en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 968
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1630 days
Posts Archive
Ялда бер аҙ көс туплаған яугир йәнә алғы һыҙыҡҡа юллана Баймаҡ районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Урал Ниғмәтуллин Луганск халыҡ республикаһында барған ҡаты бәрелештәрҙең береһендә яраланып, бер нисә ай госпиталдә дауалана. Ул 2024 йылдың майынан хәрби контракт нигеҙендә хеҙмәт итә. Бөгөн замандашыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә әҙерләнә. Әле ул ғаиләһе янында.

Асҡын районынан 34-се гуманитар колонна махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Ылау алғы һыҙыҡтағы егеттәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алып кәрәкле әйберҙәрҙән тупланған. Изге эшкә район эшҡыуарҙары ла, ирекмәндәр ҙә, халыҡ та дәррәү ҡушылған. Асҡындар махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙарға 260 тоннанан ашыу эсәр һыу, 50-нән ашыу мунса һәм автомобиль, шулай уҡ төҙөлөш материалдары, дарыуҙар, аҙыҡ-түлек, маскировка селтәрҙәре оҙатҡан. Гуманитар ярҙам йыйыу әле лә дауам итә.

Минскиҙа Радий Хәбиров Борис Грызлов менән осрашты Минскиҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Борис Грызлов менән осрашты. Яҡтар хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм эшмәкәрлектең төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара интеграция мәсьәләләрен тикшерҙе.

Радий Хәбиров Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы Бөгөн 25-се тапҡыр Рәсәй фәне көнө билдәләнә. Ғалимдарҙы һәм тикшеренеүселәрҙе һөнәри байрамдары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы.

Өфөлә «Яңы йыл ғаилә уйындары» республика фестивале еңеүселәре билдәләнде Күләмле сарала быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларында һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 69 ғаилә, барлығы ике йөҙгә яҡын кеше ҡатнашты. Һырғалаҡ майҙансығында ойошторолған финал уйындарынан

Өфөлә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды Сәйләндәрҙә - күңел нурҙарым. Ошо исем аҫтында бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә Хәлисә Багаеваның шәхси күргәҙмәһе асылды. Мәғариф ветеранының күптән түгел билдәгән юбилейы уңайынан ойошторолған экспозицияға ҡул эштәре менән бергә, хеҙмәт ҡаҙаныштары ла сығарылған.

Башҡортостан ғалимдары яңы фәнни баҫмаларын тәҡдим итте Рәсәй фәне көнө алдынан Өфө федераль ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һуңғы ике йылда донъя күргән фәнни баҫмаларҙың исем туйын уҙғарҙы. Ғалимдарҙың хеҙмәте ярҙамында донъя илдәре Башҡортостандың үҙенсәлекле мәҙәниәте, йолалары, фән һәм йәмғиәт үҫешенә индергән өлөшө хаҡында танып белә. Уларҙың тикшеренеүҙәре милли үҙенсәлекте һәм мәҙәни-ара диалогты нығытыу нигеҙе булып тора.

Өфөлә отельерҙарҙы берләштергән тәүге форум үтте Унда 200-ҙән ашыу бизнес вәкиле, туроператор саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа ҡунаҡхаларға бәйле мөһим мәсьәләләр, уларҙың үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды. Отельерҙар панель дискуссиялар һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашып, идара, туристарҙы йәлеп итеүҙә, хәүефһеҙлек мәсьәләһендә иң яҡшы практикаларҙы ҡараны.

«Оса» ҡушаматлы яугирҙың ғаиләһендә икеләтә туй Бер көндә ике байрам. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Оса» ҡушаматлы яугирҙың улы кәләш алды, ә ҡыҙы кейәүгә сыҡты. Икеләтә никах тантанаһы Өфөләге «Хәмзә» мәсетендә үтте. «Оса» ҡушаматлы яугир 2023 йылдың майында үҙ теләге менән ил именлеген һаҡларға махсус хәрби операцияға юллана.

Минск һәм Өфө предприятиелары хеҙмәттәшлек киңәйтә Башҡортостанда Минск автомобиль заводы менән Өфө трамвай-троллейбус предприятиеһы берлектә эшләй башлаясаҡ. Был килешеү ярҙамында республикала электр транспорты ике тапҡырға күберәк етештерелә башлаясаҡ. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне. Ике республика араһында сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшҡыуарлыҡ, мәҙәниәт һәм туризм йүнәлештәрендә ышаныслы хеҙмәттәшлек ойошторолған.

Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән осрашты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Беларусь Премьер-министры Роман Головченко менән дә осрашты. Яҡтар төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу һорауҙарына туҡталды. Беларусь премьер-министры Башҡортостанда инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу, сәнәғәт предприятиеларын асыу өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтен белдерҙе.

Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Беларусь республикаһы президенты Александр Лукашенко менән осрашты. Эшлекле һөйләшеүҙә республикалар араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү юлдары ҡаралды. Яҡтар араһында булдырылған үҙ-ара ышаныслы һәм һөҙөмтәле бәйләнештәр барланды.

Ауыл халҡының үтенесе буйынса ФАП асылды Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылында БР Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән асылған фельдшер-акушерлыҡ пункты хаҡында депутат Гөлнур Ҡолһарина һөйләй.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың туғандары маскировка селтәрҙәре үрә Бының өсөн улар Саҡмағош районы үҙәгендәге Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабына йыйыла. Алғы һыҙҙыҡтағы яугирҙарға ебәреләсәк маскировка селтәрҙәрен үреү уңайлы булһын өсөн махсус станок эшләнгән. Сарала һалдаттарҙың әсәләренә һәм ҡатындарына «Ғаилә» үҙәге хеҙмәткәрҙәре психологик ярҙам күрһәтә.

Урғаҙа ауылы халҡы был объекттарҙы көтөп алды Өфөнөң 102-се мәктәбе директоры Шайморат Тимербулатов Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында асылған социаль-мәҙәни үҙәк һәм дауахана хаҡында фекерен белдерҙе. Бинаның дөйөм майҙаны – 3 мең квадрат метрҙан ашыу. Төҙөлөштөң хаҡы иһә 200 миллион һумдан күберәк.
«Минеңсә, ҙур, күркәм мәҙәниәт йорто ҡалҡып сыҡты. Балаларға художестволы үҙешмәкәрлек, сәнғәт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр бар. Тамаша залы ла ҙур, мәҙәниәт министры беҙҙең театрҙар һәм филармония артистары концерттар, спектаклдәр менән гастролгә килер тип вәғәҙәләне. Бында тормош ҡайнап торорға тейеш. Урғаҙала һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк әле. Баймаҡ районында егәрле халыҡ йәшәй, беҙ районға үҫешергә ярҙам итербеҙ», – тине үҙәкте асыу тантанаһында Радий Хәбиров.

Республика йәмәғәтселеге Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 91 йыл тулыуҙы билдәләй. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән бер осорҙа эшләгән етәкселәр уның һәйкәленә сәскә һалды.

Башҡортостанда йыл башынан 400-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән Ҡыш йылы килеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостанда янғындар артҡан. Йыл башынан ғына 400-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа 28 кеше һәләк булған. Был турала ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның пландан тыш ултырышында белдерелде.

Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияға килде. Эшлекле программа буйынса туғандаш республикалар араһында тиҫтәләгән килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Белоруссия республиканың төп иҡтисади партнеры тип билдәләне.

Тарихҡа ингән данлыҡлы ауыл Баймаҡ районының Урғаҙа ауылы Ленин орденына лайыҡ булған «Йылайыр» совхозы менән дан тота. Унда йәшәгән халыҡ өсөн яҡшы шарттар булдырылырға тейеш, ти Башҡортостан хөкүмәтенең элекке вице-премьеры Хәләф Ишморатов.

Республика хужалыҡтары сәсеүгә әҙерләнә Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр тиеүҙәренсә, 2 миллион 800 мең гектар ерҙә эштәр ҡ
Республика хужалыҡтары сәсеүгә әҙерләнә Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр тиеүҙәренсә, 2 миллион 800 мең гектар ерҙә эштәр ҡаралған. Бының өсөн 30 миллиард һум кәрәк. - Орлоҡ, яғыулыҡ, ашлама ҡиммәтләнә, эш хаҡы өсөн сығымдар арта. Федераль ауыл хужалығы министрлығынан ташламалы кредиттар бүленергә тейеш, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.