БАШҠОРТСА ХИКӘЙӘЛӘР
Open in Telegram
Тик башҡорт телендә донъя күргән хикәйәләр, шиғырҙар, видеояҙмалар һәм йырҙар, ҡыҙыҡ-мыҙыҡ хәлдәр, яңылыҡтар! Мәғлүмәттәрҙе, фото-, видеоматериалдарҙы алыу тыйыла.
Show more1 507
Subscribers
No data24 hours
+17 days
-530 days
Posts Archive
1 507
Изге айҙар тағы үтеп бара,
Доға йөрөй күкте уратып,
Бәндәләргә шатлыҡ, бәхет теләп,
Иман нурын Ергә таратып.
Тотҡан ураҙалар ҡабул булып,
Сауаптарын насип итһендәр,
Изге теләгебеҙ бер Аллаһҡа,
Тәңребеҙгә барып етһендәр.
Сырхауҙары баҫһын аяғына,
Ир - егеттәр еңеп ҡайтһындар,
Аңһыҙ ҡазаларға юлыҡтырмай,
Таңдарыбыҙ имен атһындар.
Әсәләрҙең ҡайнар күҙ йәштәрен,
Түктермәсе, Хоҙай, ярлыҡа,
Сабыйҙарҙы етем итә күрмә,
Дусар итеп йәбер, аслыҡҡа.
Яҡты Ҡояшыбыҙ һүрелмәһен,
Төндәребеҙ аяҙ булһындар,
Иман, тәүфиҡ күндер бәндәләргә,
Күңелдәре нурға тулһындар.
🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲🤲
1 507
ПРОБЛЕМАЛАР - БЕҘҘЕҢ БАШТА
Уҡытыусы бер стакан һыу ала ла уҡыусыларҙан һорай:
- Был стакандың ауырлығы күпме тип уйлайһығыҙ?
- 200 грамм самаһы, - тип яуаплай студенттар.
- Уны бер нисә минут күтәреп торһам, нимә булыр?
- Бер нәмә лә булмаясаҡ.
- Шулай. Әгәр мин уны бер сәғәт буйы тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ арыясаҡ.
- Бер нисә сәғәт тотоп торһам?
- Ҡулығыҙ ауыртып, һыҙлай башлаясаҡ.
- Дөрөҫ. Әгәр был стаканды көнө буйы тотоп торһам ни булыр?
- Ҡулығыҙ ойоясаҡ, иҫ белмәй башлаясаҡ, хатта ҡулығыҙҙы фалиж һуғыуы ихтимал, - ти студенттарҙың береһе.
- Бик яҡшы, - тип дауам итә уҡытыусы. - Ә стакандың ауырлығы үҙгәрерме?
- Юҡ.
- Улай булғас, ни эшләп ҡул тала һуң?
- Оҙайлы көсөргәнеш һөҙөмтәһендә, - ти студенттар.
- Ауыртыуҙан ҡотолоу өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк?
- Стаканды ҡуйығыҙ, - тигән яуаптар ишетелә студенттар араһынан.
- Тормош проблемалары менән дә шул уҡ хәл, - ти уҡытыусы. - Проблемаларҙы башыңда бер нисә минут тотоп тороу - нормаль күренеш. Әгәр ул турала сәғәттәр буйы уйлаһаң, ҡайғыра башлайһың, ауыртыу барлыҡҡа килә. Әгәр бер нисә көн уйлап, ҡайғырып йөрөһәң, ҡулыңа эш бармаясаҡ, ауырыуға һабышасаҡһың. Ауыртыу-ауырыуҙар булмаһын өсөн баштағы проблемаларҙан ҡотолорға кәрәк.
Ә һеҙ был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
1 507
🤲Фытыр саҙаҡаһын биргәндә һәм алғанда уҡыла торған доғалар.
Юғалтмаҫ өсөн үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ.
🤲Саҙаҡа биргән кеше:
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Раббәнә, тәҡаббәл миннә
Иннәкә әңтәс-сәмиғүл-ғәлиим».
Йә Раббым!Беҙҙән уны ҡабул ит!
Сөнки Һин Ишетеүсе һәм Белеүсеһең. Әмиин!
🤲Фытыр саҙаҡаһын алыусы кеше:
«Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим!
Аллаһүммә тәҡаббәл фитратәһү
Үә сыйәмәһү, үәстәджиб доғаәһү,
Үәғфир ҙунүбәһү, үә әккид иимәәнәһү
Үә әкҫир әмүәәләһү, үә үәффиҡһүү
ғәләә хайри мәҡаасыйдиһ».
Йә, Аллаһым! (биреүсенең исеме,атаһының исеме әйтелә)
фитыр саҙаҡаһын үә ураҙаһын , доғаһын ҡабул ҡыл һәм гонаһтарын
ярлыҡа, һәм уның иманын ҡеүәтлә, малдарын арттыр һәм уны хәйерле маҡсаттарына ирештер!
1 507
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда...
Ҡулдарыңдан үпкем килә,
Устарың - шундай йылы.
Мөхәббәттең аҡҡошо һин,
Саф һөйөүҙең былбылы!
Таңғы ысыҡтарҙай саф һин,
Иреңә шундай тоғро.
Кеше бәхетен урлаусы, -
Була күрмәйем уғры!
Һине күреп йөрөүҙәрем
Бәхеттәрҙең иң ҙуры.
Бар донъяны яҡтыртыусы, -
Ҡояштың һин бер нуры!
Тартып алма ҡулдарыңды,
Күңелемә шундай йылы.
Мин - иҫкергән бер скрипканың
Өҙөлөп төшөр ҡылы...
Һин - бер сер, йомаҡ, легенда,
Саф һөйөүҙең былбылы.
...Устарыңдан ғына үптер, -
Ҡулдарың шундай йылы!
Рамай Ҡаһир.
1 507
УРАҘА
Миллионлап өйгә ут алдылар,
Алыҫ әле ҡояш сәфәре.
Йән һәм тәнебеҙгә шифа булһын
Ураҙаның эскән сәхәре!
Меңәр - меңәр ауыл, ҡалаларҙа
Үткәрелә ифтар аштары;
Яҙ ҡояшы ҡарҙы ихлас ашай,
Үтеп киттеме ни ҡыштары!
Йөҙәр - йөҙәр әйтеп, зекерҙәрҙе
Ҙурлайбыҙ беҙ Бөйөк Аллаһты!
Әжер - сауаптары күп булһындар,
Ярлыҡаһын Аллаһ гөнаһты!
Тиҫтә - тиҫтә йылдар яҙһын ине
Ураҙаға тағы инергә.
Йәшәп туйып булмай фанилыҡта,
Иртә әле беҙгә һүнергә!
Бер Аллаһым, һиңә табынабыҙ,
Икһеҙ - сикһеҙ әйтеп, зекерҙе!
Ураҙала ғына түгел, һәр саҡ
Онотмаһаҡ ине шөкөрҙө!
Флүрә Маликова
1 507
❗Өлкән быуын белеп әйткән!
👆Йоҡларға урын-ерҙе бесәй ятҡан ергә йәйегеҙ
👆Һыуҙы ат эскән урындан эсегеҙ, ат бер ҡасан да насар һыу эсмәҫ
👆Еләк-емештең ҡорт тейгәнен ашағыҙ
👆Себен-серәкәй ҡунған бәшмәкте ҡурҡмайынса йыя алаһығыҙ
👆Ағасты һуҡыр сысҡан ҡаҙыған ергә ултырт
👆Йортто йылан йылынып ятҡан урынға төҙө
👆Ҡоҙоҡто эҫелә ҡоштар оя ҡорған ерҙә ҡаҙы
👆Тауыҡтар менән йоҡларға ят һәм улар менән тор - көндөң алтын орлоғон табырһың
👆Күберәк йәшеллек аша - януарҙыҡы кеүек ныҡ аяҡлы һәм сыҙам йөрәкле булырһың
👆Йышыраҡ йөҙ - ерҙә үҙеңде һыуҙағы балыҡ кеүек хис итерһең
👆Аяҡ аҫтыңа түгел, йышыраҡ һауаға ҡара - уйҙарың асыҡ һәм еңел булыр
👆Һөйләгәнгә ҡарағанда, күберәк өндәшмәй тор - күңелеңдә тынлыҡ урынлашыр һәм рухың тыныс булыр.
1 507
Байрам менән, хөрмәтле ир-егеттәр!
Һеҙҙе 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Иң изге теләктәребеҙҙе юллап, тыуған илебеҙҙең генә түгел, өйөгөҙҙөң дә ышаныслы һаҡлаусыһы, ғаиләгеҙҙең ныҡлы терәк-таянысы ла булыуығыҙҙы теләйбеҙ.
1 507
🌙УРАҘАНЫ НИСЕК ТОТАЛАР?
Быйыл, 2026 йылда, Рамаҙан айының беренсе көнө 19 февралгә тура килә. Тимәк, ошо көндән мосолман ҡәрҙәштәр ураҙа тота башлай.
🌸Тәү сиратта ураҙа өсөн фарыз (мотлаҡ) ғәмәлдәрҙе яҙып үтәйек:
✅ниәт итеү;
✅ашау-эсеүҙән тыйылыу;
✅яҡынлыҡ ҡылыуҙан тыйылыу.
🌸Ураҙа тотоу тәртибе былай:
✅Ураҙа тоторға ниәт итеп, ғөсөл ҡойоноп (йыуынып) ятырға. Был Шәғбан айының һуңғы кисендә башҡарыла, 2026 йылда ул 18 февралгә тура килә.
✅Иртән ашап-эсеү "сәхәр" тип атала. Уны таң һыҙылғансыға тиклем эсергә кәрәк.
Борон офоҡта ҡыл күренгәнсе сәхәр тамам булырға тейеш, тигәндәр. Хәҙер был йәһәттән еңелерәк - календарҙарҙа сәхәр тамамланыу ваҡыты күрһәтелә.
✅Сәхәр эсеп бөткәс, ошо доғаны уҡып, ниәтләргә:
💯«Нәүәйтү ән әсуумә Саумә шәһри Рамаҙанә минәл фәжри иләл мәғрибихаалисал лилләәһи тәғәлә»
Мәғәнәһе: «Аллаһы Тәғәлә өсөн ниәт ҡылдым Рамаҙан айының ураҙаһын тотор өсөн таң ваҡытынан башлап ҡояш батҡансы».
Быны "ауыҙ ябыу" тип тә әйтәләр беҙҙә. Тимәк, көн дауамында тәғәм ризыҡ, тамсы һыу эсмәй, тыйылғандан тыйылып йөрөргә ниәт итәһегеҙ.
✅Аҡшам намаҙына аҙан әйтелгәс (ҡояш байығас), ифтар (ураҙаны тамамлау, йәғни ауыҙ асыу) доғаһы уҡыла:
💯«Аллаһүмә ләкә сумтү үә бикә әмәнтү үә ғәләйкә тәүәкәлтү үә ғәлә ризҡыкә әфтартү фәғфирли йә Fаффәрү мәә ҡаддамтү үә мәә әххартү».
Мәғәнәһе: «Эй, Аллаһ, ошо ураҙамды мин Һинең өсөн генә тоттом һәм Һиңә генә иман килтерҙем, Һиңә тәүәккәл ҡылдым, Һинең ризалығың менән ауыҙымды асамын. Эй, гонаһтарҙы ғәфү итеүсе Аллаһы Тәғәлә, минең әүәлге һәм һуңғы гонаһтарымды ярлыҡа».
✅Ифтар ҡылғанда пәйғәмбәребеҙ финик емеше йә таҙа һыу менән ауыҙ асырға ҡушҡан. Боронғолар өс бармаҡлап семтеп, аҙ ғына тоҙ менән дә аса торғайны. Өләсәйҙәр йөҙөм менән дә ауыҙ аса ине ҡайсаҡ.
⚡Сәхәргә һуңлап ҡалһаң, бер нәмә эсеп-ашамайса ниәт итеп, ауыҙҙы ябып ҡуйыу ҙа яҙыҡ түгел. Әммә һаулыҡҡа зыян итеүе бар, шуны иҫтә тоторға кәрәк.
🌸Тағы шуларҙы иҫтә тоторға кәрәк:
✅Ашарға бешергәндәме онотолоп китеп семтем аҙыҡ ҡапһағыҙ, йотмай кире төкөрөп һәм Аллаһы Тәғәләнең ярлыҡауын һорарға кәрәк. Теләк булғанда, был көн өсөн өҫтәп ураҙа тотоп ҡуйырға ла мөмкин. Ә бына белә-күрә туҡланыу ярамай.
✅Ҡатын-ҡыҙҙар күрем килгәндә һәм бала тапҡындан һуң ураҙа тотмай. Ҡазаға ҡалдырып, һуңынан тамамлап ҡуйыу лазым.
✅Ашҡаҙанға йә ҡан тамырына туҡлыҡлы матдәләр яһатыу ураҙаны боҙа. Һаулығығыҙ өсөн былар мөһим икән, ураҙа тотмау хәйерлерәк. Ҡазаға ҡалдырып, һуңынан тоторға, йәки фидиә түләргә була.
✅Белә тороп, көндөҙ енси мөнәсәбәткә инеү ҙә ураҙаны боҙа.
1 507
Әхлаҡ:
Ата-әсәләрҙән килгән хәбәрҙәр спам түгел. Был уларҙы һеҙҙең донъя менән бәйләгән берҙән-бер еп. Уны өҙмәгеҙ. Бер көн телефонығыҙ мәңгелеккә өндәшмәҫ, һәм һеҙ “хәйерле иртә” тип яҙылған бер открытка өсөн бар донъяғыҙҙы бирергә әҙер булырһығыҙ, әммә уны бер кем дә ебәрмәҫ.
Интернеттан Резеда Вәлиеваның ирекле тәржемәһе.
1 507
‼ Әсәй, ебәрмә картинкалар. “Хәйерле иртә!”, “Матур көндәр!” тигән яҙыуҙарыңдан телефон тулды. Йомошоң булған да ғына яҙ. Яңылыҡтар булмаһа, яҙма. Бесәйҙәрең тураһында уҡып ултырырға минең ваҡытым юҡ... Артур асыуланып әсәһенә теҙеп әйтте лә телефонын ситкә ҡуйҙы.
Егеткә – 35 йәш. Ул әйҙәүсе программист булып эшләй. Ә әсәһе Вәлимә Хәйрулловна Артур йәшәгән ҡаланан биш саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан бәләкәй ҡасабала йәшәй. Улы телефон бүләк иткәс, ватсапты өйрәнеп алды ла, “ҡалай хәбәр ебәреүгә йәтеш”, - тип көн дә берҙән-бер улына иртәле-кисле хәбәр ебәреп торҙо. Яңғыҙлығын шулай еңә ине ул. Таң атыу менән улына хәйерле иртә, матур көн теләй, ә йоҡлар алдынан “тыныс йоҡо” тип ебәрә. Тәүҙә улы ихлас яуап бирҙе, аҙаҡ смайликтарға күсте. Бөгөн иһә бөтөнләй әрләп ҡуйҙы. Бушамайҙыр улы... Эше етди. “Яңылыҡ булмаһа, яҙма” ти бит... Эйе шул, ниңә яҙаһың? Бигерәк улын маҙаһыҙлап ташлаған шул. Бына тышта ямғыр яуа. Бесәйе Барсик сысҡан тотҡан. Күрше ҡатын почтальон менән ирешкән. Ҡан баҫымы күтәрелгән... Әййй, былар, ысынлап та, Артурға нимәгә?
Вәлимә Хәйрулловна ауыр көрһөнөп ҡуйҙы, яулыҡ осо менән күҙенән сыҡҡан йәштәрҙе һөрттө һәм телефонын комодҡа һалды. Артурҙың телефоны тынып ҡалды. Ул тыныслыҡҡа кинәнде. Мәғәнәһеҙ видеолар, юҡ-бар стикерҙар килеүҙән туҡтаны. Ниһәйәт, аңланы әсәй, тип уйланы ул.
Эш менән аҙна үтте. Йома кис дуҫтары менән кафеға барҙы. Һүҙ араһында бер дуҫы телефонына: “Әсәйем ҡыяр тоҙларға өйрәткән видео ебәргән”, - тип көлөп ҡуйҙы. Уға башҡалар ҡушылып көлдө. Шул мәл Артур телефонына күҙ һалды. Уның әсәһе инде бер аҙна бер ни ебәрмәй. Статусында ла: “Был(а) в сети: 6 дней назад” тип яҙылған. Артур һискәнеп китте. Әсәһе бер аҙна тиерлек интернетҡа ла инмәгәнме ни?! Артур әсәһенә шылтыратты. Гудок бармай. Артур ҡабат шылтыратты, яуап биреүсе булманы. Тиҙ генә тороп кафенан сыҡты ла машинаһына ултырып ҡасабаға йүнәлде. Төн етеп килеүгә ҡарамаҫтан, юлда күрше инәйгә шылтыратты.
- Инәй, минең әсәй күренмәнеме?
- Уй, Артур, Вәлимә күптән күренмәй шул. Ике көн элек ишеген шаҡығайным, асманы, бер ҡайҙа киткәндер тинем.
Артур тиҙлеген арттырҙы.
Солан ишеген бер-ике ҡаҡты ла, асыусы булмағас, солан тәҙрәһен ватып, ҡулын эскә тығып, ишекте асты. Дөбөр-шатыр барып ингәндә
әсәһе йоҡлап ята ине. У л тертләп китте:
- Улым, бер нәмә булдымы әллә? Ҡурҡыттың бит.
Артур тәрән итеп тын алып яйлап сүкәйеп ултырҙы. Ҡалтырай ине ул.Әсәй, нишләп телефоныңды алмайһың?
- Үҙең әйттең бит юҡҡа маҙаһыҙлама тип. Телефонды ни шунда һалғайным, һүнеп яталыр.
Артур комод янындағы телефонға күҙ һалды. Ысынлап “үлеп” ята икән. Янында блокнот. Унда һәр көн хәбәр яҙылып барған: “Шишәмбе. Бөгөн ҡояшлы көн. Артур, һинең менән паркта йөрөгән саҡтар иҫкә төштө. Бәләкәй инең әле. Шунда туңдырмаңды яңылыш төшөрөп ебәрҙең дә иланың. Иииий, яратам, улым”.
“Шаршамбы. Ҡан баҫымы шаяра. Дарыу эстем. Һиңә әйтеп тормайым, ҡамасаулағым килмәй. Эшең күп бит һинең. Тик бел: мин һинең менән ғорурланам, балам!”
“Кесе йома. Төшөмдә атайыңды күрҙем. Һиңә сәләм әйтте, үҙен һаҡлаһын тине”.
Артур был юлдарҙы уҡыған һайын тулҡынланды, үҙенең иҫәрлегенә көйҙө. Әсәһә бит көн дә смс-хәбәр ебәреп үҙенең иҫәнлеген, улын яратыуын белдереп барған. Был йәшәү пульсы булған. Ә Артур ул пульсты туҡтатып маташҡан. Ә инсульт булһа шунда? Белмәй ҙә ҡалыр ине бит.
Артур ялға әсәһендә ҡалды, ҡоймаларҙы, телевиҙорҙы йүнәтте, яңы ҙур экранлы телефон алып бирҙе әсәһенә.
- Әсәй, көн дә хәбәр ебәреп тор, йәме, - тине китер алдынан.
- Нимә ебәрәйем, улым?
- Нимә булһа ла! Бесәйҙәреңде, открыткаларыңды, һауа торошон, пирог рецептарын. Көн һайын. Ишетәһеңме? Һәр таң. Һәр иртәң хәйерле икәнлеген белеп торғом килә. Был минең өсөн мөһим. Стикер килә икән, тимәк, һин бар, әсәй!
Артур юлға сыҡты. Шул саҡ телефонына хәбәр килеп төштө: унда ромашкалар тотҡан бесәй тора ине һәм “Хәйерле юл!” тип яҙылған. Артур яуап яҙҙы: “Рәхмәт, ӘСӘЙ!”
1 507
ҺАҒЫНДЫРА ЙӘШЕЛ ЙӘЙҘӘР.
Ҡышҡы һалҡын селләләрҙә,
Һағындыра йәшел йәйҙәрем.
Һағындыра ҡыңғырау сәскәләре,
Еләктәрҙең һутлы тәмдәре.
Йыйған еләктәрем тырызымда,
Ҡосағымда сәскә бәйләме.
Ҡышҡы һалҡындарҙа һағынам да,
Йәйҙәремә ҡайтам әйләнеп.
Ҡоштар һайрауына ғашиҡ күңел,
Сер һөйләйҙәр зифа ҡайындар.
Сәскәләре ҡараштарҙы наҙлай,
Тыуған ерҙән гүзәл нимә бар?!
Килен булып төшкән ерҙәр яҡын,
Һағындыра барыбер тыуған яҡ.
Сит ерҙәрҙә солтан булғаныңса,
Үҙ ереңдә олтан булыр саҡ.
Үҙәктәргә үтһә ҡышҡы селлә,
Өшөттөрһә әгәр һалҡыны.
Күңелдәрҙе майҙай иретәлер,
Йәйге селләләрҙең ялҡыны.
Февраль ҡыштың һуңғы айы,
Күп ҡалманы йәшел йәйҙәргә.
Шиғыр юлдарынан мәрйен теҙҙем,
Тыуған яҡҡа ғашиҡ йәндәргә.
ФӘНИЛӘ ЙӘНДӘҮЛӘТОВА.
1 507
Әйтеүгә ҡыйын иң биш һүҙ бар:
- Синхрофазотрон
- Фенолфталеин
- Дихлордифенилтрихлорэтан
- Тетрагидроканнабинол һәм...
- ҒӘФҮ ИТ
Бер шаяны шулай тигән. Уйлап ҡараһаң, был мәрәкәлә лә дөрөҫлөк ярылып ята: яҡын кешеләребеҙгә кәрәк мәлендә “ғәфү ит”, йәки “яратам”, “рәхмәт” кеүек һүҙҙәрҙе лә әйтмәйбеҙ. Ҡыйынһынабыҙмы, башҡаһымы?
Шуға ла әллә ниндәй ҡатмарлы һүҙҙәрҙе әйтә алмай йонсоһаҡ та, кәрәклеһен, мөһимен, яҡындарыбыҙ көткән һүҙҙәрҙе әйтергә телдәр көрмәлмәһен. Аҡыл өйрәтмәйбеҙ, бары уйланырға саҡырабыҙ.
1 507
Һәр беребеҙҙең балаһымы, туғанымы яңы өй йә фатир туйламай ҡалмай. Бер үк һүҙҙәрҙән торған теләктәрҙе ҡабатлағансы, ҡотлауығыҙҙы ошо матур шиғыр юлдары менән еткерегеҙ.
Ҡыуаныслы мәшәҡәттәр
Алып сыҡты юлдарға.
Ҡыуаныстың да ниндәйе-
Яңы фатир туйларға!
Бисмиллалап, уң аяҡтан
Буҫағанан керәмен.
Әссәләмәғәләйкүм тип
Ихлас сәләм бирәмен.
Ҡотло булһын яңы йорт,
Уйнап торһон унда ҡот.
Бирһен Хоҙай бәрәкәт,
Йән рәхәте, сәғәҙәт.
Усағының йылы уты
Һүнмәһен, һүрелмәһен.
Өйөгөҙҙән бәхет еҫе,
Йыр, икмәк өҙөлмәһен.
Тәҙрәләре нур таратып
Йылмайһындар донъяға.
Һаулыҡ, уңыш һәм мөхәббәт
Ҡунһын яңы тупһаға.
Иман байлығы бир Хоҙай
Был йорттоң хужаһына.
Донъяғыҙ түңәрәк булһын,
Эшегеҙ ыңғай ғына.
ИншәалЛаһ.
Гөлзифа Исрафилова.
Күсереп алып ҡуйығыҙ, мотлаҡ кәрәге тейәсәк!
1 507
Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде!
Был донъяла һаҡлап, таянырлыҡ,
Нимәм бар һуң йәндәй ҡәҙерле?!
Бар шатлығым,йыуанысым булған,
Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде...
Ғәйбәт һүҙҙәр,насар күҙҙәр генә
Ҡорған оябыҙға ҡунмаһын.
Һынау кәртәләрен үткән саҡта,
Аҙашырға юлдар ҡуймаһын.
Һаҡла Хоҙай минең ғаиләмде!
Бала моңо тулған өйөмдө!
Һаҡла Хоҙай иң ҙур бәхет хисен,
Бүләк иткән һөйгән йәремде!
Гөлшат Дәүләтшина
1 507
Ҡунаҡ булып беҙ киләбеҙ был доньяға,
Йөрәгебеҙ түҙәр микән бар һынауға?
Аллаһ беҙгә ғүмер бирә ваҡытлыса,
Ҡунаҡ булып саҡырылдыҡ барыбыҙҙа.
Ҡунаҡ булып бик әҙәпле булайыҡсы,
Һынауҙарҙы сабыр ғына уҙайыҡсы!
Биргәненә шөкөр итә беләйексе,
Ауырлыҡҡа күркәм итеп түҙәйексе!
Ҡунаҡ булып беҙ киләбеҙ был доньяға,
Онотма һин ҡайтыуың бар был донъянан.
Йөрәккәйең таҙа ине килгән саҡта,
Ҡайтҡан саҡта керләндермә юл алдынан.
Мәңгелеккә килмәгәнһең ҡунаҡ булып,
Ҡунаҡ булғас тыйнаҡ та бул был тормошта.
Аллаһының ҡушҡандарын үтәп килһәң,
Өлгәшерһең шул сағыңда ҙур уңышҡа.
Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)
1 507
❄️"Һыуыҡ" һынамыштар
❄️Һыуыҡ ҡолаҡтан алыр.
❄️Һыуыҡта боҙ өҫтөно шыя сыҡһа — йылы көндәр көт.
❄️Һыйыр арт аяғын ҡалтыратһа, һалҡын булыр.
❄️Боҙ ҡытыршы булын туңһа, иген уңыр.
❄️Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.
❄️Ҡояш ҡыҙарып сыҡһа — ямғыр булыр,
❄️Ҡыш көнө шулай булһа — һалҡын булыр.
❄️Ҡыш һыуыҡ булһа, иген уңыр.
❄️Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар уйнап торһа, июль ямғырлы килер.
❄️Ғинуарҙа тауыш шаңдау булып яңғырап ишетелһә – сатнама һыуыҡтарға.
❄️Йондоҙло төн дә әсе һыуыҡтарға ишара.
❄️Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор.
1 507
Парлылыҡ сере.
Әбей, бабай иртүк тороп,
Йыйыналар ашҡа бөгөн.
Саҡырған яҡын туғандар
Хөрмәт итеп, яҡын күреп.
Бабай дыу килтереп эҙләй
Кисә һалып ҡуйған тешен 😆
Йөрөй торғас, бик енләнеп,
Урындыҡҡа бәрә теҙен.
Ух-вах килеп барып ята:
" Бар, ҡарсығым, минһеҙ генә.
Бер аҙым да атлай алмайым,
Бер ҡайҙа бөгөн бармайым!"
Диклофенак менән ыуып,
Тешен табып, тығып ҡуйып,
Күлдәк, костюмын кейҙереп,
Пеләшен иркәләп һөйөп,
Көйләй әбей яҡын итеп:
Нисек инде бармайһың ти!
Һин бит минең пар ҡанатым!
Һин бит минең күңел ҡошом!
Яратҡаным! Аҡбуҙ атым!
Көйләп-мөйләп, яйлап-майлап,
Сабыр ғына ботинкаһын кейҙерә ул аяғына.
Сығып китәйек инде тиһә...
Табалмай әбей күҙлеген.
Бында ғына ҡуйҙым кисә,
Алдына ошо көҙгөнөң...
Өй буйлап эҙләнә әбей,
Ә бабай иркенләп тороп,
Тотона гәзит уҡырға...
Түр диванға ултырып!
Хәле бөтөп, тыны китеп,
Әбей эҙләнеп ах итә.
Күрер-күрмәҫ килеш кенә
Нисек ҡунаҡҡа китә?!
Йомшаҡ диванда ултырып,
Әкрен генә тамаҡ ҡырып,
Аҡ мыйығын бороп бабай
Һүҙен башлай ауыҙ йырып:
"Һин,- ти бабай,- башһыҙ булдың!
Шулай ғүмер буйына!
Әлдә әле бәхетеңә
Керҙең минең ҡуй(ы)ныма!
Нисек табалмайһың ул
Кистән ҡуйған әйбереңде?!
Бына минән үрнәк ал һин -
Әллә ҡасан уҡ әҙермен!"
Башын күтәреп әбекәй
Һүҙ әйтәм тип талпынһа 😱...,
Бабай әбей күҙлегендә🤦🏼♀️
Гәзит уҡый ҙа баһа!
Әкрен генә алып кейеп,
Эй рәхмәт, ҡартым, тиеп,
Телде сәйнәп, теште ҡыҫып,
Китә әбей көскә баҫып!..
Етәкләшеп икәү бергә
Сығып китә әбей, бабай.
Түҙһәң әгәр, сабыр булһаң,
Йәшәп була бына👆 шулай!...
Available now! Telegram Research 2025 — the year's key insights 
