БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 019
Subscribers
-124 hours
-37 days
-930 days
Posts Archive
2 019
Борай районы Борай ауылында янғын булған
Ағас йортта сыҡҡан утта 51 йәшлек ирҙең ғүмере өҙөлгән. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана.Быйыл республикала 850-тан ашыу янғын теркәлгән. Уларҙа 40-тан ашыу кеше һәләк булған. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан.
2 019
Хәйбулла районында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы
Район, республика конкурстары лауреаты «Вәзәм һуҡма шәле» 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында «Вәзәм һуҡма шәле» халыҡ коллективының 10 йыллығына арналған кисә уҙҙы.
2 019
Өфөлә «Арт-Ҡоролтай» V Халыҡ-ара мәҙәни форумы башланды
Фестиваль йыл һайын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ярҙамында һәм уның шәхсән ҡатнашлығында 2021 йылдан уҙғарыла. Сарала мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ҡатнаша.
2 019
Фәйзи Ғәскәров ансамбле тәүге тапҡыр Кремль һарайында сығыш яһаны
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле тәүгә Кремль дәүләт һарайы сәхнәһендә сығыш яһаны. Ижади коллектив тыуған көнөндә Мәскәү тамашасыһына репертуарындағы киңбилдәле бейеү өлгөләрен тәҡдим итте. Ике бүлектән торған концерт программаһында Фәйзи Ғәскәровтың алтын мираҫ фондынан «Зарифа», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» кеүек классик композициялары менән бергә, донъя халыҡтары хореграфияһы тәҡдим ителде. Шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған композициялар ҙа сәхнәгә сығарылды.
2 019
Өфөлә «Усла» ҡушаматлы табип менән осрашыу үтте
Башҡортостан табиптары махсус хәрби операцияла еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә. Ошондай белгестәрҙең береһе - «Усла» ҡушаматлы аҡ халатлы Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби частарҙың береһендә медицина пункты етәксеһе вазифаһын үтәй. Бөгөн ул Өфө медицина колледжы студенттары менән осрашып, буласаҡ табиптарҙы үҙенең хеҙмәт юлы һәм фронт тарихтары менән таныштырҙы.
2 019
Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юлланған
Йылдар дауамында һыналған дуҫлыҡ яуҙа ла ҡаҡшамай. Балалар баҡсаһы, мәктәп йылдары, эштә лә бергә, ә хәҙер инде яуҙа. Саҡмағош ауылында йәшәүсе ике дуҫ бергә контракт төҙөп махсус хәрби операцияға юллана. Әле улар «Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһында хеҙмәт итә. Блиндажда ла, хәрби заданиела ла бергә.
2 019
Башҡортостан геройҙары: яугирҙар Радий Хәбиров менән осрашты
Махсус хәрби операцияла Шайморатов батальонында хеҙмәт иткән яугирҙарҙың күбеһе «Башҡортостан геройҙары» программаһында ҡатнашырға ғариза биргән. Был турала егеттәр бөгөн Радий хәбировҡа Миңлеғәле Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны экспозициялары менән танышҡанда белдерҙе. Хәрби экспонаттар һаҡланған штаб-музей Өфө үҙәгендә 2023 йылдың көҙөндә асылған. Әле бында яугирҙар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тапшырған йөҙҙәрсә әйбер һаҡлана.
2 019
Һынлы сәнғәт һанлы сәнғәткә ҡаршы
Рәссамдар оҫтараҡмы, әллә нейроселтәрме? Был һорауға яуапты Өфөлә үткән «Киләсәк фабрикаһы» майҙанында эҙләнеләр. Ижади бәйгелә рәссамдар IT белгестәренә ҡаршы ярышты. Ҡатнашыусылар алдында һүрәт төшөрөү, билдәле картинаны ҡабатлау кеүек бурыс ҡуйылды.
2 019
Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте
«Йәнбикә» дуҫтарын йыйҙы. Ҡырмыҫҡалы районында матурлыҡ һәм сәләмәтлек фестивале үтте. «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрам Ҡабаҡ, Һәүәләй, Ҡарламан һәм Сахай ауыл биләмәләрен берләштерҙе.
2 019
Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә юбилей миҙалдары тапшырылды
Саҡмағош районында тыл хеҙмәтсәндәренә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан юбилей миҙалдары тапшырылды. Үҙәк китапханала уҙған тантанала награданы 16 кеше алды, ул тағы ла 100-гә яҡын кешегә тапшырыласаҡ.
2 019
Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде
Яугир ғаиләһенә ярҙам. Баш ҡалала шәхси йортта утын яғып йәшәгән «Митяй» ҡушаматлы яугир ғаиләһенең мөржәғәте ҡәнәғәтләндерелде. Өфөнөң Киров районы башлығы Илвир Нурдәүләтов алғы һыҙыҡтағы һалдаттың яҡындарына утын әҙерләшеүҙә хеҙмәт десанты ойоштороҙо.
2 019
Төбәктән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яңынан алғы һыҙыҡҡа юллана
Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе оҙатырға уларҙың ҡатындары, балалары, ата-әсәләре, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре килде. Ике аҙналыҡ ялды «Башҡортостан» полкы яугирҙары, мобилизацияланыусылар ғаиләһе һәм яҡындары янында үткәргән, өй эштәре менән шөғөлләнгән, балалары менән бергә ял иткән.
2 019
Яугирҙарға күңел йылыһы биреп
Кушнаренко районынан 93 йәшлек Әлфиә Сәйфетдинова МХО-ла ҡатнашыусыларға ойоҡбаштар бәйләй. Үҙенең күңел йылыһы менән яугирҙары йылыта инәй.
Ул яңыраҡ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына арналған иҫтәлекле миҙал менән бүләкләнде. Әлфиә Исламгәрәй ҡыҙы Гөргөрөй ауылында йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тыуған ауылында колхозда эшләгән, фронтҡа ярҙам иткән.
2 019
Янғын һүндереүселәр Нефтекамала 5 кешене ҡотҡарған
Күп фатирлы йортта янғын сыҡҡан. Төтөн тиҙ арала коридорҙарға таралған. Ҡотҡарыусылар кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға алып сыҡҡан, 20-гә яҡын кеше үҙ аллы эвакуацияланған. Зыян күреүселәр юҡ. Быйыл республикала 850-нән ашыу янғын булған. Уларҙа 42 кешенең ғүмере өҙөлгән. Янғындарҙы иҫкәртеү өсөн йортттарға мини-сирена ҡуйырға кәңәш ителә. Улар ярҙамында республикала 1 мең 229 кеше, шул иҫәптән 457 бала ҡотҡарылған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан.
2 019
Республикала 20-нән ашыу предприятие ветерандарҙы эшкә алырға әҙер
Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара комиссия ултырышында ошо турала белдерелде. Фронттан ҡайтҡандар УМПО, Башҡортостан сода компанияһы, «Гидравлика» Өфө агрегат предприятиеһы, «Алексеевский» агросәнәғәт комплексы һәм башҡа ойошмаларға эшкә бара ала. Эш биреүселәр исемлеген “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фонды филиалы төҙөй. Ул даими яңыртылып тора. “Ветерандарға лайыҡлы эш хаҡы түләнергә тейеш”, - тине вице-премьер–Спорт министры Руслан Хәбибов. Бынан тыш республикала вакансиялар йәрминкәһе үткәреү ҡарала.
2 019
Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә ала
Әхәт Мотаһар улы 30 йылдан ашыу көн һайын радио тыңлаусыларға хәйерле иртә теләне, республиканың рәсми тауышына әйләнде. Һәр мәғлүмәтте йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерҙе.
“Әхәт Мортазин киң күңелле, илһөйәр һәм телһөйәр кеше булды. Дикторҙың тауышы республикабыҙ ғорурлығы һәм ҡаҙанышы”, - ти радиотыңлаусылар.
Коллегабыҙ һәм остазыбыҙ Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында арабыҙҙан китте. Уға 59 йәш ине. Тыуған яғы – Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында халыҡ артисы хөрмәтенә музей булдырылған. Йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында “Диктор тауышы” тигән республика конкурсы ойошторола. “Юлдаш” радиоһы һәм республика Журналистар берлеге Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол Кубогы уҙғара. Быйыл ярыш апрелдә үтә.
2 019
Бөгөн республика йәмәғәтселеге Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә ала
Әхәт Мотаһар улы 30 йылдан ашыу көн һайын радио тыңлаусыларға хәйерле иртә теләне, республиканың рәсми тауышына әйләнде. Һәр мәғлүмәтте йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткерҙе. Хеҙмәте тураһында ул шулай тиер ине.
Яҙма – Муртазин Ахат на 10 часов 13 марта
“Әхәт Мортазин киң күңелле, илһөйәр һәм телһөйәр кеше булды. Дикторҙың тауышы республикабыҙ ғорурлығы һәм ҡаҙанышы”, - ти радиотыңлаусылар.
Яҙма – Про Муртазина на 10 часов 13 марта
Коллегабыҙ һәм остазыбыҙ Әхәт Мортазин 2018 йылдың 13 мартында арабыҙҙан китте. Уға 59 йәш ине. Тыуған яғы – Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында халыҡ артисы хөрмәтенә музей булдырылған. Йыл һайын мәктәп уҡыусылары араһында “Диктор тауышы” тигән республика конкурсы ойошторола. “Юлдаш” радиоһы һәм республика Журналистар берлеге Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған волейбол Кубогы уҙғара. Быйыл ярыш апрелдә үтә.
2 019
Махсус хәрби операция ветераны торлағына юғары технологиялы «Аҡыллы йорт» ярҙамында уңайлыҡтар
Махсус хәрби операция барышында ир-егеттәр инвалидлыҡҡа килтергән етди йәрәхәттәр ала. Әммә дәүләт уларҙы яҙмыш һанауҙары алдында яңғыҙ ҡалдырмай. Рәсәйҙе яҡлағанда ҡаҡшаған һаулыҡтары өсөн һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә тырыша.
2 019
Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Башҡортостанға төрлө район-ҡалаларҙан ғына түгел, икенсе төбәктәрҙән дә контракт төҙөргә килеүселәр бар. «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан һайлап алыу пунктында улар өсөн бөтә шарттар булдырылған: өс тапҡыр ашатыу, ял итеү урындары ойошторолған. Документ эштәре буйынса ярҙамдан тыш сәс алдырыу урындары ла эшләй.
2 019
Махсус хәрби операция яугиры Илмир Халиҡов дүртенсегә атай булды
Өфөнөң 4-се бала табыу йортонда ул ҡатыны менән сабыйын ҡаршы алды. Яҡташыбыҙ 2023 йылда контракт төҙөп үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан. Дүрт тапҡыр яраланған. Әле Башҡортостанда реабилитация үтә.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
