БСТ | Яңылыҡтар
Open in Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Show more1 979
Subscribers
-224 hours
-47 days
-1430 days
Posts Archive
1 979
Башҡортостанға махсус хәрби операция биләмәһенән сираттағы ирекмәндәр төркөмө әйләнеп ҡайтты
Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби госпиталдә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләгән. Ете кешенән тупланған төркөм оҙайлы сәфәргә «Беренсе тирмә» республика проекты буйынса барған. Ауыр тән йәрәхәттәре алған егеттәргә күңел һәм йөрәк йылыһын бүләк иткән ирекмәндәр тураһында беҙҙең киләһе репортаж.
1 979
Башҡортостан автоинспекцияһының иҫкәртеү рейды барышында 42 иҫерек водитель туҡтатылған
Уҙған төндә Башҡортостан автоинспекцияһының иҫкәртеү рейды барышында 42 иҫерек водитель туҡтатылған. Уларҙың өсәүһе рулгә эскән килеш ҡабат ултырыусылар, ун кеше быға тиклем үк водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән булған.
1 979
Башҡортостанда иртәгә 7 градусҡа тиклем һыуыта
26 октябрҙә, республиканың айырым райондарында боҙлауыҡ булыуы, томан төшөүе көтөлә. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, төндә һауа температураһы 2-7 градусҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ 7-12 градусҡаса күтәрелә. Иртәле-кисле юлдарҙың айырым участкаларында күреү мөмкинлеге 500 метрғаса сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы водителдәргә юлда һаҡ булырға, тиҙлек режимын һаҡларғә кәңәш итә.
1 979
Йәш йырсы ZAGAның йөрәге бушмы? Нисек хейтерҙарҙан ҡотолорға? Ә хиттарҙы ҡасан яҙып өлгөрә?
«Дуҫтар»ҙың яңы сығарылышында ҡунаҡта Заһир Ғәлиәкбәров!
https://vkvideo.ru/video-233002662_456239025
1 979
Тәтешлелә мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» мәсете асылды
Тәтешле районында билдәле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғарифулла Кейековтың иҫтәлегенә «Хәҙрәт шишмәһе» тип исемләнгән мәсет асылды. 1890 йылдарҙа ул ауылдаштары менән бергә мәҙрәсә һәм уның эргәһендәге шишмә сығанағын төҙөкләндергән булған. Халыҡ хәтерендә һаҡланған изге ғәмәл бөгөн йәнә тормошҡа ашырылды. Иҫке Күрҙем ауылында йәшәүселәр иман йортон асыуға йыйылды.
1 979
Өфөлә «Санитар оборонаға әҙер» проекты сиктәрендә уҡыуҙар уҙа
Һәр кем беренсе ярҙам күрһәтә белергә тейеш. Ошондай девиз аҫтында республикала «Санитар оборонаға әҙер» проекты тормошҡа ашырыла. Ул төрлө йәрәхәттәр алған осраҡтарҙа беренсе ярҙам күрһәтә белеүҙе күҙ уңында тота. Уҡыуҙар Өфө медицина колледжы нигеҙендә лә үтә. Бында студенттарҙан тыш, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар һөнәри оҫталыҡтарын күтәрә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 979
Өфөләге «Үҙенсәлекле балалар» хәйриә фонды ваҡытынан алда тыуған сабыйҙар өсөн комплекттар әҙерләй
Был изге эштә көмөш ирекмәндәр ҡатнаша. Бәйләү өсөн натураль еп күптән түгел грант аҡсаһына һатып алынған. Бәйләнгән ойоҡбаштар, баш кейеме- етлекмәй тыуған балалар өсөн. Бәйләү өсөн еп тәбиғи, сифатлы булырға тейеш.
1 979
Өфөлә Лилиә Ғүмәрова халыҡ мөрәжәғәттәрен ҡараны
«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Федерация советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова халыҡты ҡабул итте. Сара барышында Өфөлә республика балалары өсөн бушлай туристик экскурсиялар ойоштороу,традицион рухи ҡиммәттәргә таянып йәш быуынды тәрбиәләү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыу, мәғариф учреждениеларын һаҡлау проекттары кеүек мәсьәләләр ентекле өйрәнелде.
1 979
Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ
Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында коллегаларыбыҙ-БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар-«Мегасело» телепроектының ижади командаһы-режиссер Динара Әбдрәшитова, оператор Алмаз Нуретдинов, проекттың алып барыусыһы Анастасия Илсебаева һәм башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен популяршлаштырыуға йүнәлтелгән махсус репортаждары өсөн «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
1 979
Студенттар отрядтарын Башҡортостандан 10 меңдән ашыу егет һәм ҡыҙ тулыландырған
Улар колледж, юғары уҡыу йорттары һәм мәктәп уҡыусылары. Бөгөн Радий Хәбиров һәм хәрәкәт вәкилдәре ҡатнашлығында йыл йомғаҡтары барланды. Сарала республика башлығы йәйгеһен аҡса эшләргә һәм тәжрибә тупларға теләгән йәштәр, эш биреүселәр өсөн берләшмәнең мөһимлеген билдәләне.
1 979
Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге икенсе йыл рәттән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
Был турала республика башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Башҡортостан «Иң яҡшы күп функциялы үҙәк» конкурсының өс номинацияһында беренсе урындарға лайыҡ булған. Радий Хәбиров коллективты ҡотлап, «был уңыш-күп функциялы үҙәкте камиллаштырыу буйынса алып барылған ҙур эштең законлы һөҙөмтәһе»,- тип яҙған.
1 979
Өфөнөң «Салют» реабилитация-белем биреү үҙәгендә «Ҡаршылыҡтарҙы еңеп» Бөтә Рәсәй форумы үтте
Сараға Башҡортостандың һәм илдең төрлө төбәктәренән физик мөмкинлектәре сикләнгән, әммә көслө рухлы кешеләр йыйылды. Форум сктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ҙә, оҫталыҡ дәрестәре лә, гала-концерт та ойошторолдо. Бөгөн ҡатнашыусылар Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса Координация Советы ултырышында ҡатнашты. Һөйләшеү Республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үтте.
1 979
Республика клиник дауаханаһында анализдар диагностикаһы өсөн яңы система үҙләштерелгән
Ул конвейер рәүешендә эшләй һәм барлыҡ манипуляцияларҙы ла үҙаллы атҡара. Рәсәйҙәге тәүге комплекслы линия эше менән Башҡортостан башлығы танышты.
Автоматик ҡоролма кешене тулыһынса алыштыра алмаһа ла, эште күпкә еңеләйтә. Яһалма интеллект системаһы ҡуйылған аппарат анализдағы патологияны асыҡлап, табипҡа ебәрә ала.
1 979
«Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан бер юлы биш еңеүсе бүләкләнде
Тантана Мәскәүҙә үтте. Еңеүселәр араһында теш табибы Эльвира Ғәлиуллина ла бар. Иң яҡшы акушер-Сибай дауаханаһынан Алита Борискова, ә участка педиатры-Ҡариҙел районынан Эльза Лотфуллина табылһа. Иң яҡшы терапевт тип Өфө дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтйәнова танылған.
1 979
Мәскәүҙең «Сэсэн» ижади берләшмәһен Белоруссия тамашасыһы алҡышланы
Әлфиә Агеева етәкселегендәге коллектив составында рәссамдар, шағирҙар, бейеүселәр, кондитерҙар һәм флористар сығыш яһай. Минск ҡалаһына улар «Шишмә» Халыҡ-ара татар-башҡорт йәмғиәте саҡырыуы буйынса барған. Түңәрәк өҫтәл артындағы һөйләшеүҙә яҡтар артабанғы хеҙмәттәшлек тураһында фекер алышты.
1 979
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды махсус операция ветерандарын торлаҡ менән ярҙам итеүҙе дауам итә
Барыһы ла тулы тормош өсөн. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы инвалид махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы дауам итә. Баймаҡ районында ла был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарыла.
1 979
Башҡортостандан бер төркөм хәрбиҙәр ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды
Өфө- арена эргәһендәге майҙанда уларҙы оҙатыу сараһы үтте. Тыуған яҡтағы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә китеүселәр 2022 йылда мобилизацияланған яугирҙар. Махсус хәрби операция башланғандан алып яҡташтарыбыҙҙы ялға ҡайҡанда һәм кире киткәндә оҙатыу өсөн махсус автобустар бүленә.
1 979
Радий Хәбиров Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан тармаҡ эшсәндәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Тантана Хәсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһында үтте. Республика етәксеһе тармаҡтың төп предприятиеһы булған «Башавтотранс» йәмғиәтенең төбәктә пассажирҙар ташыуҙы ойоштороуҙа мөһим урыны биләүен билдәләне.
1 979
70 йыл бергә: Туймазы районында Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйын билдәләне
70 йыл бергә.Туймазы районы Кәлшәле ауылында йәшәүсе Зөбәржәт менән Мазһар Ғәбдрәхимовтар бәрәкәт туйҙарын билдәләне. Был күркәм датаны уҙған быуат уртаһынан тормош һынауҙарын бергә үткән пар балалары, ейәндәре һәм бүләләре менән бергә ҡаршы алды. Өлгөлө ғаиләнең бәхет серҙәре менән беҙҙең ижади төркөм ҡыҙыҡһынды.
1 979
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһы лауреаттары тағы ла биш журналистҡа тулыланды
Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан булдырылған премияларҙы тапшырыу тантанаһы бөгөн Өфөлә, Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында үтте.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия-ул юғары хөкүмәт наградаһы, журналистың талантын һәм ҡаҙаныштарын таныу. 1989 йылда Журналистар Союзы тарафынан булдырылған дәртләндереү сараһы 1996 йылдан республика статусына эйә. Республика кимәлендәге бүләккә быйыл профессиональ ҡаҙаныштары һәм ҡыйыу гражданлыҡ ҡарашы булған һәләтле журналистар лайыҡ булды.
