en
Feedback
🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

Open in Telegram

🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

Show more
1 800
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1330 days
Posts Archive
Изге үәғәҙә: "Һис шикһеҙ, ауырлыҡ артынан еңеллек килә..." "Әш-Шәрх" сүрәһе, 6-сы аят
Изге үәғәҙә: "Һис шикһеҙ, ауырлыҡ артынан еңеллек килә..." "Әш-Шәрх" сүрәһе, 6-сы аят

"Әйт: "Әгәр доғаларығыҙ булмаһа, Раббым һеҙгә иғтибар ҙа итмәҫ ине"... "Әл-Фүрҡан" сүрәһе, 77-се аят Уйланырлыҡ аят. *** "Бәхет иле" тапшырыуында матур темаға һөйләштек. Тулы эфир яҙмаһы ошонда: https://vk.ru/wall-229609275_2408

Әллааһ - "Әс-Сәмииғ" (Барыһын да Ишетеүсе) "Әл-Бәсыир" (Барыһын Күреүсе) Әлхәмдү лилләәһи раббил-ғәәләмиин 🤲

Молитва Я последние годы всё больше обращаю внимание на то, как каждый человек по-своему сохраняет контакт со Всевышним. И насколько этот путь у каждого индивидуален. Каждый приходит к Богу из своей точки. И эти точки бывают очень разными. Наше психическое состояние, наш жизненный опыт, иногда наши травмы во многом определяют то, как мы видим этот мир. И я все больше убеждаюсь, что точно так же то, как мы видим Бога и строим отношения с Ним. Мне хочется немного раскрыть тему дуа (молитвы, обращения к Богу). Когда мы обращаемся ко Всевышнему со своей нуждой, оказывается, что и здесь люди понимают это очень по-разному. Есть мусульмане, которые искренне верят, что всё, о чём они просят, Всевышний обязательно даст. И речь даже не просто о том, что Он принимает их дуа, а именно о том, что Он даёт им то, в чём они нуждаются. Они живут с этой верой. И действительно, многое из того, чего они хотят, приходит в их жизнь. А может быть, они просто очень хорошо умеют замечать то, что Всевышний уже им даёт. И это тоже большое благо. Это способность видеть дары Всевышнего и быть благодарным за них. А то, чего пока нет, они воспринимают спокойно, потому что верят: если сейчас этого нет, значит, Всевышний даст тогда, когда для этого придёт время. Я понял, что моё отношение к дуа всё-таки другое. Наверное, оно сформировалось из моего жизненного опыта. Из того, через что пришлось пройти мне. Я долго размышлял, почему так. И понял, что очень многое из того, чего мне хотелось в жизни, я получал с большим трудом. И очень много того, что так и не было даровано, несмотря на мои большие усилия. Да, были вещи, которых я очень хотел, и Всевышний действительно даровал их. Иногда настолько удивительным образом, что иначе как милостью это назвать невозможно. Но моя психика всё равно словно запомнила другое: что многое даётся тяжело. Что очень часто можно не получить того, чего искренне хочешь. И это влияет даже на то, как я воспринимаю дуа. Когда я читаю Коран, я чаще замечаю другой смысл. Я вижу, как Всевышний напоминает нам, что этот мир - место испытания. Что здесь действительно может быть тяжело. Что мы можем не получить желаемого. И это не о том, что Всевышний равнодушен или карающий. Для меня дуа - это прежде всего способ сохранять связь со Всевышним, чтобы проходить любые трудности. Признавать свою нужду, тем самым признавать, что лишь Всевышний имеет полную власть. И очень часто ответом на дуа становится не исполнение желания. Ответом становится что-то ещё более ценное. Сохранить веру. Сохранить чувство собственного достоинства. Не ожесточиться. Не потерять себя. Остаться целостным, несмотря на боль и лишения. Иногда это оказывается гораздо большим даром, чем просто получить то, чего ты хотел. Поэтому, когда я делаю дуа, я редко думаю о результате. Словно даже не жду, что Всевышний даст мне желаемое. Для меня дуа - это место, где становится спокойнее. Где появляется ощущение, что я не один. Мои чувства для Него значимы. Он знает о моей нужде. И самая значимая потребность, потребность в близости и любви, Всевышний точно дает, если я сам не отворачиваюсь. Что даже если я не получу желаемого, Он не оставит меня без Своего внимания. И мне кажется очень важным понимать, что и такой путь, и путь человека, который искренне верит, что Всевышний обязательно даст ему все желаемое, имеют место. И то и другое действительно существует. Один живёт с надеждой, что Всевышний обязательно даст то, о чём он просит. Другой - с верой, что Всевышний обязательно даст силы пройти то, чего избежать не получится. И, наверное, и то и другое - тоже формы доверия Богу. Айнур Гараев

Доға хәлендә булыу бәхет ул. Нәҡ ошо мәлдә һин Раббың менән бәйләнештә. Яңғыҙ түгелһең! Ул ихтыяжыңды белә, бөтә теләктәрең У
Доға хәлендә булыу бәхет ул. Нәҡ ошо мәлдә һин Раббың менән бәйләнештә. Яңғыҙ түгелһең! Ул ихтыяжыңды белә, бөтә теләктәрең Уның өсөн мөһим. Бел, әгәр үҙең Раббыңдаң йөҙөңдө бормаһаң, Аллаһ һине мөхәббәтенән, хәстәренән айырмаҫ! Хатта теләктәрең һин теләгәнсә тормошҡа ашмаһа ла Хаҡ Тәғәлә, һис шикһеҙ, иғтибарынан ҡалдырмаҫ 🤲 ✨.

Һаулыҡ - Аллаһ биргән иң ҙур ниғмәт. Һатып алып булмай шул... Ҡәрҙәшебеҙгә күсергән был ярҙамыбыҙ бәрәкәтле булһын ине. Тулыһ
Һаулыҡ - Аллаһ биргән иң ҙур ниғмәт. Һатып алып булмай шул... Ҡәрҙәшебеҙгә күсергән был ярҙамыбыҙ бәрәкәтле булһын ине. Тулыһынса дауаланып йәне тынысланһын ине 🤲. Рәхмәт барығыҙға ла 🤍!

Ошо сәғәткә 25600 һум, әлхәмдүлилләһ!
Ошо сәғәткә 25600 һум, әлхәмдүлилләһ!

Арағыҙҙа кеше хәленә инә белгән, йомарт ҡәрҙәштәрем күп, әлхәмдүлилләһ. Изге Йома көнөндә ярҙамға мохтаж танышым тураһында мә
Арағыҙҙа кеше хәленә инә белгән, йомарт ҡәрҙәштәрем күп, әлхәмдүлилләһ. Изге Йома көнөндә ярҙамға мохтаж танышым тураһында мәғлүмәт бирһәм, үпкәләмәҫһегеҙ моғайын. Ҡалҡан биҙе яман шеше асыҡланып (рак щитовидной железы) йәш кенә ҡәрҙәшебеҙгә дауаланырға 200 000 һум тирәһе аҡса кәрәк. 28 июль операция. Әсәһе менән икеһенә генә был сумманы күтәреүе ауыр. Йыйым асыуҙы ла өнәп бөтмәйҙәр. "Уңайһыҙланам" тигән төркөмдәшебеҙ өсөн ярҙамды әйҙәгеҙ миңә күсерегеҙ. Бер сумма менән еткерербеҙ, иншәлЛаһ. 💳 Сберкартам 89279558645 номерына бәйле (Салия М.) "Помощь" тип яҙырға онотмағыҙ. Саҙаҡаларҙың бәрәкәте булһын. Аллаһү Тәғәлә имандашыбыҙға тулы шифаһын бирһен! Үҙебеҙҙе лә бәлә-ҡазаларҙан аралаһын. Әәмиин 🤲

Ғөмрә, Хаж өсөн бик яҡшы күлдәк һатыуҙа бар. Йәйге ташлама менән алығыҙ ✨. 3000 - 15% = 2550 һум 📲 89279558645
Ғөмрә, Хаж өсөн бик яҡшы күлдәк һатыуҙа бар. Йәйге ташлама менән алығыҙ ✨. 3000 - 15% = 2550 һум 📲 89279558645

Ғөмрә сәфәре буйынса мәғлүмәт! 16, 30 июлгә һәм 6 августҡа һуңғы урындар ҡалды. Кемдәр ниәтләгән, һорауҙарығыҙ менән мөрәжәғә
Ғөмрә сәфәре буйынса мәғлүмәт! 16, 30 июлгә һәм 6 августҡа һуңғы урындар ҡалды. Кемдәр ниәтләгән, һорауҙарығыҙ менән мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Ҡалған айҙарға урындар бар әле. 📲 89279558645 (Сәлиә ханым) "Умма Тур" компанияһы

Кемдәр ошо юлда, Аллаһ ярҙамын бирһен! 🥰

Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм! Сәлиә апай, һеҙ үҙегеҙ нисә йыл намаҙҙа, хиджапта? Минең ныҡ теләгем көслө. Ирем дә кейенеүҙн теләй. Бер ҙә башлап китә алмайым. Намаҙҙамын. Ниндәй кәңәш бирерһегеҙ?" Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм! Аллаһҡа мең шөкөр, 2007 йылдан намаҙҙамын, хижәптәмен. Шул тиклем ҡәнәғәтмен. Әлхәмдүлилләһ, бер ҡасан да намаҙҙы ҡалдырырға, яулыҡты сисергә тигән уйым булманы. Һеҙгә лә ошо рәхәтлекте теләйем, ҡәрҙәшем 🧕🏻🪻! Диндә ныҡ булыр өсөн һәр ваҡыт ғилем юлында булыр кәрәк. Сәҡ ҡына ҡулға әҙәбиәт алманыңмы, файҙалы үәғәҙҙәр тыңламаныңмы, иман һүлпәнәйергә генә тора. Ләғнәтле йоҡламай шул. Өҫтөнлөктәрҙе дөрөҫ ҡуйығыҙ (приоритет). Рухығыҙҙы күтәрер йәмәғәттә булырға тырышығыҙ. Файҙаһыҙ осрашыуҙарҙан ситләшегеҙ. Һәм тағы: әллә ниндәй психологтарҙы артыҡ күп тыңламағыҙ. Әтеү модаға әйләнеп китте 🫣. Йәнгә тыныслыҡ бирер бөтә ризыҡ гүзәл динебеҙҙә ул ✨.

Ҡаза намаҙҙары тураһында ошо һылтанма аша үтеп уҡығыҙ: https://umma.ru/vospolnenie-propushhennyh-namazov
Ҡаза намаҙҙары тураһында ошо һылтанма аша үтеп уҡығыҙ: https://umma.ru/vospolnenie-propushhennyh-namazov

Һорау: "Сәлиә ҡыҙым, миндә лә шулайыраҡ хәлдәр бит әле. Күпме уҡылмаған намаҙҙар өҫтә бурыс булып торамы?" Яуап: Белгән менән белмәгән бер түгел шул. Ваҡытында намаҙҙың мөһимлеген аңлап иртәнгеһен башлағанһығыҙ икән башҡалары бурыс булып ҡалғандыр. Аллаһ үҙе белә. Һеҙ ҙә көндәлек дүрт намаҙығыҙҙы тергеҙегеҙ. Бурыстарҙың фарыз өлөшөн яйлап ҡаза ҡылығыҙ.

Һорау: "Хәйерле көн, Сәлиә ханым! Намаҙ буйынса мин дә һорайым әле. Иртәнгеһен генә уҡыһаң була тип әйткәндәр ине берҙе. Шуға инде нисә йыл иртәнгеһен генә уҡыйым. Әлбиттә уныһына ла йәйен тороп булмай әле. Дөрөҫ эшләйем микән?" Яуап: Хәйерле көн! Кемдеңдер "Иртәнгеһен уҡый башлағыҙ тәүҙә" тип әйтеүен яңылышыраҡ аңлағанһығыҙҙыр. Ғәҙәттә шулай кәңәш бирәләр. Сөнки иртәнге намаҙына тороп өйрәнгән кеше башҡаларын да еңел уҡый. Ана бит үҙегеҙ яҙаһығыҙ тороп булмай тип. Ихтыяр көсөн, ныҡлы иман талап иткән намаҙ ул иртәнге. Башҡа дүртәүһен да уҡый башлағыҙ. Аллаһү Тәғәләнән ярҙам һорап тәүәккәлләһәгеҙ, барыһы ла мөмкин. Намаҙ бит беҙгә үҙебеҙгә кәрәк. Аллаһ беҙҙең ғибәҙәткә мохтаж түгел.

Хаҡы 350 һум Озон аша посылка итеп ебәрәм. 📲 89279558645 (яҙығыҙ)
Хаҡы 350 һум Озон аша посылка итеп ебәрәм. 📲 89279558645 (яҙығыҙ)

Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм, Сәлиә ханым. Мин яңы ғына намаҙ уҡый башланым. Сөннәт намаҙҙарын нисек дөрөҫ уҡырға белмәйем. Төрлө видеолар төрлөсә. Миңә видеоларға һылтанмалар кәрәк ине. Зинһар ярҙам итегеҙ әле. Әлегә фарыз намаҙҙарын ғына уҡый инем". Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм! ИншәлЛаһ, намаҙ ғибәҙәтегеҙ дауамлы булһын. Әйе, дүрт төп мәҙһәб айырмалыҡтары бар. Шуға буталанып китергә лә мөмкин. Беҙ Әбү Хәнифә мәҙһәбе буйынса дин тотабыҙ. Намаҙ тәртибе буйынса ютюб каналы һылтанмаһын һала алам, әгәр асылһа инде: https://youtube.com/@sajdaappofficial?si=jD6Ix-NI0n0Cn6oc Яңы дин практикаһын башлаусылар өсөн ошо китап та уңайлы булыр. Алдырығыҙ 👇

Пәйғәмбәребеҙҙән ﷺ ҡалған гүзәл доға: "Йәә мүҡаллибәл ҡулүүб ҫәббит ҡальбии ғәләә дииник" "Йә, йөрәктәрҙең хәлен Үҙгәртеүсе! Йөрәгемде динеңдә нығытһаң ине". Әәмиин 🤲