en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 008
Subscribers
-224 hours
-57 days
-1630 days
Posts Archive
Ишембай районында Кәлимосҡан ҡаяһы эргәһе тәртипкә килтереләсәк Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров хәбәр итте. Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәббәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан барлыҡҡа килгән. Бындағы таштар яҡынса 350 миллион йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған. Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителгән.

Өфөлә һыу инеү миҙгеле алдынан ҡотҡарыусылар командаһы туплана Улар пляждарҙа эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙ
Өфөлә һыу инеү миҙгеле алдынан ҡотҡарыусылар командаһы туплана Улар пляждарҙа эшләйәсәк, тип хәбәр итәләр Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан. Өфөлә ҡомлоҡтар ғәҙәттә 1 июндән асыла. Рәсми пляждарҙа мотлаҡ рәүештә ҡотҡарыусылар дежур итә.

❗️ Международный диктант по башкирскому языку: прямой эфир! В Башкортостане 26 апреля в 11:00 стартует масштабная акция, напр
❗️ Международный диктант по башкирскому языку: прямой эфир! В Башкортостане 26 апреля в 11:00 стартует масштабная акция, направленная на популяризацию и сохранение родного языка. Все желающие смогут проверить свои знания в прямом эфире телеканала БСТ! Традиционно для диктанта готовятся три текста для разных уровней знания языка: ✅ Начальный уровень владения башкирским языком ✅ Уровень свободного владения башкирским языком ✅ Текст на северо-западном диалекте башкирского языка Смотреть прямой эфир тут: https://vkvideo.ru/video-27097047_456289458

Башҡортостанда «Еңеү диктанты»н 800 майҙансыҡта яҙҙылар Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров халыҡ-ара акцияны тарихыбыҙҙағы иң мөһим һәм ҡатмарлы осор тураһында белемебеҙҙе һынап ҡарау, геройҙарға хөрмәт күрһәтеү, яу һәм тыл ҡаһармандарының батырлыҡтарын иҫкә төшөрөү өсөн яҡшы мөмкинлек тип атаны.

Әбйәлил районы халҡынан махсус хәрби операциялағы яугир-яҡташтарға тыл ярҙамы Хәйриә ярҙамын туплауҙа «Әбйәлилдең яҡшы кешеләре»йәмәғәт ойошмаһы ирекмәндәре, районда йәшәгән изге күңелле һәм йомарт кешеләр булышлыҡ итә. Гуманитар ярҙам һалдаттар үтенесен иҫәпкә алып туплана.

Радий Хәбиров фехтование буйынса Рәсәй чемпионаты еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында ҡатнашты Баш ҡалала илдең иң көслө спортсылары араһында турнир дауам итә. Ярыштар баш ҡаланың фехтование үҙәгендә үтә. Унда илдең 32 төбәгенән 600 рапирасы ҡатнаша. Шулай уҡ Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан спортсылары ла бар. Башҡортостан башлығы ирҙәр араһында шпагала алышыу буйынса команда ярыштары еңеүселәрен тәбрикләне. Уңыштарға өлгәшкән Олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә сертификаттар тапшырҙы.

Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте Республика башлығы Радий Хәбиров креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса фонд барлыҡҡа килеүен иғлан итте. Ижади проекттарҙы финанслауға дөйөм алғанда 50 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Башҡортостанда был йүнәлешкә иғтибар көсәйә, айырым совет ойошторолоуы ла шуға дәлил.

Өфөлә табиптар хәрби-ялан хирургияһы буйынса тәжрибә туплай Табиптар хәрби-ялан хирургияһын үҙләштерә. Өфөнөң Евразия фән-белем биреү үҙәгендә барған ғилми-ғәмәли конференцияла Волга буйы федераль округы субъекттарынан хирургтар, травматологтар, анестезилогтар - бөтәһе 300-гә яҡын табип ҡатнаша. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Рәсәй мәктәптәрендә дәрестәр теҙмәһе бер төрлө була Яңы норма 1 сентябрҙән ҡабул ителә. Был турала федераль Мәғариф министры
Рәсәй мәктәптәрендә дәрестәр теҙмәһе бер төрлө була Яңы норма 1 сентябрҙән ҡабул ителә. Был турала федераль Мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе. - Шулай уҡ контроль һәм тикшереү эштәре бер системаға һалына. Улар программа буйынса ҡаралған дәрестәрҙең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш, - тине ул.

Башҡортостанда ир-егеттәр контракт килешеүе буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә Егеттәр «Защитник» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализ тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә. Хәрби контракт төҙөүсегә үҙе менән документ һәм юлға сығыу өсөн кәрәк-яраҡ алырға ғына кәрәк.

Шишмә районы Балағуш ауылында модулле ФАП төҙөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул күрше ауылдар халҡын да х
Шишмә районы Балағуш ауылында модулле ФАП төҙөлә Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ул күрше ауылдар халҡын да хеҙмәтләндерә, медицина учреждениеһында 230-ҙан ашыу кеше теркәлә. Бина заманса йыһазландырыла. Шишмә районында шулай уҡ Енғалыш ауылында фельдшер-акушер пунктына нигеҙ һалынды.

Башҡортостан "Бумбатл" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды Халыҡ йыл әйләнәһенә макулатура тапшыра ала. Был турала Тәбиғәттән файҙал
Башҡортостан "Бумбатл" Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды Халыҡ йыл әйләнәһенә макулатура тапшыра ала. Был турала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итәләр. Акцияла теләгән һәр кешенең ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн проект сайтында теркәлергә кәрәк. "Бумбатл" һөҙөмтәләре киләһе йылдың мартында иғлан ителә.

Депутаттар юл соҡорҙарын ямау өсөн бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын тикшерә Депутат Флүр Нурлығаянов әйтеүенсә, әле юлдар р
Депутаттар юл соҡорҙарын ямау өсөн бүленгән аҡсаның нисек тотонолоуын тикшерә Депутат Флүр Нурлығаянов әйтеүенсә, әле юлдар ремонт сифаты бүленгән аҡсаға торошло түгел. Насар юл авариялар артыуына килтерә. Шуға депутаттар һәм эксперттар ҡатнашлығында контроль булырға тейеш. Контроль-иҫәп палатаһы был тәҡдимде хупланы. Палата рәйесе Константин Шаһиморатов белдереүенсә, ремонт тамамланғас, 15 июндән һуң юлдар өсөн бүленгән аҡсаның маҡсатҡа ярашлы тотонолоуын баһаларға мөмкин.

❤ Радий Хәбиров: «Тулҡындандырғыс йыр!» 🎼Республика Башлығы МХО яугирҙарына арналған «Батырҙар» тип аталған яңы йыр менән уртаҡлашты, уны Башҡортостандың халыҡ артисы Рәсүл Ҡарабулатов һәм Өфө мэры урынбаҫары Денис Ғәниев башҡара. 🔥Иғтибарығыҙға клибын тәҡдим итәбеҙ!

Башҡортостан халҡы төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлай Бер нисә көн эсендә 227 мең кеше фекерен белдергән. Б
Башҡортостан халҡы төҙөкләндерелергә тейешле йәмәғәт биләмәләрен һайлай Бер нисә көн эсендә 227 мең кеше фекерен белдергән. Бүздәк, Дүртөйлө, Мәсетле, Краснокама, Иглин, Ишембай, Стәрлебаш, Бөрйән райондары халҡы айырыуса әүҙем. Йәмәғәт биләмәләре "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы тәртипкә килтерелә. Әле 2026 йылда башҡарыласаҡ эштәр өсөн тауыш биреү бара.

Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә билдәле башҡорт яҙыусыһы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның хикәйәһе буйынса «Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем» спектакленең премьераһы үтте. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған.

Ауыл йәштәре өсөн һөнәри йыйылыш Башҡортостан Башлығы грантына ауыл йәштәре форумы. Ауылдарҙа төпләнеп йәшәр һәм эшләр өсөн ҡыҙҙарға һәм егеттәргә ниндәй мөмкинлектәр бар, маҡсатлы юллама буйынса ҡайҙа юғары һәм махсус техник белем алырға мөмкин? Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил ауылы филиалында һәм район мәктәптәрендә ойошторолған һөнәри йүнәлеш биреү осрашыуҙары хаҡында репортаж.

Июндә Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башлай Баш ҡаланың тарихи үҙәгенә ҡараған урамдарҙа парковканың 1 cәғәте 40 һум буласаҡ. Тәүге 20 минут өсөн түләргә кәрәкмәй. Яңы ҡағиҙәләр буйынса парковка урыны өсөн түләү эш көндәрендә иртәнге сәғәт етенән киске туғыҙға тиклем ғәмәлдә. Төндә, ял һәм байрам көндәрендә парковка менән бушлай файҙаланып буласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Өфө Арена боҙ һарайы алдында Еңеү парадына сираттағы репетиция үтте Бөгөн Өфө Арена боҙ һарайы алдында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейына арналған Еңеү парадына сираттағы репетиция үтте. Бер тактҡа, бер тигеҙ итеп һәм бер тиҙлектә атларға. Кәүҙә төҙ, ғорур ҡиәфәт, йөҙҙәрҙә йылмайыу булырға тейеш. Еңеүселәр вариҫтарына был талаптар һәр репетиция һайын ҡуйыла. Әле беренсе тапҡыр парадта ҡатнашыусылар өсөн хәрби марш еңел бирелмәй.

Ҡоролтайҙа фронтовик депутаттарҙың фотоэкспозицияһы асылды Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан БАССР-ҙың Юғары Советы депутаттарына арналған фотоэкспозицияны ҡараны. Күргәҙмә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала.