en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 968
Subscribers
-124 hours
-27 days
-1630 days
Posts Archive
Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальон яугирҙары нацистарҙы артҡа сигендерә Подразделение фронт һыҙығы алға күсеү сәбәпле, дислокацияһын алмаштыра. Хәрби техника, блиндаждар, идара итеү пункты ла яңы урынға күсә. Позицияларға тәү сиратта элемтәселәр инә. Улар артабанғы эште координациялау өсөн бәйләнеш булдыра.

Радий Хәбиров нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров нефть эшкәртеү заводында янғын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе. Утҡа ҡаршы көрәшкә 100 кеше һәм 28 берәмек техника йәлеп ителгән. Төбәк етәксеһе шулай уҡ ғәҙәттән тыш хәл пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән һуң башланды тигән имеш-мимештәрҙе кире ҡаҡты. Төбәктең антитеррор комиссияһы аппараты етәкселеге лә был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тура килмәүе тураһында хәбәр итте. Янғын сәбәбе яҡынса асыҡланған, зыяндың техноген характерҙа булыуы билдәле.

Башҡортостанда ғилми-технологик үҫеш буйынса дәүләт комитеты булдырылды Төбәк башлығы Радий Хәбиров тейешле Указға ҡул ҡуйыуы тураһында хәбәр итте. Шулай уҡ оператив кәңәшмәлә йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Күптән түгел «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектына ғаризалар ҡабул ителә башлағайны, бөгөнгә программалла ҡатнашырға теләүселәр 600-ҙән ашҡан.

Рәсәйҙә отгул биреү тәртибе үҙгәрҙе 1 мартта Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде. Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһы
Рәсәйҙә отгул биреү тәртибе үҙгәрҙе 1 мартта Рәсәйҙә Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр көсөнә инде. Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ял һәм байрам көнөндә эшкә сыҡҡан хеҙмәткәр икеләтә түләү урынына өҫтәмә ял алырға хоҡуҡлы. Отгулды йыл эсендә файҙаланырға кәрәк. Был көндәр отпускыға өҫтәлә ала. Хеҙмәткәр эштән бушатылғанда эштә булған ял көндәре өсөн компенсация түләнергә тейеш.

Башҡортостанда ауыл советтары һаҡланып ҡала Урындағы үҙидаралыҡ тураһында федераль закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде.
Башҡортостанда ауыл советтары һаҡланып ҡала Урындағы үҙидаралыҡ тураһында федераль закон проекты икенсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Уға ярашлы, ил төбәктәре бер йә ике кимәлдәге урындағы үҙидара системаһына күсеүҙе үҙ аллы һайлай. Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, беҙҙә 800-ҙән ашыу административ-территориаль берәмек бар. Ғәмәлдә булған ике кимәлдәге система һөҙөмтәле эшләй, уны һаҡлап ҡалырға кәрәк.

Кибермутлашыусылар әүҙемләшкән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент депутаттары исеменән ҡылынған му
Кибермутлашыусылар әүҙемләшкән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламент депутаттары исеменән ҡылынған мутлашыу осраҡтары артыуы тураһында белдерҙе. Аферистар ялған хаттар һәм СМС-хәбәрҙәр ебәрә. Төрлө ысулдар менән аҡса күсерергә, шәхси мәғлүмәттәрҙе асырға күндерергә тырыша. Депутаттар кешенән шәхси мәғлүмәт, йә аҡса күсереүҙе һорамай. Халыҡҡа иғтибарлы булырға, мәғлүмәт-хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерергә кәңәш ителә.

Медик яҡташыбыҙ МХО-ла юғары наградаға лайыҡ булған Асҡын районынан аҡ халатлы яугир МХО биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн
Медик яҡташыбыҙ МХО-ла юғары наградаға лайыҡ булған Асҡын районынан аҡ халатлы яугир МХО биләмәһендә күрһәткән батырлығы өсөн «Һәләкәткә осраусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы менән наградланған. Уның позывнойы «Клычок», күптән түгел үҙ теләге менән МХО-ға юлланған.

Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын технологик процестар арҡаһында булыуы мөмкин Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан
Өфө нефть эшкәртеү заводында янғын технологик процестар арҡаһында булыуы мөмкин Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Әле янғын урынында тәфтишселәр һәм эксперттар эшләй. Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төндә булды. Янғында һәләк булыусылар, зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр итәләр "Башнефть" компанияһынан.

Башҡортостанда төнөн хәмер һатылмай 1 марттан спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүсе законға төҙәтмәләр көсөнә инде. Уға я
Башҡортостанда төнөн хәмер һатылмай 1 марттан спиртлы эсемлектәр менән сауҙаны көйләүсе законға төҙәтмәләр көсөнә инде. Уға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа урынлашҡан дөйөм туҡланыу урындарында 23 сәғәттән иртәнге 8-гә тиклем хәмер һатыу тыйыла. Бындай сикләү ресторандарға ҡағылмай.

Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын һүндерелгән Һауала зарарлы матдәләр миҡдары норманын артмаған. Был турала Ғәҙәттән тыш х
Өфөлә нефть эшкәртеү заводында янғын һүндерелгән Һауала зарарлы матдәләр миҡдары норманын артмаған. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Янғын бөгөн төндә башланды. Утты һүндереүгә 100 хеҙмәткәр 28 техника йәлеп ителде.

Рәсәйҙә шәхси йорттар төҙөлөшөнә контроль артты Закон халыҡты намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән яҡлай. Уға ярашлы, эште башҡарыусы компа
Рәсәйҙә шәхси йорттар төҙөлөшөнә контроль артты Закон халыҡты намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән яҡлай. Уға ярашлы, эште башҡарыусы компания йорт төҙөлөп бөтөп уға хоҡуҡ теркәлгәндән һуң ғына түләү ала. Аҡса иһә банкта махсус иҫәптә һаҡлана. Төҙөлөш тамамланмаһа аҡса хужаһына кире ҡайтарып бирелә.

Башҡортостанда баҡсасы көнө булдырыла Радий Хәбиров шундай башланғыс менән сыҡты. Яңы байрам яҙын билдәләнергә тейеш. Был көн
Башҡортостанда баҡсасы көнө булдырыла Радий Хәбиров шундай башланғыс менән сыҡты. Яңы байрам яҙын билдәләнергә тейеш. Был көндө өмәләр уҙғарыу планлаштырыла. - Берҙәм эште башланыҡ. Әйтелгәндәр - үтәлә. Юлдарҙы тәртипкә килтергәс, газ үткәрелә, һәр ширҡәттә контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Тәҡдим ителгән баҡсасы көнөндә биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мөмкинлеге буласаҡ, тине Радий Хәбиров.

«Салауат Юлаев» хоккейсылары араһында ла Ураҙа тотоусылар бар Шуларҙың береһе Илдан Ғәзимов. Был көндәрҙә һаҡсы команда менән Алыҫ Көнсығышта. Иртәгә яҡташыбыҙ Владивостоктың «Адмирал» клубы менән икенсе осрашыуын үткәрә. Тәүге уйын буллиттар серияһында юлаевсылар файҙаһына 3-2 иҫәбе менән тамамланды. Илдан Ғәзимов әйтеүенсә, уның өсөн мосолман байрамдары айырыуса әһәмиәтле. Сөнки ул ислам дине ҡанундары һәр ваҡыт үтәлгән ғаиләлә үҫкән. Шуға ла ул бөгөн Рәсәйҙең һәм сит илдең ниндәй генә ҡалаһында булыуына ҡармаҫтан, буш ваҡытында мәсеткә йөрөргә тырыша.

Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың ҡаһарманлығына - 25 йыл Бөгөн Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың ҡаһарманлығына - 25 йыл. Ике меңенсе йылдың 1 мартында Чечен республикаһының Аргун уйһыулығында яҡташыбыҙ етәкселегенләге десантсылар үлемһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Йөҙгә лә тулмаған Рәсәй һалдаттары мең ярымдан ашыу боевиктарға ҡаршы тора һәм сик буйын үтергә юл ҡуймай. Гвардия майоры Александр Доставаловҡа ҡыйыу алышта һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелә. Бөгөн иһә ҡаһарман яҡташыбыҙ исемендәге батальон штурмлаусылары Оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙар Донецк халыҡ республикаһының бик күп ауыл- ҡалаларын азат итеүҙә, дошман нығытмаларын юҡ итеүҙә ҡатнаша. Доставалосыларға иң яуаплы заданиелар йөкмәтелә һәм улар намыҫ, батырлыҡ менән үтәлә. Бәрелештәр һыҙығынан тыл районына ротацияға сыҡҡан штурм төркөмөн беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә ҡаршы алды.

Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте Яҙ айының тәүге көнө. Өфөнөң Ленин майҙанында ҡышты оҙатыу байрамы үтте. Баш ҡаланың үҙәк майҙанында яҙҙы ҡаршы алыу тантанаһында төрлө быуын һәм милләт вәкилдәре ҡатнашты. Сара күңелле ярыштар, милли уйындар менән үрелеп барҙы. Майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн ҡоймаҡ бешереп һатыу акцияһы ла ойошторолдо. Акцияға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡушылды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Донъя мосолмандары өсөн изге Рамаҙан айы башланды Быйыл ул 29 мартҡа тиклем дауам итә. Ай буйына диндарҙар таң атҡандан ҡояш байығанға тиклем ашап-эсеүҙән тыйылып торасаҡ. Һәр бәлиғ булған һәм һау мосолман изге айҙа Ураҙа тоторға һәм билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәргә бурыслы.

Радий Хәбиров республика халҡын изге Рамаҙан айы башланыуы менән ҡотланы «Алда - Ураҙа тотоу һәм доға ҡылыу ваҡыты. Иманыбыҙ нығынған, башҡалар хаҡында ҡайғыртҡан ваҡытта, бөтәбеҙгә лә тыныслыҡ һәм именлек теләйбеҙ. Рамаҙан айы барыбыҙға ла көс һәм зирәклек алып килһен, рухи терәккә эйә булырға ярҙам итһен. Аллаһы Тәғәлә һәр берегеҙгә фәтихаһын бирһен. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ һәм именлек теләйем! Хуш киләһең, Рамаҙан!», - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбиров Өфөнөң элекке «Еңеү» кинотеатрын реконструкциялау барышы менән танышты Йыл ярым эсендә мәҙәни мираҫ объектын тәртипкә килтерергә кәрәк. Радий Хәбиров Өфөнөң элекке «Еңеү» кинотеатрын реконструкциялау барышы менән танышты. Эш тамамланғас, унда фильмдар күрһәтелмәйәсәк, әммә бинаның тәғәйенләнеше элекке кеүек ҡала. Ул тамашасыларҙы ҡыуандырыуын дауам итәсәк.

Башҡортостанда Баҡсасы көнө булдырылаРадий Хәбиров шундай башланғыс менән сыҡты. Яңы байрам яҙын билдәләнергә тейеш. Был көндө өмәләр уҙғарыу планлаштырыла. - Берҙәм эште башланыҡ. Әйтелгәндәр - үтәлә. Юлдарҙы тәртипкә килтергәс, газ үткәрелә, һәр ширҡәттә контейнер майҙансығы урынлаштырыла. Тәҡдим ителгән баҡсасы көнөндә биләмәләрҙе тәртипкә килтереү мөмкинлеге буласаҡ, тине Радий Хәбиров. Өфөлә халыҡ-ара баҡсасылар форумы бөгөн дауам итә.

Рәшиҙә Мәһәҙиеваға – 60: журналистикаға тоғролоҡ һәм ижади мираҫ Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге республика хөкүмәт премияһы лауреаты, филология фәндәре кандидаты Рәшиҙә Мәһәҙиеваға - 60 йәш. Юбилей уңайынан ойошторолған ижад кисәһендә ҡәләм оҫтаһының дәрәжәләр исемлеге тағы ла бер награда - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да, нур сәс халҡыңа!» миҙалы менән тулыланды. «Заман һәм журналист» тип исемләнгән осрашыуҙа журналист яңы китабы менән дә таныштырҙы.