БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 962
Subscribers
-224 hours
-67 days
-2030 days
Posts Archive
1 963
Өфөлә «Башҡорт йыры» конкурсының Гала-концерты үтте
«Башҡорт йыры» телевизион проектының быйылғы Гран-приһын Белорет районынан Эльвира Исҡаҡова яуланы. Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамланған йәш йырсы 100 мең һумлыҡ сертификат һәм зиннәтле статуэтка менән бүләкләнде. Йыл дауамында өс һайлап алыу туры аша үткән конкурсанттар « Башҡортостан» дәүләт концерт залында үткән Гала-концертта тәбрикләнде.
1 963
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының артиллеристары дошманға ҡаршы һөҙөмтәле көрәшә
«Башҡороотстан» мотоуҡсылар полкының артиллеристары яйлап, әммә ышаныслы аҙымдар менән алға бара. Гаубица дивизионында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ дошман нығытмаларын, техникаһын, хәрби көстәрен тар-мар итә. Шулай уҡ Ҡыҙыл лиман йүнәлешендә эшләүсе полкташтарына алға барыу өсөн юл аса һәм контрбатарея көрәше алып бара. Артиллеристарҙың сираттағы заданиеһын беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә күҙәтте.
1 963
Әбйәлил районы суды яңы бинаға күсте
Бөгөн Әбйәлил районы суды яңы бинаға күсте. Өй туйлау тантанаһында Башҡортостандың Юғары суды рәйесе Раил Шәйҙуллин ҡатнашты. Ул урындағы коллективты яңыртылған бинаның асылыуы менән ҡотланы.
1 963
Өфөлә Геройҙар Көнө: батырҙар иҫтәлегенә сәскә һалыу тантанаһы үтте
Геройҙар көнө уңайынан Өфөнөң Еңеү паркында «Мәңгелек ут»ҡа һәм Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә һалынды. Тантаналы сарала Республика Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, кадеттар һәм курсанттар ҡатнашты. Майҙанда Ватан өсөн башын һалған батырҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Геройҙар көнө билдәләнеүе йәш быуында Ватанға тоғро һәм фиҙаҡәр хеҙмәт итеү идеалдарын формалаштыра.
1 963
Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә
Бөгөн Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. «Беҙгә бик ҡатмарлы ваҡытта - геройҙар дәүерендә йәшәргә тура килә. Улар ҡайһы берҙә үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп - Ватаныбыҙҙы дошмандарҙан һаҡлай», тип яҙҙы социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды.
1 963
Киләсәккә ҡарап. VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан БСТ телеканалы ижтимағи ойошманың тарихи үткәне һәм әлеге ваҡытта тормошҡа ашырылған мөһим социаль йүнәлешле проекттарына байҡау яһаны.
Документаль фильмда республиканың билдәле шәхестәре ҡоролтайҙың башҡорт халҡының артабанғы үҫеш юлында, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа тотҡан роле тураһында тураһында фекер алыша. Улар араһында мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, әҙәбиәтселәр, йәмәғәтселәр һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре лә бар. Экран әҫәрендә БСТ телеканалы архивында тупланған бай видеоматериал файҙаланылған. Фильмдың сценарий авторы - Гөлдәриә Йосопова, ҡуйыусы режиссеры - Светлана Громова, операторы - Илшат Дәүләтбирҙин.«Киләсәккә ҡарап» тип исемләнгән фильм БСТ телеканалында 10 декабрҙә киске 20:45 сәғәттә эфирға сыға.
1 963
Башҡортостандың боҙҙа мотоуҙышсылары юбилейлы миҙгелгә әҙерләнә
2025 йылдың 20 февралендә Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса тәүге ярыштар уҙғарылыуға 70 йыл тула. Башҡортостанда киләһе йылда февраль аҙағында Рәсәй Кубогы өсөн шәхси ярыштар уҙғарыла. Мартта командалар араһында ил беренселегенең финал этаптары ойошторола.
1 963
Өфөлә бер кеше 3 миллион 800 мең һумға алданған
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Нуғай ауылынан 56 йәшлек иргә социаль селтәрҙә ул элек эшләп киткән компанияла Федераль именлек хеҙмәте йәнәһе лә тикшереү уҙғарыуы тураһында хәбәр килгән. Унан һуң шылтырыусы үҙен дәүләт ведомствоһы хеҙмәткәре итеп танытҡан. Ир исеменә аҡса алырға теләүҙәре, мутлашыусыларҙан һаҡланыу өсөн кредит алып финансты хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергән.
1 963
Өфөлә Мортаза Рәхимов проспекты булдырыла
Ҡала хакимиәте халыҡ фекерен белешә. Киров районында, Кузнецов Затонындағы проспектҡа Башҡортостандың беренсе президенты исемен бирергә тәҡдим ителә. Уның оҙонлоғо 3 километрға яҡын. Өфө халҡы фекерен хакимиәт сайтында 11 декабргә тиклем ҡалдыра ала.
1 963
Өфөлә геройҙарҙы иҫкә алдылар
Бөгөн Ватан геройҙары көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә сәскә һалыу тантанаһы үтте. Башҡортостан премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров республиканың күп милләтле халҡы исеменән Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Башҡортостан хөкүмәте ағзалары һәм хәрбиҙәр баш ҡаланың Еңеү парында булды. Улар Мәңгелек утҡа сәскә һалды. Сарала йәш армиясылар, кадеттар, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге мәктәп-интернат уҡыусылары ҡатнашты. Улар Александр Матросов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллинға хөрмәт белдерҙе. Батырҙар һәйкәленә сәскә һалды.
1 963
Туймазы ҡалаһында 3 үҫмер аварияға осраған, уларҙың береһе һәләк булған
Юл-транспорт ваҡиғаһы Фабрика урамында теркәлә - ВАЗ автомобиле юлдан сығып түңкәрелә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәрәхәт алған 15 һәм 17 йәшлек үҫмерҙәрҙе дауаханаға оҙата, 13 йәшлеге һәләк була. Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, авария сәбәптәре буйынса тикшереү башланған. Мәғлүмәт Республика бала хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиленә, Мәғариф һәм фән министрлығына ебәрелгән.
1 963
Бөгөн Ватан геройҙары көнө
“Беҙ ябай булмаған осорҙа – батырҙар дәүерендә йәшәйбеҙ. Башҡалар өсөн йәшәгән кешеләр бар. Улар Тыуған илде һаҡлай, Ватаныбыҙ өсөн һәләк була”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. Махсус хәрби операция барышында республиканан 12 яугир Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ булды. “Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың араһында үлгәндән һуң ошо наградаға күрһәтелгәндәр бар. Махсус хәрби операция биләмәһендә бурысын намыҫ менән үтәгән ир-егеттәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтәм. Улар 80 йыл элек донъяны фашизмдан азат иткән ҡаһарман олаталарының лайыҡлы дауамы. Һәр яугир алдында баш эйәм. Уларҙың батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тигән Радий Хәбиров.
1 963
«Беҙ һәйкәлде юҡ итергә уйламайбыҙ!»
Башҡортостан Башлығының тура бәйләнеше барышында Салауат Юлаев һәйкәлен реконструкциялауға бәйле һорауҙың булыуы тәбиғи ине. Уны журналист Рита Өмөтбаева бирҙе.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, һәйкәлде төҙөкләндереү йыл ярым ваҡытты аласаҡ. Эштәр 2025 йылда башланасаҡ.
1 963
Махсус хәрби операция инвалиды йәшәгән шәхси йортҡа пандус ҡуйыу мөмкинме?
Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнеш барышында ошондай һорау бирелде.
Радий Хәбировҡа махсус операция ветераны, 1-се төркөм инвалиды Азамат Әйүпов мөрәжәғәт итте. “Аҡса табабыҙ. Пандус ҡуябыҙ. Мәсьәләне урындағы власть хәл итә”, - тине Радий Хәбиров.
Һорау авторы Азамат Әйүповҡа тиҙҙән ҡул менән идара ителгән автомобиль тапшырыла. 2025 йыл республикала Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы тип иғлан ителде.
1 963
Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән барҙы
Йылы ойоҡбаштарҙан алып генераторҙарға тиклем. Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау менән барҙы. Уны республиканың көнъяҡ райондары халҡы һәм эшҡыуарҙар туплаған.
1 963
Өфөлә Ейәнсура районының яҡташтар осрашыуы уҙҙы
Бер майҙанға төбәктә тыуып, Өфөлә йәшәүсе яҡташтар, район етәкселеге һәм билдәле вәкилдәре йыйылды. Ҡунаҡтар иғтибарына ҡул оҫталарының әйберҙәре, ауыл хужалығы продукцияһы тәҡдим ителде. Эшлекле түңәрәк өҫтәлдәрҙән һуң, сара күңелле концерт менән дауам итте.
1 963
Өфөлә һөнәрселек аҙнаһы тамамланды
Йыл һайын уҙғарылған сарала Башҡортостандан тыш, илебеҙҙең башҡа төбәктәренә дә оҫталар ҡатнашты. Һөнәрселек аҙнаһы «Бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә уҙғарылды. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
1 963
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 139-сы гуманитар конвой оҙатылды
Йылы әйбер, хәрби кәрәк-яраҡ һәм бронялы техника - ылауҙы тыл хеҙмәтсәндәре бөртөкләп йыйған. Йолаға ярашлы, йөк машиналары тантаналы шарттарҙа ҡуҙғалды.
1 963
Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды
«Тура бәйләнеш» аша республика башлығына мөрәжәғәт иткәндән һуң Бөрйән районында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы Собханғол ауылы халҡы медицина объектын үҙҙәре һораған. Быны улар бинаның иҫкереүенә бәйләгән. Хәҙер иһә ауылда диспансеризацияның беренсе этабын, медицина тикшереүен уңайлы шарттарҙа үтеү мөмкинлеге бар.
1 963
Өфөләге 2-се Республика клиник дауаханаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләй
Байрам сараһы Башҡорт дәүләл академия Опера һәм балет театрында үтте. Медицина хеҙмәткәрҙәре коллективын Радий Хәбиров ҡотлап, бер төркөм табиптарға наградалар тапшырҙы.
