеп, һаҡлауға һалынған. Биләмәлә төҙөлөш эше лә дауам итә. Яҡын арала орлоҡ үҙәге сафҡа инәсәк, шулай уҡ элеваторҙы тимер юлы менән тоташтырыу өсөн юл һалына.
21 Oct 2025, 14:16

Оло Ирәмәл тауы янында юғалған 43 йәшлек Полина Захарова табылған Ул иҫән. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Силәбе өлкәһенән килгән туристың Белорет районындағы Иһәнәк тауы итәгендә булыуы асыҡлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Полина Захарова дүрт көн элек Оло Ирәмәлгә күтәрелгәндә юғала.
21 Oct 2025, 13:59

Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Гвардияһы директоры Виктор Золотов менән осрашты Фекер алышыу барышында яҡтар төбәк биләмәһендә хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен, Росгвардия бүлексәләренең Башҡортостан дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен, шулай уҡ хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса сараларҙы тикшерҙе.
21 Oct 2025, 13:47