en
Feedback
🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

Open in Telegram

🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

Show more
1 801
Subscribers
No data24 hours
-27 days
-1330 days
Posts Archive
⚜ Гәрсис төҫөндә: 44 - 56 📲 89279558645
⚜ Гәрсис төҫөндә: 44 - 56 📲 89279558645

Күлдәктәр тураһында күптән мәғлүмәт биргәнем юҡ икән). Етен туҡымаһынан тегелгән был матурҡасты 10% ташлама менән тәҡдим итәм
+1
Күлдәктәр тураһында күптән мәғлүмәт биргәнем юҡ икән). Етен туҡымаһынан тегелгән был матурҡасты 10% ташлама менән тәҡдим итәм. Йәй үтеп бара, рәхәтләнеп кейеп ҡалығыҙ! Размерҙары: 44, 46, 48, 50, 54, 56 Хаҡы: 3500 - 10% = *3150 һум* 🛍️Озон аша посылка итеп ебәрәм. Яҙығыҙ: 89279558645 Фотоһүрәт яһалма зиһен аша эшләнһә лә күлдәк күренеше үҙгәрмәне. Ҡыҙҙа ғына балитәге киңерәк булған. Ғөмүмән, онлайн кибетебеҙ ВК-ла. Ентекләберәк шунда ҡарарға мөмкин: https://vk.ru/club224509192

Әллааһ - "Әр-Раззәҡ". Беҙгә ғүмер биреүсе, көн дә хәстәрләп, ризыҡландырып, сикһеҙ рәхмәтен өләшеп тороусы Хаҡ Тәғәләбеҙгә ме
Әллааһ - "Әр-Раззәҡ". Беҙгә ғүмер биреүсе, көн дә хәстәрләп, ризыҡландырып, сикһеҙ рәхмәтен өләшеп тороусы Хаҡ Тәғәләбеҙгә мең рәхмәттәребеҙ булһын! Ямғыр һыуына ғына үҫкән йәшелсә-емештәренә һөйөнәбеҙ, әлхәмдүлилләһ!Күберәк шөкөр итәйек, бар ниғмәт Унан икәнен онотмайыҡ! Яңы аҙнабыҙҙы истиғфәр, шөкөр, зекер һүҙҙәре менән башлайыҡ, иншәлЛаһ🤲!

"Иҫтәренә төшөр, иҫкә төшөрөү мөьминдәргә файҙалы". "Әҙ-Ҙәриәт" сүрәһе, 55-се аят Ҡәрҙәшебеҙҙең нәсихәтенә ҡолаҡ һалайыҡ. Иманыбыҙҙы күҙ ҡараһындай һаҡлайыҡ 🤲

✈ Рәсәйҙән әлегә тура осоу булмағанлыҡтан маршрут Төркиә аша. Хажиләр Өфөнән Ҡазан аэропортына алып барыла. Үрҙә Ғөмрә графиг
✈ Рәсәйҙән әлегә тура осоу булмағанлыҡтан маршрут Төркиә аша. Хажиләр Өфөнән Ҡазан аэропортына алып барыла. Үрҙә Ғөмрә графигы. Урындарҙы алдан броньға ҡуйыу хәйерле. 📲 89279558645

Йәнебеҙгә һаран булмайыҡ! Тәнебеҙ даим ризыҡҡа мохтаж булған кеүек, рухыбыҙға һәр саҡ илаһилыҡ, Раббыһы кәрәк. Матди мөмкинселегегеҙ килеп сыҡҡас та Төркиә йә башҡа диңгеҙ ярына түгел, ә изге тараф -  Мәккә-Мәҙинәгә юл тотоғоҙ! Тап ошонда йән үҙ урынын табыр, рәхәтләнер! Ғөмрә һәм оло Хаж өсөн "Умма Тур" компанияһы бөтә уңайлыҡтар булдырып тора. Сәфәр өсөн һәр хажиға ошондай юл комплекттары бүләк ителә 🎁. Ниәт итеүселәр уңайлы ваҡытты һайлап мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Консультация бирермен, тәжрибәм менән уртаҡлашырмын. Юлға әҙерлекте ғәҙәттә бер ай алдан башлайым. 📲 89279558645 (Сәлиә ханым)

Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм! Сәлиә, бына һин бөгөн йыр ҡуйғанһың. Тыңларға ярамай ҙа инде" Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм! 🤦🏻‍♀️Әйтегеҙ әле, ошо йыр һеҙҙең аңығыҙҙы томаланымы, боҙоҡлоҡҡа этәрҙеме? Мине юҡ) Әйе, динебеҙ аңды томалаған бөтә нәмәне тыйҙы. Йыр-моңдоң аңға тәьҫир итә торған көсө бар. Әгәр кешене боҙоҡлоҡҡа этәрә икән, әлбиттә тыйылған булыр. Ә бына хәмер, шарап, һыралар ысынлап та аңды томалай. Һеҙ шуларҙан тулыһынса тыйылғанһығыҙмы? Әтеү ҡай саҡ бик "дини" һорау биргән булып ҡай берҙәр элементар тыйыуҙарҙы ла үҙҙәре үтәмәй. Ҡыҙғаныс...

Һүҙемде дауам итеп: бер апайҙың мөрәжәғәте һөйөндөргән ине. Ауылыбыҙ менән мәсет имамыбыҙҙы Ғөмрәгә ебәрергә теләйбеҙ тине. Халыҡ аҡса йыйып оҙатҡан. Ниндәй күркәм ғәмәл 🕋✨! Аллаһтың диненә, Уның ҡушҡандарына, Уның юлындағы кешегә хөрмәт күрһәтеү бит был. Һис шикһеҙ, һәр саҙаҡа өләшеүсе оло сауаплы булыр!

Һорау: "Әссәләму гәләйкум,макста группа ла торамын һорауымды яза алмайым,гәфу итегез.Мәсеетә аяттар укытып торалар,һунгы тапкыр кустымдын СВОла юәләк булып тагы ла мәсеткә мөрәҗәгәт иттек,рөхсәт бирзеләр,әммә ләкин кеше башына 100 һум акса алыу турында безгә әйтмәнеләр,кухняла һауыт-һаба йыуганда игланды куреп аптырап калдык,балдар менән 50 кеше йыйылгандыр,аксаһын туләнек🤲.Шул дөрөсме икән?" Яуап: Үәғәләйкүм әссәләм! Макста һәр пост аҫтында "Комментарий" тигән урыны бар. Һорауҙы шунда ҡалдырырға мөмкин. Аллаһү Тәғәлә туғанығыҙҙы шаһит дәрәжәһендә ҡабул итһен, Фирҙәүес Йәннәте менән бүләкләһен 🤲. Мәжлес буйынса. Ниңәлер халыҡта хәҙрәт, мөғәллимдәр, мәсеттәр бушҡа эшләргә тейеш тигән фекер нығынған. Һеҙ бит шул уҡ мәжлесте берәй кафела үткәрә ала инегеҙ. Әйе, унда аренда өсөн матур ғына түләр кәрәк буласаҡ. Шуға ла мәсетте һайлайҙар. Йәнәһе лә бушлай. Килешегеҙ, был бит дөрөҫ түгел! Уты, һыуына түләйһе. Саҙаҡаны бер кем дә не отменил, руссалаһаҡ. Аптыраған көндән хәҙрәттәр шулай яҙырға мәжбүр. Сөнки халыҡдың йәшниккә ҡалдырған 10, 50, 100 һумлыҡ саҙаҡаһына ғына хәҙрәттәр, мәсет йәшәй алмай, аңлағыҙ. 50 кешенән 100 һум бөтәһе 5000 һум. Көлкө генә хаҡ!.. Ошондай һорауҙарға һүҙһеҙ ҡалам ҡай саҡ. Һаранлыҡмы ул беҙҙә шулай, аңлатығыҙсы!

Һорау: "Хаерле кон Салия ханым. Намаз укыганда торенеп укыйбыз. А урамда йореганда, кунакка барганда , хазер азер тюрбаннар сатыла ,шуларны киеп йорерга ярыймы? Тюрбаннар бит чачне каплый,а муен ачык кала." Яуап: Хәйерле көн! Аллаһ тыйғанды мин ярай тип әйтә алмайым.

Һорау: "Хәйерле көн! Әле намаҙҙа түгелмен, туғаным ҡатын-ҡыҙҙар табынында аяттар уҡыуымды һорай, нимә эшләргә икән, кәңәш бирегеҙ әле. Һеҙҙә лә, башҡаларҙа ла онлайн уҡыным, әле лә дәрестәр алам. Рәхмәт Һеҙгә!" Яуап: Хәйерле көн! Яуапты һуңлаттып, ғәфү итегеҙ. Намаҙға баҫығыҙ. Был Аллаһ бойороғо❗ Ә Ҡөрьән уҡыу буйынса, был да ҙур яуаплылыҡ. Әгәр тәджүид ҡағиҙәләренә ярашлы дөрөҫ уҡыуығыҙға ышанһағыҙ, уҡығыҙ. Сауаптан башҡаһы булмаҫ, иншәлЛаһ.

Һорау: "Хәерле көн Сәлия ханым, сезгә бер соравым бар иде. Без яшь чакта, безгә әбиләр, яңы туган бәпине, 40 көненә тиклем бер үзен калдырмагыз диләр иде. Сез бу турда нәрсә әйтерсез. Хәзер өйләр зур бүлмәләр күп, бәпине бер үзен бер бүлмәдә калдырып чыксаң ярыймы?" Яуап: Хәйерле көн! Әйе, халыҡта ундай ғәҙәт бар. Әммә был ҡәтғи талап тигәнде аңлатҡан хәҙис йә аяттарҙы осратҡаным юҡ. Бала тыуғандан һуң үтәлелгән динебеҙ йолалары тураһында ошонда үтеп уҡый алаһығыҙ: https://umma.ru/musulmanskie-obryady-svyazannye-s-rozhdeniem-rebenka

❕Телеграм кемдәрҙең насар эшләй МАКСтағы каналға теркәлә алаһығыҙ. Теләүселәрҙе лә ошо һылтанма менән саҡырырға мөмкин: https://max.ru/join/n4TNyjpmS2VQ_-oZHyg0eywRb32rKKIFnUhbNtxkpXg

Һорау: "Һаумыһығыҙ. Өйҙә телефон аша ҡуйып тыңларға ниндәй аяттар можно? Интернеттан эҙләп любойын ҫуйырға можномы?" Яуап: Хәйерле көн! Аят - ул Аллаһ һүҙе, үҙгәртеүһеҙ. Төп нөсхәһендә ҡайҙа, кемде тыңлаһағыҙ ҙа мөмкин. Әйе, тәфсирен (аңлатмаһын) бөтә кешене лә тыңлау ҡай саҡ хәүефле. Мин үҙем күп йылдар ошо сайтта тыңлайым, тәфсирен уҡыйым: https://umma.ru/perevod-korana

Һорау: "Һаумы, Сәлиә һылыу.Мин яңы дингә яҡынлап килгән апайың булам. Әле һин яҙған истиғфәр һүҙен аңламайым. Аңлатып үтмәҫһеңме?" Яуап: Истиғфәр - ул ихлас күңелдән Аллаһ ҡаршында ғәфү үтенеү. "Әстәғфируллаһ" һүҙен әйтеп беҙ Раббыбыҙҙан гонаһтарҙы ғәфү итеүен үтенәбеҙ, үкенәбеҙ. Истиғфәр - иң яҡшы доға. Уйлап ҡарайыҡ: Аллаһү Тәғәләнең иң яратҡан Кешеһе, һөйөклөһө Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм көнөнә иң кәмендә 100 тапҡыр истиғфәр әйткән. Беҙгә, ябай Әҙәм балаларына, ни ҡала инде...

Өфө ҡалаһы өсөн намаҙ ваҡыттары 📿
Өфө ҡалаһы өсөн намаҙ ваҡыттары 📿

Яңы айға истиғфәр, ихлас доғаларыбыҙ менән инәйек. Бөгөн Сәфәр айының тәүге көнө. Хәйерле ғәмәлдәр менән уҙғарырға яҙһын уны 🤲.

Йәй. Ваҡыттың бик тығыҙ миҙгеле. Һеҙҙең кеүек үк, минең дә донъя мәшәҡәттәрем байтаҡ, хөрмәтле апай-инәйҙәр. Һорауҙарығыҙ әле һаман яуапһыҙ булһа, мине аңлағыҙ бер үк. Үпкәләп яҙмағыҙ, зинһар. Ҡайһылары онотолоп та китә. Матур ғына итеп иҫемә төшөрөгөҙ. Үтенесем: әҙәп һаҡлайыҡсы. Динебеҙҙең асылы гүзәл әхлаҡта 🕊