БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 019
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1030 days
Posts Archive
2 019
Радий Хәбиров Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирҙе
Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Башҡортостандың теүәл фәндәргә һәләте булған малай-ҡыҙҙарҙын берләштерәсәк белем усағы «Йәштәр һәм балалар» милли проектына яршалы төҙөлә.
2 019
Башҡортостан йылға аръяғында яңы торлаҡ төҙөү өсөн 8,5 миллиард һум аласаҡ
Башҡортостан Өфө йылғаһы аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөлөшөнә федераль үҙәктән 8 миллиард ярым һум аҡса аласаҡ. Был ҡарарҙы Рәсәйҙең төбәктәр үҫеше буйынса хөкүмәт комиссияһы ҡабул итте. Уның ултырышында видеобәйләнеш аша республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатншты.
2 019
Бәләбәйҙәге «Чемпион» спорт мәктәбе яңы бина туйлай
Былтыр төҙөкләнедереү эштәренең беренсе этабы тамамланып, ҡыйыҡ аҫтында хоккей коробкаһы төҙөлә. Ҡышҡыһын унда сәкән һуҡһалар, йәйгеһен майҙансыҡ волейбол, баскетбол, футбол өсөн яраҡлаштырыла.
2 019
Ишембайҙа «Урал батыр» йәнһүрәтен төшөрөү тамамлана
«Ишембайфильм» балалар һәм үҫмерҙәр өсөн мультфильмдар ижад итеү студияһы проектында ҡатнашыусыдарҙы башҡорт халыҡ эпосы рухландырған. Команда проектты республика башлығы грантына тормошҡа ашыра. Мультфильм нейроселтәр анимацияһы ҡулланып төшөрөлгән.
2 019
Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған
Миәкә районы аграрийҙары 4 мең гектар ерҙә бөртөклө культураларҙы урып алған. Был дөйөм күләмдең 10 проценты. «Нива» хужалығында комбайндар һоло һуғыуға төшкән. Сиратта бойҙай һәм арпа. Эштәр йылдам бара, ти механизаторҙар.
2 019
«Беренсе тирмә» ирекмәндәре Донецк һәм Луганскиҙа яугирҙарға ярҙам итә
«Беренсе тирмә» төбәк проекты ҡатын-ҡыҙҙары төркөмө Луганск һәм Донецк халыҡ республикалары госпиталдәрендә яралы яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Ирекмәндәр араһында төрлө һөнәр эйәләре. Махсус хәрби операцияла яҡындары һәләк булғандар ҙа бар. Уларҙы бер маҡсат-яугир яҡташтарыбыҙға Башҡортостан сәләмен, күңел йылыһын, күстәнәстәрен еткереү, яралылырға төҙәлергә ярҙам итеү теләге берләштерә.
2 019
МХО биләмәһе яугирҙарынан республика Хәрби дан музейына сираттағы трофей тапшырылды
Был пилотһыҙ осоу аппараты һигеҙ йөҙ километр араны үтеү һәләтенә эйә. Ул тылдағы обьекттар һәм хәрби нығытмаларға һөжүм итеү өсөн тәғәйенләнгән. Ауырлығы 60 килограмм самаһы, оҙонлоғо 3 метрҙан ашыу. Әммә был ҡош маҡсатына ирешә алмай, уны беҙҙең яугирҙар ҡыйратып өлөгөрә. «Башҡоростан» полкы яугирҙары Венер Яҡуповҡа был трофейҙы республика Хәрби дан музейына тапшырыуҙарын үтенә.
2 019
Радий Хәбиров Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлөшөнә старт бирҙе
Бөгөн республика етәксеһе буласаҡ бинаның нигеҙенә капсула һалды. Сарала шулай уҡ төҙөүселәр, Башҡортостандың математика буйынса йыйылма командаһы тренеры Александр Столяров менән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призеры Виктор Ужегов ҡатнашты. Киләсәк быуынға хат тексы һалынған капсула бинаның нигеҙенә төшөрөлөп, өҫтө цемент ҡатнашмаһы менән ҡапланды.
2 019
Әр-Рәхим йәмиғ мәсетенең икенсе һәм өсөнсө ҡатына тәҙрәләр урынлаштырыу башланды
Тәҙрә конструкцияларының һуңғы партияһы әҙер. Әр-Рәхим йәмиғ мәсетенең икенсе һәм өсөнсө ҡатына тәҙрәләр урынлаштырыу башланды. Витраждарҙы Өфө районындағы компания әҙерләй. Дини объектта барған эш барышы тураһында репортаж.
2 019
Бәләбәй районы Знаменка ауылында табип амбулаторияһы сафҡа инәсәк
Социаль объект «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проектына ярашлы төҙөлгән. Быға тиклем медицина ярҙамы 1978 йылда төҙөлгән кирбес бинала күрһәтелә. Ул яңы санитар-эпидемилогик нормаларға тап килмәй. «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты сиктәрендә ике ай эсендә модулле табип амбулаторияһы ҡалҡып сыға. Эске биҙәү эштәре тамамланған, учреждение һыу менән тәьмин итеү системаһына тоташтырылған. Бер үк ваҡытта амбулатория заманса медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландырылған.
2 019
Быйыл Башҡортостанда дауаханаларҙы модернизациялау өсөн 400 миллион һум аҡса бүленгән
2029 йылға тиклем иҫәпләнгән төбәк программаһы буйынса Өфөлә тиҫтәләгән дауахана-поликлиниканы тәртипкә килтереү күҙаллана. Былтыр тәүге объект булып Республика туберкулезға ҡаршы диспансерының балалар бүлеге ремонтланды. 1970 йылдарҙа төҙөлгән бинала палаталар, коридорҙар һәм туҡланыу урыны төҙөкләндерелгән.
2 019
Өфөлә фатир хужалары ремонтсыға миллиондар күсереп алданып ҡуйған
ӨФөлә Әй урмында, Ғәли Ибраһимов урамында йәшәүсе яңы фатир хужалары подрядсыға ремонтҡа миллиондар күсереп алданған. Фатир хужалары хоҡуҡтары боҙолоуына ризаһыҙлыҡ белдерә, был хаҡта эске эштәр идаралығына ғариза менән мөрөжәғәт иткән. Алданған фатир хужалары менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 019
Йырсы Гөлназ Асаева интернет киңлектәрендә таралған видеоға асыҡлыҡ индерҙе
Сәхнә йондоҙо әйтеүенсә, ысынында иһә яҙмала күренгән айыу ҡулға эйәләштерелгән хайуан. Уны клип төшөргән ваҡытта шаяртыу өсөн музыкаль команданың директоры алып килгән. Ләкин бына айыу ғына шаяртыуҙы аңламаған. Ҡоттары осҡан артистарҙы тынысландырам тип айыуға ҡулын һуҙғанда ваҡытта ирҙе тырнап ала.
2 019
Республика йәштәре «Беренселәр хәрәкәте» конкурсында йәнә еңеүсе
Башҡортостан өсөнсө йыл рәттән «Беренселәр хәрәкәте» грант конкурсында ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр һаны буйынса илдә алдығылыҡ биләй. Быйыл мәҫәлән, 40 еңеүсе 53 миллион һумдан ашыу аҡса отҡан. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Бөтә Рәсәй балалар һәм йәштәр ижтимағи-дәүләт хәрәкәтенең координация советы ултырышында әйтелде. Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәгендә үткән осрашыуҙа республика башлығы ла ҡатнашты. Радий Хәбиров йәштәрҙең һорауҙарына яуап биреп кенә ҡалмай, төплө кәңәштәрен дә еткерҙе.
2 019
Өфөләге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ -ара кампусы 4 меңдән ашыу студент һыйҙырышлы буласаҡ
Өфөләге Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ -ара кампусы 4 меңдән ашыу студент һыйҙырышлы буласаҡ. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә белдерҙе. Республика етәксеһе төҙөлөш майҙанында эшләгән техника һанын да иҫәпләгән. Әле унда 19 кран һәм 600 төҙөүсе эшләй. Кампус Рәсәйҙә иң яҡшыһы буласаҡ, тигән Радий Хәбиров.
2 019
Төҙөүселәр көнө уңайынан Өфөлә ҡала үҫеше темаһы күтәрелде
Баш ҡаланы үҫтереү потенциалы бөгөн республика башлығының төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышында күтәрелде. Төҙөүселәр көнө уңайынан ойошторолған сарала хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһынан тыш, Өфөнөң инфраструктураһына бәйле мәсьәләләр ҙә күтәрелде. Радий Хәбиров һуңғы йылдарҙа төҙөлгән ил кимәлендәге әһәмиәтле юлдар, социаль объекттарҙы айырым билдәләп үтте.
2 019
Өфөлә «Башҡортостан: технология уйындары аша» төбәк-ара экспедицияһы эш башланы
«Өң» тип исемләнгән киберфизика инновациялары оҫтаханаһы тарафынан ойошторолған фәнни сара илдең төрлө юғары уҡыу йорттарынан ике тиҫтәләп студентты бергә йыйҙы. Экспедиция йәштәрҙе һанлы һөнәрҙәргә ылыҡтырыу, белем биреүсе видеоуйындар булдырыуға йүнәлтелгән.
2 019
Рәсәйҙә тимер юл ғәскәрҙәре көнө билдәләнә
Бөгөн тимер юл ғәскәрҙәре көнө. Был байрамды Рәсәй ҡораллы көстәренең тимер юл ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәр, хәрби бурыслылар һәм ябай эшселәр ҙә билдәләй. Советтар союзы осоронда тимер юл ғәскәрҙәре көнө 5 октябрҙә билдәләнә. Был дата 1918 йылда ғәскәр ойошторолоу көнө менән бәйле.
2 019
Өфө менән Силәбе араһында йөрөүсе яңы поезд халыҡ араһында популярлыҡ яулай
Өфө-Сәиләбе маршруты буйынса йөрөй башлаған «Ҡарлуғас» электр поезы дүрт көн эсендә генә ике мең ярым пассажир ташыған. Ҡала яны бәйләнеше форматындағы төбәк-ара экспресс береенсе августа ғына йөрөй башланы. Поезд баш ҡаланың Дим биҫтәһенән йома, шәмбе йәкшәмбе көндәрендә ҡуҙғала. Силәбенән иһә шәмбенән алып дүшәмбегә тиклем йөрөй.
2 019
Өфөлә каршеринг автомобиле менән мотоцикл бәрелешкән
Күптән түгел генә «Хонда» мотоциклы менән бәрелешкән ҡуртымға алынған автомобиль водителенең таныҡлығы булмай сыҡты. Юл транспорт ваҡиғаһы 2 августа Октябрь просмпектында теркәлгәне. Һулға боролорға уйлаған водитель ҡаршыға килгән мотоциклды күрмәгән. Аварияла ғәйепләнеүсе ваиға урынын ҡалдырып ҡасҡан, ә мотоциклист ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатылған.
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
