БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 970
Subscribers
No data24 hours
-77 days
-1930 days
Posts Archive
1 970
Башҡортостанда контракт төҙөргә теләүселәр үҙҙәренә оҡшаған ғәскәр төрөн һайлай ала
Башҡортостанда контракт төҙөргә теләүселәр үҙҙәренә оҡшаған ғәскәр төрөн һайлай ала. Хәрби хеҙмәткә айырыуса водителдәр һәм уҡсылар талап ителә. Ғаризаны 18-ҙән 65 йәшкә тиклем ир-егеттәр яҙа ала. Кандидаттың хәрби тәжрибәһе булыуы ла, булмауы ла ихтимал. Контракт төҙөргә теләк белдереп ғариза яҙғас, һайлап алыу этабын үтә. «Защитник» контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу үҙәгендә документтарҙы бер көн эсендә рәсмиләштереп медицина тикшереүе үтергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәтте хәрби комиссариатта йәки Республика һайлап алыу пунктында белешергә була.
1 970
Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте
Башҡортостан парламенты Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте. Киң мәғлүмәт сараларының был категорияһы өсөн дәүләт ярҙамы саралары булдырыу ҡаралған, улар республика Хөкүмәте тарафынан раҫланырға тейеш. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Республика өсөн мөһим ҡануни проекттар тураһында киләһе материал.
1 970
Салауат ҡалаһында өлкән йәштәгеләр һәм инвалидтар өсөн көндөҙгө үҙәк асылды
Бында көн һайын 25 кеше ваҡытын файҙалы итеп үткәрә ала. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, үҙәк республика ҡаҙнаһынан финанслана. Ул өлкәндәргә яңғыҙлыҡты еңеләр кисереү, аралашыу маҡсатында булдырылған. Бында китапхана, ял бүлмәһе, фитнес майҙансыҡ бар, ҡул эштәре, йога, кулинария, гимнастика менән шөғөлләнергә була.
1 970
«Хәнифәкәй» һәм «Хәтирә» ансамблдәре дуҫлыҡ күпере һалды
Дуҫлыҡ ептәрен нығытып. Баймаҡ районы Мерәҫ ауылында урындағы «Хәнифәкәй» фольклор ансамбле Ейәнсура районы Сирғол ауылының «Хәтирә» ансамбле менән осрашты. Ижади байрамға әүерелгән сара хаҡында киләһе яҙмала.
1 970
Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале үтте
Күгәрсен районында «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивале үтте. Етенсе йыл рәттән ойошторолған мәҙәни сара Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимовтың яҡты иҫтәлегенә арналды.Унда республика район-ҡалаларынан тыш, илдең төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын конкурсант ҡатнашты. Улар «Данлы ил - Башҡортостан» патриотик йыр һәм «Заманалар мираҫы» тип исемләнгән фольклор бейеү башҡарыусылары араһында ике номинацияла сығыш яһаны.
1 970
Бөрйән районында Түңгәүер ырыуының VII йыйыны үтте
Бөрйән районында Түңгәүер ырыуының VII йыйыны үтте. Мәртәбәле йыйында түңгәүерҙәрҙең абруйлы вәкилдәре, республикабыҙҙың төрлө райондарынан йыйылған делегаттар ҡатнашты.
1 970
Рәсәйҙә яңы каникулын оҙайтыуҙары мөмкин
31 декабрҙән 11 ғинуарға тиклем ял итеү тураһында башланғыс бар. Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитеты башлығы Ярослав Нилов белдереүенсә, киләһе йылда беренсе эш көнө 9 ғинуар, йомаға тура килә. Был көндө күптәр эш биреүсе менән һөйләшеп ял аласаҡ. Шуға 3-4 ғинуар, шәмбе-йәкшәмбегә тура килгән бер ялды 9 ғинуарға күсереү мөмкинлеге ҡарала. Яңы йыл каникулы 12 көнгә һуҙылыуы ихтимал.
1 970
Өфөлә «Күп фазалы системалар» буйынса халыҡ-ара конференция үтә
Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Рифат Мәүлитов исемендәге механика институты «Күп фазалы системалар: моделдәр, тәжрибә, ҡушымталар» , тип аталған халыҡ-ара IX бөтә Рәсәй йәш ғалимдар конференцияһын үткәрә. Форум Рәсәй фәндәр академияһы академигы Роберт Ниғмәтуллиндың 85 йәшлек юбилейына арналған.
1 970
Башҡортостан делегацияһы Екатеринбургта Бөтә Рәсәй сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша
"Иннопром" 7-10 июлдә уҙғарыла. Радий Хәбиров хөкүмәткә ошо сараға әҙерләнергә ҡушты Уҙған йылда Башҡортостан делегацияһы "Иннопром"да 9 килешеү төҙөнө. 17 миллиард 800 миллион һумлыҡ инвестиция проекттары буйынса документтарға ҡул ҡуйылды.
1 970
Стәрлетамаҡта «Мәғариф» милли проектына ярашлы төҙөлгән мәктәп меңдән ашыу балаға иҫәпләнгән
Стәрлетамаҡта «Мәғариф» милли проектына ярашлы төҙөлгән мәктәп меңдән ашыу балаға иҫәпләнгән. Белем усағында инженерлыҡ йүнәлешенә баҫым яһау һәм башланғыс синыфтарҙан алып программалау һәм робототехника дәрестәрен индереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта ижади һәләттәрҙе лә үҫтереү планлаштырылған.
1 970
Хәрби журналистарға дәүләт ярҙамы: Башҡортостанда яңы закон ҡабул ителде
Һөнәри ҡаһарманлыҡ - иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда «Киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең айырым категорияларына дәүләт ярҙамы күрһәтеү» буйынса закон ҡабул ителде. Уға ярашлы, махсус хәрби операция һәм башҡа хәрби бәрелеш биләмәләрендә эшләгән хәрби журналистарға социаль яҡлауҙы көсәйтеү ҡаралған.
1 970
Башҡортостан — Рәсәй олимпиадаларында лидерҙар араһында
Башҡортостан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары буйынса алдынғы 5 төбәк исемлегенә ингән. Был турала Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы һәм уларҙың педагогтарын матди яҡтан дәртләндереү бурысын ҡуйҙы.
1 970
Республика тарихында тәүге тапҡыр беҙҙең уҡыусы Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә баш ҡаланың 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов тураһында шулай тип яҙған. Өфө егетенең белеме физика, информатика һәм профилле математиканан максималь баһа менән баһаланған. Шулай уҡ ул рус теленән дә 94 балл йыйыуға өлгәшкән.
1 970
Башҡортостанда 16 йыл элек индерелгән карантин бөтөрөлдө
2009 йылда Стәрлетамаҡ районында агрессив сүп үләне, күп йыллыҡ амброзия үҫеүе асыҡланған. Был үҫемлек ауыл хужалығы өсөн зыянлы, кешеләрҙә аллергияға сәбәпсе булыуы мөмкин. Сүп үләне юҡ ителгән. Һуңғы өс йылда ул бөтөнләй сыҡмаған. Шуға карантинды бөтөрөү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.
1 970
Өфөлә «Икенсе һулыш. Оло йәштәгеләр өсөн фитнес» проекты старт алды
Өфөлә «Икенсе һулыш. Оло йәштәгеләр өсөн фитнес» проекты старт алды. Ул пенсия алды йәшендәгеләргә һәм хаҡлы ялдағыларға тәжрибәле тренер етәкселегендә саф һауала бушлай физик күнегеү менән шөғөлләнеү мөмкинлеген бирә. Өлкән йәштәге 30 кеше ике ай дауамында аҙнаһына ике тапҡыр Якутов исемендәге паркта физик күнегеү эшләй, дөрөҫ туҡланыу буйынса кәңәш ала, бер-береһе менән аралаша.
1 970
Иглин районы ауыл биләмәләре «Хәтер шәме» акцияһына дәррәү ҡушылды
Бөйөк Ватан һуғышында Иглин районынан 15 меңдән ашыу кеше ҡатнашып, уларҙың яртыһынан күбеһе яу ҡырҙарында ятып ҡалған. Патриотик акцияла төрлө быуын вәкилдәре - хеҙмәт ветерандары һәм хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар, йәш армеецтар, ирекмәндәр һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.
1 970
Өфөлә тәүге анимация белгестәре дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырҙы
Өфө сәнғәт училищеһында «Анимация һәм анимация киноһы» һөнәре буйынса сығарылыш студенттары дәүләт имтихандарын яҡланы. Был уҡыусылар өсөн генә түгел, тотош республика өсөн дә әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки төбәктә анимация бүлеге тәүгеләрҙән булып асылды. Имтиханда студенттар үҙҙәренең ҡыҫҡа метражлы анимация фильмдарын тәҡдим итте, уларҙы тәжрибәле жюри ағзалары баһаланы.
1 970
Өфөнөң Затон биҫтәһе Пожарский урамында йәшәүселәр өс аҙна һыуһыҙ интегә
Өфөнөң Затон биҫтәһе Пожарский урамында йәшәүселәр өс аҙна һыуһыҙ интегә. 6 июндә көтөлмәгәндә тотош өйҙә һыу һүндерелә.
Йорт хужалары ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәһен, мәсьәлә асыҡ ҡала. Ике ҡатлы йортта йәшәүселәрҙең күбеһе оло йәштәгеләр, бәләкәй балалар ҙа байтаҡ, иң кесеһенә 4 йәш. Һөҙөмтәлә халыҡ һыуҙы эргәләге колонканан ташырға мәжбүр. Авария хәлендәге йортта йәшәгән халыҡ икенсе торлаҡҡа күсереүҙәрен көтә.
1 970
27 июндән Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай
27 июндән Өфөлә түләүле туҡталҡалар эшләй башлай. Быға тиклем яңылыҡ тест режимында индерелһә, аҙна аҙағынан үҙ көсөнә инә. Парковка урындары ҡайҙа билдәләнгән, түләүҙәр нисек башҡарыласаҡ?
1 970
Стәрлебаш районы үҙәгендә «41-ҙең арбалы ҡатындары» һәйкәле барлыҡҡа килде
Стәрлебаш районы үҙәгендә «41-ҙең арбалы ҡатындары» тип исемләнгән һәйкәл барлыҡҡа килде. Скульптура Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының ҡатындарына бағышланған. Архитектур ҡоролма ысынбарлыҡта булған тарихты сығылдыра.
