🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊
Open in Telegram
🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)
Show more1 800
Subscribers
-124 hours
-37 days
-1330 days
Posts Archive
Һорау:
"Хәерле иртә, Сәлиә сеңлем! Әлеге вакытта, яки җәй айларында Ястү намазы бик соңга кала бит инде, аны Акшамнан соң 30 мин. үткәч укырга була дип укыдым, шулай эшләү дөрес буламы ул?"
Яуап:
Яуап булды. Ошонда 👇
Һорау:
"Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаhи үә бәрәкәтү. Сәлиә. Апай..бәпәй тапҡандан һуң ҡасан намаҙ уҡырға була??"
Яуап:
Үә ғәләйкүм әссәләм үә рахмәтулЛааһи үә бәракәтүһү.
Бала тапҡандан һуң таҙарыныу осоро дини телдә нифәс тип атала. Оҙонлоғо һәр ҡатында төрлөсә. Ҡануни яҡтан ҡан килеү туҡтағас та (аҡ бүлексәләргә тиклем) намаҙ уҡыу тергеҙелә. Нифәстең максималь оҙонлоғо 40 көн. Артып китһә, был хәл истихадә тип атала, ҡан килһә лә намаҙ уҡыла, әммә табипҡа күренеү тейешле.
"Уян, кешем!"- тип өндәшеүеме Аллаһтың?...
СөбхәнәлЛаһ! Әлхәмдүлилләһ!
Был бәлеште ғаиләбеҙ менән ныҡ яратабыҙ. Быйыл йәй сейәле булды. Моғайын һеҙҙең туңдырғыста ла күпләп һаҡланалыр 😊. Рецебы менән бүлешәйем әле.
🍒 СЕЙӘЛЕ БӘЛЕШ
Ҡамыр:
* Он - 200 гр. (яҡынса)
* Йомортҡа - 1 дана (шт.)
* Аҡ май (слив.масло) - 150 гр.
* Шәкәр - 60 гр.
* Йомшартҡыс (разрыхлитель) - 1 балғалаҡ
* Ванилин (семтем)
* Тоҙ - балғалаҡ осонда
Эслек (начинка):
* Эремсек (творог) - 360 гр.
* Ҡаймаҡ - 150 гр.
* Йомортҡа - 2 дана
* Кукуруз крахмалы - 25 гр.
* Шәкәр - 140 гр.
* Ванилин (семтем)
Конфитюр:
* Туңдырылған сейә (һөйәгенән таҙартылған) - 400 гр.
* Кукуруз крахмалы - 15 гр.
* Шәкәр - 60 гр.
Әҙерлек:
1. Йомортҡаны тоҙ, шәкәр менән туҡыйбыҙ. Ондо йомшартҡыс, ванилин менән бутап иләк аша үткәрәбеҙ, йомшаҡ май менән валсыҡ рәүешенә ыуабыҙ. Йомортҡа ҡатышмаһын өҫтәп тиҙ генә ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамыр йомшаҡ ҡына булырға тейеш. Табаға һалып, баҫҡылап "борт" формаһына еткерәбеҙ һәм һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
2. Эслек ингредиенттарын блендер аша үткәргәндән һуң ҡамыр өҫтөнә ҡоябыҙ. 180° градуста 40-50 мин.бешерәбеҙ.
3. Конфитюр өсөн бөтә ҡушымтаны уртаса ут аҫтына ҡуйып, болғатҡан килеш бешерәбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас тағы 30 сек.тирәһе тотабыҙ. Ҡуйырған ҡатнашманы һыуытып бешкән бәлеш өҫтөнә йәйеп һалабыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын 🥧☕!
🍓 Баҡса еләгенең мул мәле! Ғәшүрә көнөндә ғаиләбеҙҙе тәмле бәлеш менән һыйлайыҡ. Иҫегеҙҙәме, төркөмгә сейә бәлеше рецебы һалған инем. Еләк менән дә тел йоторлоҡ тәмле була 🥧
🍓 Баҡса еләгенең мул мәле! Ғәшүрә көнөндә ғаиләбеҙҙе тәмле бәлеш менән һыйлайыҡ. Иҫегеҙҙәме, төркөмгә сейә бәлеше рецебы һалған инем. Еләк менән дә тел йоторлоҡ тәмле була 🥧
Бер кешенән уның һәр ваҡыт күтәренке кәйефтә һәм йылмайып йөрөүенең серен һорағас, былай тип яуап бирә:
"Бөтә эштәрем Аллаһ ихтыярында булғанын белеп Уның ҡаршында моңһоу йөрөй алмайым, оялам"...
Сәбәп ҡылыу беҙҙән, һөҙөмтә Раббыбыҙҙан. Көнөбөҙ изге доғалар менән башланһын 🤲✨
Repost from Аляутдинов Ильдар - Муфтий Москвы
Зачем держать пост в день Ашура?
В этом году день Ашура выпадает на 25 июня.
✔️Рекомендуемые дни для поста:
24 и 25 июня
или
25 и 26 июня
или
с 24 по 26 июня
@alyautdinovildar
🌙 Аллаһыбыҙға шөкөр, именлектә изге Мөхәррәм айында көн күрәбеҙ. Был айҙың унынсы көнөн мосолмандар Ғәшүрә көнө тип билдәләй. Быйыл ул 25 июнгә тура килә.
"Рамаҙан айынан башҡа тотолған иң яҡшы ураҙа - Ғәшүрә көнөндәге ураҙа", - тиелә изге хәҙис-шәрифтә.
Рәсүлебеҙ ﷺ ваҡытында йәһүдтәр был көндә ураҙа тотҡас, Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм үҙ өммәтенә ике көн итеп, йәғни йә 9,10-сы, йә 10,11-се көндәрҙе ураҙа тоторға кәңәш итә.
Иртәгә Ғәшүрә көнө. Изге ниәт менән ураҙаларға инәйек 🤲.
Һорау:
"Әссәләмәғәләйкүм Сәлиә Вәкиловна.Аптыраған көндән һеҙгә яҙам. Яңыраҡ Шүлгән ташҡа экскурсия менән барып ҡайтҡайныҡ. Нишләптер шундай изге ерҙәргә барһам ауырыйым. Үҙемә урын тапмайым. Ҡулыма бер эш бармай. Буштан көйәләнәм, илайым. Мин дә депрессия.Хәҙер ҙә илап тик ултырам.Үҙем намаҙҙамын.Яңыраҡ Ғөмрә лә булып ҡайттым.Иншаллаһ.Намаҙ уҡыһам тынысланып ҡалам, оҙаҡҡа түгел.Ҡалайтып үҙемде ҡулға алайым икән."
Яуап:👇
Һорау:
"Әссәләмәғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтүһ, Сәлиә ханым! Һорауым бар ине. 4 йәшлек улым ауырыу, аутист, һөйләшмәй, әйткәнде һәйбәтләп аңламай. Намаҙ уҡып торғанда килеп ҡамасауларға мөмкин, ҡулдан тартҡылай, ҡапыл башы менән этеп ебәреп, урындан күсеп киткәнем бар, ҡайһы берҙә яулыҡты, күлдәкте тартҡылап ғәүрәт асылып китә, сәждәгә киткәндә башҡа, арҡаға ултырһа бер ҡул менән ситкә этәрәм. Өйҙә берәү ҙә булмағанда икенсе бүлмәгә сығарып ебәреүе ҡурҡыныс, шуғп эргәлә йөрөй. Шундай осраҡтарҙа намаҙ боҙоламы икән?"
Яуап:
Үәғәләйкүм әссәләм үә рахмәтулЛааһи үә бәракәтүһү!
Аллаһ үҙегеҙҙе ярҙамынан айырмаһын... Намаҙығыҙҙың бөтөн шарттары үтәлһә, улығыҙҙың ҡамасаулауы өсөн борсолмағыҙ, ғибәҙәтегеҙ дөрөҫ булыр, иншәлЛаһ. Улығыҙ бит сабый хәлендә. Кескәй саҡтарында ҡулға алып уҡыйбыҙ: күтәрәһең, руҡуғта бергә эйеләһең, һалаһың, кире күтәрәһең. Улар бит тик тормай, тартҡылай, ҡыбырлата, ғәүрәтте асып ебәрә. Әммә беҙ мәжбүри хәлдә икәнде Аллаһ күреүсе. Кәүҙәгеҙҙе ҡибла тарафынан бормаһағыҙ, артыҡ хәрәкәттәрҙән тыйылһағыҙ, барыһы ла дөрөҫ булыр 🤲
Һорау:
"Һаумыһығыҙ, Сәлиә һылыу. Таныш ҡатын һорарға ҡушҡайны. Улар иптәше менән намаҙҙалар,тик бер һорау борсой, ти. Улдары бер ҡыҙ менән никахһыҙ йәшәй башлағандар. Шуға беҙҙең намаҙҙар ҡабул булмаҫҡа ла мөмкинме тип борсола. Яуабығыҙ өсөн рәхмәт"
Яуап:
Хәйерле көн! Башҡалар гонаһы кеше намаҙының теүәллегенә тәьҫир итмәй. Хатта үҙ балаң булһа ла. Тик бала тәрбиәһе ата-әсәнең яуаплылығы. Улар Аллаһ тарафынан тапшырылған аманат. Нисек тә булһа нәсихәтләргә, никах менән йәшәүҙе өгөтләргә кәрәк.
Бушамайым!
Мәшәҡәттәр менән
Ай-йылдарым үтә ашҡынып,
Ҡамап-тыйып туҡтатырға ине
Баҫып килгән эштәр ташҡынын!
Эштең күплегенә зарланырға
Уҡталам да тағы туҡталам:
Фани донъяларҙан киткәс тә бит
Өс көн эшләй торған эше ҡала…
Зарланмайым эштең күплегенә :
Хәле барҙың ғына эше бар,
Ауырлыҡты бергә күтәрешер,
Ярҙам итер яҡын кешем бар!
Мин ризамын бөтә эштәремде
Асыҡ күңел менән үтәргә…
…Яҙһын ине ҡыҫҡа ғүмер юлын
Бушамайса йәшәп үтергә!
Фирүзә Абдуллина
Һорау:
"Әссәләмүғәләйкүм Сәлиә ханым!
Әхирәтемдең ире уның өҫтөнән никах уҡытып кәләш алған булған,яҡынса утыҙ йыл элек.
Никах яңыртыу тигән төшөнсә бармы ул,кәрәкме,дөрөҫмө икән тигән һорауҙар борсой уны.
Яуап ҡайтармаҫһығыҙмы икән?"
Яуап:
Үә ғәләйкүм әссәләм! Был һорау менән никах уҡыған йә мәхәллә хәҙрәтенә мөрәжәғәт итеү дөрөҫ булыр. Ғаилә мөнәсәбәтендә беҙгә мөһим булып күренмәгән әммә шәриғәт буйынса ҡәтғи мәсьәләләр булырға мөмкин. Хәҙрәт ике яҡты ла тыңлап фәтеүә сығарырға тейеш.
