en
Feedback

Don't get caught by a cheater! Telemetrio finds and tags such channels 👉 If you want to see the tag, subscribe

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Open in Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Show more
1 969
Subscribers
No data24 hours
-17 days
-1430 days
Posts Archive
Баш ҡалала «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» 9-cы Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде Төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнде. Шулай уҡ ысын ил патриоттары, герой үҫтергән әсәләргә «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды.

Дәүләкән районының Вперед ауылындағы янғын буйынса ике енәйәт эше ҡуҙғатылды Тикшереү версияһы буйынса, 18 март төнөндә һәләк булған балаларҙың әсәһе йыш ҡына тәрбиәгә тейешле иғтибар бирмәй, ә опека һәм попечителлек органдары сабыйҙарҙың яҙмышын күҙәтмәй. Имен булмаған ғаилә йәшәгән фатирҙа даими рәүештә санитар талаптарға ҡаршы килгән шарттар күҙәтелә, был хаҡта вазифалы кешеләргә билдәле була. Күп һанлы сигналдарға һәм нигеҙҙәргә ҡарамаҫтан, балалар ғаиләләренән алынмай, ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһен ҡарауға йүнәлтелгән саралар күрелмәй.

Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ярҙарынан сығып йәшәүселәргә зыян килтергән Ишембай районында Рәүҙәк йылғаһы ла ярҙарынан сығып, Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай ауылдарында йәшәүселәргә зыян килтергән. Оло һыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса алып барылған эш тураһында репортаж.

Ташҡын ҡазаһы: Ғафури районында йорттар һәм ҡаралтылар зыян күрҙе Көндөң ҡапыл йылытыуы, бер-нисә көн дауамында яуған ямғыр Башҡортостандың тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүенә килтерҙе.Ғафури районы Ташаҫты ауылы эргәһендә Еҙем йылғаһында боҙ тығындары, хатта аҫмалы күперҙең тимер-бетон ҡоролмаларына зыян килтереп, тиҫтәнән ашыу торлаҡ йорттарҙы һәм ҡаралтыларын һыу баҫты.

Радий Хәбиров ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты Радий Хәбиров видеоэлемтә режимында ташҡынға һәм янғын хәүефе осорона әҙерлек буйынса федераль кәңәшмәлә ҡатнашты. Сараны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үткәрҙе. Ҡышҡы йылы һауа торошо арҡаһында быйыл ташҡын ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды. Дөйөм алғанда, әле хәл тотороҡло, әммә март аҙағында илдең Европа өлөшөнөң көнсығышында һәм Көньяҡ Уралда һыу кимәле киҫкен билдәләрҙән артыр тип көтөлә.

Өфөнөң ВДНХ-ЭКСПО майҙанында агросәнәғәт форумы асылды Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолдо. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 380 предприятие тауарҙары тәҡдим ителде. Форумға Африка, Ҡытай һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп Әбйәлил районында урынлашҡан экологик ферма эшенә старт бирҙе.

Башҡортостанда һуңғы боҙ күпере ябылды Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылын янында Ағиҙел йылғаһында боҙ аша сыға торған
Башҡортостанда һуңғы боҙ күпере ябылды Краснокама районының Иҫке Йәнйегет ауылын янында Ағиҙел йылғаһында боҙ аша сыға торған юлдан үтеп булмай. Хәрәкәт боҙҙоң йоҡарыуына бәйле туҡтатылған, урында тыйыу билдәләре ҡуйылған. Водителдәргә маршруттарын алдан билдәләргә кәңәш ителә, тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса идаралығынан.

Башҡортостанда йәшәүселәр бер тәүлектә 5 миллион һум аҡса юғалтҡан Сумма мутлашыусыларға күсерелгән. Зыян күреүселәр полицияғ
Башҡортостанда йәшәүселәр бер тәүлектә 5 миллион һум аҡса юғалтҡан Сумма мутлашыусыларға күсерелгән. Зыян күреүселәр полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән. “Кешеләр күп осраҡта ялған инвесторҙарға ышана. Тиҙ арала ҙур табыш алырға ниәтләй. Таныш булмаған кешеләр менән телефон аша аралашмағыҙ. Билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсермәгеҙ. Шикле мобиль ҡушымталарҙы ҡулланмағыҙ”, - тип белдерәләр Эске эштәр министрлығынан.

Белорет районының Ғәбдүк ауылында 15 ихатаны һыу баҫҡан Белорет районының Ғәбдүк ауылында Инйәр ташҡан, йорттарҙы һыу баҫа башлаған. Кешеләрҙе эвакуациялайҙар. Һыйырҙарҙы тауға ҡыуа алманыҡ, һыуға болғанып торалар, тип хәбәр итә зыян күреүселәр.

“Башҡортостан геройҙары” программаһына теркәлгәндәр арта Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, бөг
“Башҡортостан геройҙары” программаһына теркәлгәндәр арта Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, бөгөнгә 1 мең 200-ҙән ашыу яугир документ тапшырған. Уларҙың күбеһе әле махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Проектҡа ҡушылғандар араһында дүрт Рәсәй Геройы һәм 61 Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры бар, тип яҙған республика етәксеһе. Проектта ҡатнашыу өсөн 31 мартҡа тиклем герои башкортостана нөктә рф сайтында теркәлергә кәрәк. Хәрбиҙәр анкета тултырырға, эссе яҙырға, онлайн тест һәм әңгәмә үтергә тейеш.

Республика ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙер Был маҡсаттан 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙгөс һәм 16 мең кеше йәлеп ит
Республика ташҡынды хәүефһеҙ үткәреүгә әҙер Был маҡсаттан 4 мең берәмек техника, 200-ҙән ашыу йөҙгөс һәм 16 мең кеше йәлеп ителә. Баш ҡалала смотр үтте. “Бөтә көстәр юғары әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Зыян күргән кешеләрҙе эвакуациялау планлаштырылған. 300-ҙән күберәк ваҡытлыса йәшәү пункты булдырылған. Унда 45 мең кешене урынлаштыра алабыҙ. Республикала яҙғы ташҡынды хәүфһеҙ һәм юғалтыуһыҙ үткәреү маҡсатында саралар ойошторолған”, - тип белдерҙе Хөкүмәт вице-премьеры Ирек Сәғитов. Башҡортостанда 44 хакимиәттә 313 ауылды һыу баҫыу хәүефе бар. 22 мең торлаҡ йорттоң һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Һыу ятҡылыҡтарын күҙәтеү маҡсатында “Ка-32” янғын һүндереү-ҡотҡарыу вертолеты һәм пилотһыҙ осоу аппараттары файҙаланыла. Көндәрҙең аномаль йылыуына бәйле, дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеү фаразлана. Бөтә хеҙмәттәр оператив ярҙам күрһәтеүгә әҙер, тиелде республика смотрында.

Бер тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән 13 хакимиәт биләмәһендә 16 осраҡ ҡотҡарыу хеҙмәтт
Бер тәүлектә 112 системаһына һыу баҫыу тураһында 88 мөрәжәғәт ҡабул ителгән 13 хакимиәт биләмәһендә 16 осраҡ ҡотҡарыу хеҙмәттәре контролендә ҡала. Архангел районы Уҫаҡлы ауылында – 3, Благовар районында – 2, Ғафури районы Таш Аҫты ауылында 7 йорт ихатаһына һыу үткән. Ҡар һыуҙарынан зыян күргән юл участкалары бар. Белорет районы Гәбдөк ауылында 15 ихатаны һыу баҫҡан. Ғафури районы Таш аҫты ауылынан 36 кеше, шул иҫәптән 32 бала эвакуацияланған. Улар Имәндәш ауылына урынлаштырылған.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды 101 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Васильев Өфөнөң почетлы гражданы исеменә лайыҡ булды. Сығышы менән ул Ленинград өлкәһенән, һуғышҡа Башҡортостандан мобилизациялана. Разведчик булып хеҙмәт итә, күп тапҡырҙар яҙмыш уны һәләкәттән ҡотҡарып ҡала.

Өфөнән махсус операция биләмәһенә дрондар һәм техника ебәрелде Өфөнөң Октябрьский районы хакимиәте махсус хәрби операция яугирҙарына мотоцикл, уаз автомобиле, бензобысҡылар, дрондар ебәрә. Ил яҙмышына битараф булмаған граждандар һәм эшҡыуарҙар ярҙамында тупланған транспорт һәм техника гуманитар ылау менән оҙатыла. Мотоцикл- яу яланында кәрәкле транспорт, уаз шулай уҡ алыштырғыһыҙ машина , ти яраланып госпиталдә дауаланғандан һуң кире хәрби биләмәгә юлланыусы яугир.

Башҡортостан уҡыусылары Донбасс тиҫтерҙәренә бүләктәр һәм кәрәк-яраҡтар ебәрҙе Ылау туплауҙа республиканың 27 районы ҡатнашҡан. Мәғариф учреждениелары 3 миллион һумдан ашыуға кәнсә тауарҙары, ноутбук, принтер, интерактив таҡталар һәм белем биреү процесында кәрәкле башҡа әйберҙәр ебәргән. Башҡортостан балалары Донбастағы тиҫтерҙәренә альбомдар, фломастерҙар, хатта уйынсыҡтар ҙа оҙатҡан.

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция яугирҙарына дәүләт наградалары тапшырҙы. Радий Фәрит улы егеттәргә хәрби бурысын лайыҡлы үтәүҙәре, ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар үҙҙәре лә Башҡортостан башлығының алғы һыҙыҡтағылар һәм уларҙың ғаиләләре хаҡында даими хәстәрлек күреүен билдәләп үтте. Республиканан гуманитар ылау даими килеп тора, иғтибар ҙур, ти улар.

Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы Рәсәй Ҡораллы көстәренең юғары баш командующийы Владимир Путин Башҡортостан яугирҙарының ҡаһарманлығын юғары баһаланы. Ул Курск өлкәһендә илдең Ҡораллы көстәре төркөмө менән идара итеү пункттарының береһендә кәңәшмә үткәрҙе.

Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙғы ташҡынға бәйле хәлде етди күҙәтеүгә алырға ҡушты. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 112 системаһына ҡар һыуы йыйылыуға һәм юл участкаларын йыуыуға бәйле 300-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Уларҙың күп өлөшө Өфө ҡалаһы һәм районынан.

Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде Коллегабыҙ - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры кәңәшсеһе, «Бәхет биләмәһе» хәйриә фонды идараһы рәйесе Альбина Ҡасимханова Башҡортостан башлығының социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостан башлығы юл соҡорҙарын ямау һәм биләмәләрҙе таҙартыу бурысын ҡуйҙы Экологик өмә ойоштороу, юл соҡорҙарын ямау, балаларҙың йәйге ялын ойоштороу. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа көнүҙәк темалар тикшерелде. Радий Хәбиров муниципаль берәмек етәкселәренә биләмәләрҙе тиҙ арала таҙартыу бурысын ҡуйҙы