БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 967
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1730 days
Posts Archive
1 967
«Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ
Башҡортостандан Лас-Вегасҡа. «Донъя һылыуҡайы» конкурсында тәүге тапҡыр Башҡортостан ҡыҙы сығыш яһаясаҡ. Матурлыҡ бәйгеһендә Ауырғазы районында тыуып үҫкән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәгән Гөлназ Ғәбитова ҡатнашасаҡ. Шәфҡәт туташы булып эшләгән Гөлназ Лас-Вегаста үтәсәк ярышҡа әҙерлек барышы менән таныштырҙы.
1 967
Хәлил ауылында 4 айҙа яңынан төҙөлгән заманса мәсет асылды
4 ай ҙа 10 көн тигәндә яңы мәсет. Әбйәлил районы Хәлил ауылында 6 сентябрҙә янып көл-күмергә әйләнгән мәсет урынында заманса иман йорто үҙ ишектәрен асты. Был объектты халҡыбыҙҙың берҙәмлегенә, Хәлил ауылы кешеләренең йүнселлегенә һәйкәл тип әйтергә мөмкин. Сөнки төҙөлөшкә һәр кем үҙ өлөшөн индергән: берәүҙәр ҡул көсө, икенселәре аҡсалата, өсөнсөләре һүҙ менән булышлыҡ иткән. Мәсәғүт Мортазин исемендәге Хәлил ауылы мәсетен асыу тантнаһынан репортаж.
1 967
Иглин районында махсус хәрби операция яугиры Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды
Вячеслав Евгеньевич Рәсәй тимер юлдары компанияһының 49-сы юлсылар машина станцияһында эшләй. Үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яҡташыбыҙ былтыр апрелдә яу яланында һәләк була. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн ул вафатынан һуң «Батырлыҡ ордены» менән бүләкләнә. Вячеслав Чудов иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ул эшләгән станция бинаһына беркетелгән.
1 967
Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй
Берҙәмлектә беҙҙең көс. Миәкә районы ауылдары махсус хәрби операция яугирҙарына сираттағы гуманитар ылау әҙерләй. Әйберҙәр алғы һыҙыҡтағы яҡташтары һорауы буйынса тупланған. Бынынң өсөн махсус штаб булдырылған.
1 967
Павловка һыуһаҡлағысында ҡаргиҙәрҙә йөрөүҙең хәүефтәре тураһында иҫкәртәләр
Боҙҙа ҡаргиҙәрҙә елдереү хәүефле. Павловка һыуһаҡлағысында ғына һуңғы айҙа үҙйөрөшлө техника менән бәйле ике күңелһеҙ осраҡ теркәлгән. Тулыһынса туңып етмәгән йылғаларҙа фажиғәләрҙе иҫкәртеү маҡсатында республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыҡты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 967
Радий Хәбиров Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған
Республика башлығы Радий Хәбиров «Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо» рубрикаһында Дүртөйлө районы Әсән ауылында йәшәүсе Диана Ғәзина тураһында яҙған.
1 967
Башҡортостанда Яңы йыл алдынан 175 шыршыны рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандар
Урман хужалығы министрлығы "Шыршы" операцияһы һөҙөмтәләрен иғлан итте. Ул 25 ноябрҙән 8 ғинуарға тиклем уҙғарылды. 1 мең 700-ҙән ашыу рейд ойошторолған, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыусылар тотолған. Урманға зыян 1 миллион 600 мең һумға баһаланған.
1 967
Шыршыларҙы утилләштереү буйынса акция башланды
Өфөлә бөгөн һәм иртәгә, шулай уҡ 25 һәм 26 ғинуарҙа Яңы йыл шыршыларын үтилләштереү буйынса экология акциялары ойошторола. Байрамды биҙәгән урман ҡупшыҡайҙарын баш ҡаланың һәр районында махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырырға була. Акцияның маҡсаты- граждандар иғтибарын ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу проблемаһына йәлеп итеү һәм ҡулланылған шыршыларҙы икенсел эшкәртеүгә оҙатыу.
1 967
Башҡортостан йәмәғәтселеге Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты
Башҡортостан йәмәғәтселеге телевидение ветераны, Рәсәй Кинематографистар союзы ағзаһы Марсэн Мөхәмәҙиев менән хушлашты. Уға 75 йәш ине.
1 967
Өфө районы Жуков ауылында яңы табип амбулаторияһы асылды
Медицина учреждениеһында терапевт, акушер-гинеколог, балалар табибы ҡабул итеү ойоштора. Шулай уҡ көндөҙгө стационар эшләй. Объектты асыу тантанаһынан репортаж.
1 967
Бәләбәй районынан сираттағы ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте
Тыуған яҡтың ҡайнар сәләме. Бәләбәй районынан сираттағы ылау Махсус хәрби операция биләмәһенә барып етте. Гуманитар миссияны Бәләбәй ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Караберов етәкләне.
1 967
Башҡортостанда яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары киңәйтелә
Махсус хәрби операцияла улдарын юғалтҡан әсәләрҙе берләштереү, йәрәхәтләнгән яугирҙарға психологик ярҙам күрһәтеү өсөн белгестәр әҙерләү, адаптив спорт үҙәктәре ойоштороу. Был Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү йылын үткәреү буйынса Ойоштороу комитетының тәүге ултырышында тәҡдим ителгән башланғыстарҙың бер нисәүһе. Эшлекле һөйләшеүҙә Башҡортостан башлығы, Хөкүмәт ағзалары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
1 967
Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баҡалы районында булды. Көн тәртибендә республика етәксеһе йомортҡа етештереүҙә махсуслашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Район үҙәгендәге хужалыҡта тауыҡтар тәүлегенә 90 мең йомортҡа һала. Инвестиция проекты буйынса фермала һуңғы ике йылда производство йыһаздары яңыртылған, комплекс майҙаны киңәйтелгән. Бынан тыш, эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Ахман ауылында капиталь ремонтан һуң асылған мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм Баҡалы ауылындағы «Хәрби дан» паркында булды, халыҡ менән аралашты.
1 967
Белорет юлының бер өлөшөндә мобиль элемтә булдырылды
Архангел һәм Ҡолмас ауылдары араһында 6 станция урынлаштырылды. Һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был эштәр милли проект буйынса башҡарылған. Элек бында элемтә булманы. Хәҙер Терекле, Ҡурғаш, Күлтабан, Ҡолмас, Уҫаҡлы ауылдары халҡы мобиль телефон ҡуллана ала. Киләсәктә Инйәр-Белорет араһында 5 элемтә станцияһы урынлаштырыу планлаштырыла.
1 967
Аҡъяр ауылында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса район-ара турнир үтте
Махсус хәрби операция геройҙарына арналған ярышта ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында көслөләр асыҡланды. Уҡ атып мәргәнлектә һынашыу - башҡорт халҡында борондан ҡалған йола. Һуңғы йылдарҙа спорттың был төрө республика төбәктәрендә киң танылыу алды. Хәйбулла районында ойошторолған бәйгелә хужаларҙан тыш, тағы ла тиҫтәгә яҡын төбәктән 50-нән ашыу кеше ҡатнашты.
1 967
Урындағы башланғыстар программаһы Миәкәлә 117 мәсьәләне хәл итте
Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы ярҙамында һуңғы йылдарҙа Миәкә районында йәмғеһе 117 мәсьәлә хәл ителгән. Быйыл да төбәк ауылдары республика проектына ҡушылырға теләк белдергән. Улар ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү, һыу селтәрҙәрен яңыртыу кеүек һәм башҡа бурыстар ҡуйған.
1 967
Башҡортостан сит илдәргә 426 мең тонна иген һатҡан
Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса шундай һан иғлан итте. Тауар 20 илгә оҙатылған. Башҡортостан игенен Әзербайжан, Беларусь, Бельгия, Германия, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Ҡытай күпләп алған. Башҡортостанда "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" тигән милли проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, экспортты арттырыу маҡсаты ҡуйыла.
1 967
Башҡортостан шәкәр заводтары уҙған йыл уңышын эшкәртеп өлгөрә алмай
Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, рекорд уңыш булған, 2 миллион 600 мең тонна йыйылған. Бөгөнгә уның яртыһы ғына эшкәтелгән. Көндәр йылыта башлауға ике ай ҡалды, сөгөлдөрҙөң бер өлөшө эшкәртелмәйәсәк. Бындай уңыш булғаны юҡ ине. Норма 1 миллион 700 мең тонна. Был да республика ихтыяжынан 6-7 тапҡырға күберәк, - тине ул. Быйыл шәкәр сөгөлдөрө майҙаны 10 мең гектарға кәметелә.
1 967
Мәктәп уҡыусыларының яҙғы каникулы 9 көн була
Уҡыу календарына ярашлы, ял 29 мартта башлана һәм 6 апрелгә тиклем дауам итә. Уҡыусылар өсөн иң оҙон өсөнсө сирек башланды. Иң ҡыҫҡа сирек йәй алдынан буласаҡ.
1 967
Президент Владимир Путин Ватанды һаҡлаусы йылы тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. - Тарихты һаҡлау, Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләләү, ветерандарға рәхмәт белдереү, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлығын күрһәтеү өсөн 2025 йыл Ватанды һаҡлаусы йылы тип иғлан ителә. Сараларҙы ойоштороу комитеты рәйесе итеп Президент хакимиәте етәксеһе Антон Вайно тәғәйенләнде. Башҡортостанда 2025 йыл Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде.
