en
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
2 026
Subscribers
-124 hours
-27 days
-630 days
Posts Archive
Башҡортостан предприятиелары федераль ярҙамдың 40 процентын алды Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл

Өфө ҡотҡарыусылары ерҙә ятҡан әйберҙәрҙе алмаҫҡа кәңәш итә Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡла
Өфө ҡотҡарыусылары ерҙә ятҡан әйберҙәрҙе алмаҫҡа кәңәш итә Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр балаларына яңы хәүеф тураһында аңлатырға тейеш. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә ерҙә ятҡан 10 һумлыҡ аҡсаны алырға теләгән малай йәрәхәтләнде. Купюраға шартлатҡыс беркетелгән булған. Бала дауаханаға оҙатылған, уға бер нисә операция эшләнгән.

Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты
Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирә. Күтәрелгән темалар хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, инвестиция, юлдар, йәмәғәт транспорты, инновацион иҡтисад үҫеше өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. - Инвестицияны 800 миллиард һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Киләһе йылда М-12 федераль трассаһын һалғанда зыян килгән юлдарҙың бер өлөшөн ремонтлайбыҙ. Федераль программа буйынса автобустар алыу планлаштырыла. Инновацион иҡтисад үҫешендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара студнеттар кампусы ҙур роль уйнаясаҡ. Был ҡуйылған бурыстарҙың бер өлөшө генә, - тине премьер-министр.

Өфөлә оҙатыусы эттәр мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә яңы мөмкинлектәр аса Тормошта ла тоғро дуҫ менән. Өфөлә күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе оҙатыусы эттәр ярҙамында тулы тормош алып барыуға йүнәлтелгән инклюзив йәмғиәт проекты эшләй башланы. Президент Гранттары фонды буйынса ойошторолған сарала 30 эттең хужаһы табылған. Ошо маҡсатта Мәскәүҙән махсус белгес тә саҡыртыла.

Өфөлә «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде Республика клиник онкология диспансерында «Онкопатруль» проекты сиктәрендә уникаль операция үткәрелде. Мәскәүҙән килгән хирург күкрәк биҙе яман шешен яңы ысул менән алып ташланы. Яңы технология ҡатмарлы сирҙән интегеүсе гүзәл заттарға ағзаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Һәр мөрәжәғәт иғтибарҙа — тура линия барышында 8 меңдән ашыу һорау ҡабул ителде Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Шунда уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.

Тура линия мөрәжәғәте һөҙөмтәһе — Михайловка мәктәбенә яңы спорт залы булыуы ихтимал Физкультура дәрестәре-коридорҙарҙа үтә. Әбйәлил районы Михайловка ауылында бер нисә йыл спорт залы ябыҡ. Экспертизаға ярашлы иҫке бина авария хәлендә тип табылған. Урындағы халыҡ Башҡортостан башлығы менән Тура линия барышында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итеп спорт залды төҙөкләндереүҙе һораны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров Инновацияларға булышлыҡ итеү фонды етәксеһе Андрей Жижин менән осрашты. Яҡтар яңы проекттарға ярҙам мәсьәләләрен тикшерҙе. Фонд директоры ойошма эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында һөйләне һәм Башҡортостан менән үҙ-ара эш итеүҙең әһәмиәтен билдәләне.

Башҡортостан кластерҙар үҫеше рейтингында илдә беренселекте алды Башҡортостан кластерҙар үҫеше кимәле буйынса ил төбәктәренең тәүге Милли рейтингында беренсе урын яуланы. Өфөлә асылған Рәсәй сәнәғәт форумында республика башлығы Радий Хәбировҡа диплом һәм еңеүсе Кубогы тапшырылды. Конкурс төбәк иҡтисадының конкурентлығын арттырып, ярҙам сараларын камиллаштырыу һәм кластерҙар сәйәсәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Башҡортостанға бокс буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе ҡайтты Октябрскиҙан Азалия Әминева Ереванда үткән континенталь ярышта беренсе урын яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 йәшкә тиклемге спортсылар араһында уҙған финалда яҡташыбыҙ Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде.

Республика йәштәре федераль гранттар ала Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе
Республика йәштәре федераль гранттар ала Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе урын алған. Был турала Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостандан 7 проект еңеп сыҡҡан. Республика йәштәре 4 миллион 151 мең һумлыҡ ярҙам ала. Беҙҙең республика бындай конкурстарҙа ҡатнашыусылар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. 2024 йылда беҙҙең йәштәр 80 миллион һумға яҡын федераль ярҙамға ирешкән.

Өфөлә «Яуыз китап» балалар фильмының ябыҡ премьераһы үтте Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай.

Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы» буйлап гастролгә сыға 15-23 ноябрҙә Башҡорт оркестры Тәүге тапҡыр Сергиев Посады, Переславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Иванов, Углич, Суздаль һәм Владимирҙа сығыш яһай. Гастроль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ-Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үтә.

Ҡазан ҡалаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк.

Өфө суднолары навигацияға әҙерләнә Баржалар, туҡталыу урындары һәм суднолар һыуҙан ергә күтәрелә.Өфө суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводы өсөн ҡыш тыныс ял миҙгеле түгел, ә көсөргәнешле һәм планлы эш осоро. Йылғалар туңып, температура нулдән түбән төшкәс, караптар тергеҙелә һәм навигацияны лайыҡлы ҡаршылауға нигеҙ һалына башлай. Һыу транспортына өр-яңынан йән өрөүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осоашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

Тура эфирҙа 8 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡаралды Һәр мөрәжәғәткә-яуаплы ҡараш. Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнештә ҡатнашҡан йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар билдәләүенсә, Радий Хәбиров һәр һорауға тулы һәм йөкмәткеле яуап ҡайтарҙы. Урында уҡ яуаплы органдарға, урындағы үҙидаралыҡтарға киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмәләр бирелде.

Башҡортостандың ике ҡалаһы ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренә индерелә Өфө - “Музыка”,Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәр
Башҡортостандың ике ҡалаһы ЮНЕСКО-ның ижади ҡалалар селтәренә индерелә Өфө - “Музыка”,Стәрлетамаҡ - “Халыҡ ижады һәм һөнәрҙәре” йүнәлешен тәҡдим итә. Республика Эшҡыуарлыҡһәм туризм министры Светлана Верещагина белдереүенсә, ЮНЕСКО объекттарыныңстатусы инвесторҙарҙа ҡыҙыҡһыныу уята. “Янғантау” геопаркын үҫтереү һәм“Салауат ере” комплексын булдырыу быға асыҡ миҫал булып тора, тине ул.

Баш ҡалала “Кеше эҙләйем” тигән акция үтә Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кеш
Баш ҡалала “Кеше эҙләйем” тигән акция үтә Ул “Изге Өфө” хәйриә сараһы барышында уҙғарыла. Йорт хайуандарын алырға теләгән кешеләрҙе 15 ноябрҙә “Ҡашҡаҙан” паркына саҡыралар. Халыҡты Өфө приюттарында тәрбиәләнгән эттәр менән таныштыралар. Ветеринария клиникаһы белгестәре менән кәңәшләшергә була. Ҡотороу сиренән вакцина яһатырға, чип ҡуйҙырырға мөмкин. Өйрәтеү үҙәгендә шөғөлләнгән эттәрҙең сығышы күрһәтелә. Хайуандарға ҡарата яуаплы булырға өйрәткән дәрес уҙғарыла. Шулай уҡ уйын һәм конкурстар ойошторола. Үткән акция барышында 223 эткә хужа табылған.

Салауат ҡалаһының «Беҙҙең театр» рус йәштәр театры 8-се ижад миҙгелен премьера менән асты Был юлы коллектив драматург Туфан Миңнуллиндың әҫәренә мөрәжәғәт иткән. Гөргөри кейәүҙәре этнографик музыкаль комедияһы бер ғаилә тормошон күҙ алдына баҫтыра. Гөргөри менән Кәтернә исемле төп геройҙар кесе ҡыҙҙарын керәшен татарҙары йолалары буйынса кейәүгә бирергә ҡарар итә. Яусылау, кейәүҙәр араһында көрәш, йыр-бейеү буйынса һынауҙар менән үрелеп бара.

Башҡортостанда «БашТәржемә» системаһы рус теленән башҡортсаға тәржемә итә Һанлаштырыу дәүерендә сифатлы тәржемә уңышлы аралашыуҙа һәм бизнесты үҫтереүҙә мөһим роль уйнай. Хәҙерге ваҡытта рус теленән башҡортсаға тәржемәләү кеүек көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү өсөн Башҡортостанда «БашТәржемә» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы булдырылды. Тел кәртәләрен еңеп сығыуҙа ышаныслы ярҙамсы булған системаның өҫтөнлөктәре һәм уңайлыҡтары хаҡында киләһе яҙмала.