БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more2 019
Subscribers
-124 hours
-37 days
-930 days
Posts Archive
2 019
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлогилде Төхвәтуллиндың дәһшәтле йылдар хәтирәләре менән уртаҡлашты
Еңеү яҙын Берлиндан етмеш саҡрым алыҫлыҡта ҡаршы алып, тотҡонлоҡта булған бер төркөм яҡташтарын үлемдән ҡотҡарған. Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ҡотлогилде Төхвәтуллиндың дәһшәтле йылдар хәтирәләре - БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән репортажда.
2 019
Игорь Комаров гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы
Игорь Комаров Волга буйы федераль округында йәшәүсе гүзәл заттарҙы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотланы. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле 8 март байрамы уңайынан ҡатын-ҡыҙҙарға мөрәжәғәт итте.
2 019
Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша
Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы «Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнаша. Абруйлы конкурста улар икенсегә үҙ көсөн һынап ҡарай. Һәр эштә татыу һәм берҙәм ауыл халҡы менән БЮТ ижади төркөмө аралашты.
2 019
Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың йорт-музейында «Башҡорт әҙәбиәте ынйыһы» күргәҙмәһе асылды
Ул Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаның тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған. Яҙыусы 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенең Хәсән ауылында тыуған. Сәйәси золом ҡорбаны бай әҙәби мираҫ ҡалдырған. - «Ырғыҙ», «Айбикә», «Башаҡтар тулҡыны», «Ялҡынлы йылдар», «Һырға һабағы» һәм «Мораҙым».
2 019
Башҡорт халыҡ ижады һанлы форматҡа күсерелә
Халыҡ ынйыларын халыҡҡа еткереп. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль ғилми тикшеренеү үҙәгенең Почет Билдәһе орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор ғилеме бүлегендә фәнни экспедиция материалдарын һанлы форматҡа күсереү эше дауам итә. Был яңылыҡ айырыуса республика музыканттарын битараф ҡалдырманы. Бөгөн уҙған быуаттың 60-сы йылдарында яҙылған композиция тәүге тапҡыр халыҡҡа сығарылды.
2 019
Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы яугирҙарға ярҙам итә
Диндарҙар һәм шәкерттәрҙән тыл ярҙамы. Мәрйәм Солтанова исемендәге ислам колледжы етәкселеге диндарҙар ярҙамы менән махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға фронтта үтемле техника, дарыуҙар, хәләл аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Илебеҙҙең һәм халҡыбыҙҙың берҙәмлеген нығытыу буйынса үтәлгән изге ғәмәлдәр хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
2 019
«Башҡортостан» полкының танкистары йәшерен позицияларҙан һөжүм итә
Яҙғы юлһыҙлыҡ, һауа шарттары, көн тимәй, төн тимәй танкистар дошманды артҡа сигендерә. «Башҡортостан» полкының Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугирҙары тура төҙәүгә сығып, йәшерен позицияларҙан да нацизм ҡалдыҡтарын тар-мар итә. Сираттағы задание алдынан экипаж ағзалары менән беҙҙең хәрби хәбәрселәр ҙә күрешеп өлгөрҙө.
2 019
Илеш районы гүзәл заттарын «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы берләштерҙе
Бөгөн Илеш районы гүзәл заттарын «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете биләмәһе» асыҡ академияһы берләштерҙе. Республика проекты буйынса Үрге Йәркәй ауыл мәҙәниәт йортонда ойошторолған сараға 600-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре йыйылды.
2 019
Радий Хәбиров 8-се март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров яҙҙың иң күркәм байрамдарының береһе - 8-се март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын тәбрикләне. Өфөлә үткән тантаналы ултырышта гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Радий Хәбиров, ныҡлы һәм ышаныслы тыл ойоштороусы, иҡтисадты үҫтереүсе, ғаилә терәге булып торған ҡатын-ҡыҙҙарға оло рәхмәтен еткерҙе.
2 019
Өфө дәүләт нефть техник университетында Халыҡ-ара ҡышҡы уйындар үтте
Өфө дәүләт нефть техник университеты уны тәүге тапҡыр 2020 йылда үткәрә башлай. Биш йыл дауамында саңғы ярыштары берләшеү һәм дуҫлыҡ символына әүерелә. Африка, Латин Америкаһы һәм Азия илдәренән килгән студенттар тәүге тапҡыр аҡ ҡарҙы күреп саңғыға баҫа.
2 019
Башҡорт атына дан йырлаған гимн авторы билдәләнә
Әлеге ваҡытта Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнеү буйынса ғилми-тикшеренеү институтында эксперт комиссияһы ултырышы үтә. Башҡортостан район-ҡалаларынан тыш, Татарстандан, Ырымбур һәм Силәбе өлкәләренән, Тула һәм Мәскәү ҡалаларынан йәмғеһе 150-ләп эш ҡабул ителгән.
2 019
Туймазы районында профсоюздар отчет-һайлау конференцияһы үтте
Туймазы районында дәүләт учреждениелары һәм йәмәғәт хеҙмәтләндереүе хеҙмәткәрҙәренең Дөйөм Рәсәй профессиональ союзының территориаль ойошмаһы отчет-һайлау конференцияһы уҙғарҙы.
2 019
Иглин районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде
Иглин районында милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышы тикшерелде. Унда эш сәфәре менән Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов булды. Мөһим йүнәлештәрҙең береһе - «Һаулыҡ һаҡлау» федераль милли проектын ғәмәлгә ашырыу тора.
2 019
Коммуналь инфраструктураны яңыртыу программаһының тәүге этабы тамамланды
Былтыр республикала коммуналь инфраструктураны яңыртыу төбәк программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Уға ярашлы 21 объектта реконструкция һәм капиталь ремонт уҙғарылғайны, 115 саҡрым инженер селтәрҙәр яңыртылды. Дөйөм финанс сығымдар 1 миллиард ярым һум тәшкил итте. Был турала Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән төбәктең торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының берҙәм коллегия ултырышында билдәләнде.
2 019
Башҡортостанда яҙғы ташҡынға әҙерлек эштәре әүҙем бара
Быйыл 27 муниципаль берәмек биләмәһендә 67 хәүефле участка контролдә тотола. Йылғаларҙа боҙ тығыны барлыҡҡа килмәһен өсөн төбәктәрҙә ташҡынға ҡаршы саралар үткәрелә, айырым йылғаларҙа боҙ шартлатыла. Бынан тыш, йыл һайын республикала ташҡын хәле насарайған осраҡта халыҡты иҫкәртеүҙе ойоштороу буйынса штаб күнекмәләре уҙа.
2 019
Салауат Юлаев музейы ремонтлана
Башҡортостан милли музейы Малаяҙ ауылындағы музейҙа капиталь ремонт уҙғарыуға контракт төҙөнө. Уға ярашлы, бында һыу, канализация, йылытыу системаһы, ҡыйыҡ, бинаның тышҡы яғы төҙөкләндерелә. Шулай уҡ эргәләге биләмә тәртипкә килтерелә. Салауат Юлаев музейына 1965 йылда нигеҙ һалынған. Бында башҡорт халҡының милли геройының тормошона ҡағылышлы экспонаттар күрһәтелгән.
2 019
Рәсәйҙә социаль пенсия артасаҡ
1 апрелдән пенсия 14,75 процентҡа индексациялана, тип белдерә Дәүләт Думаһының Бюджет һәм һалымдар буйынса комитеты ағзаһы Никита Чаплин. Үҙгәрештәр 3 миллион ярым самаһы ил халҡына, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Ленинград блокадасылары, радиация һәм техноген һәләкәттәр ҡорбандарына ҡағыла.
2 019
Өфөлә Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды
Һынлы сәнғәттә «Емеш» образы. Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың Башҡортостан милли музейында шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның милли мотивтар менән рухландырылған әҫәрҙәренә һәм яҙмышына, әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта Ватан һағына баҫҡан яугирҙарға арналған яңы картиналары тәҡдим ителде.
2 019
Дәһшәтле йылдар шаһиты: Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтовтың хәтирәләре
Дәһшәтле йылдар шаһиты. Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов 99 йәшендә булыуға ҡарамаҫтан, фронт һыҙығында булған ваҡиғаларҙы бөгөнгөләй хәтерләй. Үҫмер генә сағында ҡулына ҡорал алып, Ватан һағына баҫҡан, унан һуң әсирелектең барлыҡ михнәттәрен күргән сал сәсле яугир тураһында сюжет.
2 019
Башҡорт дәүләт медицина университеты ғалимдары депрессияға ҡаршы яңы төр препарат уйлап тапҡан
Яңы дарыу әле вуз -ара кампус лабораторияларында һынау үтә. Дарыуханаларҙа һатылған препараттарҙан башҡорт антидепрессанты нимәһе менән айырыла?
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
