en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 013
Subscribers
-124 hours
-57 days
-1430 days
Posts Archive
Өфөлә һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусылар тәбрикләнде Һөнәри байрамдары уңайынан бер төркөм уҡытыусыларға маҡтаулы исемдәр һәм юғары дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Педагогтарҙы Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлетбирҙин тәбрикләне.

Башҡортостан хужалыҡтары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының яртыһын ҡаҙып алған Йәй һауа торошо ҡырыҫ булыуына ҡарамаҫтан, уңыш ҡыуандыра. Техник культураны республиканың 19 районы үҫтерә. Ҡаҙыу менән бергә аграрийҙар техник тәьминәтте байытыуға ла иғтибар бүлә. Ғафури районының «Восход СТ» аграр предприятиеһы «Грим» шәкәр сөгөлдөрө комбайнын һынай. Иң һуңғы версиялы техника әле яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.

Өфө юлдарында йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ Интеллектуаль транспорт системаһы. Өфө юлдарында йыл аҙағына тиклем 70 видеокүҙәтеү ҡоролмаһы ҡуйыласаҡ. Күҙәтеү системаһы тығындар һәм транспорт ағымы менән бәйле хәлде Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы үҙәгенә еткерә. Оператив мониторинг юл-транспорт ваҡиғаларын күҙ уңында тотоп юлдағы хәлде контролдә тоторға ярҙам итә.

Өфөлә төҙөкләндерелгәндән һуң, сираттағы күп ҡатлы йорт ихатаһы файҙаланыуға тапшырылды Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә төҙөкләндерелгәндән һуң, сираттағы күп ҡатлы йорт ихатаһы файҙаланыуға тапшырылды. Тантаналы шарттарҙа үткән сара олоһон да, кесеһен дә бергә йыйҙы. 80-се йылдар башында туғыҙ ҡатлы йорт сафҡа ингәндән алып биләмәпә ремонт эштәре уҙғарылмаған. Мәсьәлә тик быйыл «Башҡорт ихаталары» республика программаһы ярҙамында хәл ителә. Һөҙөмтәлә, ҡала ихатаһы танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.

Дмитрий Губерниев Өфөгә халыҡ-ара спорт форумына саҡырҙы «17-19 октябрҙә яратҡан Башҡортостанымда, күркәм Өфөлә «Рәсәй - спорт дәүләте» халыҡ-ара спорт форумы үтә. Күләмле ваҡиға баш ҡаланың 450 йыллығы менән тап килеүе символик мәғәнәгә эйә». Был турала билдәле спорт комментаторы Дмитрий Губерниев белдерҙе. Ул яҙҙырған видеояҙманы республиканың Спорт министрлығы үҙенең telegram-каналында урынлаштырған. Телевидение алып барыусыһы билдәләүенсә, Башҡортостанда спортҡа ҙур иғтибар йәлеп ителгән. Республика үҫешә, спорт объекттары төҙөлә. Шуға ла Өфөлә көслө пленар дискуссиялар һәм спорт саралары уҙа. Барығыҙҙы ла мәҙәни, мәғариф, спорт программаларында әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Рәсәйҙе ысын мәғәнәһендә бөйөк спорт иле итәсәкбеҙ. Осрашҡанға тиклем! - тип әйткән Дмитрий Губерниев.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы 86-сы ижад миҙгелен асты Тантаналы саралар мәҙәниәт учреждениеһының бер юлы ике залында үтте. Ҙур залдағы осрашыу мәҫәлән, 450 йыллығын билдәләгән Өфөгә төрлө заман композиторҙарынан музыкаль бүләктәр тажы бүләк итте. Сәхнәлә бер юлы ике коллектив - Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры менән әҙәби-музыкаль лекторий сығыш яһаны. Өфөгә арналған танһыҡ йырҙар тамашасыларҙы йәнә бер нисә быуын үҫкән көй-моңдарҙы иҫкә төшөрҙө. Улар араһында башҡорт профессиональ композиторҙар мәктәбе корифейҙары Мәсәлим Вәлиев, Заһир Исмәғилев, Таһирйән Кәримов, Нариман Сабитов кеүек һәм башҡа авторҙарҙың композициялары яңғыраны.

Өфөлә ғалимдар Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты Донъяның билдәле ғалимдары Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейында Арктиканы үҙләштереү мәсьәләләре тураһында фекер алышты. Ҡунаҡтарға Өфө фән һәм технологиялар университеты хеҙмәткәрҙәре эшләгән поляр балҡыш һәм планетаның башҡа геофизик күренештәрен фаразлау мөмкинлеге биргән виртуаль модель күрһәтелде. Унда шулай уҡ Ер шарының төньяғын һәм төньяҡ боҙло океанды өйрәнеү буйынса мәсьәләләр ҡаралды.

Башҡортостан башлығы гранттары фондына биш йыл тулды Ошо ваҡыт эсендә ул коммерция булмаған ойошмаларҙың төрлө өлкәләрҙәге социаль әһәмиәтле башланғыстарына ярҙам күрһәтә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, 2020-2024 йылдарҙа мәҙәниәт, спорт, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә ярҙам итеү, кинематография, киң мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте, республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә 830 проектҡа грант бүленгән. Был ваҡыт эсендә 20 конкурс үткәрелә, уларға 4 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителә.

Ил хөкүмәте мәктәптәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында проектты хупланы Административ кодексҡа төҙәтмәләр әҙерләнде. Республ
Ил хөкүмәте мәктәптәрҙә тәмәке тартыуҙы тыйыу тураһында проектты хупланы Административ кодексҡа төҙәтмәләр әҙерләнде. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, мәктәп һәм балалар баҡсалары биләмәләрендә тәмәке, шулай уҡ вейптар ҡулланыуҙы сикләү маҡсаты ҡуйыла. Штрафты 3 мең һумға тиклем еткереү тәҡдим ителә. Закон проекты Дума ҡарауына тапшырыла. - Статистика буйынса өлкән кластарҙы белем алыусыларҙың 60 проценты парта. Наркологтар быны электрон тәмәке, вейптарға мода булыуы аңлата. Бындай хәлде үҙгәртергә тейешбеҙ, - тине Константин Толкачев.

Башҡортостанда Ырымбур өлкәһе менән сик буйына тиклем юл ремонтлана Аҡъяр һәм Новочеркасск араһында төҙөкләндереү эштәре бара
Башҡортостанда Ырымбур өлкәһе менән сик буйына тиклем юл ремонтлана Аҡъяр һәм Новочеркасск араһында төҙөкләндереү эштәре бара. Юлдың оҙонлоғо 14 километрға яҡын. Ул ҙур социаль әһәмиәткә эйә, ике төбәкте тоташтыра, тип хәбәр итәләр Республика юл хужалығы идаралығынан. Шулай уҡ Таналыҡ йылғаһы аша күпер капиталь ремонтлана. Эштәр билдәләнгән план буйынса бара.

Автоинспекция бәлиғ булмаған водителдәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә Был тема Республика парламентында түңәрәк өҫтәл
Автоинспекция бәлиғ булмаған водителдәр өсөн язаны ҡәтғиләштерергә тәҡдим итә Был тема Республика парламентында түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Быйыл Башҡортостанда мототранспорт йөрөткән балалар ҡатнашлығында 48 авария булған. Уларҙа бер баланың ғүмере өҙөлгән, 50-гә яҡыны йәрәхәттәр алған. Шулай уҡ электр самокаттар менән аварияға тарыған 14 балаға табиптар ярҙамы күрһәтелгән.

«Сәләм» телеканалы республика район-ҡалалары телестудиялары хеҙмәткәрҙәре өсөн уҡыуҙар ойошторҙо Интенсив курста журналистар һәм операторҙар алдында тәжрибәле белгестәр сығыш яһаны, муниципаль телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Белемде камиллаштырыу, тамашасыларға сифатлы контент әҙерләү маҡсатында ойошторолған уҡыуҙарҙа барлығы 62 муниципаль телекомпания хеҙмәткәре ҡатнашты.

Баймаҡта дәүләт проекты ярҙамында һыу мәсьәләһе ыңғай хәл ителгән Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ауыл биләмәләре, мәктәп, балалар баҡсалары ғына түгел, һуңғы йылдарҙа ҡалала йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡушыла. Баймаҡтың Социалистик урамы халҡы проект ярҙамында һыу мәсьәләһен ыңғай хәл иткән.

Һыу менән сауҙа итеүселәр һәм «Уфаводоканал» араһында бәхәс Ярты йылдан ашыу вендинг автоматтары аша һыу ҡойоп һатыу итеүсе Өфө эшҡыуарҙары менән тәьминәтсе ойошма араһында бәхәс бара. Эшҡыуарҙар менән улар туранан-тура килешеүҙәр төҙөүҙән баш тарта, быны үҙәкләштерелгән һыу менән тәьмин итеү, һыу ағыҙыу системаларына тоташтырыуға техник шарттар биреү мөмкин түгеллеге менән аңлаталар. Мәсьәләнең сиселеше киләһе яҙмала.

Рәсәй Президенты Владимир Путин армияға көҙгө саҡырыу кампанияһы тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы Рәсми мәғлүмәткә ярашлы, быйыл илдә хәрби хеҙмәткә 133 мең кеше саҡырыла. 1 октябрҙән йыл аҙағына тиклем дауам иткән кампанияла 18 йәштән 30 йәшкә тиклем ир-егеттәр армияға алына. Башҡортостан илебеҙ Ҡораллы көстәренә бөтәһе 4 меңдән ашыу һалдат ебәрәсәк. Хеҙмәт итеү ваҡыты элеккесә бер йыл дауам итә. Хеҙмәткә яңы алынған егеттәрҙе республиканың йыйылма пунктынан октябрь уртаһында оҙата башлаясаҡтар. Йәш әрмистәр махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәк.

Башҡортостандан йөҙгә яҡын яугир ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды «Өфө-арена» эргәһендәге майҙанда хәрбиҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса Ватан һағына баҫҡан. Хәрби комиссариат, ҡала хакимиәте вәкилдәре, дин әһелдәре үҙ сығыштарында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурыс үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек өлгөһө булыуын билдәләп, имен ҡайтыуҙарын теләне. Яугирҙарҙың күбеһе отпускыһын ғаиләһе эргәһендә уҙғарған, көнкүреш эштәр менән булған.

Баш ҡалала Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырыш үтте Өфөнөң Почетлы уҡытыусы исеме булдырылды. Тәүге наградалар бөгөн Уҡытыусылар көнөнә арналған тантналы ултырышта 16 педагогҡа тапшырылды. сарала шулай уҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре алдында торған бурыстар билдәләнде, уңыштар барланды.

Республикала һөнәри байрамдары алдынан иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнде Исемлектә мәктәп-колледждар, туған тел һәм полилингваль белем биреү усаҡтары уҡытыусылары ла бар ине. Йәмғеһе 100 белгес 50 меңешәр һумлыҡ сертификатҡа эйә булды.

Хәйбулла районында «Икмәк» фестивале ойошторолдо Икмәккә мәҙхиә йырлаусы фестивалгә хужабикәләр тәмле бәлеш бешерҙе. Улар сарала ҡатнашыусыларға боронғо рецептар ҙа тәҡдим итте, ғаилә йолалары менән таныштырҙы. Икмәк бешереүселәр, кондитерҙар, шәхси эшҡыуарҙар һәм уңған хужабикәләр ҡатнашлығындағы байрам хаҡында киләһе яҙмала.

Өфөлә ҡырҡылған урмандар урынына яңы үҫентеләр ултыртыла Был турала Өфө ҡалаһы хакимиәтендә үткән матбуғат конференцияһында Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Руслан Хәйруллин белдерҙе. Әле Өфөлә күләмле өс инфраструктара проекты тормошҡа ашырыла, улар инженер селтәрҙәре һуҙыу, йәғни газ, һыу, канализация һуҙыу менән бәйле. Эш барышында 30 гектар тирәһе ағасты ҡырҡырға тура килә. Әммә Руслан Хәйруллин әйтеүенсә, ҡырҡылғандары урынына Өфөнөң төнъяҡ өлөшөндә яңы үҫентеләр ултыртыу ҡаралған. Был бурыс коммуникация селтәрҙәрен һуҙған компаниялар иңенә ята. Бөтәһе 150 меңгә яҡын ылыҫлы ағас ултыртыла.